uk
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Відкрити в Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Показати більше
1 975
Підписники
-224 години
-57 днів
-1830 днів
Архів дописів
Өфө аэропортын үҫтереү буйынса яңы пландар ҡаралды Республикала аэродром инфраструктураһын модернизациялау мәсьәләләре Радий Хәбировтың Һауа транспорты федераль агентлығы етәксеһе Дмитрий Ядров менән осрашыуында өйрәнелде. Көн тәртибенә маршрут селтәрен, шул иҫәптән сит илдәргә осоштарҙы арттырыу юлдары барланды

Хәйбулла районында «Шиғриәткә тулы күңел» шиғриәт һәм йыр фестивале үтте Хәйбулла районында «Шиғриәткә тулы күңел» тип исемләнгән шиғриәт һәм йыр фестивале үтте. Сарала 20-нән ашыу ижадҡа һөйөүен күрһәтте. Улар Рәсәй классиктарының, шулай уҡ үҙҙәре ижад иткән шиғырҙарҙы уҡыны. Фестивалдең тәүмаҡсаты-төрлө быуын вәкилдәрен ижадҡа һәм шиғриәткә илһамландырыу, мәңгелек рухи-мәҙәни ҡиммәттәрҙе данлау ине. Шиғриәт байрамын Йомабай Иҫәнбаев исемендәге Аҡъяр балалар сәнғәт мәктәбе педагогтары һәм уҡыусыларының сығыштары ла биҙәне.

Өфөлә «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамленең яңы ижад миҙгелендә тәүге концерты үтте «Торатау» Конгресс-холы сәхнәһендә ансамбль тамашасылар яратҡан иң яҡшы номерҙары менән сығыш яһаны. Мәҙәни программа сиктәрендә «Илкәйем», «Башҡорт балы», «Өфө», «Салауатҡа дан» һәм башҡа вокал-хореография композициялары күрһәтелде, башҡорт, удмурт, ҡаҙаҡ, төрөк халыҡ бейеүҙәре ҡуйылды.

Өфөлә «Ҡурсаҡ-фест» Беренсе Халыҡ-ара ҡурсаҡ театрҙары фестиваленә старт бирелде Рәсәй һәм яҡын сит илдәрҙең алдынғы ижади коллективтарын берләштергән күләмле мәҙәни сара Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған. Фестивалде асыу тантанаһында асыҡ һауала һуғыш йылдарына арналған театрлаштырылған миниатюра ҡуйылды. Проект Мәҙәни башланғыстар Президент фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла, сараны ойоштороусылар булараҡ «Беҙҙең киләсәк» Хәйриә фонды менән Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры сығыш яһай.

Өфөлә бер көндә хәрби хеҙмәткә һайлап алыныу мөмкинлеге бар Башҡортостанда хәрби хеҙмәткә контракт буйынса ҡабул итеү дауам итә. Өфөләге «Защитник» үҙәгендә банк хеҙмәткәрҙәре финанс буйынса аңлатыу эштәре алып бара, табиптар тикшереүҙәр үткәрә, ә инструкторҙар хәрби әҙерлек уҙғарыу менән шөғөлләнә. Хәрби хеҙмәткә һайлап алыныу процедураларын бер көн эсендә тулыһынса үтергә була.

Башҡортостанда хәрбиҙәр һәм уларҙың ғаиләләре өсөн 50-нән ашыу ярҙам сараһы ҡаралған Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ҡаралған ярҙам саралары менән хәҙер Дәүләт хеҙмәттәре порталында танышырға мөмкин. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.

Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү программаһы буйынса өс ҙур объект төҙөлә Проекттарҙың дөйөм хаҡы 2 миллиард 977 миллион һ
Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү программаһы буйынса өс ҙур объект төҙөлә Проекттарҙың дөйөм хаҡы 2 миллиард 977 миллион һум. Улар өс районда ғәмәлгә ашырыла. Борайҙа 500 урынлыҡ мәктәп төҙөлә. Раевкала һырғалаҡ булдырыла, Шишмә районы Йәрми ауылында агроауыл барлыҡҡа килә. Был турала Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдерҙе. Быйыл Башҡортостанда ауыл биләмәләрен үҫтереү программаһына 1 миллиард 687 миллион һум бүленгән.

