БСТ | Яңылыҡтар
Open in Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Show more2 022
Subscribers
-124 hours
-47 days
-830 days
Posts Archive
2 022
Башҡортостан Бөтә Рәсәй мәшғүллек йәрминкәһенә ҡушылды
Башҡортостан Бөтә Рәсәй мәшғүллек йәрминкәһенә ҡушылды. Бөгөн республиканың 60-тан ашыу төбәгендә вакасиялар йәрминкәһе ойошторолдо. Уларҙа 600-ҙән ашыу предприятие һәм ойошма 14 мең тирәһе эш урыны тәҡдим итте.
2 022
Хәйбулла районында һыу ятҡылыҡтарындағы күңелһеҙ осраҡтарҙы иҫкәртеүсе саралар үтә
Хәйбулла районында һыу ятҡылыҡтарындағы күңелһеҙ осраҡтарҙы иҫкәртеүсе саралар үтә. Һаҡмар йылғаһы буйында ойошторолған рейдта ҡотҡарыусылар һәм административ комиссия ағзалары ял итеүселәр менән әңгәмәләр уҙғарҙы, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре иҫкәрмәләрен таратты.
2 022
Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы
Бөгөн Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы. Яңылыҡ баш ҡаланың тарихи үҙәгенең 9 урамына ҡағыла. Түләүле урындар иртәнге сәғәт 7-нән киске сәғәт 9-ға тиклем эшләйәсәк. Хаҡы - сәғәтенә 40 һум.
2 022
Сергей Зорин исемендәге танк батальоны полигонда оҫталығын камиллаштыра
Моторҙар геүләүе, солярка һәм яндырылған үлән еҫе. Сергей Зорин исемендәге танк батальоны яугирҙары теоретик белемдәрен практикала нығыта. Полигондағы күнекмәләр барышында танкистар оҫталыҡтарын камиллаштыра.
2 022
Башҡортостан делегацияһы Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәренең 12-се форумында ҡатнашты
Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәренең 12-се форумында ҡатнашты. Быйыл ул 26-27 июндә Түбәнге Новгородта үтте. Эшлекле программаның төп сараһы- «Беларусь һәм Рәсәй йәштәре- Бөйөк Еңеү вариҫтары һәм союздаш дәүләттәрҙең киләсәге» тип аталған пленар ултырыш булды. Уны Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко менән Беларусияның Милли Йыйылышы респаублика советы рәйесе Наталья Кочанова уҙғарҙы.
2 022
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры 105-се ижад миҙгелен тамамланы
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры 105-се ижад миҙгелен тамамланы. Кисәлә театр эшмәкәрлеген әүҙем яҡтыртҡан киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, ижади эшләүсе актерҙар бүләкләнде. Тантана аҙағында «Яратам тип әйтеп өлгөрмәнем» спектакле күрһәтелде. Миҙгел сағыу ваҡиғаларға бай булды. Быйыл тамашасылар биш премьера спектаклен ҡараған, коллектив гастроль турын да уңышлы үткәргән һәм йәш актерҙар менән тулыланған.
2 022
Өфөлә йәштәр өсөн профсоюз белемен арттырыусы форум ойошторолдо
Үҫешкә яңы көс һәм идеялар. Өфөлә Рәсәйҙең бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһының «Стратегик резерв» Бөтә Рәсәй йәштәр профсоюз программаһының республика этабы үтте. Йәштәр көнөнә арналған сарала төрлө район-ҡала предприятиелары хеҙмәткәрҙәре - илленән ашыу кеше ҡатнашты.
2 022
Башҡортостанда янғын иҫкәртеү ҡорамалдарын утыҙҙан ашыу ғаилә аласаҡ
Башҡортостанда социаль яҡтан хәүефле хәлдә булған ғаиләләргә gsm-модуль менән йыһазландырылған янғын иҫкәртеүсе ҡорамалдар тапшырыла башланы. Быға тиклем уны инвалидтар ғына ала ине. Хәүеф янаған осраҡта ҡоролмаға беркетелгән сим-карта ярҙамында яуаплы хеҙмәттәргә, ауыл советы хакимиәте һәм йорт хужаһына сигнал килә. Программалау эше менән Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре шөғөлләнә.
2 022
Рәсәй төбәктәре вәкилдәре Өфөгә медицина өлкәһендәге алдынғы тәжрибәне өйрәнергә йыйылды
Рәсәй төбәктәре вәкилдәре Өфөгә медицина өлкәһендәге алдынғы тәжрибәне өйрәнергә йыйылды. Баш ҡалаға Мурманск, Ульяновск, Воронеж һәм башҡа өлкәләрҙән , Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороу һәм мәғлүмәтләштереү буйынса үҙәге ғилми-тикшеренеү институтынан делегациялар килде.
2 022
Башҡортостанда яҙғы саҡырылыш буйынса тәүге эшелон оҙатылды
Бөгөн яҙғы хәрби саҡырылыш нигеҙендә егеттәрҙе әрме сафына оҙатыу тантанаһы үтте. Һауа шарттарына ярашлы сара хәрби комиссариаттың эсендә ойошторолдо. Буласаҡ ил һаҡсыларына республиканың хәрби комиссары полковник Михаил Блажевич, хәрби хеҙмәт ветерандары, дин әһелдәре изге теләктәрен еткерҙе.
