en
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Open in Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Show more
1 993
Subscribers
No data24 hours
-27 days
-1030 days
Posts Archive
Өфө дәүләт нефть техник университетында халыҡ-ара ҡышҡы уйындар уҙғарылды Тәүге уйындар бынан алты йыл элек Африка, Латин Аме
Өфө дәүләт нефть техник университетында халыҡ-ара ҡышҡы уйындар уҙғарылды Тәүге уйындар бынан алты йыл элек Африка, Латин Америкаһы һәм Азиянан килеп баш ҡалала белем алған сит ил студенттары тәҡдиме буйынса үткәрелә. 👉🏻 Ентекләберәк MAX-та: https://max.ru/bstnews/AZy_Vd6HOgI БСТ | Яңылыҡтар MAX (https://max.ru/bstnews)

Белорет районында йәшәүсе башҡорт ҡурсаҡтары һәм гөлләмәләр эшләй Белорет районынан Гөлнар Мөсәлимова бүләк эҙләп сауҙа кибет
Белорет районында йәшәүсе башҡорт ҡурсаҡтары һәм гөлләмәләр эшләй Белорет районынан Гөлнар Мөсәлимова бүләк эҙләп сауҙа кибеттәрен ҡыҙырмай. Ул туғандарын, дуҫтарын күңел йылыһы һалып эшләгән ҡул эштәре менән һөйөндөрә. Оло Йылға ауылында йәшәгән Гөлнар Сабит ҡыҙы уҡытыусы булып эшләй, шул уҡ ваҡытта күҙ яуын алып торған башҡорт ҡурсаҡтары эшләргә лә, гөлләмәләр яһарға ла ваҡыт таба. 👉🏻 Ентекләберәк MAX-та: https://max.ru/bstnews/AZzC2uw1HPU БСТ | Яңылыҡтар MAX (https://max.ru/bstnews)

Өфөлә мәғариф учреждениеларында капиталь ремонт ойошторола Был аҙнала баш ҡаланың 218-се балалар баҡсаһында төҙөкләндереү эшт
Өфөлә мәғариф учреждениеларында капиталь ремонт ойошторола Был аҙнала баш ҡаланың 218-се балалар баҡсаһында төҙөкләндереү эштәре башланды. Әле эшселәр демонтаж эштәрен башҡара. Капиталь ремонт сиктәрендә балалар баҡсаһының иҙән-түшәмдәрен, объекттың фасадын, түбәһен яңыртыу, инженер коммуникацияларҙы алмаштырыу, йылытыу системаһын төҙәтеү ҡаралған. Ремонт эштәре августа тамамланыр тип көтөлә. 👉🏻 Ентекләберәк MAX-та: https://max.ru/bstnews/AZzC2uw1HPU БСТ | Яңылыҡтар MAX (https://max.ru/bstnews)

Өфөгә эш сәфәре менән Рәсәй Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Денис Мантуров килде Сәнәғәт һәм сауҙа министры төбәктең бе
Өфөгә эш сәфәре менән Рәсәй Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Денис Мантуров килде Сәнәғәт һәм сауҙа министры төбәктең бер нисә эре предприятиелары менән яҡындан танышты. Өфө трансформатор заводында республиканың сәнәғәт ҡаҙаныштарына арналған махсус күргәҙмә лә ойошторолдо. Унда импортты алмаштырыу һөҙөмтәһендә йыйылған уникаль өлгөләр сығарылды. Уларҙың ҡайһы берҙәренең донъя кимәлендә аналогы юҡ. 👉🏻 Ентекләберәк MAX-та: https://max.ru/bstnews/AZzC2uw1HPU БСТ | Яңылыҡтар MAX (https://max.ru/bstnews)

Радий Хәбиров Дмитрий Овчаров менән осрашты Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Үҙәк хәрби округы ғәскәрҙәре етәксеһе вазифаһы
Радий Хәбиров Дмитрий Овчаров менән осрашты Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Үҙәк хәрби округы ғәскәрҙәре етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Дмитрий Овчаров менән осрашты. Көн тәртибендә яҡтар махсус хәрби операция маҡсаттары менән бәйле һорауҙарға туҡталды. 👉🏻 Ентекләберәк MAX-та: https://max.ru/bstnews/AZzC2uw1HPU БСТ | Яңылыҡтар MAX

