ch
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

前往频道在 Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

显示更多
2 019
订阅者
无数据24 小时
-37
-1030
帖子存档
Герой-әсәләр өсөн айлыҡ түләү 72 мең һумға етеүе мөмкин Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы федераль закон проекты әҙерләгән
Герой-әсәләр өсөн айлыҡ түләү 72 мең һумға етеүе мөмкин Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы федераль закон проекты әҙерләгән. Ошондай уҡ сумманы Хеҙмәт Геройҙары өсөн билдәләү тәҡдим ителә. Түләү йыл һайын 1 февралдән индексациялана. Айлыҡ аҡсаны социаль хеҙмәттәргә льгота менән алмаштырырға мөмкин.

Бүздәк районында Ғабдулла Ғиләжевтың 95 йыллығына арналған хәтер кисәһе үтте Күренекле режиссер, актер, педагог Ғабдулла Ғиләжевтың тыуыуына 95 йыл. Тарихи дата айҡанлы бөйөк шәхестең уҡыусылары Ғабдулла Ғабдрахман улының тыуған төйәгендә-Бүздәк районы Ҡаңны -Төркәй ауылында хәтер кисәһе үткәрҙе. Сәхнә оҫталары остаздары тураһындағы хәтирәләре менән уртаҡлашты, уның спектаклдәренән өҙөктәр күрһәтте.

Махсус хәрби операция ветераны мөхәббәтен тапты Махсус хәрби операциянан һуң мөхәббәтен осратҡан. Хәрби бәрелештәр ветераны, «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының төбәк бүлексәһе социаль координаторы Олег Мифтахетдинов Өфө ҡыҙы Альбина менән законлы никахҡа инде. Баш ҡаланың Киров районы ЗАГС-ында үткән тантанала йәштәрҙең туғандары, дуҫтары һәм коллегалары йыйылды.

Махсус хәрби операция биләмәһенә Асҡын районынан сираттағы гуманитар ылау барып етте Төбәк эшҡыуарҙары, ирекмәндәр һәм дөйөм халыҡ көсө менән тупланған ярҙамды район хакимиәте етәкселеге оҙатып барған. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Ҡурсаулыҡ биләмәләрендә даими рейдтар уҙғарыу тураһында закон ҡабул ителде Спикер Константин Толкачев белдереүенсә, һаҡланған
Ҡурсаулыҡ биләмәләрендә даими рейдтар уҙғарыу тураһында закон ҡабул ителде Спикер Константин Толкачев белдереүенсә, һаҡланған биләмәләр ҙур, уларҙы контролдә тотоу өсөн бер нисә көн йөрөргә кәрәк. Быға тиклем оҙайлы рейдтар уҙғарырға яраманы. Закон ҡабул ителгәс, инспекторҙар теләгән ваҡытта рейдҡа сыға, документтарҙы, транспорты тикшерә ала, - ти Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе.

Быйыл Башҡортостанда 17 кеше аҙашҡан Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итәләр. Уҙған йылдың тәү
Быйыл Башҡортостанда 17 кеше аҙашҡан Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итәләр. Уҙған йылдың тәүге айында ла шул сама кешегә ярҙам кәрәк булған. Ҡотҡарыусылар урман-ҡырға сығыр алдынан яҡындарға маршрутты әйтергә, телефонға тулы заряд йыйырға кәңәш итә. Юлды таба алмаған, аҙашҡан осраҡтарҙы 112 һандарына шылтыратырға мөмкин.

