es
Feedback

¡No caigas en manos de tramposos! Telemetrio encuentra y marca estos canales 👉 Si quieres ver la etiqueta, suscríbete

БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Ir al canal en Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Mostrar más
1 970
Suscriptores
+124 horas
Sin datos7 días
-1530 días
Archivo de publicaciones
Өфөлә Еңеүҙең 80 йыллығына бағышланған тантаналы саралар исемлеге баҫылды Баш ҡалаһы хакимиәтенән белдереүҙәренсә, байрам про
Өфөлә Еңеүҙең 80 йыллығына бағышланған тантаналы саралар исемлеге баҫылды Баш ҡалаһы хакимиәтенән белдереүҙәренсә, байрам программаһында республика командалары араһында лазер алышы буйынса Башҡортостан чемпионаты һәм беренселеге, фигуралы шыуыу буйынса республика беренселеге, “Яҙғы ралли” спорт туризмы фестивале, спорт аэробикаһы буйынса Федерация кубогына ҡала ярыштары, Бөтә Рәсәй волейбол турниры һәм башҡа саралар планлаштырыла. Мәҙәни афишала – патриотик концерттар, күргәҙмә- флешмобтар, спектаклдәр, конкурстар һәм ижади акциялар ҡаралған.

Башҡортостанда сираттағы экологик предприятие асылды Благовещенда макулатура эшкәртеү буйынса «Башэковата» заводын сафҡа индереү тантанаһы Өфөлә «Экология. Технологиялар. Тормош» форум-күргәҙмәһе сиктәрендә уҙҙы. «Башэковата» ҡағыҙ ҡалдыҡтарын эшкәртеп, уны целлюлозалы йылытҡыс етештереүҙә файҙалана. Благовещенда асылған завод 13 кешене эш урыны менән тәьмин иткән, киләсәктә был күрһәткес ике тапҡырға артасаҡ.

Хәйбула районы Таштуғай ауылында йәшәүселәр 80-cе маскировка селтәрен үргән Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан Хәйбула районы Таштуғай ауылында йәшәүселәр 80-cе маскировка селтәрен үргән. Махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ылау менән оҙатылған япмалар ҡоралды, ҡеүәтле техниканы һәм инженер ҡоролмаларҙы йәшереүҙә ҡулланыла. Әҙел ауылынла ла ирекмәнлек эше йәнләндерелгән. Яугирҙарҙың мөрәжәғәте буйынса маскировка костюмдары ла тегелә.

Йыл башынан республика юлдарында йәйәүлеләр ҡатнашлығында 160 авария теркәлгән Бәләгә тарыусыларҙың 13-ө һәләк булған, 152-һе йәрәхәтләнгән. Белгестәр билдәләүенсә, көндәр йылыу менән балалар ҡатнашлығында авариялар тағы ла арта. Күңелһеҙ осраҡтарҙы иҫкәртеү маҡсатында республикала «Йәйәүле» акцияһы башланды.

Белорет районында Республика Хөкүмәтенең күсмә ултырышы үтте Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров менән төбәк ведомстволары етәкселәре социаль-иҡтисади үҫеш мәсьәләләрен тикшерҙе. 2029 йылға тиклем саралар комплексын күҙаллаған юл картаһы эшләнгән. Ул айырым социаль һәм инфраструктура объекттарын төҙөү, реконструкция һәм капиталь ремонт эштәрен үҙ эсенә ала. Бынан тыш, хөкүмәт ағзалары төбәк властарының ярҙамын талап иткән йүнәлештәрҙе асыҡлау өсөн эшҡыуарҙар һәм сәнәғәт секторы вәкилдәре менән дә аралашты.

Май байрамдарында көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыуға айырым иғтибар була Хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров шундай бурыс ҡуй
Май байрамдарында көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыуға айырым иғтибар була Хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров шундай бурыс ҡуйҙы. Ул шулай уҡ өмәләр барышында тупланған һәм зыяраттарҙан сығарылған сүп-сарҙы түгеүҙе ойошторорға ҡушты. Республика Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов белдереүенсә, контейнер майҙансыҡтары тулмаһын өсөн хакимиәттәр төбәк операторы менән сүп-сар сығарыу тураһында килешеү төҙөргә тейеш. Әле 390-ға яҡын контрактҡа ҡул ҡуйылған. Көнкүреш ҡалдыҡтары әйләнешен күҙәткән Федераль штаб мәғлүмәттәре буйынса, әле Башҡортостан бөтә күрһәткестәр буйынса “йәшел” зонала килә. Сүп-сар сығарған өсөн халыҡтың 93 проценты ваҡытында иҫәпләшә. Көн һайын 330-ҙан ашыу техника ҡалдыҡтарҙы түгеүгә йәлеп ителә. Улар быйыл 237 мең тонна сүп сығарған.

