БСТ | Яңылыҡтар
Відкрити в Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Показати більше1 970
Підписники
Немає даних24 години
-77 днів
-1930 днів
Архів дописів
1 970
Башҡортостанда 200-гә яҡын йорттоң ҡыйығы капиталь ремонтлана
Башҡортостанда капиталь ремонт программаһына ярашлы күп ҡатлы ике йөҙгә яҡын йортта ҡыйыҡтар тәртипкә килтереләсәк. Тәү сиратта айырыуса таушалған торлаҡ йорттарҙың түбәһе төҙөкләндерелә.
1 970
21 июндән 22-һенә ҡараған төндә илдә Хәтер шәмдәре акцияһы үтә
21 июндән 22-һенә ҡараған төндә илдә Хәтер шәмдәре акцияһы үтә. 1941 йылдың нәҡ ошо төнөндә фашист Германияһы Советтар Союзына һөжүм итә. Был көн Рәсәй тарихында иң фажиғәле даталарҙың береһе һанала. Бөйөк Ватан һуғышында 27 миллион совет һалдаты һәләк була. Башҡортостандан иһә фронтҡа 700 меңләп кеше китә, уларҙың 300 меңе яу яланында ятып ҡала. Хәтер һәм ҡайғы көнөндә һәр кем дәһшәтле йылдарҙы иҫкә ала.
1 970
«Айғыр» отряды дрон ярҙамында һөҙөмтәле разведка һәм һөжүм алып бара
Күк һунарсыһы дошман позицияларын ҡыйрата. «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының» Айғыр» пилотһыҙ осоусылар отряды ватан алдындағы бурысын намыҫ менән үтәй. Яҡташтарыбыҙ хәҙер оптик сүстәрҙә FPV-дрондарҙы әүҙем ҡуллана башлаған. Был дошман хәрби техникаһын һәм шәхси составын юҡ итеү мөмкинлеген киңәйтә.
1 970
Петербург Халыҡ-ара иҡтисади форумы йәштәр майҙанын йыйҙы
Петербург Халыҡ-ара иҡтисади форумы бөгөн йәштәр майҙанын йыйҙы . Күләмле сара Рәсәйҙең 300-ҙән ашыу юғары уҡыу йорто студенттары араһында үтте. Улар илдең социаль-иҡтисади торошона бәйле сессия ултырыштарында сығыш яһаны, Рәсәй төбәктәре стендтарында ойошторолған оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты.
1 970
Башҡортостандың төп турист бренды уның күп төрлөлөгөндә
Башҡортостандың төп турист бренды уның күп төрлөлөгөндә. Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында илдең әйҙәүсе киң мәғлүмәт сараларына биргән интервьюһында шулай тип белдерҙе. Журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп республика башлығы эске туризм өсөн уникаль мөмкинлек барлыҡҡа килеүен билдәләне. Сөнки аныҡ сәбәптәр менән сит илдәргә сығыу ҡатмарлашты.
1 970
Мәскәүҙә МХО ветерандары көс һынаша
Башҡортостандан махсус хәрби операция ветерандары Мәскәүҙә бөтә Рәсәй ярыштарында ҡатнаша. Волейбол буйынса турнир 22 июнгә тиклем бара. Кубок өсөн 15 команда көрәшә. Беҙҙең ветерандар үҙ төркөмөндә Белгород, Кемеров өлкәләре, Бүрәт, Донецк республикалары вәкилдәре менән көс һынаша.
1 970
Милли йәштәр театры «Аҡбуҙат» эпосы буйынса премьера тәҡдим итте
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры легендар әҫәрҙең логик дауамы- «Аҡбуҙат» эпосы буйынса премьера тәҡдим итте. Фантастик пьеса башҡорт халыҡ риүәйәттәренә яңы ҡараш аса, боронғо йолаларҙан рухландырылған заманса сәнғәт әҫәре образын тыуҙыра.
1 970
Өфөлә онкоурология форумы сиктәрендә ҡатмарлы операциялар яһалды
Өфөлә «Онкоурология аҙналығы» форумы барышында Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында робот-ассистент ярҙамында ҡатмарлы операциялар яһалды. Уны медицина университеты ректоры Валентин Павлов менән Италия белгестәре башҡарҙы. Шулай уҡ форумда Африка, Нигерия, Мысырҙан докторҙар һәм профессорҙар ҡатнаша.
1 970
Башҡортостанда ике студент егет хәрби хеҙмәткә юлланды
Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай йорто янында Йәштәр Парламентының ике ағзаһын махсус хәрби операцияға оҙатыуға арналған сара үтте.
Егеттәр Йәштәр парламентының әүҙем ағзалары. Арсений Мангутов «Хәүефһеҙ Республика» проектының авторы ла булып тора. Арсен Хәбибуллин да патриотик сараларҙы ойоштороусы, йәмәғәт эшмәкәре. Егеттәр икеһе лә Башҡортостан кооператив техникумында белем ала, Арсен бөгөн генә һөнәри уҡыу йортонда диплом яҡлаған.
