en
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Open in Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Show more
2 023
Subscribers
-124 hours
-37 days
-630 days
Posts Archive
Башҡортостан йәмәғәтселеге Рәшит Баҙыҡовты һуңғы юлға оҙатты Башҡортостан йәмәғәтселеге Өфөнөң Почетлы гражданы, билдәле торакаль хирург-онколог, Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре докторы Рәшит Баҙыҡовты һуңғы юлға оҙатты. Рәшит Баҙыҡов Республика онкология хеҙмәтен булдырыу башында тора.

Сәхнә уттарынан яу утына: «Шамсик» тарихы Хәҙер ул бейемәй, әммә башҡаларҙы бейетә ала. Дошмандар ҙа хәҙер беҙҙең көйгә баҫа, ти элекке Сибай театр-концерт берекмәһе бейеүсеһе, хәҙерге «Шамсик» ҡушаматлы яугир. 90 -сы танк дивизияһының 428-се полкы мотоуҡсылар батальонында хеҙмәт итеүсе кесе лейтенант һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы менән Айнур Кәбиров осрашты.

Синоптиктар көслө ел сығыуы, ҡойма ямғыр яуыуы, томан төшөүе тураһында иҫкәртә Синоптиктар көслө ел сығыуы, ҡойма ямғыр яуыуы, томан төшөүе тураһында иҫкәртә. Көйһөҙләнгән һауа торошо Башҡортостанда бер тәүлек тирәһе күҙәтеләсәк. Атап әйткәндә, бөгөн киске сәғәт 8-ҙәр тирәһенән иртәге ошо ваҡытҡа тиклем урыны менән ямғыр яуыуы, күк күкрәүе ихтимал. Ел төньяҡ-көнсығыштан, йүнәлешен үҙгәртеүсән. һауа температураһы көндөҙ 11, 16, төндә 21, 26 градус тирәһе йылы күрһәтә. Юлдарҙың айырым өлөшөндә күреү мөмкинлеге сикләнә. Быға бәйле төнгө сәғәттәрҙә автоһәүәҫкәрҙәргә тиҙлекте арттырмаҫҡа кәңәш ителә.

Башҡортостандың өс белем биреү учреждениеһы «Иң яҡшы мәктәп ашханаһы» Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнаша Башҡортостандың өс белем биреү учреждениеһы «Иң яҡшы мәктәп ашханаһы» Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнаша. Төбәк этабын уңышлы үткән Стәрлетамаҡтың 29-сы, Өфө районы Булгаков ауылының «Ҡанатлан» мәктәбе, шулай уҡ Өфөнөң 115-се гимназияһы Башҡортостан данын яҡлаясаҡ. Республика уҡыусыларының туҡланыуы тураһында репортаж.

Сибай ҡалаһында «Инвестиция һабантуйы» асылды Сибайҙа «Инвестиция һабантуйы» асылды. Күләмле иҡтисади проекттарға нигеҙ һалған сара етенсе тапҡыр меңдәрсә кешене берләштерҙе. Форумда Рәсәйҙең тиҫтәнән ашыу төбәге, Кувейт, Иран, Көньяҡ Африка, Ҡытай, Төркиә, Берләшкән ғәрәп әмирлектәре, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан делегациялары ҡатнаша. «Урал аръяғы» инвестиция һабантуйының быйыл төп темаһы-Рәсәйҙә яңы иҡтисади үҫеш үҙәктәре.

«Берҙәм Рәсәй» партияһының йәмәғәт ярҙамы штабында «Һуғыш балалары» фотокүргәҙмәһе асылды Уны «Тарихи хәтер» партия проекты буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Исламетдин Мәмбәтов ойошторҙо. Бала сағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килгән быуынға арналған күргәҙмәлә илде һәм республиканы тергеҙеүгә өлөш индергән замандаштарҙы күрергә мөмкин.