2 022
Башҡортостандан сираттағы яугирҙар төркөмөн махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды
Башҡортостандан сираттағы яугирҙар төркөмөн махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялда саҡта улар осрашыуҙарҙа булған, йорт мәшәғәттәрен хәл иткән. «Өфө-арена» спорт һарайы алдындағы майҙанда үткән тантанаға Ватан һаҡсыларын оҙатырға ғаиләләре, туғандары һәм дуҫтары килде.
2 022
Башҡорт сәнғәте – Рәсәйҙең иң юғары театраль премияһы менән билдәләнде
Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры Рәсәй милли театраль премияһынан бер юлы алты «Алтын битлек» алып ҡайтып килә. Төбәктәр араһында был иң күп награда. Республика өсөн дә рекорд. Быға тиклем беҙҙең театрҙар бер юлы был тиклем премия алғандары юҡ, тип яҙа социаль селтәрҙәрендә Радий Хәбиров.
2 022
Өфөлә тротуарҙарҙы яңыртыу эштәре бара
Ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев белдереүенсә, быйыл 81 биләмәне тәртипкә килтереү планлаштырыла. Күп эш "Белемгә юл" проектына ярашлы алып барыла. - Маҡсат 1 сентябргә тиклем мәктәптәр һәм балалар баҡсаларына уңайлы һәм хәүефһеҙ юл булдырыу, тип яҙа Ратмир Мәүлиев.
2 022
Өфө менән Силәбене “Ҡарлуғас” электр поезы тоташтыра
Яңы тимер юл маршруты 1 июлдә асыла. Был турала Куйбышев тимер юлының матбуғат хеҙмәтенән белдерәләр. Киләһе йылда Рәсәй тимер юл компанияһы Өфөнән Һамар һәм Магнитогорскиға тиклем “Финист” һәм “Ҡарлуғас” электр поездарын ебәрергә ниәтләй.
2 022
Стәрлетамаҡта "Ҡала алдындағы ҡаҙаныштар өсөн" билдәһе булдырылды
Ул иҡтисад, мәғариф, мәҙәниәт, спорт, һаулыҡ һаҡлау, ирекмәнлек һәм башҡа өлкәләрҙә ҙур ҡаҙаныштарға ирешкән граждандарға бирелә. Дәғүәселәрҙе предприятие һәм ойошмалар тәҡдим итә, ғаризаларҙы махсус комиссия ҡарай.
2 022
Стәрлебаш районынан Федоровкаға илткән автомобиль юлында ремонт эштәре бара
Стәрлебаш районынан Федоровкаға илткән автомобиль юлында ремонт эштәре бара. Әлегә ике саҡрым участкала яңы асфальт ҡатламы түшәлгән. Объектты яңыртыу буйынса пландар һәм файҙаланыуға тапшырыу ваҡыты - киләһе материалда
2 022
Аҡъяр тау колледжында тәүге тапҡыр дәүләт аттестацияһы үҙ урынында үтте
Аҡъяр тау колледжы студенттары тәүге тапҡыр үҙ уҡыу йортонда биш йүнәлеш буйынса дәүләт аттестацияһы үтте. Быға тиклем уларға имтихан тотоу өсөн Учалы һәм Сибай ҡалаларына йөрөргә тура килгән. Хәҙер колледжда уҡ атесттация үтеү өсөн генә түгел, ә уҡыу процессын яҡшыртыу өсөн заманса шарттар тыуҙырылған.
2 022
«Башҡортостан геройҙары» проекты икенсе этапҡа күсә
«Башҡортостан геройҙары» проектының 150 шәхсән әңгәмә һынауы үтеүсенең яртыһы ғына киләһе этапҡа һайлап алына. Унда ҡатнашыусылар араһында ветерандар ҙа, отпуск ялына ҡайтҡан яҡташтарыбыҙ ҙа бар. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, проект Радий Хәбиров тәҡдиме менән 24 февралдә ойошторолдо.
2 022
Өфөлә идара кадрҙарын әҙерләү федераль программаһының күсмә модуле эшләй башланы
Өфөлә идара кадрҙарын әҙерләү федераль программаһының күсмә модуле эшләй башланы. Президент академияһы базаһында тормошҡа ашырылған курс үҙ белемдәрен киңәйтергә һәм системаға һалырға теләүсе тәжрибәле идарасылар өсөн тәғәйенләнгән. Программала 12 модуль. Һәм уларҙың береһе - милләт-ара һәм конфессиональ мөнәсәбәт мәсьәләләренә арналғанын ҡатнашыусылар Башкортостанда өйрәнә.
2 022
Радий Хәбиров Мәскәүҙә «Берҙәм Рәсәй» партияһының генераль советы ултырышында ҡатнашты
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Мәскәүҙә «Берҙәм Рәсәй» партияһының генераль советы ултырышында ҡатнашты. Сараны сәйәси фирҡәнең рәйесе Дмитрий Медведев алып барҙы.
Ултырышта башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһалды, киләсәккә бурыстар билдәләнде. Дмитрий Медведев белдереүенсә, әле партия сафын яңы көстәр менән тулыландырыу буйынса әүҙем эш алып барыла.
Available now! Telegram Research 2025 — the year's key insights 
