fa
Feedback

فریب کلاهبرداران را نخورید! تل‌متریو این کانال‌ها را شناسایی و برچسب‌گذاری می‌کند 👉 برای مشاهده برچسب، اشتراک تهیه کنید 👈

БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

رفتن به کانال در Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

نمایش بیشتر
1 975
مشترکین
-224 ساعت
-77 روز
-2030 روز
آرشیو پست ها
Белоретта ағалы-ҡустылы Владимир һәм Андрей Васильковтарға герой партаһы асылды Белореттың 8-се мәктәбендә офицерҙар ағалы-ҡустылы Владимир һәм Андрей Васильковтарға герой партаһы асылды. Яугирҙар әле махсус операция биләмәһендә. Герой партаһын асыу сараһы Ватанды һаҡлаусылар йылы һәм Еңеүҙең 80 йыллығы хөрмәтенә ойошторолдо.

Быйыл республикала иген культураларының яҡшы уңышы фаразлана Яҙғы бойҙай гектарынан уртаса 35 центнер төшөм бирә. Әммә ҡойма ямғырҙар былтырғы хәлде хәтерләтә, сөнки артыҡ дымлылыҡ арҡаһында уңыштың бер өлөшө юғалған. Мишкә районы хужалыҡтары ла яуым-төшөмдән зыян күргән. Аяҙ көндәрҙе файҙаланып урындағы аграрийҙар ашлыҡты яҫмаларға һалып өлгөргән, әммә ерҙәге иген шыта башлаған.

Сибай инвестиция һабантуйында Андрей Назаров бизнес берләшмәһе менән осрашты Сибай инвестиция һабантуйында Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров бизнес берләшмәһе менән осрашты. «Йәштәр һәм бизнес» темаһына бағышланған осрашыуҙа яҡтар республикала урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү, дәүләт ярҙамы сараларын киңәйтеү, бизнес асыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу мәсьәләләрен ҡараны.

Башҡортостанда һуғыш балалары күп функциялы үҙәктә сиратта тормаясаҡ Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ҡануниәткә төҙәтмәләр әҙерләгән
Башҡортостанда һуғыш балалары күп функциялы үҙәктә сиратта тормаясаҡ Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ҡануниәткә төҙәтмәләр әҙерләгән. Спикер Константин Толкачев белдереүенсә, бөгөн өлкәндәрҙе, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙы яҡлау буйынса төрлө саралар күрелә. Күп функциялы үҙәктәрҙә сиратһыҙ ҡабул итеү хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртырға тейеш. Башҡортостанда бала сағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килгән 113 меңдән ашыу кеше бар. Был категорияға 1927 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 3 сентябренә тиклем тыуғандар инә.

Борай-Иҫке Балтас-Көйәҙе юлы ремонтланды Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Борай районында - өс һәм
Борай-Иҫке Балтас-Көйәҙе юлы ремонтланды Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Борай районында - өс һәм Тәтешле районында бер участка тәртипкә килтерелде. "Тормош өсөн инфраструктура" милли проекты буйынса бөтәһе 13 километр төҙөкләндерелде. -Был юл Башҡортостан һәм Пермь крайын тоташтыра. Көн һайын унан 3 меңдән ашыу машина үтә, - тип белдерәләр ведомствонан.

“AY YOLA” фольклор төркөмө Сибайҙа сығыш яһай Унда Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы башланды. Бөгөн ҡаланың 70 йыллығы билдәлә
“AY YOLA” фольклор төркөмө Сибайҙа сығыш яһай Унда Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы башланды. Бөгөн ҡаланың 70 йыллығы билдәләнә. Халыҡты тәбрик итергә килгән артистар араһында популяр төркөм дә бар. Улар “Сибай: 70 йыл һәр кемдең йөрәгендә” тигән тамашала ҡатнаша. Мәҙәни программа көндөҙгө сәғәт 12-нән киске 11-гә тиклем дауам итә. Унда балалар коллективтары, бейеү ансамблдәре, эстрада йырсылары сығыш яһай.

Башҡортостан Өфө аръяғында коммуналь инфраструктура төҙөүгә өҫтәмә федераль ярҙам аласаҡ Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров видеобәйләнеш режимында Тәбәктәр үҫеше буйынса Хөкүмәт комиссияһы президиумы эшендә ҡатнашты. Кәңәшмәгә Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин рәйеслек итте. Көн тәртибендә төбәктәрҙең коммуналь инфраструктура объекттарын төҙөү-шул иҫәптән Өфө аръяғын һыу селтәрҙәре менән тәьмин итеү өсөн казначей кредиттарын алыуға заявкалары ҡаралды.

Өфөлә беренсе курстарҙы студент тормошона ҡабул итеү тантанаһы үтте Сарала юғары һәм урта махсус белем биреү уҡыу йорттарынан 5 меңләп егет-ҡыҙ ҡатнашты. Йәштәрҙе тормоштағы яңы статустары менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Төбәк етәксеһе үҙенең студент йылдарындағы хәтирәләре менән уртаҡлашып, рәсми рәүештә үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫҡан йәштәргә фәтиха һүҙҙәрен еткерҙе.

Өфөлә тәбиғәт ҡомартҡылары тураһында ғилми форум үтте Өфө «Айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләренең төбәктең экологик тотороҡлоғона индергән өлөшө» Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһын ҡабул итте. Сит ил вәкилдәре ҡатнашлығында үткән форум Башҡорт дәүләт ҡурсаулығының 95 йыллығына ла арнала.

