en
Feedback

Don't get caught by a cheater! Telemetrio finds and tags such channels 👉 If you want to see the tag, subscribe

БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Open in Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Show more
1 953
Subscribers
No data24 hours
-47 days
-1230 days
Posts Archive
Шаран районында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ата-әсәләрен хөрмәтләү тантанаһы үтте Шаран районы Дүртөйлө ауыл биләмәһендә Алексей Кондратьев исемендәге мәктәптә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ата-әсәләрен хөрмәтләү тантанаһы үтте. Кисә халыҡ-ара ололар көнөнә арналды. Өлкәндәр алдында мәктәп уҡыусылары йыр-бейеү менән сығыш яһаны.
01 Oct 2025, 07:16

«Восход» етәкселегендәге Башҡортостан мотоуҡсылар полкы алдынғылар рәтендә Рәсәй Оборона министры 67-се мотоуҡсылар дивизияһы яугирҙарын Донецк Халыҡ республикаһының Кировск тораҡ пунктын азат итеү уңайынан тәбрикләне. «Берләшмә хәрбиҙәре юғары һөнәри оҫталыҡ һәм батырлыҡ күрһәтеп, Ватанға, хәрби антҡа тоғролоҡ өлгөһө булып тора»,-тиелә министрҙың ҡотлау телеграммаһында. Башҡортостан мотоуҡсылар полкы 67-се дивизия составында алыша. Полк менән бер йылдан ашыу инде «Восход» ҡушаматлы командир идара итә. Рәсәй Ҡораллы көстәренең ҡоро ер ғәскәрҙәре көнө уңыйынан хәрби хәбәрсебеҙ полк менән идара итеү үҙәгендә булды.Тулыраҡ киләһе яҙмала.
01 Oct 2025, 07:02

Балаҡатай районы Түбәнге Исҡуш ауылында теркәлгән янғында 73 йәшлек ҡатындың ғүмере өҙөлгән Хаҡлы ялдағы ҡатындың кәүҙәһен ҡотҡарыусылар ут ялмап алған ағас йорт эсендә тапҡан. Тикшереү фаразына ярашлы янғын иҫке мейестән сығыуы ихтимал. Андрей Зайцев, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы матбуғат хеҙмәткәре Янғын осраҡтарын кисектереү өсөн йылытыу ҡорамалдары һәм мейестәр менән һаҡ эш итергә кәңәш ителә. Электр линияларына көсөргәнеш тыуҙырмаҫ өсөн йылытыу ҡоролмаларын төнгөлөккә һүндерергә, мейестәрҙе даими таҙартып торорға кәрәк.
01 Oct 2025, 06:52

Башҡортостанда торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн бурыстарҙы түләтеү буйынса рейдтар үтә Суд приставтары республика буйынса бурыслыларҙың йәшәгән урынына бара. Бурысты түләүҙән баш тартҡан осраҡта түләмәүселәргә ҡарата мәжбүри саралар ҡулланыла: банк иҫәптәренә арест һалына, сит илгә сығыуға сикләү индерелә, мөлкәт тартып алына. Йыл башынан суд приставтары торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр буйынса бурыслыларҙан 722 миллион һум аҡса түләткән, мөлкәткә 1088 арест һалған.
01 Oct 2025, 06:40

Радий Хәбиров Рәсәй энергетика форумын һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһен асты Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» 31-се Халыҡ-ара күргәҙмәһен асыу тантанаһында ҡатнашты. Телекүпер режимында ул йылытыу электр станция ҡорамалдарын яңыртыу федераль программаһы буйынса реконструкцияланған Ҡарман дәүләт район электр станцияһының-энергия блогы эшенә старт бирҙе.
01 Oct 2025, 06:28

Өфөлә "Мин яратам һине, тормош!" ун дүртенсе республика фестиваленең гала-концерты уҙҙы Бөгөн Торатау Конгресс-холында өлкәндәрҙең "Мин яратам һине, тормош!" ун дүртенсе республика фестиваленең гала-концерты уҙҙы. Ижади бәйгелә быйыл 55 йәштән өлкән 2580 кеше ҡатнашҡан. Республика төбәктәрендәге этаптарҙа еңеп финалға сыҡҡандар баш ҡала сәхнәһендә тормошто яратыуын иҫбатланы.
30 Sep 2025, 14:51

