ru
Feedback

Не попадитесь на канал ботавода! Telemetrio находит и помечает такие каналы 👉 Хотите видеть метку — оформите подписку 👈

БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Открыть в Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Больше
1 970
Подписчики
Нет данных24 часа
-77 дней
-1930 дней
Архив постов
Мишкә районында «Ер ҡото» төбәк-ара этномәҙәни, илһөйәрлек фестивале үтте Мишкә районында «Ер ҡото» төбәк-ара этномәҙәни, илһөйәрлек фестивале үтте. Мәртәбәле сара Башҡортостан район-ҡалаларынан һәм күрше төбәктәрҙән меңдән ашыу кешене берләштерҙе. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, ветерандар һәм уларҙың ғаилә ағзалары иғтибар үҙәгендә булды. Фестивалдә «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалы, төрлө минстрлыҡ-ведомстволар тарафынан халыҡҡа күп яҡлы ярҙам күрһәтелде. Берҙәмлек һәм илһөйәрлек байрамы хаҡында киләһе сюжетта.

«Берҙәм Рәсәй» йәмәғәт штабында йәш сәйәси лидерҙар менән осрашыу үтте «Берҙәм Рәсәй» партияһының йәмәғәт штабында «ПолитЗавод» федераль мәғариф проектында ҡатнашыусылар менән осрашыу үтте. «ПолитЗавод»- сәйәси әүҙем йәштәрҙе артабан республиканың ижтимағи-сәйәси тормошона йәлеп итеү өсөн асыҡ конкурс майҙаны. Осрашыу барышында унда ҡатнашыусылар власть вәкилдәренә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе.

Өс фәндән дә 100 балл: Алексей Лобовҡа Ҡоролтайҙа хөрмәт күрһәтелде Бөгөн Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай йортонда Берҙәм дәүләт имтихандарында юғары балл йыйған уҡыусы тәбрикләнде. Алексей Лобов өс фәнде лә йөҙөшәр балға яҙып, 300 балл туплауы тураһында алдан хәбәр иткәйнек инде. Был республика тарихында тәүге күренеш. Тантанала Алексей белем алған Өфөнөң 153-сө лицейы директоры һәм уҡытыусылары ла ҡатнашты. Педагогтар билдәләүенсә, Алексей бер ҡасан да дәрестәрҙе ҡалдырмаған, олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнашҡан.

Өфөлә Бөтә Рәсәй йәш ғалимдар съезы үтәсәк Киләһе аҙнала Өфө Бөтә Рәсәй йәш ғалимдар советтары һәм студенттарҙың ғилми берләшмәләре Съезын ҡабул итә. Унда ҡатнашыуға ике меңдән ашыу заявка ҡабул ителгән. Сара барышында төрлө майҙансыҡтар эшләйәсәк, шулай уҡ 5-се Йәш ғалимдар конгрессы программаһына тәҡдимдәр ҡабул ителә. Съездың әһәмиәте, һәм Башҡортостанда йәш ғалимдарға булдырылған мөмкинлектәр тураһында БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән әңгәмә.

Өфөлө Йәштәр көнөн билдәләнеләр Бөгөн Йәштәр көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Рәсәйҙең барлыҡ тәбәктәрендә, шул иҫәптән Өфөлә лә төрлө саралар уҙҙы. Баш ҡаланың Ағиҙел яры буйы байрамдың төп майҙансығына әйләнде. Ҡунаҡтар өсөн виртуаль уйын һәм аниме-косплей зоналары, сауҙа итеү майҙансыҡтары эшләне, төрлө конкурстар ойошторолдо, йәштәр араһында билдәле блогерҙар һәм артистар менән осрашыуҙар үтте. Шулай уҡ бай музыкаль программа ла әҙерләнгәйне.

Башҡортостандан оҙатылған 153-сө гуманитар ылау составында Донбасҡа килеп етте Берҙәмлектә - көс, берҙәмлектә - еңеү! Башҡортостандан оҙатылған 153-сө гуманитар ылау составында Донбасҡа килеп етте. Тиҫтәләгән йөк машинаһына яугирҙар өсөн иң кәрәкле әйберҙәр тейәлгән. Был ярҙам халҡыбыҙҙың берҙәмлеген, иғтибарын һәм хәрбиҙәргә булған ихтирамын күрһәтә. Ватан һаҡсыларына тәғәйенләнгән ылауҙы БЮТ ижади төркөмө ҡаршы алды.

Настоящий кайф для любителей стиля 😎 Белочка | Юмор

Баймаҡ районы балалар баҡсаларында йәйге ремонт эштәре бара Йәй айҙары мәғариф усаҡтары өсөн ҡыҙыу ремонт осоро. Сөнки булдырылған уңайлыҡтар, яңы шарттар балаларҙың һаулығы һәм хәүефһеҙлеген күҙ уңында тотоп башҡарыла. Баймаҡ районы балалар баҡсаларындағы төҙөкләндереү эштәре хаҡында киләһе сюжетта.

Алексей Касьянов Өфө студенттарына дипломдар тапшырҙы һәм фәнни үҫеш хаҡында һөйләне Тотош курс менән ҡыҙыл дипломға! Өфө фән һәм технологиялар университетында Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Алексей Касьянов төбәктең юғары уҡыу йорттары студенттары менән осрашты. Һүҙ Волга буйы федераль округында һәм Башҡортостанда йәштәргә үҫешергә ярҙам иткән фәнни-мәғариф үҙәктәрендә заманса инфраструктура булдырылыуы, йәмәғәт проекттарының тотош бер спектры эшләүе хаҡында барҙы.

