en
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Open in Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Show more
2 021
Subscribers
-124 hours
-27 days
-930 days
Posts Archive
Өфө вуз-ара студенттар кампусында ике яҡлы хеҙмәттәшлек нигеҙендә инфарктҡа ҡаршы дарыу уйлап сығарыла Рәсәй-Ҡытай ғалимдары яңы асыш алдында. Өфө вуз-ара студенттар кампусында ике яҡлы хеҙмәттәшлек нигеҙендә инфарктҡа ҡаршы дарыу уйлап сығарыла. Ул миокард инфарктынан һуң аяҡҡа баҫҡан пациенттарҙың хәлен яҡшыртыу өсөн генә түгел, ә хәүеф кимәлен дә кәметәсәк. Молекула нигеҙендә эшләнгән яңы дарыу йөрәк функцияларын һаҡларға мөмкинлек бирә.

Өфөлә «Алға-Патриот» хәрәкәте активистары Бөйөк Еңеүгә 80 йыл тулыуға арналған автоуҙыш ойошторҙо Бөгөн Өфөлә «Алға-Патриот» хәрәкәте активистары Бөйөк Еңеүгә 80 йыл тулыуға арналған автоуҙыш ойошторҙо. Патриотик акцияла төрлө ведомстволар, ойошмалар ҡатнашты. Байрамса биҙәлгән 80 автомобиль Өфө урамдары буйлап үтте.

Артур Хисмәтуллин махсус хәрби операцияла батырлыҡ күрһәтә Башҡортостандан Артур Хисмәтуллин махсус хәрби операция биләмәһендә батырлыҡ һәм юғары оҫталыҡ күрһәтә. Был хаҡта Рәсәй Оборона министрлығына һылтанма менән федерал каналдар хәбәр итә.

Башҡортостанда «Беренсе тирмә» ҡатын-ҡыҙҙар отряды яугирҙарға ярҙам күрһәтә Рәсәйҙәге берҙән-бер ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар отряды Башҡортостандан. Улар «Беренсе тирмә» проекты аҫтында берләшкән. Былтыр ноябрҙән тормошҡа ашырыла башлаған проект буйынса 100-гә яҡын гүзәл зат хәрби госпиталгә барып яралы яугирҙарға ярҙам күрһәтеп ҡайтҡан. Был турала бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәлә билдәләнде. Республика башлығы рәйеселендә уҙған кәңәшмәлә шулай уҡ Бөйөк Еңеү көнөнә, яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек эштәре лә тикшерелде.

Башҡортостанда төрлө һөнәр эйәләре дәүләт наградалары менән бүләкләнде Фиҙаҡәрлек һәм һөнәргә тоғролоҡ. Республика башлығы Радий Хәбиров 70-ән ашыу хеҙмәт алдынғыһына Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың юғары дәүләт наградаларын тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында БСТ телеканалының хәрби хәбәрселәре, шулай уҡ «Әй Йола» төркөмө музыканттары ла булды. Тантаналы саранан киләһе яҙма.

74-се йәшендә Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаевтың йөрәге тибеүҙән туҡтаны Павел Рюриковичты белгән һәр кем өсөн был көтөлмәгән һәм ҡайғылы хәбәр булды. Беҙҙең сағыу, һәр ваҡыт шат күңелле иптәшебеҙ, Өфөнөң элекке мэры, бөтә ҡала халҡы яратҡан шәхес ине тип яҙған социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан башлығы. Радий Хәбиров туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашҡан.

Баймаҡта балалар араһында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған конкурс үтте Кескәйҙәр өсөн йыр һәм строй конкурсы. Баймаҡ ҡалаһында тәүге тапҡыр мәктәпкәсә йәштәге балалар араһында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған конкурс үтте.

Тыл ветераны Рәсиха Сафина – Еңеүгә өлөш индергән герой быуын вәкиле Уларҙың бала сағы һәм үҫмер йылдары Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килә. Быуындары ла нығынмаған көйө тылда фиҙаҡәрлек күрһәтеүсе геройҙар әле лә сафта.Улар илебеҙҙең һынылышлы дәүеренең тере шаһиттары. Тыл ветераны Рәсиха Нурислам ҡыҙы Сафинаның тамырҙары Шишмә районынан. Һуғыш йылдарында яралы һалдаттарға ярҙам иткән хеҙмәт ветераны хәтирәләре хаҡында киләһе яҙмала.

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған юбилей парадына әҙерлек 9 майҙа Өфөнөң Октябрь проспектында Өфө территориаль гарнизон хәрбиҙәре, хәрби хәрәкәттәр һәм хәрби хеҙмәт ветерандары, уҡыу йорттары курсанттары, кадеттары тантаналы маршта үтә.Тәүге репетициялар 27 мартта уҡ башланды һәм һәр кесаҙна «Өфө-Арена» боҙ һарайы алдында ойошторолдо. 4 майҙа ла Октябрь проспектында репетиция киң ҡолас менән уҙҙы. 7 майҙағы Еңеү парады репетицияһын иһә Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы 21 берәмек хәрби ретро-техникаһынан һәм Өфө гарнизоны ғәскәрҙәре, хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм заманса хәрби техниканан торған механизацияланған колонна менән берлектә үткәреү планлаштырыла.

