БСТ | Яңылыҡтар
رفتن به کانال در Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
نمایش بیشتر1 964
مشترکین
اطلاعاتی وجود ندارد24 ساعت
+17 روز
-930 روز
آرشیو پست ها
1 963
Өфөлә Баҫма һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы коллегияһы үтте
Махсус хәрби операция, демография, балалар һәм йәштәр. Был 2026 йылға Башҡортостан киң мәғлүмәт саралары алдында ҡуйылған төп бурстарҙың береһе. Бөгөн Өфөлә республика Баҫма һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышы үтте.
1 963
Башҡортостанда юл буйы сервисына 2,5 млрд һум инвестиция һалынған
Былтыр Башҡортостанда юл буйы сервисын үҫтереүгә 2 миллиард ярым һумдан ашыу инвестиция йүнәлтелгән. 173 яңы объект төҙөлгән, 174-е комплекслы яңыртылған. Төбәктең сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы муниципалитеттар менән берлектә тармаҡҡа яңы инвесторҙар йәлеп итеү буйынса эш алып бара. Әлегә 54 башланғыс өҫтөнлөклө проекттар иҫәбенә индерелгән.
1 963
Башҡортостанда Туҡланыу төбәк операторҙары республика форумы үтте
Мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында, дауаханаларҙа туҡланыу системаһын ойоштороусоларҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сәләмләне. Төбәктә социаль туҡланыу предприятиелары ассоциацияһы тырышлығы менән мәктәп ашханалары тәртипкә килтерелә, балаларға тәҡдим ителгән ризыҡтар сифаты яҡшыра. Ассоциация ҡарамағында Берҙәм меню системаһы буйынса 533 мең бала туҡлана. Социаль туҡланыу өлкәһендә республика Рәсәйҙә иң яҡшылары исемлегендә.
1 963
Шишмә районында «Вкуслайн» балалар һәм диетик туҡланыу заводы асылды
Уның продукцияһы республиканың 14 районына, 800-гә яҡын мәғариф учреждениеһына оҙатыла. Хужалар киләсәктә етештереү ҡеүәттәрен тағы ла арттырырға һәм айына 850 тонна аҙыҡ-түлек әҙерләргә ниәтләй. Яңы, заманса заводтың эшмәкәрлеге менән бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та танышты.
1 963
Башҡортостанда ике пенсионер 7 миллион ярым һумға алданған
Туймазыла йәшәүсе ирле-ҡатынлы ғаилә бер нисә ай буйы мутлашыусылар менән аралашҡан. Уларҙы Рәсәйгә дуҫ булмаған дәүләтте финанслауҙары менән ҡурҡытҡандар, аҡсаларын хәүефһеҙ иҫәпкә күсерергә күндергәндәр. Пенсионерҙар бер нисә айҙан һуң ғына алданыуҙарын аңлап ҡалған, тип хәбәр итәләр Эске эштәр министрлығынан.
1 963
Өфөлә Айгөл Моратова юбилейын Дәүләт академия симфоник оркестры менән бер сәхнәлә ҡаршы алды
Башҡортостандың халыҡ артисы Айгөл Моратова юбилейын Дәүләт академия симфоник оркестры менән бер сәхнәлә ҡаршы алды. Ижади коллектив баш ҡала тамашасыларына миҙгелдең иң сағыу концерттарының береһен тәҡдим итте.
Маэстро Дмитрий Крюков етәкселегендә донъя музыкаһының билдәле әҫәрҙәре яңғыраны.
1 963
Шаранда 8 март алдынан ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар хөрмәтләнде
8 март Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан Шаран районы ҡатын-ҡыҙҙар советы тантаналы сара ойошторҙо.
Байрамда райондың 13 ауыл биләмәһенән 65 ирекмән ҡатын-ҡыҙ ҡатнашты. Сараға шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан «Клинок» ҡушаматлы шәфҡәт туташы ла саҡырылғайны.
1 963
Баймаҡ районында МХО-ла һәләк булған ҡатнашыусылар иҫтәлегенә стела асылды
Батырҙар онотолмай. Баймаҡ районы Темәс ауылында йәшәүселәр көстәре менән махсус хәрби операцияла һәләк булған ҡатнашыусы яҡташатры иҫтәлегенә стела төҙөүгә иреште.
1 963
Архангел районында Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекторҙары иҫерек водителде туҡтатҡан
Эскән килеш рулгә ултырыу ихтималлылығы тураһындағы хәбәр инспекцияның чат-ботына килгән. Һөҙөмтәлә хеҙмәткәрҙәр «Лада»ла ысынлап та, 22 йәшлек иҫерек егет хәрәкәт итеүен асыҡлай. Учалы районы вәкиле ваҡиға урынында үҙен агрессив тота, медицина тикшереүе үтеүҙән дә баш тартҡан. Осраҡ буйынса адинистратив протокол төҙөлгән, автомобиль махсус туҡталҡаға оҙатылған.