Башҡортостан халыҡ артисы Олег Ханов вафат булды Бөгөн башҡорт сәнғәте ауыр юғалтыу кисерҙе. Күренекле актер, режиссер һәм педагог Олег Ханов вафат булды. Уға 74 йәш була.
30 Sep 2025, 14:36

Салауат Юлаев исемендәге премияға Рита Өмөтбаева һәм Сулпан Асҡарова тәҡдим ителде Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салуат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына дәғүәселәрҙән конкурстың йомғаҡлау этабында ҡатнашыусылар һайлап алынған. Улар араһында билдәле продюсерҙар һәм хореографтар ҙа бар. «Байыҡ» телевизион проекты авторы һәм продюсеры Рита Өмөтбаева, «Салауат Юлаев» көндәре республика байрамының ҡуйыусы режиссеры Сулпан Асҡарованың ижади порттретары хаҡында киләһе яҙмала.
30 Sep 2025, 14:21

Башҡортостан яугирҙары Курск өлкәһендә ҡатындарҙы үлемдән ҡотҡарған Яу ҡырында яралған дуҫлыҡ ғүмерлеккә һаҡлана. Башҡортостан яугирҙары Курск өлкәһенең Новоивановка ауылын азат иткәндә ике ҡатынды үлемдән алып ҡала.
30 Sep 2025, 14:06

Башҡортостандың урта махсус уҡыу йорттарына ҡабул итеү кампанияһы 25 ноябргә тиклем оҙайтылды 26 колледжда барлығы 680 бюджет урын ҡалған. Был, тәү сиратта, сентябрҙә Дөйөм дәүләт имтихандары тапшырған 9-сы синыф уҡыусыларына урта һөнәри белем биреү программалары буйынса уҡыуын дауам итеү мөмкинлеге бирә. Кушнаренко ауыл хужалығы техникумында ла абитуриенттарҙы көтәләр.
30 Sep 2025, 13:51

Өс йыл элек яңы төбәктәр Рәсәйгә ҡушылды Өс йыл өйҙә. 2022 йылдың 30 сентябрендә Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары, шулай уҡ Херсон һәм Запорожье өлкәләре Рәсәй составына инде. Был ҡарар референдум һөҙөмтәһендә ҡабул ителә. Халыҡтың 99 проценттан ашыуы берләшеү өсөн тауыш бирә. Йәғни тарихи ғәҙеллек тергеҙелә. Әммә Киев режимы йәмәғәтселек ҡарарын таныуҙан баш тарта һәм тыныс ҡалаларҙы, уларҙың халҡын тағы ла ҡатыраҡ бомбаға тота башлай. Күптәр емерелгән йорттарын ташлап күсеп китергә мәжбүр була.
30 Sep 2025, 13:33

Әлшәй районы Мәндән ауылында йәшәүсе Фәниә Нурғәлиева бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне Оло быуын вәкиле әүҙем тормош алып бара. Ул һәр таңды ҡыуаныс менән ҡаршылай, сәләмәтлеген нығытыу өсөн күп хәрәкәт итә. Өләсәйҙең иң яратҡан шөғөлө-ҡош-ҡорт аҫрау һәм баҡса үҫтереү. Уның ҡулдары тере һыу кеүек-нимә генә ултыртһа ла, барыһы ла сәскә ата.
30 Sep 2025, 08:35

Өфөнөң Ағиҙел йылғаһы буйы ике көнгә әүҙем ял итеүселәр үҙәгенә әйләнде Балыҡ тотоу бәйгеһе 1-се Халыҡ-ара Аксаков фестиваленең финал ваҡиғаһы булды. Ғаилә байрамында төрлө оҫталыҡ дәрестәре, күргәҙмә-йәрминкә, уха бешереү буйынса кулинар алыш ойошторолдо. Билдәле булыуынса, Сергей Аксаков балыҡсылыҡ һәм һунарсылыҡты үҙ итә, уның ижады ла был мауығыуҙар менән тығыҙ бәйле була. Шуға ла сараны ойоштороусылар яҡташыбыҙҙы рус әҙәбиәте классигы ғына түгел, ә тәбиғәтте яратыусы булараҡ та күрһәтергә тырышҡан.
30 Sep 2025, 08:25

