БСТ | Яңылыҡтар
Open in Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Show more1 984
Subscribers
No data24 hours
-27 days
-1430 days
Posts Archive
1 984
Алдағы тәүлектәрҙә республикала тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә
Көслө ҡар яуыуы, юлдарға көрт һалыуы ихтимал. Төндә һауа торошо урыны менән 17 градусҡа тиклем түбәнәйә. 6 мартта һауа температураһы күтәрелеүе, ял һәм байрам көндәрендә ҡар яуыуы көтөлә.
1 984
Быйыл республикала санкцияланмаған 14 сүплекте бөтөрөү бурысы тора
Был турала Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының коллегия ултырышында билдәләнде. «Ябыҡ цикллы иҡтисад» федераль проекты сиктәрендә республика ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү күрһәткестәрен яҡшыртҡан.
1 984
Башҡортостанда махсус хәрби операция ҡатнашыусыларына бизнес өсөн соцконтракт
Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға үҙ эшен асыу өсөн социаль контракттар төҙөү өҫтөнлөклө ярҙам сараларының береһе буласаҡ.
Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барыу өсөн 200-ҙән кәм булмаған килешеү төҙөү планлаштырыла, махсус хәрби операция ветеранының килеме иҫәпкә алынмаясаҡ.
1 984
Башҡортостан халыҡ менән бәйләнеш платформаһы буйынса Рәсәйҙең ТОП-5 төбәгенә инде
Башҡортостан халыҡ менән бәйләнеш платформаһын ҡулланыу буйынса Рәсәйҙең биш алдынғы төбәге исемлегенә инде. Был система Дәүләт хеҙмәтенең махсус ҡушымтаһы аша туранан-тура власть органдарына, идара итеүсе компанияларға, төрлө учреждениеларға мөрәжәғәт итеү мөмкинлеге бирә.
1 984
Илеш районында Әнисә Саттарованың «Туҡыманан йәнле ҡурсаҡтар» күргәҙмәһе асылды
«Туҡыманан йәнле ҡурсаҡтар». Илеш районы үҙәге Үрге Йәркәй ауылында Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әнисә Саттарованың ижадына арналған шәхси күргәҙмә асылды.
1 984
Башҡортостандың Мәскәүҙәге тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә «Минең Башҡортостан» фестивале үтте
Сараны Гүзәл Солтанова етәкселегендәге «Гөлдәр» бейеү коллективы ойошторҙо. Ансамблдә башҡорт мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһынған кешеләр берләшкән. Улар үҙҙәре сәхнә костюмдары тегә, йолаларҙы өйрәнә, Мәскәүҙә үткәрелгән сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Былтыр ғына ижади коллектив төрлө майҙансыҡтарҙа, шул иҫәптән хәрби госпиталдәрҙә 40-ҡа яҡын концерт менән сығыш яһаған.
1 984
Бөгөн бер төркөм яугирҙар «Өфө-арена» эргәһендәге майҙандан махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды
Ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң йәнә яуға. Бөгөн бер төркөм яугирҙар «Өфө-арена» эргәһендәге майҙандан махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Яҡташтарыбыҙҙы Башҡортоостан Хәрби комиссариаты вәкилдәре, яҡындары, туғандары оҙатып ҡалды.
1 984
Андрей Назаров бөгөн республиканың юғары уҡыу йорто студенттарына асыҡ дәрес үткәрҙе
Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров бөгөн республиканың юғары уҡыу йорто студенттарына асыҡ дәрес үткәрҙе. Хөкүмәт рәйесе йәштәргә үҙенең тормош, хеҙмәт юлы тураһында һөйләне, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге, бизнес алып барыу серҙәре менән таныштырҙы.
1 984
Михаил Мишустин Дәүләт Думаһында БДМУ-ның «Өҫтөнлөк-2030» программаһындағы ғилми эштәрен билдәләне
Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин Дәүләт Думаһында «Өҫтөнлөк-2030» программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырылған Башҡорт дәүләт медицина университетының ғилми эштәрен айырым билдәләп үтте. Һүҙ кеше организмына үҙ аллы төҙәлергә ярҙам иткән уникаль материалдар тураһында бара.
1 984
Михаил Мишустин Дәүләт Думаһында БДМУ-ның «Өҫтөнлөк-2030» программаһындағы ғилми эштәрен билдәләне
Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин Дәүләт Думаһында «Өҫтөнлөк-2030» программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырылған Башҡорт дәүләт медицина университетының ғилми эштәрен айырым билдәләп үтте. Һүҙ кеше организмына үҙ аллы төҙәлергә ярҙам иткән уникаль материалдар тураһында бара.
1 984
Башҡортостандан биш проект «Служение» Бөтә Рәсәй муниципаль премияһына дәғүә итә
Уның ойоштороусыһы булып Рәсәй Президенты хакимиәте ярҙамында Бөтә Рәсәй урындағы үҙидараны үҫтереү ассоциацияһы сығыш яһай. Иң яҡшы башланғыстар өсөн халыҡ тауыш биреүе башланыуы тураһында социаль селтәрҙә Радий Хәбиров хәбәр итте.
