БСТ | Яңылыҡтар
Open in Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Show more2 021
Subscribers
No data24 hours
-27 days
-830 days
Posts Archive
2 021
Мәскәү халыҡ-ара кинофестивалендә Өфө тураһында фильм күрһәтелә
20 апрелдә “Йәй. Ҡала. Мөхәббәт” тигән кино премьераһы тәҡдим ителә. 24 апрелдә был картина ҙур экрандарға сыға. Ул мөхәббәт темаһына арналған 8 новелланан тора. Фильм Өфөнөң иң билдәле урындарында төшөрөлгән. Тамашасылар Өфө муйынсағы, Яҡутов, Салауат Юлаев парктарының гүзәллеген, "Арт-Квадрат"тағы ижади мөхитте, Черниковка биҫтәһенең үҙенсәлекле урындарын күрә ала. Картинаны Айнур Асҡаров, Айрат Абушахманов, Айсыуаҡ Йомағолов һәм башҡа талантлы режиссерҙар төшөргән. Ролдәрҙе Алмас Әмиров, Рушанна Бабич, Николай Рихтер, Артур Ҡунаҡбаев башҡара.
2 021
Рәсәйҙә башланғыс класс уҡыусылары өсөн өйгә эш нормалары раҫланды
Мәғариф министрлығы документына ярашлы, беренсе класта уҡыусылар өйгә эш өсөн 1 сәғәт, икенсе һәм өсөнсө кластарҙа — сәғәт ярым, дүртенсе класта 2 сәғәт ваҡыт сарыф итергә тейеш. Бынан тыш, мәктәптәр һәр кластың барлыҡ фәндәр буйынса өйгә эштең күләмен контролдә тоторға бурыслы. Шул уҡ ваҡытта өйгә эште дәрестә бирергә кәңәш ителә, уҡытыусы электрон журналға мәғлүмәтте уҡыу көнө тамаланғансы уҡ яҙып ҡуйырға тейеш.
2 021
Мәскәүҙә «Дуҫлыҡ» вокал ансамбле сығыш яһаны
Мәҙәни кисәлә Рәсәй һәм Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәренең халыҡ йырҙары академик эшкәртеүҙә яңғыраны. Хор коллективы башҡорт халыҡ йырҙарын да тәҡдим итте. Программаның дирижеры - Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһы студенты, «Дуҫлыҡ» вокал ансамбленең художество етәксеһе Хәйҙәр Вәлиев. Тамаша ижади коллективтың бер йыллыҡ ижади эшмәкәрлеге сиктәрендә ойошторолдо. Яҡын киләсәктә «Дуҫлыҡ» вокал ансамбле Рәсәй буйлап гастролгә сығырға иҫәп тота.
2 021
Өфө фән һәм технологиялар университеты мәктәп уҡыусыларын стажировка үтергә саҡыра
Тәүгеләрҙән булып бындай мөмкинлекте Псков өлкәһенән Тимофей Ковалев файҙаланған. Ҡаланың техник лицейы уҡыусыһы «Фән. Геройҙар биләмәһе» федераль конкурсында еңеү яулаған. Стажировка өс көнгә иҫәпләнгән. Уның барышында юғары уҡыу йортоноң төрлө факультеттары менән танышырға мөмкин.
2 021
Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары айына дүрт тапҡыр бушлай такси хеҙмәте менән файҙалана ала
Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль хеҙмәтләндереү министрлығының һәм «Яндекс» сикләнгән йәмғиәтенең берлектәге социаль проекты 2020 йылдан бирле Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларында эшләй. Программа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, инвалидтар, концлагерҙарҙың бәлиғ булмаған тотҡондары, блокадалы Ленинградта аслыҡ кисереүселәр өсөн тәғәйенләнгән.
2 021
Өфөлә Зинур Баталов иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды
Өфөнөң Дим районында махсус хәрби операция барышында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Зинур Баталовты иҫкә алдылар. Яугир йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылды. Уны асыу сараһында геройҙың ғаиләһе, Дим һәм Ленин районы хакимиәте, хәрби комиссариаты вәкилдәре ҡатнашты.