1 963
Өфөлә йәмәғәт транспортының яртыһы газға күскән
Республиканың сәнәғәт министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы Башҡортостан файҙаланыуға тапшырылған автомобиль газ тултырыу компрессор станциялары һаны буйынса Рәсәйҙә 1-се урынды биләй. Былтыр 7 станция файҙаланыуға тапшырылһа, әлеге ваҡытта улар 72 урында. Әйткәндәй, быйыл газ ҡорамалдарын ҡуйыуға дәүләт субсидияһы артты, уға эшҡыуарҙар ҙа, физик шәхестәр ҙә иҫәп тота ала.
1 963
Подъездарҙағы иғлан таҡтаһы үткәндәргә күсә
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ яңылыҡтарын, планлы эштәр йәки авария тураһында оператив белдереүҙәрҙе белер өсөн фатирҙан сығыу мотлаҡ түгел. Башҡортостанда МАХ мессенджерында рәсми йорт чаттары-һанлы проект үҫеш ала.
1 963
Өфөлә «Биләмәне комплексы үҫтереү» проекты буйынса тәүге йорт файҙаланыуға тапшырылды
Был дәүләт инициативаһы «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының бер өлөшө булып тора һәм халыҡтың йәшәү сифатын күтәреүгә йүнәлтелгән. «Биләмәне комплексы үҫтереү» проектына ярашлы, авария хәлендә һаналған йорттар һүтелә, уларҙың урынына яңы кварталдар ҡалҡып сыға.
1 963
Башҡортостанда Күп балалы ғаилә көнө раҫланды
Ҙур һәм татыу ғаилә йылында ғаилә институтын нығытыу, тыуымды арттырыу һәм демографик хәлде яҡшыртыу-көнүҙәк мәсьәлә. Бөгөн был тема Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа Дәүләт Думаһы депутаттары, закондар сығарыу һәм башҡарма власть органдары, урындағы үҙидаралыҡ вәкилдәре осрашыуында күтәрелде.
1 963
Башҡортостанда һауа торошо ҡырҡа үҙгәрә
Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала һауа шарттары боҙолоуы тураһында иҫкәртте.
Алдағы өс көндә төбәктә һауа температураһының 2 градус йылынан 22 градус һыуыҡҡа тиклем үҙгәреүе күҙаллана. Көслө ҡар яуыуҙан тыш, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы, көслө ел сығыуы көтөлә. Алдағы төндә һауа температураһы түбәнәйә.
1 963
Башҡортостанда иртәнге сәғәт 10-дан 11-гә тиклем халыҡты иҫкәртеү системаһы тикшерелде
Өфөлә был ваҡытта бер сәғәткә күп фатирлы йорттар подъездары асылды һәм сиреналар сигналы улар аша яңғыраны. Бындай сара иҫкәртеү ваҡытында урамда ҡалған кешеләр яҡын-тирәләге йорттарға йәшеренеп торһон өсөн күрелде.
1 963
Бөрйәндә махсус операцияла һәләк булғандарҙы спорт менән иҫкә алдылар
Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылында махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә район саңғы ярышы үтте. Сара шәхси эшҡыуар Зөфәр Көҫәпҡолов башланғысы менән ойошторолған, уның бер туған ҡустыһы алғы һыҙыҡта батырҙарса һәләк булған. Сара яугирҙар рухына аят бағышлауҙан башланды.
1 963
Көйөргәҙе районында физик мөмкинлеге сикләнгән балалар өсөн саңғы ярышы үтте
Көслө рухлылар өсөн кәртә юҡ. Көйөргәҙе районында физик мөмкинлеге сикләнгән балалар өсөн саңғы ярышы үтте. Сара Ермолаев мәҙәниәт һәм ял паркында ойошторолдо. Ярышта республиканың коррекция мәктәп-интернаттарында белем алған 120 уҡыусы үҙ көсөн һынап ҡараны.
1 963
Өфөлә янғын-ҡотҡарыу спорты буйынса Рәсәй Кубогы старт алды
Башҡортостан янғын-ҡотҡарыу спорты буйынса Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Кубогы менән Бөтә Рәсәй ирекле янғын һүндереү йәмғиәте Кубогына күләмле ярыштарҙы ҡабул итә. Спорт сараһы «Штурм баҫҡысы» дисциплинаһынан башланды.
1 963
Күп балалы ғаиләләр-ғәҙәти күренеш булырға тейеш
Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһында традицион ҡиммәттәрҙе яҡлау һәм күп балалы ғаиләләр өсөн льготалар алыуҙы ябайлаштырыу мәсьәләләренә бәйле һорауҙар ҡаралды. Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы эргәһендә ата-әсәләр республика советы эшләй.
1 963
Республика ауыл хужалыҡтарында баҫыу эштәренә әҙерлек барышында техник тикшереүҙәр үтә
Сәсеү миҙгеленә әҙерлек. Республика ауыл хужалыҡтарында баҫыу эштәренә әҙерлек барышында техник тикшереүҙәр үтә. Инспекторҙар төркөмө Саҡмағош районында Базы предприятиеһында трактор, комбайндарҙы һәм башҡа техниканы хәүефһеҙлек талаптары буйынса тикшерҙе. Йылдам үҫешкән хужалыҡта транспорт саралары даими яңыртыла, ферма майҙандары киңәйтелә
