en
Feedback
Аңлатабыҙ. Башҡортостан

Аңлатабыҙ. Башҡортостан

Open in Telegram
219
Subscribers
No data24 hours
-17 days
-130 days
Posts Archive
Башҡортостан ҡунаҡтарҙы асыҡ йөҙ менән ҡаршы ала, һәм һәр кемдең республикабыҙға килергә үҙ сәбәбе бар. Кемдер беҙҙең хозур т
Башҡортостан ҡунаҡтарҙы асыҡ йөҙ менән ҡаршы ала, һәм һәр кемдең республикабыҙға килергә үҙ сәбәбе бар. Кемдер беҙҙең хозур тәбиғәтте күрергә теләй, берәүгә - эш буйынса, икенсеһенә сәләмәтлеген нығытыу кәрәк. Бына шундай төрлө тарихтар дөйөм күренеште хасил итә. Башҡортостанстат мәғлүмәттәренә ярашлы, 2025 йылда ҡунаҡхана, шифахана, ял итеү һәм башҡа урындарҙа 1,4 миллион кеше туҡталған. Шуларҙың яртыһы (45,2%), тиерлек, ял итергә килгән, 27,8 проценты - эш буйынса, 15,5 проценты - Башҡортостанды дауаланыу һәм һаулыҡтарын нығытыу өсөн һайлаған. Әйткәндәй, төбәк буйынса статистиканы Башҡортостанстат сайтында ҡарарға була. Кәрәк бүлекте һайлағыҙ, мәҫәлән, "Хаҡтар", "Халыҡ", "Ауыл хужалығы", "Сәнәғәт етештереүе". Йәки эҙләүҙе һәм фильтрҙар ҡулланығыҙ. #Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан

МХО-ла ҡатнашыу тураһында белешмә биреүҙең яңы тәртибе 2026 йылдың 27 авгусынан ғәмәлдә. Документты Дәүләт хеҙмәттәренән элек
МХО-ла ҡатнашыу тураһында белешмә биреүҙең яңы тәртибе 2026 йылдың 27 авгусынан ғәмәлдә. Документты Дәүләт хеҙмәттәренән электрон төрҙә алырға мөмкин. Ҡағыҙҙағы өлгөһөн хәрби хеҙмәткәрҙең вәкиле нотариаль раҫланған ышаныс ҡағыҙы буйынса алырға хаҡлы. Күп функциялы үҙәк белгестәре аңлатыуынса, төп шарт һаҡлана – ғаризаны хәрби хеҙмәткәр үҙе бирергә тейеш. Белешмәне Дәүләт хеҙмәттәре аша йәки Күп функциялы үҙәктә рәсмиләштерергә мөмкин.  Документ хәрби хеҙмәткәрҙең ғаилә ағзаһына кәрәк булһа (мәҫәлән, ташламалар йәки ер мәсьәләләрен хәл итер өсөн), Күп функциялы үҙәктә паспорт менән туғанлыҡты раҫлаусы документтар (мәҫәлән, балалар тыуыуы тураһында таныҡлыҡ), шулай уҡ МХО-ла ҡатнашыусының мәғлүмәттәре кәрәк буласаҡ. Башҡортостандың Күп функциялы үҙәк офистары Рәсми документ #Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан

