БСТ | Яңылыҡтар
Open in Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Show more1 995
Subscribers
No data24 hours
-27 days
-1030 days
Posts Archive
1 994
Башҡорт милли кейеме - Рәсәйҙәге яңы бренд
Роспатент “Башҡорт милли кейемдәре” географик күрһәтмәһен теркәгән. Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова ошо турала хәбәр итте. Хәҙер республикала 11 теркәлгән бренд иҫәпләнә. Башҡорт балы, Бөрйән солоҡ балы, “Ҡорғаҙаҡ”, Ассы” “Йоматау” минераль һыуҙары, Ҡурай, Башҡорт аты, Мансур граниты, Башҡорт мамыҡ шәле, балаҫы һәм башҡорт милли кейемдәре ошо исемлеккә инә. “Брендарҙы теркәү Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенконың ҡушыуы буйынса башҡарыла. Бөгөнгә илдең төрлө төбәктәренән 400-ҙән ашыу үҙенсәлекле тауар теркәлде. Улар визит карточкаһы булыуҙан тыш, Рәсәйҙең иҡтисади үҫешенә лә ҙур өлөш индерә”, - тине Лилиә Ғүмәрова. Башҡортостанда 2020 йылдан алып Милли кейем көнө үткәрелә. Ул апрелдең өсөнсө һәм сентябрҙең икенсе йомаһында билдәләнә.
1 994
☘️ Тышта ЯҘ хакимлыҡ итә, ҡоштар һайрай, ҡояш йылмая!
Ҡышҡы йоҡоһонан уянған тәбиғәт үҙенә саҡыра!
Дуҫтар, «Бәхет иле» ҡаланан ситтә ғаилә менән ял итеү мөмкинлеген бүләк итә! Бының өсөн:
✅ Ғаиләгеҙ тураһында бер минутлыҡ видео төшөрөргә;
✅ #ҙурһәмтатыуғаиләбиләмәһе хештегы менән үҙегеҙҙең сәхифәгеҙҙә пост итеп һалырға
✅ Һәм конкурстың һөҙөмтәләрен көтөргә генә ҡала.
Конкурстың һөҙөмтәләрен 15 апрель көнө иғлан итербеҙ.
Тулыраҡ мәғлүмәт-беҙҙең төркөмдә: https://vk.com/club229609275
1 994
Башҡортостанда йылытыу миҙгеле ошо аҙнала тамамланыуы ихтимал
Уртаса температура 8 градус йылынан юғары булһа тейешле ҡарар ҡабул ителеүе мөмкин. Был турала Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итәләр. Республика Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, һуңғы ҡарарҙы хакимиәттәр ҡабул итә. Төрлө төбәктәрҙә һауа торошо төрлөсә булыуы мөмкин. Уҙған йылда Өфөлә йылы биреү 21 апрелдә туҡтатылды, республика буйынса йылытыу миҙгеле 5-6 майҙа тамамланды.
1 994
Башҡортостан йылғаларында боҙ тығылыуға ҡаршы эш алып барыла
Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Кирилл Первов белдереүенсә, 6 районда хәүефле урындарҙа боҙ шартлатылған. Республикала яҙғы ташҡын башлана, һыу баҫыу эҙемтәләрен кәметеү өсөн алдан саралар күрелә, - тине ул.
1 994
Башҡортостанда ҡырағай хайуандар арта
Был турала Республика хөкүмәтендә белдерелде. 2 мең 700 айыу, 700-гә яҡын бүре, 8 мең ярым төлкө, 1 мең 300 һеләүһен барлығы билдәле. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡырағай хайуандар һанын көйләү буйынса эш алып барыла. Йыл һайын 2 меңдән ашыу төлкө, 200 бүре һәм 150 айыу аулау планлаштырыла. Республика Башлығы ҡушыуы буйынса һунарсыларға аҡса түләү тураһында ла проект әҙерләнгән.
1 994
Өфөлә һыу баҫыу хәүефе булған биләмәләр аталды
Нижегородка, Дим һәм Калинин райондарындағы баҡсалар зыян күреүе ихтимал. Калинин район хакимиәте башлығы урынбаҫары Дмитрий Миронов белдереүенсә, Федоровка, Йылҡыбай, Самохвалов ауылдарына ла иғтибар арта. Юлдар янында дамбалар ҡороу өсөн әҙерлек алып барыла. Өфөлә 5 мең 200-ҙән ашыу кешене ваҡытлыса урынлаштырыу пункты әҙерләнгән. Һыу баҫыу хәүефе булған биләмәләрҙән 16 мең кубик метр ҡар сығарылған.