Башҡорт театрында премьера: «Кейәүҙәр» спектакле тамашасыны туй мәжлесенә саҡырҙы Башҡорт театрында йәнә туй. Мәжит Ғафури ис
Башҡорт театрында премьера: «Кейәүҙәр» спектакле тамашасыны туй мәжлесенә саҡырҙы Башҡорт театрында йәнә туй. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры был юлы репертуарын татар драматургы Абдулхай Вахитовтың әҫәре менән байытты. «Кейәүҙәр» тип исемләнгән музыкаль комедия театрҙың фойеһында башланып, артабан сәхнәлә дауам итте. 👉🏻 Ентекләберәк MAX-та: https://max.ru/bstnews БСТ | Яңылыҡтар MAX

Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылында Фирзән Тулыбаев иҫтәлегенә күләмле ярыштар үтте Ҡыйыулыҡ, көс һәм илһөйәрлек. Баймаҡ районы Иш
Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылында Фирзән Тулыбаев иҫтәлегенә күләмле ярыштар үтте Ҡыйыулыҡ, көс һәм илһөйәрлек. Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылында Махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Фирзән Тулыбаев иҫтәлегенә күләмле ярыштар үтте. Ҡаһарманлығы икенсе дәрәжә «Хәрби батырлыҡ», Генерал Шайморатов миҙалдары, «Батырлыҡ ордены» менән баһаланған яугирҙың исемен мәңгеләштереү маҡсатында ойошторолған сарала ир-егеттәр спорт уйындарында, урман эшендә, техника менән эш итеүҙә көс һынашты. 👉🏻 Ентекләберәк MAX-та: https://max.ru/bstnews БСТ | Яңылыҡтар MAX

Быйыл 1 апрелдән Рәсәйҙә бойҙай ононан аҡ икмәккә яңы ГОСТ индерелә Аҡ икмәккә яңы дәүләт стандарты. Быйыл 1 апрелдән Рәсәйҙә
Быйыл 1 апрелдән Рәсәйҙә бойҙай ононан аҡ икмәккә яңы ГОСТ индерелә Аҡ икмәккә яңы дәүләт стандарты. Быйыл 1 апрелдән Рәсәйҙә бойҙай ононан аҡ икмәккә яңы ГОСТ индерелә. Ул 1986 йылғы стандартты алмаштырасаҡ. Төп үҙгәрештәрҙең береһе-етештереүселәр заказсы менән килешеп, 500 граммдан кәмерәк (мәҫәлән, 350-450 грамм) ауырлыҡтағы икмәк сығара ала. Шулай уҡ оҙонса түңәрәк формаһында икмәк етештерергә рөхсәт ителә. Был үҙгәрештәр икмәк тәменә һәм сифатына нисек тәьҫир итә? 👉🏻 Ентекләберәк MAX-та: https://max.ru/bstnews БСТ | Яңылыҡтар MAX

Башҡортостанда «Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш»те ойоштороусыларҙы бүләкләнеләр Башҡортостан башлығының тура бәйләнешенә к
Башҡортостанда «Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш»те ойоштороусыларҙы бүләкләнеләр Башҡортостан башлығының тура бәйләнешенә килгән 6 мең 355 мөрәжәғәттең күпселек өлөшө, йәғни 67 проценты эшкәртелгән. Улар, башлыса, юл, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү мәсьәләләренә ҡағыла. Бөгөн республика менән идара итеү үҙәгендә «Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш»те әҙерләүҙә һәм үткәреүҙә ҡатнашыусыларҙы бүләкләү тантанаһы үтте. 👉🏻 Ентекләберәк MAX-та: https://max.ru/bstnews БСТ | Яңылыҡтар MAX

Өфөлә етенсегә «Кескәй принцессалар балы» үтте Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан Өфөлә етенсегә «Кескәй принцессалар балы»
Өфөлә етенсегә «Кескәй принцессалар балы» үтте Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан Өфөлә етенсегә «Кескәй принцессалар балы» үтте. Мөмкинлектәре сикләнгән ҡыҙҙар өсөн ойошторолған Хәйриә сараһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Байрамға республиканың төрлө район-ҡалаларынан 269 бала, шул иҫәптән балалар йорттары тәрбиләнеүселәре лә килде. Шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарҙың ғаиләләре лә иғтибар үҙәгендә булды. 👉🏻 Ентекләберәк MAX-та: https://max.ru/bstnews БСТ | Яңылыҡтар MAX

