fa
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

رفتن به کانال در Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

نمایش بیشتر
2 028
مشترکین
اطلاعاتی وجود ندارد24 ساعت
-17 روز
-1130 روز
آرشیو پست ها
Радий Хәбиров 8 март уңайынан республика ҡатын-ҡыҙҙарын тәбрикләне Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров яҙҙың иң күркәм байрамд
Радий Хәбиров 8 март уңайынан республика ҡатын-ҡыҙҙарын тәбрикләне Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров яҙҙың иң күркәм байрамдарының береһе - 8 март уңайынан республика ҡатын-ҡыҙҙарын тәбрикләне. Өфөлә үткән тантаналы ултырышта гүзәл заттарға дәүләт наградалары тапшырылды. Радий Хәбиров, ныҡлы һәм ышаныслы тыл ойоштороусы, иҡтисадты үҫтереүсе, ғаилә терәге булып торған ҡатын-ҡыҙҙарға оло рәхмәтен еткерҙе. 👉🏻 Ентекләберәк MAX-та: https://max.ru/bstnews БСТ | Яңылыҡтар MAX

Башҡортостанда 27 хоккей ҡумтаһы авария хәлендә тип танылды Йәмәғәт палатаһы республика буйынса тикшереү уҙғарҙы. Инспекция 2
Башҡортостанда 27 хоккей ҡумтаһы авария хәлендә тип танылды Йәмәғәт палатаһы республика буйынса тикшереү уҙғарҙы. Инспекция 243 хоккей ҡумтаһын тикшерҙе. Уларҙың 52-еһе яҡшы тип баһаланды. Һәр береһе даими таҙартыла. Етешһеҙлектәр ҙур булған хоккей ҡумталарының күбеһе төпкөл ауылдарҙа урынлашҡан. Аҙна һайын бындай майҙансыҡтарҙа 21 мең кеше шөғөлләнә. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса кәңәшмә уҙғарылды, унда муниципалитеттарға төрлө программаларҙа ҡатнашып инфраструктураны яҡшыртырға тәҡдим ителде.

Башҡортостан махсус хәрби операция ветерандарын идара итергә өйрәтәләр Кадрҙар программаһында ҡатнашыусылар Республика менән
Башҡортостан махсус хәрби операция ветерандарын идара итергә өйрәтәләр Кадрҙар программаһында ҡатнашыусылар Республика менән идара итеү үҙәгендә булды. Улар "Инцидент-менеджмент" платформаһы менән танышты. Халыҡ мөрәжәғәттәре менән эшләү тураһында мәғлүмәт алды. Белгестәр социаль селтәрҙәрҙең әһәмиәте хаҡында һөйләне. "Башҡортостан геройҙары" программаһы ҡатнашыусылар алған белем киләсәктә идара эшмәкәрлегендә кәрәк була. Күп ветерандар муниципалитеттарҙа һәм власть органдарында стажировка үтә, ҡайһы берәүҙәре остаздары ҡулы аҫтында эш башлаған. Программа 2025 йылда Радий Хәбиров башланысы менән старт алды. Махсус хәрби операция ветерандарын тыныс тормошта идара эшенә йәлеп итеү маҡсат ҡуйылған.

Өфөлә Раушания Бәҙретдинованың «Муллыҡ» картиналар серияһы асылды Өфөнөң «Китап» магазины Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы
Өфөлә Раушания Бәҙретдинованың «Муллыҡ» картиналар серияһы асылды Өфөнөң «Китап» магазины Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Раушания Бәҙретдинованың «Муллыҡ» тип исемләнгән картиналар серияһы менән таныштыра. Ижади эштәрендә автор башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары образын, милли биҙәүестәр, халыҡ ижады өлгөләрен сағылдырған. Күргәҙмәне асыу тантанаһында билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ҡылҡәләм оҫтаһының ижадташ дуҫтары, яҡындары ҡатнашты. «Бәхет биләмәһе» һәм «Өфө хосписы» хәйриә фондтарының попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова авторҙың картиналарын юғары баһалап, район-ҡалаларға күсмә күргәҙмәләр ойошторорға тәҡдим итте. 👉🏻 Ентекләберәк MAX-та: https://max.ru/bstnews БСТ | Яңылыҡтар MAX

Шаран районында яңы ҡошсолоҡ комплексы сафҡа инде Комплекста эш сәфәре менән республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзра
Шаран районында яңы ҡошсолоҡ комплексы сафҡа инде Комплекста эш сәфәре менән республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов булды. Хужалыҡ себеш сығарыуҙан алып сеймалды эшкәртеүгә тиклем производство линияһы асҡан. 👉🏻 Ентекләберәк MAX-та: https://max.ru/bstnews БСТ | Яңылыҡтар MAX