Премьера документального фильма «Я вернусь» на БСТ! Реставрация памятника Салавату Юлаеву - не прихоть, а необходимость. Авторы фильма, опираясь на факты, провели свое исследование, чтобы развеять мифы о будущей реставрации и ответить на вопросы жителей республики. Приятного просмотра! https://vk.com/video-27097047_456287421?access_key=821c2d03a8971db8ce

Премьера документального фильма «Я вернусь» на БСТ! Реставрация памятника Салавату Юлаеву - не прихоть, а необходимость. Авторы фильма, опираясь на факты, провели свое исследование, чтобы развеять мифы о будущей реставрации и ответить на вопросы жителей республики. Приятного просмотра! https://vk.com/video-27097047_456287421?access_key=a177aaeb355cfad939

Шаран районында яңы ФАП асылды Ул Ҡыр-Теләүле һәм эргәләге ауылдар халҡын хеҙмәтләндерә. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр и
Шаран районында яңы ФАП асылды Ул Ҡыр-Теләүле һәм эргәләге ауылдар халҡын хеҙмәтләндерә. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, учреждение милли проект буйынса төҙөлгән. Иҫке фельдшер-акушер пункты 1992 йылда төҙөлгән бинала урынлашҡан. Яңы ФАП заманса йыһазландырылған. Өлкәндәр һәм инвалидтар өсөн уңайлыҡтар булдырылған.

Өфө һәм Ырымбур араһында "Орлан"дарҙы "Финист" алмаштырасаҡ Был маршрут менән кеше күп йөрөй. Пассажирҙар һаны арта барыуын и
Өфө һәм Ырымбур араһында "Орлан"дарҙы "Финист" алмаштырасаҡ Был маршрут менән кеше күп йөрөй. Пассажирҙар һаны арта барыуын иҫәпкә алып 2025 йылың июлендә "Орлан" рельс автобусы урынына "Финист" электр поезын ебәреү планлаштырыла. Ул 1 мең 263 пассажирға иҫәпләнгән. Поезда инвалидтар өсөн дә уңайлыҡтар ҡаралған, тип хәбәр итә "Башинформ".

Башҡортостанға Еңеү паровозы килә Ретро-состав ике ҡалала, Өфө һәм Стәрлетамаҡта була. Уны 29 апрелдә көтәләр. Быйыл поезда е
Башҡортостанға Еңеү паровозы килә Ретро-состав ике ҡалала, Өфө һәм Стәрлетамаҡта була. Уны 29 апрелдә көтәләр. Быйыл поезда еңеү техникаһы менән платформалар һаны арттырыла. Ҡоралдың яңы өлгөләрен күрергә була. Вокзалдарҙа концерт, күргәҙмәләр ҡаралған, ялан кухняһы ойошторола. Быйыл Рәсәйҙә Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 80 йыллығы билдәләнә.

Хужалыҡтар яҙғы сәсеүгә әҙерләнә Был тема Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй агрономия кәңәшмәһендә ҡаралды. Быйыл яҙ Башҡортостанда 2 милли
Хужалыҡтар яҙғы сәсеүгә әҙерләнә Был тема Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй агрономия кәңәшмәһендә ҡаралды. Быйыл яҙ Башҡортостанда 2 миллион 800 мең гектар сәселә. Бының өсөн 30 миллиард һум тотонола. Сығымдар уҙған йыл менән сағыштырғанда 25 процентҡа күберәк. Уҙған йылда ужым аҙыраҡ сәселгән. Шуға быйыл яҙ эштең ғәҙәттәгенән артыҡ булыуы көтөлә.

Башҡортостанда ташҡын осоронда пилотһыҙ осоу аппараттары ҡулланыласаҡ Улар һыу баҫҡан урындарҙы асыҡлау, хәүеф кимәлен билдәл
Башҡортостанда ташҡын осоронда пилотһыҙ осоу аппараттары ҡулланыласаҡ Улар һыу баҫҡан урындарҙы асыҡлау, хәүеф кимәлен билдәләү өсөн кәрәк. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан Республика буйынса баш идаралығынан ошо турала хәбәр иттеләр. Башҡортостанда халыҡ өсөн дронды ҡулланыу буйынса талап ҡәтғиләште. Полиция, федераль именлек хеҙмәте рөхсәте кәрәк.