Радий Хәбиров 8 март уңайынан республика ҡатын-ҡыҙҙарын тәбрикләне Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров яҙҙың иң күркәм байрамд
Радий Хәбиров 8 март уңайынан республика ҡатын-ҡыҙҙарын тәбрикләне Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров яҙҙың иң күркәм байрамдарының береһе - 8 март уңайынан республика ҡатын-ҡыҙҙарын тәбрикләне. Өфөлә үткән тантаналы ултырышта гүзәл заттарға дәүләт наградалары тапшырылды. Радий Хәбиров, ныҡлы һәм ышаныслы тыл ойоштороусы, иҡтисадты үҫтереүсе, ғаилә терәге булып торған ҡатын-ҡыҙҙарға оло рәхмәтен еткерҙе. 👉🏻 Ентекләберәк MAX-та: https://max.ru/bstnews БСТ | Яңылыҡтар MAX

Башҡортостанда 27 хоккей ҡумтаһы авария хәлендә тип танылды Йәмәғәт палатаһы республика буйынса тикшереү уҙғарҙы. Инспекция 2
Башҡортостанда 27 хоккей ҡумтаһы авария хәлендә тип танылды Йәмәғәт палатаһы республика буйынса тикшереү уҙғарҙы. Инспекция 243 хоккей ҡумтаһын тикшерҙе. Уларҙың 52-еһе яҡшы тип баһаланды. Һәр береһе даими таҙартыла. Етешһеҙлектәр ҙур булған хоккей ҡумталарының күбеһе төпкөл ауылдарҙа урынлашҡан. Аҙна һайын бындай майҙансыҡтарҙа 21 мең кеше шөғөлләнә. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса кәңәшмә уҙғарылды, унда муниципалитеттарға төрлө программаларҙа ҡатнашып инфраструктураны яҡшыртырға тәҡдим ителде.

Башҡортостан махсус хәрби операция ветерандарын идара итергә өйрәтәләр Кадрҙар программаһында ҡатнашыусылар Республика менән
Башҡортостан махсус хәрби операция ветерандарын идара итергә өйрәтәләр Кадрҙар программаһында ҡатнашыусылар Республика менән идара итеү үҙәгендә булды. Улар "Инцидент-менеджмент" платформаһы менән танышты. Халыҡ мөрәжәғәттәре менән эшләү тураһында мәғлүмәт алды. Белгестәр социаль селтәрҙәрҙең әһәмиәте хаҡында һөйләне. "Башҡортостан геройҙары" программаһы ҡатнашыусылар алған белем киләсәктә идара эшмәкәрлегендә кәрәк була. Күп ветерандар муниципалитеттарҙа һәм власть органдарында стажировка үтә, ҡайһы берәүҙәре остаздары ҡулы аҫтында эш башлаған. Программа 2025 йылда Радий Хәбиров башланысы менән старт алды. Махсус хәрби операция ветерандарын тыныс тормошта идара эшенә йәлеп итеү маҡсат ҡуйылған.

Өфөлә Раушания Бәҙретдинованың «Муллыҡ» картиналар серияһы асылды Өфөнөң «Китап» магазины Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы
Өфөлә Раушания Бәҙретдинованың «Муллыҡ» картиналар серияһы асылды Өфөнөң «Китап» магазины Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Раушания Бәҙретдинованың «Муллыҡ» тип исемләнгән картиналар серияһы менән таныштыра. Ижади эштәрендә автор башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары образын, милли биҙәүестәр, халыҡ ижады өлгөләрен сағылдырған. Күргәҙмәне асыу тантанаһында билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ҡылҡәләм оҫтаһының ижадташ дуҫтары, яҡындары ҡатнашты. «Бәхет биләмәһе» һәм «Өфө хосписы» хәйриә фондтарының попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова авторҙың картиналарын юғары баһалап, район-ҡалаларға күсмә күргәҙмәләр ойошторорға тәҡдим итте. 👉🏻 Ентекләберәк MAX-та: https://max.ru/bstnews БСТ | Яңылыҡтар MAX