1 994
🌙 Башҡортостан мосолмандары иң мөһим һәм яҡты байрамдарҙың береһен — Ураҙа байрамын билдәләне.
Республика диндарҙарының был мөбәрәк байрамды нисек ҡаршы алыуы һәм үҙҙәрен ҙур өммәттең бер өлөшө итеп тойоуы тураһында Валитов ТV сығарылышында: https://vkvideo.ru/video-229671171_456239042
1 994
«Осам», «Һине генә», «Уйҙарым» һәм башҡа хиттары менән үҙен танытҡан МС Баш - Заһит Ҡунафин беҙҙә ҡунаҡта!
⚡ 20 март 23:00 БСТ каналында «Дуҫтар» проектында осрашырбыҙ!
1 994
Башҡортостанда "аҡыллы" спорт майҙансыҡтары булдырыла
"Бизнес-спринт" тигән федераль проект ғәмәлгә ашырыла. Республикала бының өсөн 36 миллион һум тотоноу ҡаралған. Проект буйынса заманса спорт майҙансыҡтары Сибайҙа, Бәләбәйҙә һәм Өфө районында урынлаша. Бында воркаут менән шөғөлләнеү, баскетбол, хоккей, гандбол уйнау мөмкинлеге була. Шулай уҡ ҡоролмаларға QR-кодтар беркетелә. Улар ярҙамында тренажерҙы дөрөҫ файҙаланыу тураһында мәғлүмәт алырға мөмкин. "Бизнес-спринт" программаһы буйынса Башҡортостанға барлығы 4 миллиард һумға яҡын аҡса бүленгән, тип яҙа "РБК-Өфө" агентлығы.
1 994
Өфөлә ашығыс ярҙам күрһәтеү хеҙмәтендәге ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡотланылар
8 март халыҡ -ара ҡатын- ҡыҙҙар көнөндә лә яуаплы хеҙмәттә. Өфөнөң Киров районы ашығыс ярҙам күрһәтеү станцияһында эшләүсе гүзәл заттар байрам көндәрендә саҡырыуҙар буйынса ауырыуҙар янына юллана. Улар өсөн ауыр хәлдәге пациенттарға сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү теүәллек талап иткән яуаплы эш. Байрам көндәрендә хеҙмәт вахтаһында торған гүзәл заттарҙы Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин тәбрикләп, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, рауза сәскәләре бүләк итте.
👉🏻 Ентекләберәк MAX-та: https://max.ru/bstnews/AZzTo1BfPao
БСТ | Яңылыҡтар MAX
1 994
Башҡортостанда сатлама һыуыҡтар көтөлә
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һауа торошоноң үҙгәреүен иҫәпкә алып хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә, уяулыҡты юғалтмаҫҡа саҡыра. Бигерәк тә электр йылытҡыстарын ҡулланғанда иғтибарлы булыу мөһим. Сөнки тап электр йылтыҡыстары күп осраҡта ут сығыуға сәбәпсе була. Шулай уҡ был көндәрҙә алыҫ юлға сыҡмаҫҡа, йылы кейенергә, урамда булыу ваҡытын мөмкин тиклем ҡыҫҡартырға кәңәш ителә.
👉🏻 Ентекләберәк MAX-та: https://max.ru/bstnews/AZzTl2SuKJc
БСТ | Яңылыҡтар MAX
1 994
Башҡортостанда йәшәүсе герой-әсәләр айлыҡ түләүҙәр ала башланы
Социаль фондтың Башҡортостан буйынса бүлексәһе республикала йәшәгән 10 әсәгә ай һайын аҡсалата түләү тәғәйенләне. Ул «Герой-әсә» исеме бирелгәндән һуң, ғаризаһыҙ билдәләнә. Түләү күләме йыл һайын индексациялана. 1 февралдән айлыҡ аҡсалата түләү 5,6 процентҡа арттырылған һәм 76 мең һумдан ашыу тәшкил итә.
👉🏻 Ентекләберәк MAX-та: https://max.ru/bstnews/AZzTc7EkB4I
БСТ | Яңылыҡтар MA
1 994
Стәрлетамаҡта автобус водителе пассажирҙарға тере концерт бүләк итә
Йәмәғәт транспортында концерт залы. Стәрлетамаҡта автобус водителе Рөстәм Яҡшыбаев ҡала пассажирҙарына көн һайын донъя йырҙарын бүләк итә. Уның маршруты бөгөн халыҡ араһында ҙур һорау менән файҙалана.