Башҡортостан Бөтә Рәсәй мәшғүллек йәрминкәһенә ҡушылды Башҡортостан Бөтә Рәсәй мәшғүллек йәрминкәһенә ҡушылды. Бөгөн республиканың 60-тан ашыу төбәгендә вакасиялар йәрминкәһе ойошторолдо. Уларҙа 600-ҙән ашыу предприятие һәм ойошма 14 мең тирәһе эш урыны тәҡдим итте.

Хәйбулла районында һыу ятҡылыҡтарындағы күңелһеҙ осраҡтарҙы иҫкәртеүсе саралар үтә Хәйбулла районында һыу ятҡылыҡтарындағы күңелһеҙ осраҡтарҙы иҫкәртеүсе саралар үтә. Һаҡмар йылғаһы буйында ойошторолған рейдта ҡотҡарыусылар һәм административ комиссия ағзалары ял итеүселәр менән әңгәмәләр уҙғарҙы, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре иҫкәрмәләрен таратты.

Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы Бөгөн Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы. Яңылыҡ баш ҡаланың тарихи үҙәгенең 9 урамына ҡағыла. Түләүле урындар иртәнге сәғәт 7-нән киске сәғәт 9-ға тиклем эшләйәсәк. Хаҡы - сәғәтенә 40 һум.

Сергей Зорин исемендәге танк батальоны полигонда оҫталығын камиллаштыра Моторҙар геүләүе, солярка һәм яндырылған үлән еҫе. Сергей Зорин исемендәге танк батальоны яугирҙары теоретик белемдәрен практикала нығыта. Полигондағы күнекмәләр барышында танкистар оҫталыҡтарын камиллаштыра.

Башҡортостан делегацияһы Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәренең 12-се форумында ҡатнашты Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәренең 12-се форумында ҡатнашты. Быйыл ул 26-27 июндә Түбәнге Новгородта үтте. Эшлекле программаның төп сараһы- «Беларусь һәм Рәсәй йәштәре- Бөйөк Еңеү вариҫтары һәм союздаш дәүләттәрҙең киләсәге» тип аталған пленар ултырыш булды. Уны Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко менән Беларусияның Милли Йыйылышы респаублика советы рәйесе Наталья Кочанова уҙғарҙы.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры 105-се ижад миҙгелен тамамланы Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры 105-се ижад миҙгелен тамамланы. Кисәлә театр эшмәкәрлеген әүҙем яҡтыртҡан киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, ижади эшләүсе актерҙар бүләкләнде. Тантана аҙағында «Яратам тип әйтеп өлгөрмәнем» спектакле күрһәтелде. Миҙгел сағыу ваҡиғаларға бай булды. Быйыл тамашасылар биш премьера спектаклен ҡараған, коллектив гастроль турын да уңышлы үткәргән һәм йәш актерҙар менән тулыланған.

Өфөлә йәштәр өсөн профсоюз белемен арттырыусы форум ойошторолдо Үҫешкә яңы көс һәм идеялар. Өфөлә Рәсәйҙең бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһының «Стратегик резерв» Бөтә Рәсәй йәштәр профсоюз программаһының республика этабы үтте. Йәштәр көнөнә арналған сарала төрлө район-ҡала предприятиелары хеҙмәткәрҙәре - илленән ашыу кеше ҡатнашты.

Башҡортостанда янғын иҫкәртеү ҡорамалдарын утыҙҙан ашыу ғаилә аласаҡ Башҡортостанда социаль яҡтан хәүефле хәлдә булған ғаиләләргә gsm-модуль менән йыһазландырылған янғын иҫкәртеүсе ҡорамалдар тапшырыла башланы. Быға тиклем уны инвалидтар ғына ала ине. Хәүеф янаған осраҡта ҡоролмаға беркетелгән сим-карта ярҙамында яуаплы хеҙмәттәргә, ауыл советы хакимиәте һәм йорт хужаһына сигнал килә. Программалау эше менән Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре шөғөлләнә.

Рәсәй төбәктәре вәкилдәре Өфөгә медицина өлкәһендәге алдынғы тәжрибәне өйрәнергә йыйылды Рәсәй төбәктәре вәкилдәре Өфөгә медицина өлкәһендәге алдынғы тәжрибәне өйрәнергә йыйылды. Баш ҡалаға Мурманск, Ульяновск, Воронеж һәм башҡа өлкәләрҙән , Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороу һәм мәғлүмәтләштереү буйынса үҙәге ғилми-тикшеренеү институтынан делегациялар килде.

Башҡортостанда яҙғы саҡырылыш буйынса тәүге эшелон оҙатылды Бөгөн яҙғы хәрби саҡырылыш нигеҙендә егеттәрҙе әрме сафына оҙатыу тантанаһы үтте. Һауа шарттарына ярашлы сара хәрби комиссариаттың эсендә ойошторолдо. Буласаҡ ил һаҡсыларына республиканың хәрби комиссары полковник Михаил Блажевич, хәрби хеҙмәт ветерандары, дин әһелдәре изге теләктәрен еткерҙе.

Башҡортостандан сираттағы яугирҙар төркөмөн махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды Башҡортостандан сираттағы яугирҙар төркөмөн махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялда саҡта улар осрашыуҙарҙа булған, йорт мәшәғәттәрен хәл иткән. «Өфө-арена» спорт һарайы алдындағы майҙанда үткән тантанаға Ватан һаҡсыларын оҙатырға ғаиләләре, туғандары һәм дуҫтары килде.