Башҡортостандың йәштәр йәмәғәт палатаһы яңы тәртип буйынса формалаша Ошо турала закон проекты бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙ
Башҡортостандың йәштәр йәмәғәт палатаһы яңы тәртип буйынса формалаша Ошо турала закон проекты бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың пленар ултырышында ҡарала. Палатаның яңы саҡырылышы быйыл декабрҙә ойошторола башлай. 45 ағза һайлана, әлегә тиклем 35 ине. Уларҙың вәкәләттәре өс йылдан 5 йылға тиклем арттырыла. Палатаның ҙур өлөшө конкурс нигеҙендә туплана, тине спикер Константин Толкачев. Закон проектын әҙерләгәндә Рәсәйҙең тиҫтәгә яҡын төбәге тәжрибәһе иҫәпкә алынған.

Өфөлә «Башҡорт биҙәктәре» этнофорумы тамамланды «Башҡорт биҙәктәре». Өфөлә «Берҙәмлек» ижад үҙәге уҡытыусыһы Милена Килмәтова башланғысы менән ойошторолған фәнни белем биреү этнофорумы тамамланды. Өфө ҡалаһы һәм Урал батыр эҙҙәре буйлап ҡыҙыҡлы экскурсияларҙы, милли кейем өлөштәрен тегеү буйынса оҫталыҡ дәрестәрен, халыҡ ижады, этнография буйынса лекцияларҙы үҙ эсенә алған сара хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.

Салауат Юлаев һәйкәле һүтелә башланы Архитектур ҡоролма өлөшләп махсус әҙерләнгән төҙөкләндереү урынына оҙатыласаҡ. Рестовраторҙар һәйкәлде 1967 йылда нисек монтажланған, шул тәртиптә һүтә. Тәүҙә батырҙың ҡылысы, ҡамсыһы алына. һуңынан инде ат өҫтөнән һыбайлы һын төшөрөлә. Ә бына скульптураның аҫҡы өлөшө тарихи фотографияларға таянып тулыһынса демонтажлана.

Башҡортостанда бер аҙнала 30 меңдән ашыу ОРВИ һәм грипп осрағы теркәлде Һуңғы аҙнала Башҡортостанда 30 меңдән ашыу киҫкен респиратор инфекция һәм грипп менән ауырыу осрағы теркәлгән. Сирләүселәрҙең яртыһы тиерлек 14 йәшкә тиклемге балалар.

Өфөлә яңы кардиохирургия корпусында ҡатмарлы йөрәк операциялары уңышлы үтә Өфөлә дүрт ай элек асылған Республика кардиология үҙәгенең хирургия корпусында ҡатмарлы операциялар уңышлы үтә. Аҡ халатлылар республиканан ситкә сыҡмай үҙебеҙҙә 5 меңдән ашыу пациенттың йөрәген ҡотҡарған. Заманса учреждениела йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен асыҡлау, дауалау, операция үткәреү, реабилитация үтеү өсөн шарттар тыуҙырылған. Ҡатмарлы операция барышын беҙҙең ижади төркөм дә күҙәтте.

Республикала «Трактор» айлығына йомғаҡ яһалды Уның һөҙөмтәләре буйынса 874 ҡағиҙә боҙоу осрағы асыҡланған, 39 берәмек техника штраф туҡталҡаһына оҙатылған. Үҙйөрөшлө машиналарҙы һәм уларҙың тағылмаларын ҡулланғанда ҡағиҙә боҙоу осраҡтарын иҫкәртеү өсөн бындай саралар йыл һайын уҙғарыла. Уның барышында машиналарҙың төҙөклөгөнә, номер билдәләренең теркәлгән мәғлүмәткә тап килеүенә, шулай уҡ водителдәргә махсус техника йөрөтөүгә рөхсәт биреү тәртибенә иғтибар бүленә.