Шишмә районы Дурасов ауылында Самат Вәлиев иҫтәлегенә саңғы ярышы үтте Ул Дурасов урта мәктәбендә 1977 йылдан 2002 йылғаса эшләй. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы чемпиондар быуынын тәрбиәләй. Улар иҫәбендә Сиднейҙа Паралимпия уйындарында ҡатнашыусы Тимур Тайыпов та бар. Ул да тренер иҫтәлегенә дистанцияны үтте.

Өфө районы Шамонин ауылында ҡышҡы уйындар үтте Икенсе йыл рәттән ойшторолған байрамда урындағы халыҡ саңғыла, күңелле старттарҙа көс һынашты. Ҡышҡы уйындарҙы ойоштороуҙо өс ғаилә үҙ өҫтөнә алған - Барлыбаевтар, Ғилметдиновтар һәм Юлдашбаевтар сараның программаһын әҙерләп, ауылдаштарға байрам кәйефе бүләк итте. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Бүздәк районы Ҡаран ауылында «Эх, самауыр сәйе» тамашаһы ойошторолдо Эх, самауыр сәйе. Бүздәк районы Ҡаран ауылында ошондай исем аҫтында бай тарихлы, хуш еҫле, йырлы-моңло тамаша ойошторолдо. Кисә «Айыҡ ауыл» конкурсына әҙерлек сиктәрендә уҙғарыла. Ҡарандар быйыл абруйлы конкурстың республика этабына сыҡҡан. Әле ауылда көн һайын тиерлек ижади, фәнни, мәҙәни, спорт саралары үтә, был эшкә олоһо ла, кесеһе лә йәлеп ителгән

Башҡортостан юлдаш телеканалында Андрей Мигуновҡа бағышланған Комбат «Скиф» фильмы күрһәтелә Иртәгә, киске сәғәт 7-се яртыла Башҡортостан юлдаш телеканалында Рәсәй Геройы, «Башҡортостан» полкының Сергей Зорин исемендәге танк батальоны командиры Андрей Мигуновҡа бағышланған Комбат «Скиф» фильмының премьераһы күрһәтелә.

«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы яугирҙары йәнә фронтҡа юлланды Яңы көс менән еңеү артынан. «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы яугирҙары йәнә фронтҡа юлланды. Хәрби хеҙмәткәрҙәр ике аҙналыҡ отпускта булған. Ватан һаҡсылары әйтеүенсә, ҡыҫҡа ваҡытлы ял тиҙ үткән. Шуға ҡарамаҫтан, улар ғаиләләре һәм яҡындары менән осрашҡан, йорт мәшәҡәттәре менән булышҡан. Бынан тыш, улар хаттар яҙған уҡыусылары менән дә осраша. Илһөйәрлек дәрестәрендә хәрбиҙәр балаларға үҙҙәренең хеҙмәте һәм яу яланында полкташтары күрһәткән батырлыҡтар тураһында һөйләй.

Яңауыл ҡалаһында 21 кешегә яңы йорттан фатир асҡысы тапшырылды Өс ҡатлы йорт Башҡортостанда ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү программаһы ярҙамында сафҡа ингән. 2024 йыл һөҙөмтәләренә ярашлы, федераль программа Нуриман, Борай, Илеш, Бәләбәй, Тәтешле һәм Яңауыл райондарында әүҙем тормошҡа ашырыла. Был урындағы ойошма-предприятиеларҙы йәш кадрҙар менән тәьмин итеүгә лә булышлыҡ итә.

Башҡортостан Донбаста тыныс тормошто тергеҙеүҙә ҙур ярҙам күрһәтә Өсөнсө йыл шефлыҡҡа алынған Луганск халыҡ республикаһының Красный Луч, шулай уҡ Донецк халыҡ республикаһы ҡалаларында эш алып барыла. Яңы төбәктәрҙәге объекттарҙы тәртипкә килтереүҙә беҙгә подрядсылар ярҙамға килә. Уларҙың береһе, «Төҙөлөш өлкәһендә берҙәм заказсы» компанияһы менән Мариуполдә хеҙмәттәшлек итәбеҙ, тип яҙған социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров.