ru
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Открыть в Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Больше
2 028
Подписчики
Нет данных24 часа
-17 дней
-1130 день
Архив постов
Өфөлә ашығыс ярҙам күрһәтеү хеҙмәтендәге ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡотланылар 8 март халыҡ -ара ҡатын- ҡыҙҙар көнөндә лә яуаплы хеҙмәттә
Өфөлә ашығыс ярҙам күрһәтеү хеҙмәтендәге ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡотланылар 8 март халыҡ -ара ҡатын- ҡыҙҙар көнөндә лә яуаплы хеҙмәттә. Өфөнөң Киров районы ашығыс ярҙам күрһәтеү станцияһында эшләүсе гүзәл заттар байрам көндәрендә саҡырыуҙар буйынса ауырыуҙар янына юллана. Улар өсөн ауыр хәлдәге пациенттарға сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү теүәллек талап иткән яуаплы эш. Байрам көндәрендә хеҙмәт вахтаһында торған гүзәл заттарҙы Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин тәбрикләп, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, рауза сәскәләре бүләк итте. 👉🏻 Ентекләберәк MAX-та: https://max.ru/bstnews/AZzTo1BfPao БСТ | Яңылыҡтар MAX

Башҡортостанда сатлама һыуыҡтар көтөлә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һауа торошоноң үҙгәреүен иҫәпкә алып хәүефһеҙлек ҡағиҙ
Башҡортостанда сатлама һыуыҡтар көтөлә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һауа торошоноң үҙгәреүен иҫәпкә алып хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә, уяулыҡты юғалтмаҫҡа саҡыра. Бигерәк тә электр йылытҡыстарын ҡулланғанда иғтибарлы булыу мөһим. Сөнки тап электр йылтыҡыстары күп осраҡта ут сығыуға сәбәпсе була. Шулай уҡ был көндәрҙә алыҫ юлға сыҡмаҫҡа, йылы кейенергә, урамда булыу ваҡытын мөмкин тиклем ҡыҫҡартырға кәңәш ителә. 👉🏻 Ентекләберәк MAX-та: https://max.ru/bstnews/AZzTl2SuKJc БСТ | Яңылыҡтар MAX

Башҡортостанда йәшәүсе герой-әсәләр айлыҡ түләүҙәр ала башланы Социаль фондтың Башҡортостан буйынса бүлексәһе республикала йә
Башҡортостанда йәшәүсе герой-әсәләр айлыҡ түләүҙәр ала башланы Социаль фондтың Башҡортостан буйынса бүлексәһе республикала йәшәгән 10 әсәгә ай һайын аҡсалата түләү тәғәйенләне. Ул «Герой-әсә» исеме бирелгәндән һуң, ғаризаһыҙ билдәләнә. Түләү күләме йыл һайын индексациялана. 1 февралдән айлыҡ аҡсалата түләү 5,6 процентҡа арттырылған һәм 76 мең һумдан ашыу тәшкил итә. 👉🏻 Ентекләберәк MAX-та: https://max.ru/bstnews/AZzTc7EkB4I БСТ | Яңылыҡтар MA

Стәрлетамаҡта автобус водителе пассажирҙарға тере концерт бүләк итә Йәмәғәт транспортында концерт залы. Стәрлетамаҡта автобус
Стәрлетамаҡта автобус водителе пассажирҙарға тере концерт бүләк итә Йәмәғәт транспортында концерт залы. Стәрлетамаҡта автобус водителе Рөстәм Яҡшыбаев ҡала пассажирҙарына көн һайын донъя йырҙарын бүләк итә. Уның маршруты бөгөн халыҡ араһында ҙур һорау менән файҙалана. 👉🏻 Ентекләберәк MAX-та: https://max.ru/bstnews/AZzJPPX3STw БСТ | Яңылыҡтар MAX

Өфөлә 8 Мартҡа сәскә магазиндары көсәйтелгән режимда эшләй Гүзәл заттарға гөлләмә. Өфөлә сәскә һатыусы 340-ҡа яҡын.нөктә иҫәп
Өфөлә 8 Мартҡа сәскә магазиндары көсәйтелгән режимда эшләй Гүзәл заттарға гөлләмә. Өфөлә сәскә һатыусы 340-ҡа яҡын.нөктә иҫәпләнә. 8 Март халыҡ-ара ҡатын ҡыҙҙар байрамына флористар бер-нисә аҙна алдан әҙерлек башлай. Әлеге ваҡытта сәскә магазиндары көсәйтелгән режимда эшләй. 👉🏻 Ентекләберәк MAX-та: https://max.ru/bstnews/AZzJPPX3STw БСТ | Яңылыҡтар MAX