Башҡортостанда яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн 54 ярҙам сараһы ҡара Махсус хәрби операция шарттарында Башҡортостан халҡы яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә күп яҡлы ярҙам күрһәтә. Бөгөн республикала ил именлеге өсөн көрәшеүселәргә көнкүреш һорауҙарын еңеләйтеүҙе, шарттар булдырыуҙы күҙаллаған 54 ярҙам сараһы ҡаралған.

Рәсәй стратегик һөжүм ҡоралдары буйынса сикләүҙәрҙе тағы бер йыл үтәргә әҙер Стратегик һөжүм ҡоралдары тураһында килешеү ғәмәлдән сыҡҡандан һуң, Рәсәй сикләүҙәрҙе тағы ла бер йыл дауамында үтәргә әҙер. Был турала Владимир Путин Именлек советының даими ағзалары менән осрашыуҙа белдерҙе. Президент билдәләүенсә, килешеү үҙе киләһе йыл февралдә тамамлана, был үҙ сиратында ракета-ядро потенциалына бәйле һуңғы документтың юҡҡа сығыуын аңлата. Шуға ла килешеүҙән тулыһынса баш тартыу күп йәһәттән хаталы аҙым.

Баймаҡта ҡала көнө «Мин-Ватанымдың патриоты» акцияһы менән үтте «Мин-Ватанымдың патриоты». Быйыл Баймаҡта ҡала көнө ошондай исем аҫтында үтте. Байрам уңайынан уҙғарылған еңел атлетика буйынса ярышта 350-нән ашыу кеше ҡатнашты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

«Йондоҙ» үҙәге грант ярҙамында балаларҙы йәмғиәткә яраҡлаштыра Өфөнөң «Йондоҙ» белем биреү үҙәге һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән балаларҙы социаль яраҡлаштырыу буйынса проектты тормошҡа ашыра. Был йүнәлештәге эшмәкәрлек федераль грант нигеҙендә алып барыла. 1 миллион 200 мең һум күләмендәге грант «Белем» йәмғиәтенең ата-әсәләр берләшмәләре башланғыстары конкурсында еңеү өсөн бирелгән.

Өфөлә йылытыу миҙгеле 25 сентябрҙә башлана Был туралағы указға ҡала мэры Ратмир Мәүлиев ҡул ҡуйҙы. Ҡулланыусыларға йылы заявкалар буйынса бирелә башлай. Федераль ҡануниәткә ярашлы, торлаҡ йорттарҙы йылытыу өсөн 5 көн дауамында уртаса тәүлек температураһы 8 градустан түбән булырға тейеш.

Иглин районы халҡы махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ярҙам оҙатты Был юлы 55-се конвой яугирҙарҙың үтенесе буйынса тупланды. Ил именле өсөн көрәшеүселәргә юғары үтеүсәнле автомобилдәр, төҙөлөш материалдары, генераторҙар, маскировка селтәрҙәре һәм башҡа кәрәк-яраҡтар ебәрелде.

Ҡала һәм район комиссариаттары көҙгө саҡырылышҡа әҙерләнә Республиканың хәрби комиссариаты вәкилдәре ҡала һәм райондарҙың саҡырылыш комиссиялары рәйестәре өсөн инструктор-методика йыйыны ойошторҙо. Унда хәрби хеҙмәткә көҙгө саҡырылышҡа ҡағылышлы мәсьәләләр өйрәнелде. Кампания 1 октябрҙә башланып 31 декабргә тиклем дауам итә. Әрме сафына алыныусыларҙың барыһы ла Рәсәй биләмәһендә хеҙмәт итәсәк. Улар махсус хәрби операцияға оҙатылмай.