Шаран районында яңы ҡошсолоҡ комплексы сафҡа инде Комплекста эш сәфәре менән республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзра
Шаран районында яңы ҡошсолоҡ комплексы сафҡа инде Комплекста эш сәфәре менән республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов булды. Хужалыҡ себеш сығарыуҙан алып сеймалды эшкәртеүгә тиклем производство линияһы асҡан. 👉🏻 Ентекләберәк MAX-та: https://max.ru/bstnews БСТ | Яңылыҡтар MAX

Хәрбиҙәр дрондарға ҡаршы яңы тактика өйрәнә Ситтән тороп эш итеү, дошманға ҡапма-ҡаршы бармайһың, төрлө ғәскәрҙәрҙә лә хеҙмәт
Хәрбиҙәр дрондарға ҡаршы яңы тактика өйрәнә Ситтән тороп эш итеү, дошманға ҡапма-ҡаршы бармайһың, төрлө ғәскәрҙәрҙә лә хеҙмәт итергә мөмкин, ә һөжүм һөҙөмтәләре үтә лә юғары. Хәҙерге шарттарҙа пилотһыҙ осоу аппараттарынан тыш хәрби бәрелештәр алып барыу мөмкин дә түгел. Дрондар ҡораллы көстәрҙең һәр ғәскәрҙәрендә лә ҡулланыла. Улар һалдаттарҙың төп ярҙамсыһы. Ләкин ҡаршы яҡ та йоҡламай. Улар ҙа дрондар осора. Шуға күрә яугирҙарға уяу, юғары әҙерлекле булыу шарт. Алғы һыҙыҡҡа юлланыр алдынан барлыҡ хәрбиҙәр ҙә дошман ҡоштарына ҡаршы ентекле әҙерлек үтә. 👉🏻 Ентекләберәк MAX-та: https://max.ru/bstnews БСТ | Яңылыҡтар MAX

1 марттан водитель таныҡлығына уҡытыуҙа үҙгәрештәр үҙ көсөнә инде Дистанцион уҡытыу һәм яңы темалар. 1 марттан водитель таныҡ
1 марттан водитель таныҡлығына уҡытыуҙа үҙгәрештәр үҙ көсөнә инде Дистанцион уҡытыу һәм яңы темалар. 1 марттан водитель таныҡлығына уҡытыуҙа үҙгәрештәр үҙ көсөнә инде. Рәсәй Мәғариф министрлығы раҫлаған программаларға ярашлы, автомәктәптәр теорияны дистанцион форматта уҡыта аласаҡ. Практик өлөштә өҫтәмә сәғәттәр индереү күҙалланған. 👉🏻 Ентекләберәк MAX-та: https://max.ru/bstnews БСТ | Яңылыҡтар MAX

Башҡортостандың Милли музейҙа Гөлназ Ғәлимуллинаның «Әсә» фотокүргәҙмәһе асылды Башҡорт ғаиләһе ил күрке. Башҡортостандың Мил
Башҡортостандың Милли музейҙа Гөлназ Ғәлимуллинаның «Әсә» фотокүргәҙмәһе асылды Башҡорт ғаиләһе ил күрке. Башҡортостандың Милли музейында фоторәссам Гөлназ Ғәлимуллинаның «Әсә» тип исемләнгән фотокүргәҙмәһе асылды. Башҡорт ғаиләһенә арналған проект донъяның төрлө күргәҙмә залдарына сығарылған экспозиция булараҡ билдәле. Шулай уҡ Халыҡ-ара конкурстарҙа ла иң яҡшыһы тип таныла.

Өфөлә Баҫма һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы коллегияһы үтте Махсус хәрби операция, демография, балалар һәм йәштәр. Был 20
Өфөлә Баҫма һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы коллегияһы үтте Махсус хәрби операция, демография, балалар һәм йәштәр. Был 2026 йылға Башҡортостан киң мәғлүмәт саралары алдында ҡуйылған төп бурстарҙың береһе. Бөгөн Өфөлә республика Баҫма һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышы үтте.