Хәрбиҙәр дрондарға ҡаршы яңы тактика өйрәнә Ситтән тороп эш итеү, дошманға ҡапма-ҡаршы бармайһың, төрлө ғәскәрҙәрҙә лә хеҙмәт
Хәрбиҙәр дрондарға ҡаршы яңы тактика өйрәнә Ситтән тороп эш итеү, дошманға ҡапма-ҡаршы бармайһың, төрлө ғәскәрҙәрҙә лә хеҙмәт итергә мөмкин, ә һөжүм һөҙөмтәләре үтә лә юғары. Хәҙерге шарттарҙа пилотһыҙ осоу аппараттарынан тыш хәрби бәрелештәр алып барыу мөмкин дә түгел. Дрондар ҡораллы көстәрҙең һәр ғәскәрҙәрендә лә ҡулланыла. Улар һалдаттарҙың төп ярҙамсыһы. Ләкин ҡаршы яҡ та йоҡламай. Улар ҙа дрондар осора. Шуға күрә яугирҙарға уяу, юғары әҙерлекле булыу шарт. Алғы һыҙыҡҡа юлланыр алдынан барлыҡ хәрбиҙәр ҙә дошман ҡоштарына ҡаршы ентекле әҙерлек үтә. 👉🏻 Ентекләберәк MAX-та: https://max.ru/bstnews БСТ | Яңылыҡтар MAX

1 марттан водитель таныҡлығына уҡытыуҙа үҙгәрештәр үҙ көсөнә инде Дистанцион уҡытыу һәм яңы темалар. 1 марттан водитель таныҡ
1 марттан водитель таныҡлығына уҡытыуҙа үҙгәрештәр үҙ көсөнә инде Дистанцион уҡытыу һәм яңы темалар. 1 марттан водитель таныҡлығына уҡытыуҙа үҙгәрештәр үҙ көсөнә инде. Рәсәй Мәғариф министрлығы раҫлаған программаларға ярашлы, автомәктәптәр теорияны дистанцион форматта уҡыта аласаҡ. Практик өлөштә өҫтәмә сәғәттәр индереү күҙалланған. 👉🏻 Ентекләберәк MAX-та: https://max.ru/bstnews БСТ | Яңылыҡтар MAX

Башҡортостандың Милли музейҙа Гөлназ Ғәлимуллинаның «Әсә» фотокүргәҙмәһе асылды Башҡорт ғаиләһе ил күрке. Башҡортостандың Мил
Башҡортостандың Милли музейҙа Гөлназ Ғәлимуллинаның «Әсә» фотокүргәҙмәһе асылды Башҡорт ғаиләһе ил күрке. Башҡортостандың Милли музейында фоторәссам Гөлназ Ғәлимуллинаның «Әсә» тип исемләнгән фотокүргәҙмәһе асылды. Башҡорт ғаиләһенә арналған проект донъяның төрлө күргәҙмә залдарына сығарылған экспозиция булараҡ билдәле. Шулай уҡ Халыҡ-ара конкурстарҙа ла иң яҡшыһы тип таныла.

Өфөлә Баҫма һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы коллегияһы үтте Махсус хәрби операция, демография, балалар һәм йәштәр. Был 20
Өфөлә Баҫма һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы коллегияһы үтте Махсус хәрби операция, демография, балалар һәм йәштәр. Был 2026 йылға Башҡортостан киң мәғлүмәт саралары алдында ҡуйылған төп бурстарҙың береһе. Бөгөн Өфөлә республика Баҫма һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышы үтте.

Башҡортостанда юл буйы сервисына 2,5 млрд һум инвестиция һалынған Былтыр Башҡортостанда юл буйы сервисын үҫтереүгә 2 миллиард
Башҡортостанда юл буйы сервисына 2,5 млрд һум инвестиция һалынған Былтыр Башҡортостанда юл буйы сервисын үҫтереүгә 2 миллиард ярым һумдан ашыу инвестиция йүнәлтелгән. 173 яңы объект төҙөлгән, 174-е комплекслы яңыртылған. Төбәктең сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы муниципалитеттар менән берлектә тармаҡҡа яңы инвесторҙар йәлеп итеү буйынса эш алып бара. Әлегә 54 башланғыс өҫтөнлөклө проекттар иҫәбенә индерелгән.

Башҡортостанда Туҡланыу төбәк операторҙары республика форумы үтте Мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында, дауаханаларҙа туҡланыу с
Башҡортостанда Туҡланыу төбәк операторҙары республика форумы үтте Мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында, дауаханаларҙа туҡланыу системаһын ойоштороусоларҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сәләмләне. Төбәктә социаль туҡланыу предприятиелары ассоциацияһы тырышлығы менән мәктәп ашханалары тәртипкә килтерелә, балаларға тәҡдим ителгән ризыҡтар сифаты яҡшыра. Ассоциация ҡарамағында Берҙәм меню системаһы буйынса 533 мең бала туҡлана. Социаль туҡланыу өлкәһендә республика Рәсәйҙә иң яҡшылары исемлегендә.