1 970
Радий Хәбиров һәм Роснедра етәксеһе ҡаҙылма байлыҡтар буйынса осрашты
Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙанында Роснедра етәксеһе Олег Казанов менән осрашып Башҡортостанда ҡаҙылма байлыҡтар сығарыу мәсьәләләре тураһында фекер алышты. Төп мәсьәлә-сәсмә алтын сығарыу өсөн лицензия биреүгә мораторий индереү. Республикала индерелгән сикләүҙәр ваҡытлыса, ләкин беҙҙең өсөн был мәсьәлә бөтөнләй башҡаса хәл ителергә тейеш. Көньяҡ райондарҙа йәшәүселәрҙе ул айырыуса борсой, тине Радий Хәбиров.
1 970
Форум һөҙөмтәләре: Башҡортостанға яңы мөмкинлектәр
Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингы стратегик инициативалар агентлығы тарафынан төҙөлгән. Эксперттар үткәргән һорауламала 400 меңдән ашыу эшҡыуар ҡатнашҡан. Петербург Халыҡ-ара иҡтисади форум барышында Башҡортостан делегацияһы ҡатнашлығында өс тиҫтәнән ашыу эшлекле осрашыу үтте.
1 970
Башҡортостан милли инвестиция рейтингында йәнә өсөнсө урында
Башҡортостан стратегик башланғыстар агентлығының инвестиция климаты торошо буйынса милли рейтингында былтырғы кеүек үк өсөнсө урын алды. Был бик яҡшы һөҙөмтә, тип яҙҙы республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрендә.
1 970
Саҡмағош районының «Герой» хужалығында яңы технологиялы һөтсөлөк комплексы төҙөлә
60 баш малға яңы «карусель». Саҡмағош районының «Герой» хужалығында яңы, заманса, технологиялы һөтсөлөк комплексы төҙөлә. Һыйырҙар бында өйөрөлтмәккә индереп һауыла. төҙөлөш барышы менән Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары-ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов танышты.
1 970
Өфөгә тотош илдең муниципаль контролерҙары йыйылды
Өфөгә тотош илдең муниципаль контролерҙары йыйылды. Форумда өс йөҙҙән ашыу аудитор ҡатнаша. Халыҡтың йәшәү кимәле тап уларҙың эшмәкәрлегенә бәйле, йыйында алынған белем иһә был эште артабан да камиллаштырыу мөмкинлеге бирәсәк. Сөнки утыҙ йылға яҡын ойошторола килгән форум башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһау, яңы йүнәлештәр билдәләү, тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы ла.
1 970
Республика онкология диспансерында Ишмырҙа Һиҙиәтовҡа мемориаль таҡтаташ асылды
Республика онкология диспансерында күренекле хирург, педагог һәм республикала беренсе хосписҡа нигеҙ һалыусы Ишмырҙа Һиҙиәтовҡа мемориаль таҡтаташ асылды. Ишмырҙа Хәйернур улы - башҡорт медицинаһының легендаһы, онкология хеҙмәтен үҫтереүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән шәхес. Ул ҡатмарлы операциялар яһай, бик күп табиптар әҙерләй.
1 970
Өфөлә өс урам төҙөлөшөнә 405 миллион һум тотонола
Капиталь төҙөлөш идаралығы эште башҡарыусыға шундай контракт тәҡдим итә. Яңы урамдар Калинин районына ҡараған Йылҡыбай ауылында була. Эштәр республика һәм ҡала бюджетынан финанслана. Төҙөлөштө 2027 йыл аҙағына тиклем тамамлау маҡсаты ҡуйыла.
1 970
Бишбүләк районы ирекмәндәре махсус хәрби операция биләмәһенә ҡиммәтле элемтә ҡорамалдары оҙатты
Бишбүләк районы ирекмәндәре махсус хәрби операция биләмәһенә ҡиммәтле элемтә ҡорамалдары оҙатты. Техника тәғәйен урынға килеп етте. Яугирҙар ҡорамалдарҙы урынлаштырып уны көйләү менән мәшғүл.
1 970
Өфөлә Мәскәү трамвайҙары йөрөй
ПЕСА вагондарының тағы бер партияһы техник хеҙмәтләндереү үтә, тиҙҙән рельстарға сыға, тип хәбәр итәләр ҡала хакимиәтенән. Өфөгә Мәскәүҙән ҡулланыуҙа булған 69 вагон бушлай тапшырыла. Башҡортостан баш ҡалаһында трамвайҙар паркы ныҡ иҫкергән.
1 970
Өфөлә Черниковсктың баш архитекторы Маргарита Куприяноваға һәйкәл ҡуйыла
Ул ҡаланың төньяғында урынлаштырыла, тип белдерҙе ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев. Уҙған быуатта Черниковск айырым ҡала була. 1944 йылда Өфөгә ҡушыла.
1 970
Башҡортостанда иң тәмле ҡымыҙҙы һайланылар
Былтыр Волга буйы федераль округында йәшәүселәр 500 мең литрға яҡын ҡымыҙ эскән. Эсемлекте иң күп етештереүсе төбәктәр араһында Башҡортостан беренселекте бирмәй. Был турала маркировкалау системаһы операторы хәбәр итә. Бөгөн Өфөлә ҡымыҙ етештереүселәр араһында республика конкурсы үтте.