Баймаҡ районы «Йәшел Башҡортостан» республика экологик акцияһына ҡушылды Өмәлә Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Азат Арыҫланов, ҡаланың хеҙмәт коллективтары һәм уның битараф булмаған халҡы ҡатнашты. Баймаҡтың Есенин урамына ултыртылған 70 төп йәш миләш үҫентеләре ныҡлы тамыр йәйеп, нығынып ҡаланың бер нисә быуынын ҡыуандырасаҡ.
30 Sep 2025, 08:16

Шаран районы Баҙғый ауылында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды Яңы бина «Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер» милли проекты буйынса сафҡа ингән. Бында халыҡҡа беренсел медик-санитар ярҙамы күрһәтеү өсөн барлыҡ шарттар ҙа тыуҙырылған. Иркен яҡты бүлмәләр медицина хеҙмәткәрҙәре һәм пациенттар өсөн дә уңайлы.
30 Sep 2025, 08:05

Архангел районында дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре иҫерек комбайнерҙы тотҡан Эскән килеш рулгә ултырған аграрий тураһында инспекторҙарға битараф булмаған замандашыбыҙ хәбәр итә. Комбайнерҙы трассала туҡтатҡан автоинспкекторҙар 58 йәшлек ирҙең ысынлап та эскән булыуын дәлилләй. Тағы ла бер комбайнерҙың водитель таныҡлығы булмауы асыҡлана. Ике иргә ҡарата ла административ протоколдар төҙөлгән.
30 Sep 2025, 07:56

Бөгөн төндә республикала ҡырау төштө Һауала һәм тупраҡ өҫтөндә -4, -9, таулы райондарҙа 10 градусҡаса тиклем ҡырау төштө. Ирәмәл тауында һәм Сибай ҡалаһында бер көн элек ҡар яуыуы күҙәтелгәйне. Башгидромет фараздары буйынса,алдағы көндәрҙә яуым төшөмһөҙ, аяҙлы- болотло һауа торошо көтөлә. Һауа температураһы төндә 0, +5° тирәһе, көндөҙ +7, +12° градусҡаса йылыта.
30 Sep 2025, 07:44

1 октябрҙән республиканың барлыҡ муниципалитеттары ла йылытыу миҙгелен башларға бурыслы Йылы менән тәү сиратта социаль учреждениелар тәьмин ителә. Был балалар баҡсалары, мәктәптәр һәм һаулыҡ һаҡлау объекттары. Ә бына торлаҡ йорттар биш көн дауамында уртаса тәүлек температураһы 8 градустан түбән булған осраҡта ҡаҙанлыҡҡа тоташтырыла.
30 Sep 2025, 07:34

Башҡортостан менән яңы төбәктәр араһында хеҙмәттәшлек үҫә Бөгөн Донецк, Луганск халыҡ республикалары, Запорожье, Херсон өлкәләре халҡы бөйөк Рәсәйҙең бер өлөшө булырға ҡарар итеүенә өс йыл тулды. Ошо мөһим ваҡиға менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡотланы. Рәсәйҙең яңы төбәктәрендә йәшәүсе ҡәрҙәштәребеҙ тураһында даими хәстәрлек күрелә. Беҙҙең яугирҙар ҡулдарына ҡорал алып, биләмәләрҙе нацистарҙан азат итә, тыныс халыҡты дошмандан һаҡлай.
30 Sep 2025, 07:23

"Ағиҙел" Свердловск өлкәһе хоккейсыларын 13-2 иҫәбе менән еңде Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһында даими беренселек дауам итә. Бөгө
"Ағиҙел" Свердловск өлкәһе хоккейсыларын 13-2 иҫәбе менән еңде Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһында даими беренселек дауам итә. Бөгөн был командалар араһында тағы бер уйын ҡаралған. Лигала 7 команда сығыш яһай. "Ағиҙел" үткән миҙгелдә чемпион булды.
30 Sep 2025, 07:10