en
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Open in Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Show more
2 022
Subscribers
No data24 hours
-37 days
-830 days
Posts Archive
Радий Хәбиров һәм Роснедра етәксеһе ҡаҙылма байлыҡтар буйынса осрашты Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙанында Роснедра етәксеһе Олег Казанов менән осрашып Башҡортостанда ҡаҙылма байлыҡтар сығарыу мәсьәләләре тураһында фекер алышты. Төп мәсьәлә-сәсмә алтын сығарыу өсөн лицензия биреүгә мораторий индереү. Республикала индерелгән сикләүҙәр ваҡытлыса, ләкин беҙҙең өсөн был мәсьәлә бөтөнләй башҡаса хәл ителергә тейеш. Көньяҡ райондарҙа йәшәүселәрҙе ул айырыуса борсой, тине Радий Хәбиров.

Форум һөҙөмтәләре: Башҡортостанға яңы мөмкинлектәр Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингы стратегик инициативалар агентлығы тарафынан төҙөлгән. Эксперттар үткәргән һорауламала 400 меңдән ашыу эшҡыуар ҡатнашҡан. Петербург Халыҡ-ара иҡтисади форум барышында Башҡортостан делегацияһы ҡатнашлығында өс тиҫтәнән ашыу эшлекле осрашыу үтте.

Башҡортостан милли инвестиция рейтингында йәнә өсөнсө урында Башҡортостан стратегик башланғыстар агентлығының инвестиция климаты торошо буйынса милли рейтингында былтырғы кеүек үк өсөнсө урын алды. Был бик яҡшы һөҙөмтә, тип яҙҙы республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрендә.

Саҡмағош районының «Герой» хужалығында яңы технологиялы һөтсөлөк комплексы төҙөлә 60 баш малға яңы «карусель». Саҡмағош районының «Герой» хужалығында яңы, заманса, технологиялы һөтсөлөк комплексы төҙөлә. Һыйырҙар бында өйөрөлтмәккә индереп һауыла. төҙөлөш барышы менән Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары-ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов танышты.

Өфөгә тотош илдең муниципаль контролерҙары йыйылды Өфөгә тотош илдең муниципаль контролерҙары йыйылды. Форумда өс йөҙҙән ашыу аудитор ҡатнаша. Халыҡтың йәшәү кимәле тап уларҙың эшмәкәрлегенә бәйле, йыйында алынған белем иһә был эште артабан да камиллаштырыу мөмкинлеге бирәсәк. Сөнки утыҙ йылға яҡын ойошторола килгән форум башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһау, яңы йүнәлештәр билдәләү, тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы ла.

Республика онкология диспансерында Ишмырҙа Һиҙиәтовҡа мемориаль таҡтаташ асылды Республика онкология диспансерында күренекле хирург, педагог һәм республикала беренсе хосписҡа нигеҙ һалыусы Ишмырҙа Һиҙиәтовҡа мемориаль таҡтаташ асылды. Ишмырҙа Хәйернур улы - башҡорт медицинаһының легендаһы, онкология хеҙмәтен үҫтереүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән шәхес. Ул ҡатмарлы операциялар яһай, бик күп табиптар әҙерләй.

Өфөлә өс урам төҙөлөшөнә 405 миллион һум тотонола Капиталь төҙөлөш идаралығы эште башҡарыусыға шундай контракт тәҡдим итә. Яң
Өфөлә өс урам төҙөлөшөнә 405 миллион һум тотонола Капиталь төҙөлөш идаралығы эште башҡарыусыға шундай контракт тәҡдим итә. Яңы урамдар Калинин районына ҡараған Йылҡыбай ауылында була. Эштәр республика һәм ҡала бюджетынан финанслана. Төҙөлөштө 2027 йыл аҙағына тиклем тамамлау маҡсаты ҡуйыла.

Бишбүләк районы ирекмәндәре махсус хәрби операция биләмәһенә ҡиммәтле элемтә ҡорамалдары оҙатты Бишбүләк районы ирекмәндәре махсус хәрби операция биләмәһенә ҡиммәтле элемтә ҡорамалдары оҙатты. Техника тәғәйен урынға килеп етте. Яугирҙар ҡорамалдарҙы урынлаштырып уны көйләү менән мәшғүл.

Өфөлә Мәскәү трамвайҙары йөрөй ПЕСА вагондарының тағы бер партияһы техник хеҙмәтләндереү үтә, тиҙҙән рельстарға сыға, тип хәб
Өфөлә Мәскәү трамвайҙары йөрөй ПЕСА вагондарының тағы бер партияһы техник хеҙмәтләндереү үтә, тиҙҙән рельстарға сыға, тип хәбәр итәләр ҡала хакимиәтенән. Өфөгә Мәскәүҙән ҡулланыуҙа булған 69 вагон бушлай тапшырыла. Башҡортостан баш ҡалаһында трамвайҙар паркы ныҡ иҫкергән.

Өфөлә Черниковсктың баш архитекторы Маргарита Куприяноваға һәйкәл ҡуйыла Ул ҡаланың төньяғында урынлаштырыла, тип белдерҙе ҡа
Өфөлә Черниковсктың баш архитекторы Маргарита Куприяноваға һәйкәл ҡуйыла Ул ҡаланың төньяғында урынлаштырыла, тип белдерҙе ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев. Уҙған быуатта Черниковск айырым ҡала була. 1944 йылда Өфөгә ҡушыла.

Башҡортостанда иң тәмле ҡымыҙҙы һайланылар Былтыр Волга буйы федераль округында йәшәүселәр 500 мең литрға яҡын ҡымыҙ эскән. Эсемлекте иң күп етештереүсе төбәктәр араһында Башҡортостан беренселекте бирмәй. Был турала маркировкалау системаһы операторы хәбәр итә. Бөгөн Өфөлә ҡымыҙ етештереүселәр араһында республика конкурсы үтте.

Өфөлә Аксаков паркындағы бәхетһеҙ осраҡ буйынса тикшереү бара Өфөләге балалар уйын майҙансығында ауыр йәрәхәттәр алған 8 йәшлек ҡыҙ буйынса хоҡуҡ һағындағылар тикшереү алып бара. Бәүелсәктең бәүелгән саҡта бер яҡ сынйыры өҙөлә һәм тимер нығытма баланың битенә төшә. Республика балалар клиник дауаханаһының яңаҡ-йөҙ хирургияһы бүлегенә эләккән кескәй пациенттың хәлен беҙҙең ижади төркөм дә белеште

Иглин ауылында махсус хәрби операция яугиры менән осрашыу үтте Ялда булған махсус хәрби операция ҡатнашыусылары тыл хеҙмәтсәндәре, республика ирекмәндәр штабы ағзалары менән осраша. Иглин ауылының «Барыһы ла Еңеү өсөн» штабына «ЛЕГО» ҡушаматлы яугир саҡырылды. 428-се мотоуҡсылар полкында снайпер булып хеҙмәт иткән замандашыбыҙ яу юлы, реабилитация һәм әлеге ваҡытта Росгвардияның 902-се полкы миномет батареяһы 116-сы бригадаһында контракт буйынса хеҙмәт итеүе хаҡында һөйләне.

Башҡортостанда патриотик тәрбиә тураһындағы закон үтәлеше тикшерелде Өфөлә «Башҡортостан республикаһында патриотик тәрбиә тураһындағы» законды тормошҡа ашырыу буйынса парламент тыңлауҙары үтте. Ҡануниәт 2023 йылда үҙ көсөнә ингәйне. Документҡа ярашлы тәрбиә биреү системаһына үҙгәрештәр индерелә, уның яңы йүнәлешетәре һәм формалары барлыҡҡа килә. Шулай уҡ йәмәғәт ойошмалары даирәһе киңәйә.

Кушнаренко районы Сайрыш йылғаһы аша һалынған күперҙе төҙөкләндереү эштәре пландан алда бара Кушнаренко районы Сайрыш йылғаһы аша һалынған күперҙе төҙөкләндереү эштәре пландан алда бара. Өфө-Ырымбур трассаһының М-12 юлына тоташҡан ерендә урынлашҡан ҡоролманы ремонтлау быйыл мартта башланғайны. Төҙөүселәр эштең яртыһын теүәлләгән дә инде.

