ar
Feedback

لا تقع ضحية للمخادعين! تيليمتريو يكتشف ويُميّز هذه القنوات 👉 إذا كنت تريد رؤية العلامة، اشترك

БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

الذهاب إلى القناة على Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

إظهار المزيد
1 969
المشتركون
-124 ساعات
-47 أيام
-1730 أيام
أرشيف المشاركات
Түбәнге Ләмәҙҙә батыр һалдатҡа иҫтәлек: Хәтип Хәлитовтың ҡәберенә таҡтаташ ҡуйылды Еңеү көнө алдынан Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ ауылында совет һалдаты Хәтип Хәлитовтың ҡәберенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылды. Хәтип Нариман улы 1942 йылда 20 йәшендә фронтҡа китә, аяуһыҙ һуғыштың бар ауырлыҡтарын кисереп Еңеү менән тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Икенсе һәм өсөнсө дәрәжә Дан ордены кавалеры, «Ҡаһарманлыҡ өсөн» һәм башҡа миҙалдар менән бүләкләнә. Мемориаль таҡтаташты асыу сараһында ветерандың туғандары һәм яҡындары уның тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты, ил именлеге өсөн башын һалған һалдаттарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.

Еңеүҙең 80 йыллығына – фронтовик ғалимдар хаҡында йыйынтыҡ Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуҙа ғалимдар өлөшө. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған фәнни мәҡәләләрҙән торған йыйынтыҡтарҙың исем туйы уҙҙы. Йыйынтыҡтарға фронтовик ғалимдар тураһында ижади портреттар ингән.

Өфө кадеттары сафта ҡорал менән эш итеү алымдарын күрһәтә Ҡарауылдарҙы айырыу тантанаһы Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған. 15-17 йәшлек ватан һаҡсылары ҡорал менән эш итеү мәҙәниәтен һәм күнекмәләрен үҫтергән күнегеүҙәр комплексын башҡарҙы. Шулай уҡ Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле янында тантаналы марш менән үтте. Кадет корпусында билдәләүҙәренсә, баш ҡалала йәшәүселәр бындай алымдарҙы күргәне булмаған.

Баш ҡалала йәшәүсе ике ветеран Мәскәүҙә үтәсәк Еңеү парадына юлланды Баш ҡалала йәшәүсе ике ветеран - Сафуан Басиров менән Родион Лобанов Мәскәүҙә үтәсәк Еңеү парадына юлланды. Уларҙы илебеҙҙең төп байрамына тантаналы оҙатыу сараһы Өфө Тимер юл вокзалында үтте.

Өфөнөң Хәрби Дан музейы яңы экспонат менән тулыланды Махсус хәрби операцияға арналған күргәҙмәлә "Вампир" исемле дошман дроны
Өфөнөң Хәрби Дан музейы яңы экспонат менән тулыланды Махсус хәрби операцияға арналған күргәҙмәлә "Вампир" исемле дошман дроны барлыҡҡа килде. Уны "Салауат Юлаев" исемендәге батальон командиры урынбаҫары "Әмин" ҡушаматлы яугир тапшырҙы. Орджоникидзе районы хакимиәте башлығы Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, пилотһыҙ осоусы аппаратты беҙҙең һалдаттар быйыл апрелдә Белгород өлкәһендә бәреп төшөргән.

БСТ каналында «Еңеү яҙы» телемарафоны үтә 9 майҙа республиканың төп телеканалында Бөйөк Еңеүгә арналған «Еңеү яҙы» телемарафоны үтә. Көн дауамында зәңгәр экрандарҙа «Үлемһеҙ полк», хәрбиҙәр һәм техника парады күрһәтеләсәк, бөтә ил яттан белгән йырҙар яңғыраясаҡ. https://vk.com/video-85076499_456257352?access_key=bd20ea468224fe622a

Социаль фондтан пособие түләү графигын хәбәр иттеләр Ғаиләләргә 3 йәшкә тиклемге бала өсөн әсәлек капиталынан айлыҡ аҡса бөгө
Социаль фондтан пособие түләү графигын хәбәр иттеләр Ғаиләләргә 3 йәшкә тиклемге бала өсөн әсәлек капиталынан айлыҡ аҡса бөгөн күсерелә. Эшләп йөрөгән хеҙмәткәрҙәргә йәш ярымға тиклем пособие 7 майҙа түләнә. Республикала пенсия түләү көндәре майҙың байрам һәм ял көндәренә тап килмәү сәбәпле, аҡса ғәҙәти график буйынса: почта аша 3 майҙан 25-енә тиклем таратыла, банк иҫәбенә 12, 21 һәм 23 майҙа күсә.

Башҡортостанда "Һуңғы ҡыңғырау" байрамында хәмер һатылмай Был турала Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығынан хәбәр итәләр. Республ
Башҡортостанда "Һуңғы ҡыңғырау" байрамында хәмер һатылмай Был турала Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығынан хәбәр итәләр. Республикала шундай закон бар. Талап дөйөм туҡланыу урындарына ҡағылмай. Һуңғы ҡыңғырыу" байрамы 24 майҙа була. Башҡортостанда шулай уҡ Яңы йыл каникулында, Йәштәр, Белем көндәрендә, һабантуйҙар ваҡытында хәмер һатыу сикләнгән.

“Айғыр” поезы менән өс мең кеше файҙаланған Был күрһәткес уҙған йыл менән сағыштырғанда ике тапҡырға күберәк. Туристар араһын
“Айғыр” поезы менән өс мең кеше файҙаланған Был күрһәткес уҙған йыл менән сағыштырғанда ике тапҡырға күберәк. Туристар араһындағы иң популяр транспорт төрө булған электричка хәрәкәте 1 майҙан тергеҙелде. Йәй дауамында ул Өфө менән Белорет араһын тоташтырып, халыҡты Иҙелбашына ташыясаҡ. Айғыр ҡаяларын күрергә теләгән сәйәхәтселәр өсөн 4 вагондан торған состав әҙерләнә.

Өфө вуз-ара студенттар кампусында ике яҡлы хеҙмәттәшлек нигеҙендә инфарктҡа ҡаршы дарыу уйлап сығарыла Рәсәй-Ҡытай ғалимдары яңы асыш алдында. Өфө вуз-ара студенттар кампусында ике яҡлы хеҙмәттәшлек нигеҙендә инфарктҡа ҡаршы дарыу уйлап сығарыла. Ул миокард инфарктынан һуң аяҡҡа баҫҡан пациенттарҙың хәлен яҡшыртыу өсөн генә түгел, ә хәүеф кимәлен дә кәметәсәк. Молекула нигеҙендә эшләнгән яңы дарыу йөрәк функцияларын һаҡларға мөмкинлек бирә.

Өфөлә «Алға-Патриот» хәрәкәте активистары Бөйөк Еңеүгә 80 йыл тулыуға арналған автоуҙыш ойошторҙо Бөгөн Өфөлә «Алға-Патриот» хәрәкәте активистары Бөйөк Еңеүгә 80 йыл тулыуға арналған автоуҙыш ойошторҙо. Патриотик акцияла төрлө ведомстволар, ойошмалар ҡатнашты. Байрамса биҙәлгән 80 автомобиль Өфө урамдары буйлап үтте.

Артур Хисмәтуллин махсус хәрби операцияла батырлыҡ күрһәтә Башҡортостандан Артур Хисмәтуллин махсус хәрби операция биләмәһендә батырлыҡ һәм юғары оҫталыҡ күрһәтә. Был хаҡта Рәсәй Оборона министрлығына һылтанма менән федерал каналдар хәбәр итә.

Башҡортостанда «Беренсе тирмә» ҡатын-ҡыҙҙар отряды яугирҙарға ярҙам күрһәтә Рәсәйҙәге берҙән-бер ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар отряды Башҡортостандан. Улар «Беренсе тирмә» проекты аҫтында берләшкән. Былтыр ноябрҙән тормошҡа ашырыла башлаған проект буйынса 100-гә яҡын гүзәл зат хәрби госпиталгә барып яралы яугирҙарға ярҙам күрһәтеп ҡайтҡан. Был турала бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәлә билдәләнде. Республика башлығы рәйеселендә уҙған кәңәшмәлә шулай уҡ Бөйөк Еңеү көнөнә, яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек эштәре лә тикшерелде.

Башҡортостанда төрлө һөнәр эйәләре дәүләт наградалары менән бүләкләнде Фиҙаҡәрлек һәм һөнәргә тоғролоҡ. Республика башлығы Радий Хәбиров 70-ән ашыу хеҙмәт алдынғыһына Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың юғары дәүләт наградаларын тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында БСТ телеканалының хәрби хәбәрселәре, шулай уҡ «Әй Йола» төркөмө музыканттары ла булды. Тантаналы саранан киләһе яҙма.

74-се йәшендә Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаевтың йөрәге тибеүҙән туҡтаны Павел Рюриковичты белгән һәр кем өсөн был көтөлмәгән һәм ҡайғылы хәбәр булды. Беҙҙең сағыу, һәр ваҡыт шат күңелле иптәшебеҙ, Өфөнөң элекке мэры, бөтә ҡала халҡы яратҡан шәхес ине тип яҙған социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан башлығы. Радий Хәбиров туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашҡан.

Баймаҡта балалар араһында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған конкурс үтте Кескәйҙәр өсөн йыр һәм строй конкурсы. Баймаҡ ҡалаһында тәүге тапҡыр мәктәпкәсә йәштәге балалар араһында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған конкурс үтте.

Тыл ветераны Рәсиха Сафина – Еңеүгә өлөш индергән герой быуын вәкиле Уларҙың бала сағы һәм үҫмер йылдары Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килә. Быуындары ла нығынмаған көйө тылда фиҙаҡәрлек күрһәтеүсе геройҙар әле лә сафта.Улар илебеҙҙең һынылышлы дәүеренең тере шаһиттары. Тыл ветераны Рәсиха Нурислам ҡыҙы Сафинаның тамырҙары Шишмә районынан. Һуғыш йылдарында яралы һалдаттарға ярҙам иткән хеҙмәт ветераны хәтирәләре хаҡында киләһе яҙмала.

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған юбилей парадына әҙерлек 9 майҙа Өфөнөң Октябрь проспектында Өфө территориаль гарнизон хәрбиҙәре, хәрби хәрәкәттәр һәм хәрби хеҙмәт ветерандары, уҡыу йорттары курсанттары, кадеттары тантаналы маршта үтә.Тәүге репетициялар 27 мартта уҡ башланды һәм һәр кесаҙна «Өфө-Арена» боҙ һарайы алдында ойошторолдо. 4 майҙа ла Октябрь проспектында репетиция киң ҡолас менән уҙҙы. 7 майҙағы Еңеү парады репетицияһын иһә Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы 21 берәмек хәрби ретро-техникаһынан һәм Өфө гарнизоны ғәскәрҙәре, хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм заманса хәрби техниканан торған механизацияланған колонна менән берлектә үткәреү планлаштырыла.

Быйыл Башҡортостанда урман ҡануниәте өлкәһендә 200-гә яҡын хоҡуҡ боҙоу осрағы асыҡлаған Улар буйынса 250 мең һумдан ашыу штраф һалынған. Глонасс системаһы менән портатив навигатор инспекторҙарҙың рейдтар ваҡытында иң ҙур ярҙамсыһы. Тәбиғәт һаҡсылары тәүлек әйләнәһенә внедорожникта патруллек итә, тиҫтәләрсә, хатта йөҙҙәрсә километр юл үтә. Кешеләр менән осрашҡанда уларға тәбиғәтте һаҡлауҙа яуаплылыҡ тураһында иҫкә төшөрә. Билдәле булыуынса, әлеге ваҡытта Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлгә ингән.

Башҡортостанда төрлө һөнәр эйәләре дәүләт наградалары менән бүләкләнде Орден-миҙалдар, маҡтаулы исемдәр - дәүләт наградаларының күп өлөшө ил президенты ҡултамғаһы менән. Республика башлығы Радий Хәбиров бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың юғары дәүләт наградаларын тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында төрлө һөнәр эйәләре - табиптар, уҡытыусылар, ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре, төрлө сәнәғәт предприятиелары етәкселәре, сәнғәт эшмәкәрҙәре бар. Төбәк етәксеһе тәбрикләү һүҙҙәрен еткереп, күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәт һәм республика иҡтисады үҫешенә индергән өлөш өсөн рәхмәт белдерҙе.