Әлшәй ҡыҙы алғы һыҙыҡҡа юлланған Әлшәй районынан ҡыйыу медик хаҡында муниципалитет башлығы Наил Әбелғужин яҙа. Ҡыҙ медицина к
Әлшәй ҡыҙы алғы һыҙыҡҡа юлланған Әлшәй районынан ҡыйыу медик хаҡында муниципалитет башлығы Наил Әбелғужин яҙа. Ҡыҙ медицина колледжын тамамлағандан һуң шәфҡәт туташы булып эшләгән, ковид-госпиталдә ауыр сирлеләрҙе ҡотҡара. 2023 йылдың ғинуарынан ҡыҙ МХО биләмәһендә санитарка булып хеҙмәт итә. «Косми» позывнойлы яугир алғы һыҙыҡта күрһәткән батырлығы һәм тырыш хеҙмәте өсөн II дәрәжә «Ҡыйыулыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән.

Башҡортостан аша үткән федераль трассалар тәртипкә килтерелә Юл япмаһының етешһеҙлектәрен бөтөрөүгә 14 бригада һәм 30-ға яҡын
Башҡортостан аша үткән федераль трассалар тәртипкә килтерелә Юл япмаһының етешһеҙлектәрен бөтөрөүгә 14 бригада һәм 30-ға яҡын техника йәлеп ителгән. Өфөнөң Көнбайыш сығыу юлында М–7 “Волга” һәм Өфө-Ырымбур трассаларында соҡорҙарҙы ремонтлау тамамлана, М-5 “Урал”да эштәр дауам итә. Бөгөнгә ике асфальт-бетон заводы эшләй, өсөнсөһөн М-5 трассаһында 20 апрелдә сафҡа индереү планлаштырыла.

🥰 Балтаста игеҙәк ҡыҙҙар донъяға килгән Балтас районынан Ләйсән һәм Азамат Мөхәмәтйәновтар игеҙәк ҡыҙҙарға атай-әсәй булған.
🥰 Балтаста игеҙәк ҡыҙҙар донъяға килгән Балтас районынан Ләйсән һәм Азамат Мөхәмәтйәновтар игеҙәк ҡыҙҙарға атай-әсәй булған. Был ғаиләлә тәүге сабыйҙар. Игеҙәктәр араһынан иң тәүҙә Азалия донъяға килгән. Икенсеһе - Амалия. Әйткәндәй, быйыл район ЗАГС-ында бындай исемле бала теркәлмәгән. Ул «эшһөйәр» тигәнде аңлата. «Игеҙәктәр буласағын белгәс, бик ҡыуандыҡ. Беҙҙең нәҫелдә игеҙәктәр бар ине, шуға көтөлгән хәл», — тип һөйләне яңы тыуған ҡыҙҙарҙың бәхетле атаһы. Әхмәтйәновтарҙы ҡотлайбыҙ! 😍

Мәскәү халыҡ-ара кинофестивалендә Өфө тураһында фильм күрһәтелә 20 апрелдә “Йәй. Ҡала. Мөхәббәт” тигән кино премьераһы тәҡдим
Мәскәү халыҡ-ара кинофестивалендә Өфө тураһында фильм күрһәтелә 20 апрелдә “Йәй. Ҡала. Мөхәббәт” тигән кино премьераһы тәҡдим ителә. 24 апрелдә был картина ҙур экрандарға сыға. Ул мөхәббәт темаһына арналған 8 новелланан тора. Фильм Өфөнөң иң билдәле урындарында төшөрөлгән. Тамашасылар Өфө муйынсағы, Яҡутов, Салауат Юлаев парктарының гүзәллеген, "Арт-Квадрат"тағы ижади мөхитте, Черниковка биҫтәһенең үҙенсәлекле урындарын күрә ала. Картинаны Айнур Асҡаров, Айрат Абушахманов, Айсыуаҡ Йомағолов һәм башҡа талантлы режиссерҙар төшөргән. Ролдәрҙе Алмас Әмиров, Рушанна Бабич, Николай Рихтер, Артур Ҡунаҡбаев башҡара.

Рәсәйҙә башланғыс класс уҡыусылары өсөн өйгә эш нормалары раҫланды Мәғариф министрлығы документына ярашлы, беренсе класта уҡы
Рәсәйҙә башланғыс класс уҡыусылары өсөн өйгә эш нормалары раҫланды Мәғариф министрлығы документына ярашлы, беренсе класта уҡыусылар өйгә эш өсөн 1 сәғәт, икенсе һәм өсөнсө кластарҙа — сәғәт ярым, дүртенсе класта 2 сәғәт ваҡыт сарыф итергә тейеш. Бынан тыш, мәктәптәр һәр кластың барлыҡ фәндәр буйынса өйгә эштең күләмен контролдә тоторға бурыслы. Шул уҡ ваҡытта өйгә эште дәрестә бирергә кәңәш ителә, уҡытыусы электрон журналға мәғлүмәтте уҡыу көнө тамаланғансы уҡ яҙып ҡуйырға тейеш.