Петербург Халыҡ-ара иҡтисади форумының икенсе көнө үтте Петербург Халыҡ-ара иҡтисади форумы быйыл донъяның 140 иленән 20 меңдән ашыу кешене йыйҙы. Тәүге тапҡыр ул 1997 йылда Санкт-Петербург ҡалаһының Таврический һарайында үтә. Ошо ваҡыттан күләмле сараға әүерелә. Бөгөн ул Рәсәй төбәктәренән генә түгел, сит ил вәкилдәрен дә ҡыҙыҡһындыра.

⚡️ Башҡортостанда йәйге хәүефһеҙ миҙгел: тура бәйләнеш Урман һәм йорт янғындары, һыуҙағы фажиғәләр, талпандар, ҡырағай хайуан
⚡️ Башҡортостанда йәйге хәүефһеҙ миҙгел: тура бәйләнеш Урман һәм йорт янғындары, һыуҙағы фажиғәләр, талпандар, ҡырағай хайуандар менән осрашыу – киҫкен хәлдә нимә эшләргә? Тейешле ведомство белгестәре һеҙгә: - янғын мәлендә йәки һыуҙа нисек үҙеңде тоторға һәм башҡаларға ярҙам итергә; - балаларығыҙҙы өйҙә һәм урамда ниндәй хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре һаҡлар; - талпандан, эттән нисек һаҡланырға һәм тешләгәндә нимә эшләргә; - йылан йә башҡа ҡырағай йәнлек осраһа, нимә эшләргә; Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуапты БСТ телеканалында тура эфирҙа ҡарап белергә мөмкин. ⚡️ Тура эфирҙы ҡарағыҙ: https://vkvideo.ru/video-27097047_456291220

Республика баш автоинспекторы халыҡҡа мөрәжәғәт итте Ул ата-әсәләрҙе балаларын һаҡларға өндәй. Өфөлә мотоцикл йөрөткән үҫмер
Республика баш автоинспекторы халыҡҡа мөрәжәғәт итте Ул ата-әсәләрҙе балаларын һаҡларға өндәй. Өфөлә мотоцикл йөрөткән үҫмер арба этеп барған тиҫтерен бәрҙерә. Коляскала ике айлыҡ сабый ятҡан була. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә бөтә балалар ҙа имгәнә. “Үҫмер водителдәр ҡатнашлығында юл ҡазалары артыуы күҙәтелә. Өлкәндәр бәлиғ булмаған балаларға руль артына ултырыуҙы тыйырға тейеш. Юл уйнай торған урын түгел. Ҡыҙ һәм малайҙарға ҡағиҙәләрҙе аңлатығыҙ”, - тип яҙа социаль селтәрҙә баш автоинспектор Владимир Севастьянов. Республикала “Рулгә ултырма, малай” тигән акция иғлан ителде. Шулай уҡ “Иғтибар, балалар” тигәне лә дауам итә. Өфөлә “Автобус” операцияһы барышында пассажир транспорты торошо һәм водителдәр тикшерелә.

Башҡортостан паралимпия спортсыһы Мексикала 5 миҙал яуланы Эмиль Сәлимгәрәев Халыҡ-ара паралимпия комитетының донъя серияһы э
Башҡортостан паралимпия спортсыһы Мексикала 5 миҙал яуланы Эмиль Сәлимгәрәев Халыҡ-ара паралимпия комитетының донъя серияһы этабында ҡатнашты. Ул 1 алтын, 3 көмөш һәм 1 бронза наградаға лайыҡ булды. Турнирҙа 26 илдән 282 спортсы сығыш яһаны, тип хәбәр итәләр Спорт министрлығынан.

Өфөлә 19 йәшлек студент тракторсы булып эшләй башлаған Өфөлә 19 йәшлек студент тракторсы булып эшләй башлаған. Әҙилә Мирғаязова йәйге каникул ваҡытында ял итеп кенә ятмай, ә яңы һөнәр үҙләштерә. Ҡыҙ Октябрь районының Төҙөкләндереү хеҙмәтендә эшләй.