Быйыл Башҡортостанда урман ҡануниәте өлкәһендә 200-гә яҡын хоҡуҡ боҙоу осрағы асыҡлаған Улар буйынса 250 мең һумдан ашыу штраф һалынған. Глонасс системаһы менән портатив навигатор инспекторҙарҙың рейдтар ваҡытында иң ҙур ярҙамсыһы. Тәбиғәт һаҡсылары тәүлек әйләнәһенә внедорожникта патруллек итә, тиҫтәләрсә, хатта йөҙҙәрсә километр юл үтә. Кешеләр менән осрашҡанда уларға тәбиғәтте һаҡлауҙа яуаплылыҡ тураһында иҫкә төшөрә. Билдәле булыуынса, әлеге ваҡытта Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлгә ингән.

Башҡортостанда төрлө һөнәр эйәләре дәүләт наградалары менән бүләкләнде Орден-миҙалдар, маҡтаулы исемдәр - дәүләт наградаларының күп өлөшө ил президенты ҡултамғаһы менән. Республика башлығы Радий Хәбиров бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың юғары дәүләт наградаларын тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында төрлө һөнәр эйәләре - табиптар, уҡытыусылар, ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре, төрлө сәнәғәт предприятиелары етәкселәре, сәнғәт эшмәкәрҙәре бар. Төбәк етәксеһе тәбрикләү һүҙҙәрен еткереп, күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәт һәм республика иҡтисады үҫешенә индергән өлөш өсөн рәхмәт белдерҙе.

Өфөлә йәшәүсе Антон Марченко хәйриә марафоны иғлан итте Уның сиктәрендә спортсы 24 майға тиклем көн һайын 20 километр араны йүгерергә бурыслы. Акцияның маҡсаты - «Ҡаршылыҡтарҙы еңеп» үҙәгенең һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалары өсөн инклюзив йәйге сменалар ойоштороуға 100 мең һум аҡса йыйыу. Йүгереүсе менән БЮТ ижади төркөмө осрашты.

Махсус хәрби операция биләмәһенә яугирҙар өсөн Дүрөйлө районы халҡы йыйған адреслы ярҙам барып етте Гуманитар мәҙәни десант. Махсус хәрби операция биләмәһенә яугирҙар өсөн Дүрөйлө районы халҡы йыйған адреслы ярҙам барып етте. Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһында дауаланған хәрбиҙәр өсөн концерт та ойошторолдо. Тулыраҡ беҙҙең хәрби БЮТ хәбәрсеһе әҙерләгән яҙмала.

Яҡты иҫтәлек һәм ҡаһарманлыҡ өлгөһө – Валентина Потаповаға 102 йәш Дәһшәтле һуғыш йылдары, һикәлтәле яҙмыш һуҡмаҡтары... Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе йөҙйәшәр, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Валентина Потапова яҙмыш һынауҙарына һынмаҫ рухына һәм уңғанлығына таянып лайыҡлы үтеүсе. Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе йөҙйәшәрҙең фронттағы ҡаһарманлығы һәм тыныс тормоштағы фиҙәҡәр хеҙмәте биттәрен беҙҙең ижади төркөм дә өйрәнде. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Республика башлығы Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына бағышланы һәм уның фотоһүрәттәре менән уртаҡлашты Республика башлығы социаль селтәрҙәрендәге «Һоҡланғыс кешеләрҙең тормошо» рубрикаһының сираттағы сығарылышын Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әхмәтдин Хәлитовҡа бағышланы һәм уның фотоһүрәттәре менән уртаҡлашты. Ейәнсура районында йәшәүсе ветеранға 99 йәш.

Уҙған тәүлектә Өфө юлдарында 6 водитель эскән килеш руль артына ултырып тотолған Ҡаланың дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, уларҙың икәүһе медицина тикшереүе үтеүҙән баш тарта. Иглин ауылында иһә чат-бот ярҙамға килгән. Ваз-2113 автомобиле руле артындағы ирҙең иҫерек хәлдә булыуы тураһында граждандарҙың береһе чат-ботҡа хәбәр итә. Юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары шунда уҡ транспорт сараһын таба.

Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә Хәүефһеҙлек маҡсатында урман- яландарҙа, ихаталарҙа усаҡ яндырыу тыйыла. Ҡағиҙәләрҙе иңҡар итеүселәр өсөн 20 мең һумға тиклем штраф, ә янғын сыҡҡан осраҡта ғәйепле граждандарҙы яуапҡа тарттырыу ҡаралған. Янғын сығыу осраҡтарын иҫкәртеү өсөн Өфөнөң Киров районында рейд ойошторолдо.

Баймаҡ районында «Баймаҡ-Өфө» велоуҙышына старт бирелде Илгә Еңеү яҙы килтергән атай-олатайҙарҙың ҡаһарманлығы онотолмай. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнап Баймаҡ районында «Баймаҡ-Өфө» велоуҙышына старт бирелде.

Майҙың тәүге көндәрендә тыл һәм хеҙмәт ветераны Әҙибә Латипова 95 йәше уңайынан ҡотлауҙар ҡабул итә Һуғыш йылдары сыныҡтырған замандашыбыҙ исеменә Рәсәй Президенты, республика башлығы һәм башҡала мэрынан ҡотлау хаттары тапшырылды.

Үҙәк хәрби округының Хәрби автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Өфөлә оҫталыҡтарын камиллаштыра Максимовка микрорайонында улар аварияға ҡаршы әҙерлек үтә. Инспекторҙарға киләсәктә Рәсәйҙең Ҡораллы көстәрендә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү бурысы тора. Хәрби автоинспекция хеҙмәткәрҙәренең имтихан тапшырыу мәлен беҙҙең ижади төркөм дә күҙәтте.