👉🏻 Ентекләберәк MAX-та: https://max.ru/bstnews/AZzJPPX3STw
БСТ | Яңылыҡтар MAX
1 994
Өфөлә 8 Мартҡа сәскә магазиндары көсәйтелгән режимда эшләй
Гүзәл заттарға гөлләмә. Өфөлә сәскә һатыусы 340-ҡа яҡын.нөктә иҫәпләнә. 8 Март халыҡ-ара ҡатын ҡыҙҙар байрамына флористар бер-нисә аҙна алдан әҙерлек башлай. Әлеге ваҡытта сәскә магазиндары көсәйтелгән режимда эшләй.
👉🏻 Ентекләберәк MAX-та: https://max.ru/bstnews/AZzJPPX3STw
БСТ | Яңылыҡтар MAX
1 994
Дүртөйлөлә «Сәләмәтлек мәктәбе» халыҡты дөрөҫ туҡланыуға өйрәтә
Һаулығың-үҙ ҡулыңда. Дүртөйлө үҙәк район дауаханаһында «Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер» милли проектына ярашлы «Сәләмәтлек мәктәбе» эшләй. Уның сиктәрендә табиптар төрлө темаға лекциялар уҙғара. Дәрестәрҙә теләгән һәр кем ҡатнаша ала.
👉🏻 Ентекләберәк MAX-та: https://max.ru/bstnews/AZzJPPX3STw
БСТ | Яңылыҡтар MAX
1 994
Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан «Берҙәм Рәсәй» партияһының йәмәғәт ярҙамы штабында ғәҙәти булмаған сара үтте
Бында «Ғаилә көсө» проектын ойоштороусылар махсус хәрби операция яугирҙарының әсәләре һәм ҡатындары өсөн стилист менән осрашыу уҙғарҙы. Белгестәр гүзәл заттарҙы образ һайларға, зауыҡлы итеп кейенергә өйрәтте. Ойоштороусылар яугирҙарҙың балалары өсөн дә оҫталыҡ дәресе әҙерләнә.
👉🏻 Ентекләберәк MAX-та: https://max.ru/bstnews/AZzJPPX3STw
БСТ | Яңылыҡтар MAX
1 994
Пилотһыҙ системалар батальонында дрондарға ҡаршы көрәш көсәйтелә
Бер айҙа ғына ике тиҫтәнән ашыу баба-яга. Пилотһыҙ системалар батальонында хеҙмәт иткән «Турок» ҡушаматлы яугир февралдә генә 23 иң хәүефле дрон-баба яга бәреп төшөргән. Башҡаларын иҫәпләп тә тормайым, ти ул. Сөнки тап баба яга беҙҙең һалдаттар, техника өсөн ҙур хәүеф тыуҙыра. Шуға күрә яугир тап уға һунар асҡан.
👉🏻 Ентекләберәк MAX-та: https://max.ru/bstnews/AZzJPPX3STw
БСТ | Яңылыҡтар MAX
1 994
Денис Мантуров менән осрашыуҙа республика сәнәғәте үҫеше тикшерелде
Рәсәй Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Денис Мантуров Радий Хәбиров менән протокол кәңәшмәһендә Башҡортостан сәнәғәте үҫешенә бәйле мөһим проекттарға туҡталды. Электроника сәнәғәте һәм «Пилотһыҙ авиация системаһы» милли проекты сиктәрендә республикала ике яңы технопарк барлыҡҡа киләсәк.
👉🏻 Ентекләберәк MAX-та: https://max.ru/bstnews/AZzJLlFJV2M
БСТ | Яңылыҡтар MAX
1 994
Денис Мантуров һәм Радий Хәбиров гуманитар ылауҙы оҙатыуҙа ҡатнашты
Рәсәй Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Денис Мантуров республика башлығы Радий Хәбиров менән махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙға гуманитар ылау оҙатыуҙа ҡатнашты. Колонна составына 17 автомобиль, шул иҫәптән ике «Урал» бронетехникаһы, дүрт «ВАЗ» машинаһы, өс «Нива» ингән.
👉🏻 Ентекләберәк MAX-та: https://max.ru/bstnews/AZzJIPH7Or4
БСТ | Яңылыҡтар MAX