Дүртөйлөлә «Сәләмәтлек мәктәбе» халыҡты дөрөҫ туҡланыуға өйрәтә Һаулығың-үҙ ҡулыңда. Дүртөйлө үҙәк район дауаханаһында «Оҙайл
Дүртөйлөлә «Сәләмәтлек мәктәбе» халыҡты дөрөҫ туҡланыуға өйрәтә Һаулығың-үҙ ҡулыңда. Дүртөйлө үҙәк район дауаханаһында «Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер» милли проектына ярашлы «Сәләмәтлек мәктәбе» эшләй. Уның сиктәрендә табиптар төрлө темаға лекциялар уҙғара. Дәрестәрҙә теләгән һәр кем ҡатнаша ала. 👉🏻 Ентекләберәк MAX-та: https://max.ru/bstnews/AZzJPPX3STw БСТ | Яңылыҡтар MAX

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан «Берҙәм Рәсәй» партияһының йәмәғәт ярҙамы штабында ғәҙәти булмаған сара үтте Бында «Ғаилә
Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан «Берҙәм Рәсәй» партияһының йәмәғәт ярҙамы штабында ғәҙәти булмаған сара үтте Бында «Ғаилә көсө» проектын ойоштороусылар махсус хәрби операция яугирҙарының әсәләре һәм ҡатындары өсөн стилист менән осрашыу уҙғарҙы. Белгестәр гүзәл заттарҙы образ һайларға, зауыҡлы итеп кейенергә өйрәтте. Ойоштороусылар яугирҙарҙың балалары өсөн дә оҫталыҡ дәресе әҙерләнә. 👉🏻 Ентекләберәк MAX-та: https://max.ru/bstnews/AZzJPPX3STw БСТ | Яңылыҡтар MAX

Пилотһыҙ системалар батальонында дрондарға ҡаршы көрәш көсәйтелә Бер айҙа ғына ике тиҫтәнән ашыу баба-яга. Пилотһыҙ системала
Пилотһыҙ системалар батальонында дрондарға ҡаршы көрәш көсәйтелә Бер айҙа ғына ике тиҫтәнән ашыу баба-яга. Пилотһыҙ системалар батальонында хеҙмәт иткән «Турок» ҡушаматлы яугир февралдә генә 23 иң хәүефле дрон-баба яга бәреп төшөргән. Башҡаларын иҫәпләп тә тормайым, ти ул. Сөнки тап баба яга беҙҙең һалдаттар, техника өсөн ҙур хәүеф тыуҙыра. Шуға күрә яугир тап уға һунар асҡан. 👉🏻 Ентекләберәк MAX-та: https://max.ru/bstnews/AZzJPPX3STw БСТ | Яңылыҡтар MAX

Денис Мантуров менән осрашыуҙа республика сәнәғәте үҫеше тикшерелде Рәсәй Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Денис Мантуро
Денис Мантуров менән осрашыуҙа республика сәнәғәте үҫеше тикшерелде Рәсәй Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Денис Мантуров Радий Хәбиров менән протокол кәңәшмәһендә Башҡортостан сәнәғәте үҫешенә бәйле мөһим проекттарға туҡталды. Электроника сәнәғәте һәм «Пилотһыҙ авиация системаһы» милли проекты сиктәрендә республикала ике яңы технопарк барлыҡҡа киләсәк. 👉🏻 Ентекләберәк MAX-та: https://max.ru/bstnews/AZzJLlFJV2M БСТ | Яңылыҡтар MAX

Денис Мантуров һәм Радий Хәбиров гуманитар ылауҙы оҙатыуҙа ҡатнашты Рәсәй Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Денис Мантуро
Денис Мантуров һәм Радий Хәбиров гуманитар ылауҙы оҙатыуҙа ҡатнашты Рәсәй Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Денис Мантуров республика башлығы Радий Хәбиров менән махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙға гуманитар ылау оҙатыуҙа ҡатнашты. Колонна составына 17 автомобиль, шул иҫәптән ике «Урал» бронетехникаһы, дүрт «ВАЗ» машинаһы, өс «Нива» ингән. 👉🏻 Ентекләберәк MAX-та: https://max.ru/bstnews/AZzJIPH7Or4 БСТ | Яңылыҡтар MAX