Өфөлә Ленин паркын төҙөкләндереү кимәле 30 процент тәшкил итә Күләмле реконструкция парк биләмәһенең тарихи өлөшөн һаҡлап, тулыһынса тиерлек яңыртыуҙы күҙ уңында тота. Быйыл майҙа башланған эш дауам итәсәк. Парк биләмәһе ҙур төҙөлөш майҙанын хәтерләтә. Әлеге мәлдә биләмәнең йәшеллек фонды яңыртыла.

Өфөлә Ватанды һаҡлаусылар Кубогында еңеү яулаған спортсыларҙы бүләкләнеләр Өфөлә Ватанды һаҡлаусылар Кубогында уңышлы сығыш яһаған Башҡортостан йыйылма командаһын бүләкләү тантанаһы үтте. Дзержинский ҡалаһында уҙған ярышта илдең 14 субъектынан 130 махсус хәрби операция ветераны ҡатнашҡан. Ир-егеттәр волейбол, атыу, пауэрлифтинг, бысаҡ ырғытыу һәм өҫтәл теннисы буйынса көс һынашҡан.

Иглин районында махсус хәрби операциянан ҡайтҡан яугир ирекмәндәр менән осрашты Иглин районында махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан «Добрый» ҡушаматлы яугир ауылдың ирекмәндәр штабы ағзалары һәм агроколледж студенттары менән осрашты.

Баймаҡта яугир балаларына мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам иттеләр Яугир балаларына-бүләк. Баймаҡ районында хәрби хәрәкәттәр ветерандары һәләк булған иптәштәренең балаларына мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам итте.

Башҡортостан аграрийҙары иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар сәселгән майҙандарҙың 45 процентын йыйып алған Республикала урып-йыйыу кампанияһы дауам итә. Ауыл эшсәндәренә ямғыр һәм тупраҡтың артыҡ дымланыуы ҡатмарлыҡ тыуҙыра. Хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре баҫыуҙарҙан уңышты мөмкин тиклем тиҙерәк йыйып алырға һәм иген киптереү комплекстарына ебәрергә тырыша. Уларҙың береһе Дәүләкән районында урынлашҡан.

Сибайҙа «Инвестиция һабантуйы» асылды Күләмле иҡтисади проекттарға нигеҙ һалған сара етенсе тапҡыр меңдәрсә кешене берләштерҙе. Форумда Рәсәйҙең тиҫтәнән ашыу төбәге, Кувейт, Иран, Көньяҡ Африка, Ҡытай, Төркиә, Берләшкән ғәрәп әмирлектәре, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан делегациялары ҡатнаша. «Урал аръяғы» инвестиция һабантуйының быйыл төп темаһы -Рәсәйҙә яңы иҡтисади үҫеш үҙәктәре.

Республикала "Башҡорт аты” фестивалендә яңы фильм менән таныштырыу була “Башҡорт аты- Башҡортостан бренды” документаль фильмы
Республикала "Башҡорт аты” фестивалендә яңы фильм менән таныштырыу була “Башҡорт аты- Башҡортостан бренды” документаль фильмының ҡыҫҡа варианты күрһәтелә. Кинокартинала төбәктә йылҡысылыҡтың үҫеше сағылдырыла. Фильмда был тармаҡ менән шөғөлләнеүселәр, ғаилимдар, ҡымыҙ бешеүселәр, тире эшкәртеү оҫталары, ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр, ат спортын үҙ итеүселәр ҡатнаша. "Башҡорт аты” фестивале 6 сентябрҙә Баймаҡ районының Граф күле буйында ойошторола. Проект Республика Башлығы грантына тормошҡа ашырыла.

“Урал аръяғы” инвестиция һабантуйында 400 миллион һумлыҡ килешеү төҙөлә Документ юл буйы сервисын һәм ҡулланыусылар баҙарын ү
“Урал аръяғы” инвестиция һабантуйында 400 миллион һумлыҡ килешеү төҙөлә Документ юл буйы сервисын һәм ҡулланыусылар баҙарын үҫтереүгә ҡағыла. Проекттарҙы тормошҡа ашырыу республика халҡының йәшәү сифатын яҡшыртыуға, яңы эш урындары булдырыуға ярҙам итә. Форум бөгөндән 6 сентябргә тиклем Сибай ҡалаһында уҙа. Унда илдең ундан ашыу төбәгенән, Кувейт, Иран, Көньяҡ Африка, Ҡытай, Төркиә, Берләшкән Ғәрәп әмирлектәре, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан вәкилдәре ҡатнашыуы көтөлә.