Мәскәүҙә «Дуҫлыҡ» вокал ансамбле сығыш яһаны Мәҙәни кисәлә Рәсәй һәм Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәренең халыҡ йырҙары академик эшкәртеүҙә яңғыраны. Хор коллективы башҡорт халыҡ йырҙарын да тәҡдим итте. Программаның дирижеры - Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһы студенты, «Дуҫлыҡ» вокал ансамбленең художество етәксеһе Хәйҙәр Вәлиев. Тамаша ижади коллективтың бер йыллыҡ ижади эшмәкәрлеге сиктәрендә ойошторолдо. Яҡын киләсәктә «Дуҫлыҡ» вокал ансамбле Рәсәй буйлап гастролгә сығырға иҫәп тота.

Өфө фән һәм технологиялар университеты мәктәп уҡыусыларын стажировка үтергә саҡыра Тәүгеләрҙән булып бындай мөмкинлекте Псков өлкәһенән Тимофей Ковалев файҙаланған. Ҡаланың техник лицейы уҡыусыһы «Фән. Геройҙар биләмәһе» федераль конкурсында еңеү яулаған. Стажировка өс көнгә иҫәпләнгән. Уның барышында юғары уҡыу йортоноң төрлө факультеттары менән танышырға мөмкин.

Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары айына дүрт тапҡыр бушлай такси хеҙмәте менән файҙалана ала Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль хеҙмәтләндереү министрлығының һәм «Яндекс» сикләнгән йәмғиәтенең берлектәге социаль проекты 2020 йылдан бирле Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларында эшләй. Программа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, инвалидтар, концлагерҙарҙың бәлиғ булмаған тотҡондары, блокадалы Ленинградта аслыҡ кисереүселәр өсөн тәғәйенләнгән.

Өфөлә Зинур Баталов иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды Өфөнөң Дим районында махсус хәрби операция барышында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Зинур Баталовты иҫкә алдылар. Яугир йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылды. Уны асыу сараһында геройҙың ғаиләһе, Дим һәм Ленин районы хакимиәте, хәрби комиссариаты вәкилдәре ҡатнашты.

Радий Хәбиров муниципаль идаралыҡ хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрам менән тәбрикләне Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров муниципаль идаралыҡ хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрам менән тәбрикләне. Республика етәксеһе урындағы үҙидаралыҡта эшләүселәргә дәүләт наградалары тапшырҙы. Муниципаль идаралыҡ системаһы хеҙмәткәрҙәр ауыл биләмәләре һәм ҡала үҫеше өсөн күп көс һала. Урындағы халыҡты борсоған һорауҙарҙы хәл итә. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Әбйәлил районында Рәүеф Дәүләтов иҫтәлегенә милли көрәш буйынса асыҡ республика турниры уҙҙы Бил билмәҫ батырҙарға башҡорт тоҡомло ат! Әбйәлил районында Советтар Союзы Геройы Рәүеф Дәүләтов иҫтәлегенә милли көрәш буйынса асыҡ республика турниры уҙҙы. Ярышта төрлө төбәктәрҙән 14-17 йәшлек уҡыусылар ҡатнашты. Улар 12 ауырлыҡ үлсәмендә көслөләрҙе асыҡланы. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Кибермутлашыусыларға ҡаршы көрәштә Енәйәт кодексын камиллаштырыу ҡаралған Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары сираттағы пленар ултырыштың көн тәртибен билдәләне. Киләһе аҙнала уҙғарыласаҡ йыйылышта Башҡортостан Контроль-иҫәп палатаһының 2024 йылдағы эшмәкәрлегенә лә йомғаҡ яһала. Шулай уҡ Башҡортостанда эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса тулы хоҡуҡлы вәкиле отчет менән сығыш яһай.

«Сулпылар» балалар эстрада йырҙары конкурсының сираттағы миҙгеле башлана Республиканың төп телеканалында «Сулпылар» балалар эстрада йырҙары конкурсының сираттағы миҙгеле башлана. Телевизион проекттың тәүге эфиры аҙна аҙағына билдәләнгән. Әлеге ваҡытта тапшырыуҙы ҡорау эше бара.

Өфөлә «Мәҙәниәт-ара партнерлыҡ үҙәге» ойошмаһы Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнап күләмле сара уҙғарҙы Башҡортостан - батырҙар төйәге. Өфөлә «Мәҙәниәт-ара партнерлыҡ үҙәге» ойошмаһы Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнап күләмле сара уҙғарҙы. Ул һуғыш йылдарында фашизм менән көрәшергә ярҙам итеүсе, еңеүгә өлөш индергән партизандарҙың яҙмыштары менән таныштырыуға бағышланды.