Өфө дәүләт нефть техник университетында халыҡ-ара ҡышҡы уйындар уҙғарылды Тәүге уйындар бынан алты йыл элек Африка, Латин Аме
Өфө дәүләт нефть техник университетында халыҡ-ара ҡышҡы уйындар уҙғарылды Тәүге уйындар бынан алты йыл элек Африка, Латин Америкаһы һәм Азиянан килеп баш ҡалала белем алған сит ил студенттары тәҡдиме буйынса үткәрелә. 👉🏻 Ентекләберәк MAX-та: https://max.ru/bstnews/AZy_Vd6HOgI БСТ | Яңылыҡтар MAX (https://max.ru/bstnews)

Белорет районында йәшәүсе башҡорт ҡурсаҡтары һәм гөлләмәләр эшләй Белорет районынан Гөлнар Мөсәлимова бүләк эҙләп сауҙа кибет
Белорет районында йәшәүсе башҡорт ҡурсаҡтары һәм гөлләмәләр эшләй Белорет районынан Гөлнар Мөсәлимова бүләк эҙләп сауҙа кибеттәрен ҡыҙырмай. Ул туғандарын, дуҫтарын күңел йылыһы һалып эшләгән ҡул эштәре менән һөйөндөрә. Оло Йылға ауылында йәшәгән Гөлнар Сабит ҡыҙы уҡытыусы булып эшләй, шул уҡ ваҡытта күҙ яуын алып торған башҡорт ҡурсаҡтары эшләргә лә, гөлләмәләр яһарға ла ваҡыт таба. 👉🏻 Ентекләберәк MAX-та: https://max.ru/bstnews/AZzC2uw1HPU БСТ | Яңылыҡтар MAX (https://max.ru/bstnews)

Өфөлә мәғариф учреждениеларында капиталь ремонт ойошторола Был аҙнала баш ҡаланың 218-се балалар баҡсаһында төҙөкләндереү эшт
Өфөлә мәғариф учреждениеларында капиталь ремонт ойошторола Был аҙнала баш ҡаланың 218-се балалар баҡсаһында төҙөкләндереү эштәре башланды. Әле эшселәр демонтаж эштәрен башҡара. Капиталь ремонт сиктәрендә балалар баҡсаһының иҙән-түшәмдәрен, объекттың фасадын, түбәһен яңыртыу, инженер коммуникацияларҙы алмаштырыу, йылытыу системаһын төҙәтеү ҡаралған. Ремонт эштәре августа тамамланыр тип көтөлә. 👉🏻 Ентекләберәк MAX-та: https://max.ru/bstnews/AZzC2uw1HPU БСТ | Яңылыҡтар MAX (https://max.ru/bstnews)

Өфөгә эш сәфәре менән Рәсәй Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Денис Мантуров килде Сәнәғәт һәм сауҙа министры төбәктең бе
Өфөгә эш сәфәре менән Рәсәй Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Денис Мантуров килде Сәнәғәт һәм сауҙа министры төбәктең бер нисә эре предприятиелары менән яҡындан танышты. Өфө трансформатор заводында республиканың сәнәғәт ҡаҙаныштарына арналған махсус күргәҙмә лә ойошторолдо. Унда импортты алмаштырыу һөҙөмтәһендә йыйылған уникаль өлгөләр сығарылды. Уларҙың ҡайһы берҙәренең донъя кимәлендә аналогы юҡ. 👉🏻 Ентекләберәк MAX-та: https://max.ru/bstnews/AZzC2uw1HPU БСТ | Яңылыҡтар MAX (https://max.ru/bstnews)

Радий Хәбиров Дмитрий Овчаров менән осрашты Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Үҙәк хәрби округы ғәскәрҙәре етәксеһе вазифаһы
Радий Хәбиров Дмитрий Овчаров менән осрашты Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Үҙәк хәрби округы ғәскәрҙәре етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Дмитрий Овчаров менән осрашты. Көн тәртибендә яҡтар махсус хәрби операция маҡсаттары менән бәйле һорауҙарға туҡталды. 👉🏻 Ентекләберәк MAX-та: https://max.ru/bstnews/AZzC2uw1HPU БСТ | Яңылыҡтар MAX