Башҡортостан йәмәғәтселеге Рәшит Баҙыҡовты һуңғы юлға оҙатты Башҡортостан йәмәғәтселеге Өфөнөң Почетлы гражданы, билдәле торакаль хирург-онколог, Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре докторы Рәшит Баҙыҡовты һуңғы юлға оҙатты. Рәшит Баҙыҡов Республика онкология хеҙмәтен булдырыу башында тора.

Сәхнә уттарынан яу утына: «Шамсик» тарихы Хәҙер ул бейемәй, әммә башҡаларҙы бейетә ала. Дошмандар ҙа хәҙер беҙҙең көйгә баҫа, ти элекке Сибай театр-концерт берекмәһе бейеүсеһе, хәҙерге «Шамсик» ҡушаматлы яугир. 90 -сы танк дивизияһының 428-се полкы мотоуҡсылар батальонында хеҙмәт итеүсе кесе лейтенант һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы менән Айнур Кәбиров осрашты.

Синоптиктар көслө ел сығыуы, ҡойма ямғыр яуыуы, томан төшөүе тураһында иҫкәртә Синоптиктар көслө ел сығыуы, ҡойма ямғыр яуыуы, томан төшөүе тураһында иҫкәртә. Көйһөҙләнгән һауа торошо Башҡортостанда бер тәүлек тирәһе күҙәтеләсәк. Атап әйткәндә, бөгөн киске сәғәт 8-ҙәр тирәһенән иртәге ошо ваҡытҡа тиклем урыны менән ямғыр яуыуы, күк күкрәүе ихтимал. Ел төньяҡ-көнсығыштан, йүнәлешен үҙгәртеүсән. һауа температураһы көндөҙ 11, 16, төндә 21, 26 градус тирәһе йылы күрһәтә. Юлдарҙың айырым өлөшөндә күреү мөмкинлеге сикләнә. Быға бәйле төнгө сәғәттәрҙә автоһәүәҫкәрҙәргә тиҙлекте арттырмаҫҡа кәңәш ителә.

Башҡортостандың өс белем биреү учреждениеһы «Иң яҡшы мәктәп ашханаһы» Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнаша Башҡортостандың өс белем биреү учреждениеһы «Иң яҡшы мәктәп ашханаһы» Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнаша. Төбәк этабын уңышлы үткән Стәрлетамаҡтың 29-сы, Өфө районы Булгаков ауылының «Ҡанатлан» мәктәбе, шулай уҡ Өфөнөң 115-се гимназияһы Башҡортостан данын яҡлаясаҡ. Республика уҡыусыларының туҡланыуы тураһында репортаж.

Сибай ҡалаһында «Инвестиция һабантуйы» асылды Сибайҙа «Инвестиция һабантуйы» асылды. Күләмле иҡтисади проекттарға нигеҙ һалған сара етенсе тапҡыр меңдәрсә кешене берләштерҙе. Форумда Рәсәйҙең тиҫтәнән ашыу төбәге, Кувейт, Иран, Көньяҡ Африка, Ҡытай, Төркиә, Берләшкән ғәрәп әмирлектәре, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан делегациялары ҡатнаша. «Урал аръяғы» инвестиция һабантуйының быйыл төп темаһы-Рәсәйҙә яңы иҡтисади үҫеш үҙәктәре.

«Берҙәм Рәсәй» партияһының йәмәғәт ярҙамы штабында «Һуғыш балалары» фотокүргәҙмәһе асылды Уны «Тарихи хәтер» партия проекты буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Исламетдин Мәмбәтов ойошторҙо. Бала сағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килгән быуынға арналған күргәҙмәлә илде һәм республиканы тергеҙеүгә өлөш индергән замандаштарҙы күрергә мөмкин.

Өфөлә Ленин паркын төҙөкләндереү кимәле 30 процент тәшкил итә Күләмле реконструкция парк биләмәһенең тарихи өлөшөн һаҡлап, тулыһынса тиерлек яңыртыуҙы күҙ уңында тота. Быйыл майҙа башланған эш дауам итәсәк. Парк биләмәһе ҙур төҙөлөш майҙанын хәтерләтә. Әлеге мәлдә биләмәнең йәшеллек фонды яңыртыла.

Өфөлә Ватанды һаҡлаусылар Кубогында еңеү яулаған спортсыларҙы бүләкләнеләр Өфөлә Ватанды һаҡлаусылар Кубогында уңышлы сығыш яһаған Башҡортостан йыйылма командаһын бүләкләү тантанаһы үтте. Дзержинский ҡалаһында уҙған ярышта илдең 14 субъектынан 130 махсус хәрби операция ветераны ҡатнашҡан. Ир-егеттәр волейбол, атыу, пауэрлифтинг, бысаҡ ырғытыу һәм өҫтәл теннисы буйынса көс һынашҡан.

Иглин районында махсус хәрби операциянан ҡайтҡан яугир ирекмәндәр менән осрашты Иглин районында махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан «Добрый» ҡушаматлы яугир ауылдың ирекмәндәр штабы ағзалары һәм агроколледж студенттары менән осрашты.

Баймаҡта яугир балаларына мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам иттеләр Яугир балаларына-бүләк. Баймаҡ районында хәрби хәрәкәттәр ветерандары һәләк булған иптәштәренең балаларына мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам итте.

Башҡортостан аграрийҙары иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар сәселгән майҙандарҙың 45 процентын йыйып алған Республикала урып-йыйыу кампанияһы дауам итә. Ауыл эшсәндәренә ямғыр һәм тупраҡтың артыҡ дымланыуы ҡатмарлыҡ тыуҙыра. Хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре баҫыуҙарҙан уңышты мөмкин тиклем тиҙерәк йыйып алырға һәм иген киптереү комплекстарына ебәрергә тырыша. Уларҙың береһе Дәүләкән районында урынлашҡан.