Шишмә районында «Вкуслайн» балалар һәм диетик туҡланыу заводы асылды Уның продукцияһы республиканың 14 районына, 800-гә яҡын
Шишмә районында «Вкуслайн» балалар һәм диетик туҡланыу заводы асылды Уның продукцияһы республиканың 14 районына, 800-гә яҡын мәғариф учреждениеһына оҙатыла. Хужалар киләсәктә етештереү ҡеүәттәрен тағы ла арттырырға һәм айына 850 тонна аҙыҡ-түлек әҙерләргә ниәтләй. Яңы, заманса заводтың эшмәкәрлеге менән бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та танышты.

Башҡортостанда ике пенсионер 7 миллион ярым һумға алданған Туймазыла йәшәүсе ирле-ҡатынлы ғаилә бер нисә ай буйы мутлашыусыла
Башҡортостанда ике пенсионер 7 миллион ярым һумға алданған Туймазыла йәшәүсе ирле-ҡатынлы ғаилә бер нисә ай буйы мутлашыусылар менән аралашҡан. Уларҙы Рәсәйгә дуҫ булмаған дәүләтте финанслауҙары менән ҡурҡытҡандар, аҡсаларын хәүефһеҙ иҫәпкә күсерергә күндергәндәр. Пенсионерҙар бер нисә айҙан һуң ғына алданыуҙарын аңлап ҡалған, тип хәбәр итәләр Эске эштәр министрлығынан.

Өфөлә Айгөл Моратова юбилейын Дәүләт академия симфоник оркестры менән бер сәхнәлә ҡаршы алды Башҡортостандың халыҡ артисы Айг
Өфөлә Айгөл Моратова юбилейын Дәүләт академия симфоник оркестры менән бер сәхнәлә ҡаршы алды Башҡортостандың халыҡ артисы Айгөл Моратова юбилейын Дәүләт академия симфоник оркестры менән бер сәхнәлә ҡаршы алды. Ижади коллектив баш ҡала тамашасыларына миҙгелдең иң сағыу концерттарының береһен тәҡдим итте. Маэстро Дмитрий Крюков етәкселегендә донъя музыкаһының билдәле әҫәрҙәре яңғыраны.

Шаранда 8 март алдынан ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар хөрмәтләнде 8 март Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан Шаран районы ҡатын-ҡыҙҙ
Шаранда 8 март алдынан ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар хөрмәтләнде 8 март Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан Шаран районы ҡатын-ҡыҙҙар советы тантаналы сара ойошторҙо. Байрамда райондың 13 ауыл биләмәһенән 65 ирекмән ҡатын-ҡыҙ ҡатнашты. Сараға шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан «Клинок» ҡушаматлы шәфҡәт туташы ла саҡырылғайны.

Баймаҡ районында МХО-ла һәләк булған ҡатнашыусылар иҫтәлегенә стела асылды Батырҙар онотолмай. Баймаҡ районы Темәс ауылында й
Баймаҡ районында МХО-ла һәләк булған ҡатнашыусылар иҫтәлегенә стела асылды Батырҙар онотолмай. Баймаҡ районы Темәс ауылында йәшәүселәр көстәре менән махсус хәрби операцияла һәләк булған ҡатнашыусы яҡташатры иҫтәлегенә стела төҙөүгә иреште.

Архангел районында Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекторҙары иҫерек водителде туҡтатҡан Эскән килеш рулгә ултырыу ихтимал
Архангел районында Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекторҙары иҫерек водителде туҡтатҡан Эскән килеш рулгә ултырыу ихтималлылығы тураһындағы хәбәр инспекцияның чат-ботына килгән. Һөҙөмтәлә хеҙмәткәрҙәр «Лада»ла ысынлап та, 22 йәшлек иҫерек егет хәрәкәт итеүен асыҡлай. Учалы районы вәкиле ваҡиға урынында үҙен агрессив тота, медицина тикшереүе үтеүҙән дә баш тартҡан. Осраҡ буйынса адинистратив протокол төҙөлгән, автомобиль махсус туҡталҡаға оҙатылған.

Өфөлә йәмәғәт транспортының яртыһы газға күскән Республиканың сәнәғәт министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы Башҡортостан файҙалан
Өфөлә йәмәғәт транспортының яртыһы газға күскән Республиканың сәнәғәт министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы Башҡортостан файҙаланыуға тапшырылған автомобиль газ тултырыу компрессор станциялары һаны буйынса Рәсәйҙә 1-се урынды биләй. Былтыр 7 станция файҙаланыуға тапшырылһа, әлеге ваҡытта улар 72 урында. Әйткәндәй, быйыл газ ҡорамалдарын ҡуйыуға дәүләт субсидияһы артты, уға эшҡыуарҙар ҙа, физик шәхестәр ҙә иҫәп тота ала.

Подъездарҙағы иғлан таҡтаһы үткәндәргә күсә Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ яңылыҡтарын, планлы эштәр йәки авария тураһында оператив
Подъездарҙағы иғлан таҡтаһы үткәндәргә күсә Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ яңылыҡтарын, планлы эштәр йәки авария тураһында оператив белдереүҙәрҙе белер өсөн фатирҙан сығыу мотлаҡ түгел. Башҡортостанда МАХ мессенджерында рәсми йорт чаттары-һанлы проект үҫеш ала.