Башҡорт театрында премьера: «Кейәүҙәр» спектакле тамашасыны туй мәжлесенә саҡырҙы Башҡорт театрында йәнә туй. Мәжит Ғафури ис
Башҡорт театрында премьера: «Кейәүҙәр» спектакле тамашасыны туй мәжлесенә саҡырҙы Башҡорт театрында йәнә туй. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры был юлы репертуарын татар драматургы Абдулхай Вахитовтың әҫәре менән байытты. «Кейәүҙәр» тип исемләнгән музыкаль комедия театрҙың фойеһында башланып, артабан сәхнәлә дауам итте. 👉🏻 Ентекләберәк MAX-та: https://max.ru/bstnews БСТ | Яңылыҡтар MAX

Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылында Фирзән Тулыбаев иҫтәлегенә күләмле ярыштар үтте Ҡыйыулыҡ, көс һәм илһөйәрлек. Баймаҡ районы Иш
Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылында Фирзән Тулыбаев иҫтәлегенә күләмле ярыштар үтте Ҡыйыулыҡ, көс һәм илһөйәрлек. Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылында Махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Фирзән Тулыбаев иҫтәлегенә күләмле ярыштар үтте. Ҡаһарманлығы икенсе дәрәжә «Хәрби батырлыҡ», Генерал Шайморатов миҙалдары, «Батырлыҡ ордены» менән баһаланған яугирҙың исемен мәңгеләштереү маҡсатында ойошторолған сарала ир-егеттәр спорт уйындарында, урман эшендә, техника менән эш итеүҙә көс һынашты. 👉🏻 Ентекләберәк MAX-та: https://max.ru/bstnews БСТ | Яңылыҡтар MAX

Быйыл 1 апрелдән Рәсәйҙә бойҙай ононан аҡ икмәккә яңы ГОСТ индерелә Аҡ икмәккә яңы дәүләт стандарты. Быйыл 1 апрелдән Рәсәйҙә
Быйыл 1 апрелдән Рәсәйҙә бойҙай ононан аҡ икмәккә яңы ГОСТ индерелә Аҡ икмәккә яңы дәүләт стандарты. Быйыл 1 апрелдән Рәсәйҙә бойҙай ононан аҡ икмәккә яңы ГОСТ индерелә. Ул 1986 йылғы стандартты алмаштырасаҡ. Төп үҙгәрештәрҙең береһе-етештереүселәр заказсы менән килешеп, 500 граммдан кәмерәк (мәҫәлән, 350-450 грамм) ауырлыҡтағы икмәк сығара ала. Шулай уҡ оҙонса түңәрәк формаһында икмәк етештерергә рөхсәт ителә. Был үҙгәрештәр икмәк тәменә һәм сифатына нисек тәьҫир итә? 👉🏻 Ентекләберәк MAX-та: https://max.ru/bstnews БСТ | Яңылыҡтар MAX

Башҡортостанда «Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш»те ойоштороусыларҙы бүләкләнеләр Башҡортостан башлығының тура бәйләнешенә к
Башҡортостанда «Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш»те ойоштороусыларҙы бүләкләнеләр Башҡортостан башлығының тура бәйләнешенә килгән 6 мең 355 мөрәжәғәттең күпселек өлөшө, йәғни 67 проценты эшкәртелгән. Улар, башлыса, юл, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү мәсьәләләренә ҡағыла. Бөгөн республика менән идара итеү үҙәгендә «Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш»те әҙерләүҙә һәм үткәреүҙә ҡатнашыусыларҙы бүләкләү тантанаһы үтте. 👉🏻 Ентекләберәк MAX-та: https://max.ru/bstnews БСТ | Яңылыҡтар MAX

Өфөлә етенсегә «Кескәй принцессалар балы» үтте Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан Өфөлә етенсегә «Кескәй принцессалар балы»
Өфөлә етенсегә «Кескәй принцессалар балы» үтте Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан Өфөлә етенсегә «Кескәй принцессалар балы» үтте. Мөмкинлектәре сикләнгән ҡыҙҙар өсөн ойошторолған Хәйриә сараһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Байрамға республиканың төрлө район-ҡалаларынан 269 бала, шул иҫәптән балалар йорттары тәрбиләнеүселәре лә килде. Шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарҙың ғаиләләре лә иғтибар үҙәгендә булды. 👉🏻 Ентекләберәк MAX-та: https://max.ru/bstnews БСТ | Яңылыҡтар MAX