1 984
Башҡортостандың иң өлгөлө башҡорт ғаиләләре билдәләнде
Бүләкләү тантанаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһында үтте Еңеүселәр өс номинация буйынса бүләкләнде, шулай уҡ «Махсус хәрби операция яугиры ғаиләһе», «Күп балалы ғаилә», «Донъясыл ғаилә», «Йәш ғаилә» махсус приздары тапшырылды. Тантанала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән «Башҡорт ғаиләһе» йылына ла старт бирелде.
1 984
Көйөргәҙе районында ауыл хужалығы кооперативы үҫешә
Көйөргәҙе районының «Ватан» ауыл хужалығы кооперативы үҫеш юлында. Йылҡы тотоу, ит продукцияһын эшкәртеү йүнәлешендә махсуслашҡан хужалыҡта аттар һаны 500-гә тиклем еткән. Быйыл мал-тыуарҙы аҫрау өсөн яңы лапаҫтар төҙөлгән, етештерелгән ит продукцияһы ассортименты киңәйтелгән. Ҡеүәтле хужалыҡ киләһе йыл 35 йыллыҡ юбилейын билдәләргә әҙерләнә.
1 984
173 -сө гуманитар ылауҙы махсус хәрби операция биләмәһендә яугирҙар ҡаршы алды
Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса тупланған 173 -сө гуманитар ылауҙы махсус хәрби операция биләмәһендә яугирҙар ҡаршы алды. Ярҙам яҡташтарыбыҙ хеҙмәт иткән 14 хәрби подразделениеға һәм шефлыҡҡа алынған Красный Луч ҡалаһына тәғәйенләнгән. Уны туплауҙа республиканың ете районы ҡатнашҡан.
1 984
Республикала полилингваль йүнәлештәге 12-се мәғариф учреждениеһы файҙаланыуға тапшырылды
Телде өйрәнеүҙә сиктәр юҡ. Республикала полилингваль йүнәлештәге 12-се мәғариф учреждениеһы файҙаланыуға тапшырылды. Әбйәлил районы үҙәгендә асылған күп профилле мәктәптә башҡорт, рус һәм инглиз телдәрен өйрәнәсәктәр. Яңы учреждениеның рәсми асылыуы менән республика башлығы Радий Хәбиров тура бәйләнеш аша тәбрикләне.
1 984
Радий Хәбиров Яҡын Көнсығыштағы хәлгә бәйле туристарға ярҙам ойошторорға ҡушты
Республика башлығы Радий Хәбиров Яҡын Көнсығыштағы хәлгә бәйле туристарға ярҙам ойошторорға ҡушты. Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә булған яҡташтарыбыҙ иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ, бәйләнештә булыу мөһимлеге билдәләнде. Туристар һәм уларҙың яҡындары барлыҡ һорауҙар буйынса республика менән идара итеү үҙәге ҡарамағындағы Ситуация үҙәгенә мөрәжәғәт итә ала, +7 (347) 218-19-19 телефон һандары буйынса Ҡыҙыу линия булдырылған.
1 984
Радий Хәбиров Өфө-Стәрлетамаҡ юлында тәртип булдырырға ҡушты
«Биш саҡрым һайын-ҡараңғы.» Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфө-Стәрлетамаҡ юлында тәртип булдырырға ҡушты, төнгө осорҙа яҡтыртыу системаһы өлөшләтә генә тоҡандарыла. Юл өсөн яуаплы идаралыҡ менән министрлыҡҡа киҫкен мәсьәләне хәл итеү бурысы ҡуйылды. Шулай уҡ оператив кәңәшмәлә юл буйы сервисын үҫтереү, халыҡтың экологик мәҙәниәтен күтәреүгә йүнәлтелгән сараларға йомғаҡ яһалды.
1 984
Башҡортостанда ҡоштар иҫәбен алалар
Акция 31 майға тиклем дауам итә. Уны Рус география йәмғиәте, "Янғантау" геопаркы һәм "Өфө" ҡоштары атласы" проекты ойоштора. Ҡатнашыу өсөн ҡоштарҙы видео, йә фотоға төшөрөп "Бәйләнештә" селтәрендәге төркөмдә урынлаштырырға кәрәк. Ойоштороусылар белдереүенсә, ошондай эш ҡоштар иҫәбен алырға ярҙам итә, шулай уҡ һирәк осраған ҡоштар асыҡлана.
1 984
Баймаҡта бокс буйынса төбәк-ара турнир үтте
Баймаҡ ҡалаһының «Баһадир» физкультура-һауыҡтырыу комплексында Урал аръяғы йәмәғәт башланғыстары союзы кубогына бокс буйынса төбәк-ара турнир үтте. Спорт ярышы тренер, яугир-интернационалист Илдус Алғушаев һәм махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булғандар иҫтәлегенә арналды.
1 984
Ауылда кинотеатр: «Башҡортостан киноһы көндәре» проекты старт алды
Ауылда кинотеатр. Республикала «Башҡортостан киноһы көндәре» тип исемләнгән яңы күләмле проект старт алды. Уның сиктәрендә заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған ауыл мәҙәниәт йорттарында урындағы режиссерҙарҙың фильмдары даими күрһәтеләсәк. Өҫтәүенә, классиканы бушлай ҡарарға мөмкин буласаҡ. Пилот проектты беренсе булып Баймаҡ районы ҡабул итте.