2 021
Радий Хәбиров муниципаль идаралыҡ хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрам менән тәбрикләне
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров муниципаль идаралыҡ хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрам менән тәбрикләне. Республика етәксеһе урындағы үҙидаралыҡта эшләүселәргә дәүләт наградалары тапшырҙы. Муниципаль идаралыҡ системаһы хеҙмәткәрҙәр ауыл биләмәләре һәм ҡала үҫеше өсөн күп көс һала. Урындағы халыҡты борсоған һорауҙарҙы хәл итә. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
2 021
Әбйәлил районында Рәүеф Дәүләтов иҫтәлегенә милли көрәш буйынса асыҡ республика турниры уҙҙы
Бил билмәҫ батырҙарға башҡорт тоҡомло ат! Әбйәлил районында Советтар Союзы Геройы Рәүеф Дәүләтов иҫтәлегенә милли көрәш буйынса асыҡ республика турниры уҙҙы. Ярышта төрлө төбәктәрҙән 14-17 йәшлек уҡыусылар ҡатнашты. Улар 12 ауырлыҡ үлсәмендә көслөләрҙе асыҡланы. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
2 021
Кибермутлашыусыларға ҡаршы көрәштә Енәйәт кодексын камиллаштырыу ҡаралған
Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары сираттағы пленар ултырыштың көн тәртибен билдәләне. Киләһе аҙнала уҙғарыласаҡ йыйылышта Башҡортостан Контроль-иҫәп палатаһының 2024 йылдағы эшмәкәрлегенә лә йомғаҡ яһала. Шулай уҡ Башҡортостанда эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса тулы хоҡуҡлы вәкиле отчет менән сығыш яһай.
2 021
«Сулпылар» балалар эстрада йырҙары конкурсының сираттағы миҙгеле башлана
Республиканың төп телеканалында «Сулпылар» балалар эстрада йырҙары конкурсының сираттағы миҙгеле башлана. Телевизион проекттың тәүге эфиры аҙна аҙағына билдәләнгән. Әлеге ваҡытта тапшырыуҙы ҡорау эше бара.
2 021
Өфөлә «Мәҙәниәт-ара партнерлыҡ үҙәге» ойошмаһы Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнап күләмле сара уҙғарҙы
Башҡортостан - батырҙар төйәге. Өфөлә «Мәҙәниәт-ара партнерлыҡ үҙәге» ойошмаһы Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнап күләмле сара уҙғарҙы. Ул һуғыш йылдарында фашизм менән көрәшергә ярҙам итеүсе, еңеүгә өлөш индергән партизандарҙың яҙмыштары менән таныштырыуға бағышланды.
2 021
Өфөлә «Беҙҙең еңеү» тип исемләнгән республика мәғариф проектының исем туйы үтте
Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай тормошҡа ашырған проект уҡыусылар һәм урта профессиональ белем биреү учреждениелары студенттары өсөн тәғәйенләнгән. Уға ярашлы, дәрестәрҙә Бөйөк Ватан һуғышы тарихына арналған документаль фильмдар күрһәтелә. Йәмғеһе биш кинокартина һалдат ҡатын-ҡыҙҙар, Курск дуғаһында алыштар, һуғыш балалары, Ленинград ҡамауы һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тарихына арналған.
2 021
Радий Хәбиров «Әй Йола» төркөмө музыканттарына маҡтаулы исем биреү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Әй Йола» төркөмө музыканттарына маҡтаулы исем биреү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Был хаҡта төбәк етәксеһе хөкүмәттең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә иғлан итте. Өфөнөң этномузыкаль төркөмө «Һомай» хиты менән донъя һәм дөйөм Рәсәй чарттарында беренсе баҫҡыстарға күтәрелде. Башҡортостан мәҙәниәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәнегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм, тине Радий Хәбиров.
2 021
Радий Хәбиров Өфөнөң Рыльский урамындағы юл торошона бәйле киҫкен мәсьәләне күтәрҙе
Оператив кәңәшмәлә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң Рыльский урамындағы юл торошона бәйле киҫкен мәсьәләне лә күтәрҙе. Биҫтәлә йәшәүселәр был участкаға дәғүә белдереп күп тапҡыр мөрәжәғәт иткән. Билдәле булыуынса, Сипайловола юлсылар төҙөкләндереү эштәрен уҙған аҙнала уҡ башлаған. Әле урамда иҫке асфальт ҡатламы алына. Ремонт барышы урындағы хакимиәт күҙәтеүендә.
2 021
Радий Хәбиров «Үлемһеҙ полк» акцияһына етди әҙерләнергә саҡырҙы
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Үлемһеҙ полк» акцияһына етди әҙерләнергә саҡырҙы. Һәр муниципалитет яуаплы ведомстволар, Эске эштәр министрлығы һәм прокуратура менән килешеп, маршрутты билдәләргә, хәүефһеҙлек тәьмин итергә тейеш. Шулай уҡ оператив кәңәшмәлә яҙғы сәсеүгә әҙерлек, юлдарҙы ремонтлау һәм экологик өмә һөҙөмтәләре ҡаралды.
2 021
Радий Хәбиров «Именлек» республика геронтология үҙәгендә йәшәүселәр менән осрашты
Николай Зубов, Альбина Хәйретдинова һәм Эльвира Шафиҡова Башҡортостан башлығына ҡунаҡҡа килде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған аҙнала Өфөлә геронтология үҙәгенең яңы корпусы сафҡа инде. Мөмкинлектән файҙаланып Николай Зубов төбәк етәксеһенә үҙенең күптәнге хыялы тураһында әйтте.
2 021
«Әй йола» төркөмө ағзаларына юғары исемдәр тапшырыласаҡ
Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә хәбәр итте.
«Әй йола» төркөмө бөтә донъяны яулай, миңә йырҙарын ебәрҙеләр. Төркөмдө Башҡортостан мәҙәниәтенә оҙаҡ йылдар хеҙмәт иткән артистар асты. Ринат Рамаҙановҡа халыҡ артисы исемен бирергә ҡарар иттек. Ә Адель һәм Руслан Шәйхетдиновтарҙы «Башҡортостандың атҡаҙанған артисы» звание менән бүләкләйәсәкбеҙ», - тине Радий Хәбиров.
2 021
Күгәрсен яугирҙары Шайморатов миҙалы менән наградаланды
Күгәрсен районынан «Гонза» һәм «Рэмбо» позывнойлы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар Башҡортостан Башлығы указы менән генерал Миңлеғәле Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде. Был хаҡта муниципалитет хакимиәте башлығы Марат Исҡужин хәбәр итте.
«Егеттәрҙе ысын күңелдән ҡотлайым һәм хәрби заданиеларын уңышлы үтәүҙәрен теләйем. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ. Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ», - тип яҙа социаль селтәрҙәрендә Марат Исҡужин.
2 021
Өфө районында Айрат Ҡобағошов иҫтәлегенә конкурс үтте
Башҡортостандың иң оҫта ҡурайсыһы Баҡалынан. Бөгөн Өфө районы Алексеевка ауылы мәҙәниәт йортонда билдәле композитор Айрат Ҡобағошов иҫтәлегенә башҡорт музыка ҡоралдарында уйнаусыларҙың асыҡ конкурсы үтте. Икенсе тапҡыр ойошторолған бәйгелә республика район-ҡалаларынан ансамблдәр, айырым башҡарыусылар һынау тотто.
2 021
Өфөлә приюттағы эттәр өсөн «Хужа эҙләйем» акцияһы үткәрелде
Сарала тәрбиәгә эт алырға теләүселәр ҡатнашты, бер нисә эткә хужа ла табылды. Өфө ҡала хакимиәте башлығы Радмир Мәүлиев башланғысы менән ойошторолған акция баш ҡалала ай һайын уҙғарыласаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
Available now! Telegram Research 2025 — the year's key insights 