Заманса шарттарҙа белем һәм һаулыҡ: Буранғол ауылында социаль объекттар сафҡа индерелде Белем алыуға заманса шарттар. Капиталь ремонттан һуң Әбйәлил районы Буранғол ауылында интернат, балалар баҡсаһы, табип амбулатрияһы файҙаланыуға тапшырылды. Инвестор, яуаплылығы сикләнгән «Салауат» йәмғиәте ярҙамында асылған социаль обьекттар хаҡында репортаж.

Өфөлә террорға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнөнә арналған түңәрәк өҫтәл үтте Иҫегеҙҙә тотоғоҙ һәм иҫкәртегеҙ. «Торатау» конгресс-холының ултырыштар залында террорға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнөнә арналған түңәрәк өҫтәл үтте. Осрашыу Японияның капитуляцияһы тураһындағы актҡа ҡул ҡуйылыуҙың 80 йыллығына,икенсе донъя һуғышы тамамланыуына һәм Буденовскиҙа теракттың 30 йыллығына ла арналды.

Аборттар: закон боҙоуҙар һәм йәмғиәттә бәхәсле ҡараштар Башҡортостанда аборттар темаһы йәнә киҫкен бәхәстәр тыуҙыра. Белгестәр әйтеүенсә, ҡайһы бер медицина ойошмалары законда ҡаралған ҡағиҙәләрҙе тулылығында үтәмәй. Шул уҡ ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙарға үҙ ҡарарын ҡабул итеүҙә йоғонто яһау, баҫым күрһәтеү осраҡтары ла күҙәтелә. Адвокаттар һәм табиптар аборт — айырым кешенең шәхси хоҡуғы, уны бер кем дә тыйырға йә мәжбүр итергә тейеш түгел, тип билдәләй.

Республика аграрийҙары шәкәр сөгөлдөрө баҫыуҙарына сыҡты Әле дөйөм майҙандарҙың 4 проценты, йәғни ике мең гектарға яҡын баҫыуҙа татлы тамыр ҡаҙып алынған. Бер үк ваҡытта Башҡортостандың ике шәкәр заводында ла эш йәнләнде. Был турала кисә үткән оператив кәңәшмәлә Республика Хөкүмәте Премьер-министпы урынбаҫары- ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдергәйне. Беҙҙең ижади төркөм Шишмә шәкәр заводында булып, быйылғы уңыш, етештереү ҡеүәттәре менән ҡыҙыҡһынды.

Радий Хәбиров Родион Әлимовты бадминтон буйынса BWF халыҡ-ара серияһы турнирында еңеүе менән ҡотланы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфө спортсыһы Родион Әлимовты бадминтон буйынса BWF халыҡ-ара серияһы турнирында еңеүе менән ҡотланы. Яҡташыбыҙ Мәскәүҙән Максим Оглоблин менән сығыш яһап, финалда егеттәр Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре спортсыларынан көслөрәк булып сыҡҡан. Был Рәсәй бадминтонсыларының халыҡ-ара аренала 2022 йылдан алып тәүге еңеүе.

Ғәйепһеҙлек дәлилләнәсәк: адвокат Рәсим Ғарифуллин Рәиф Әбдрәхимовты яҡланы Барлыҡ инстанцияларҙа ла ғәҙеллеккә ирешеп, тикшереүгә ғәйепһеҙ булыу тураһында аныҡ дәлилдәр килтереләсәк. Адвокат Рәсим Ғарифуллин «Башспирт» ационерҙар йәмғиәте генераль директоры Рәиф Әбдрәхимовтың вазифа вәкәләттәрен арттырыуҙа ғәйепләнеүе бер ниндәй логикаға ла тура килмәүен һәм аңлайышһыҙ булыуын билдәләне.