📣 3 йәштән 20-гә тиклемге балалар, үҫмерҙәр, шулай уҡ ижади (шул иҫәптән инклюзив) коллективтарҙа шөғөлләнеүселәрҙе «Кәртәлә
📣 3 йәштән 20-гә тиклемге балалар, үҫмерҙәр, шулай уҡ ижади (шул иҫәптән инклюзив) коллективтарҙа шөғөлләнеүселәрҙе «Кәртәләрҙе емереп»(«Ломая барьеры») XIII Төбәк-ара балалар ижады фестивалендә ҡатнашырға саҡыралар. Һайлап алыу этабы 2026 йылдың 15 сентябренә тиклем үтә. Ҡатнашыу бушлай, заявка тултырырға һәм ижади эште конкурсы.рф платформаһына һалырға кәрәк. Үҙ талантыңды – музыка ҡоралында уйнау йәки йыр башҡарыу ижадында, хореография һәм үҙенсәлекле жанр номинацияларының береһендә күрһәтергә мөмкин. → Тулыраҡ мәғлүмәт   Фестивалдең финалы 2026 йылдың 6 ноябрендә үтә. Һайлап алыу этабында ҡатнашыусыларҙың барыһы ла электрон диплом менән бүләкләнә, ә 10 финалист Өфөнөң ҙур концерт майҙансыҡтарының береһендә гала‑концертта сығыш яһаясаҡ. Өҫтәмә һорауҙарҙы электрон почта аша info@stereotipov.net йәки +7 (917) 741-80-69 телефонына шылтыратып бирергә мөмкин.  Фестивалде ойоштороусылар – коммерция булмаған автономиялы «Кәртәләрҙе емереп» Социаль технологиялар үҙәге, Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, «Газпром трансгаз Өфө» компанияһы.  «Кәртәләрҙе емереп» үҙәге 10 йыл дауамында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға һәләттәрен асырға ярҙам итә. Был ваҡыт эсендә уның проекттарында 7 меңдән ашыу бала ҡатнашҡан. Ойошманың төп маҡсаты – һәр бала үҙен таныта алырлыҡ йәмғиәт ҡороу. 2026 йыл девизы – «Бергә яҡтыраҡ һәм яҡшыраҡ». #Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан

3 йәштән 20-гә тиклемге балалар, үҫмерҙәр, шулай уҡ ижади (шул иҫәптән инклюзив) коллективтарҙа шөғөлләнеүселәрҙе «Кәртәләрҙе
3 йәштән 20-гә тиклемге балалар, үҫмерҙәр, шулай уҡ ижади (шул иҫәптән инклюзив) коллективтарҙа шөғөлләнеүселәрҙе «Кәртәләрҙе емереп»(«Ломая барьеры») XIII Төбәк-ара балалар ижады фестивалендә ҡатнашырға саҡыралар. Һайлап алыу этабы 2026 йылдың 15 сентябренә тиклем үтә. Ҡатнашыу бушлай, заявка тултырырға һәм ижади эште конкурсы.рф платформаһына һалырға кәрәк. Үҙ талантыңды – музыка ҡоралында уйнау йәки йыр башҡарыу ижадында, хореография һәм үҙенсәлекле жанр номинацияларының береһендә күрһәтергә мөмкин. → Тулыраҡ мәғлүмәт   Фестивалдең финалы 2026 йылдың 6 ноябрендә үтә. Һайлап алыу этабында ҡатнашыусыларҙың барыһы ла электрон диплом менән бүләкләнә, ә 10 финалист Өфөнөң ҙур концерт майҙансыҡтарының береһендә гала‑концертта сығыш яһаясаҡ. Өҫтәмә һорауҙарҙы электрон почта аша info@stereotipov.net йәки +7 (917) 741-80-69 телефонына шылтыратып бирергә мөмкин.  Фестивалде ойоштороусылар – коммерция булмаған автономиялы «Кәртәләрҙе емереп» Социаль технологиялар үҙәге, Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, «Газпром трансгаз Өфө» компанияһы.  «Кәртәләрҙе емереп» үҙәге 10 йыл дауамында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға һәләттәрен асырға ярҙам итә. Был ваҡыт эсендә уның проекттарында 7 меңдән ашыу бала ҡатнашҡан. Ойошманың төп маҡсаты – һәр бала үҙен таныта алырлыҡ йәмғиәт ҡороу. 2026 йыл девизы – «Бергә яҡтыраҡ һәм яҡшыраҡ». #Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан

«Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы тамамланыуға бара. 2026 йылдың 7-11 сентябрендә «Сәләмәтлек поездары» Хәйбулла,
+1
«Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы тамамланыуға бара. 2026 йылдың 7-11 сентябрендә «Сәләмәтлек поездары» Хәйбулла, Салауат, Дыуан, Бөрө һәм Шаран райондарына юллана. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, табип консультациялары – бушлай, ҡабул итеү сират тәртибендә алып барыла. Иң мөһиме, үҙең менән паспорт һәм мотлаҡ медицина страховкаһы (ОМС) полисын алырға. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2026 йыл башынан «Сәләмәтлек поездарында» 223 МХО ҡатнашыусыһы һәм уларҙың 1 917 ғаилә ағзаһы тикшерелгән. Мобиль бригадалар бөтәһе 179 573 ҡабул итеү һәм 48 092 тикшереү үткәргән. Был ҙур эш һаулыҡ менән бәйле проблемаларҙы иртә асыҡларға ярҙам итә. Табиптар тәүге тапҡыр 9 462 сирҙе асыҡлаған, шул иҫәптән 3 766-һы - социаль әһәмиәтле. Ҡайһы бер пациенттарҙа хәүеф факторҙары – шәкәр, холестерин, баҫым, артыҡ ауырлыҡ табылған. Ҡаты ауырыуға шик булғандарҙы өҫтәмә тикшеренеү үтергә һәм дауаланырға йүнәлткәндәр. Акция Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты сиктәрендә үтә. #Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан

Һаҡһыҙ эш иткәндә йылытҡыс бәләгә килтереүе ихтимал. Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты
Һаҡһыҙ эш иткәндә йылытҡыс бәләгә килтереүе ихтимал. Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгестәре прибор менән нисек хәүефһеҙ ҡулланыу тураһында иҫкә төшөрә. ⚠️ Ҡабыҙырҙан алда Корпусын, шнурын һәм сатаһын тикшерегеҙ ярыҡ, һыныҡ, яланғас сымдар булырға тейеш түгел. Боҙолған урындары булһа, ҡулланмағыҙ. Розетка һәм сым яҡшы булыуына инанығыҙ. Йыш ҡына контакттарҙың артыҡ йылыныуы янғын сәбәбе була. Ҡулланмаларын уҡып сығығыҙ, төрлө моделдәрҙең үҙ үҙенсәлектәре бар. ♨️ Эш ваҡытында Йылытҡысты ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Бүлмәнән сыҡҡанда һүндерегеҙ. Ҡорамалды ҡорған, мебель, ҡумталарҙан һәм башҡа янар әйберҙәрҙән кәмендә ярты метр алыҫлыҡта тотоғоҙ. Йылытҡысты ҡапламағыҙ һәм уның өҫтөндә кейем киптермәгеҙ – был тиҙ арала артыҡ йылыныуға килтерә. Дымлы бүлмәләрҙә һәм һыу эргәһендә урынлаштырмағыҙ. Селтәргә артыҡ көс төшөрмәгеҙ. Йылытҡысты сәйнүк, микротулҡынлы мейес һәм башҡа ҡеүәтле приборҙар менән бергә ҡуймағыҙ. 🚫 Нимә эшләргә ярамай Балаларға приборҙы ҡабыҙырға йәки уның эргәһендә уйнарға рөхсәт итмәгеҙ (бала теймәҫлек итеп урынлаштырығыҙ). Ҡулдан эшләнгән йәки ашыҡ-бошоҡ ремонтланған ҡоролмаларҙы ҡулланыу – хәүефле. Бауҙы келәм аҫтына йәшереү йәки ишек уйымы аша төшөрөү. Был рәүешле сым тиҙ туҙа, замыкание хәүефе арта. 👇Ҡулланғандан һуң Ҡорамалды йыйып ҡуйыр йәки таҙартыр алдынан тулыһынса һыуытығыҙ. Туҙандан һаҡ ҡына һөртөгөҙ - ныҡ йылытҡанда ул да янып китеүе ихтимал. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, ошо ябай ҡағиҙәләрҙе үтәгеҙ! #Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан

🚗🐾 "Аңлатабыҙ. Башҡортостан"дың яңы сығарылышында - яратҡан хайуандарығыҙҙы ташыу ҡағиҙәләре. Закон буйынса транспорттағы хайуан йөк тип иҫәпләнә - уны билдәләнгән талаптар буйынса ташырға кәрәк. Бер хата штраф менән янай һәм салонда булған барыһын да ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыуы ихтимал. Видеола үҙегеҙ һәм яратҡан хайуанығыҙ өсөн юл тыныс һәм уңайлы үтһен, тиһәгеҙ, сығырҙан алда нимәгә иғтибарға итергә кәрәк булыуы тураһында һөйләйбеҙ. #Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан

"Аңлатабыҙ. Башҡортостан"дың яңы сығарылышында - яратҡан хайуандарығыҙҙы ташыу ҡағиҙәләре. Закон буйынса транспорттағы хайуан йөк тип иҫәпләнә - уны билдәләнгән талаптар буйынса ташырға кәрәк. Бер хата штраф менән янай һәм салонда булған барыһын да ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыуы ихтимал. Видеола үҙегеҙ һәм яратҡан хайуанығыҙ өсөн юл тыныс һәм уңайлы үтһен, тиһәгеҙ, сығырҙан алда нимәгә иғтибарға итергә кәрәк булыуы тураһында һөйләйбеҙ.

❗️Дүртөйлө районында үҫмер мотоцикл менән идара иткәндә һәләк булған. Был яңылыҡ - бөтә ата-әсәләр өсөн етди сигнал. Быйыл йәй булған фажиғәләрҙе иҫкәртеп була ине. Башҡортостан Дәүләт автоинспекцияһы яҙмаһында - мөһим факттар. Өлкәндәр өсөн йәш, хоҡуҡтар, административ һәм енәйәт яуаплылығы тураһында. Әгәр балиғ булмаған баланы руль артында күрһәгеҙ, Дәүләт автоинспекцияһына йәки Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ышаныс телефонына хәбәр итегеҙ: 8 (347) 279-32-92. Был кемделер туҡтатыуы һәм ғүмерен ҡотҡарыуы ихтимал. #Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан

Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы ҡасан йылылыҡ бирелеүе тураһында иҫкә төшөрә. Барыһы ла һауа торошона бәйле
Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы ҡасан йылылыҡ бирелеүе тураһында иҫкә төшөрә. Барыһы ла һауа торошона бәйле. Әгәр ҙә тәүлегенә уртаса һауа температураһы 5 көн дауамында +8 °C булһа, йылылыҡты икенсе көнөнә бирәсәктәр. Әммә ҡарар "автомат рәүештә" ҡабул ителмәй. Урындағы үҙидара органдары (ҡала йәки район хакимиәте) хәлде анализлай һәм йылытыу миҙгеле башланыуы тураһында рәсми ҡарар сығара. Бынан һуң тәьмин итеүсе ойошмалар системаны эшләтеп ебәрә. 🌡 Фатирҙа ниндәй температура булырға тейеш: • торлаҡ бүлмәләрҙә +20 °C түбән булмаҫҡа • мөйөштәге бүлмәләрҙә - +22 °C түбән булмаҫҡа Температураны нисек үлсәргә. Фатирҙағы иң ҙур бүлмәне һайлап, уртаһына баҫығыҙ һәм иҙәндән 1 метр өҫтә температураны үлсәгеҙ. Әгәр фатирҙа норманан һыуығыраҡ булһа, үҙегеҙҙең идарасы компанияһының авария-диспетчер хеҙмәтенә мөрәжәғәт итегеҙ. Унда акт төҙөйәсәктәр һәм мәсьәләне хәл итергә ярҙамлашасаҡтар. Идарасы компанияның бәйләнештәре торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн түләүҙәр квитанцияһында, подъездағы иғландар таҡтаһында һәм "Дәүләт хеҙмәттәре Йорт" мобиль ҡушымтаһында бар. Был яҙманы һаҡлап ҡуйығыҙ - көндәр һыуытҡас кәрәк булыр. #Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан

📦 МХО яугирына нисек Рәсәй почтаһы аша посылка ебәрергә Рәсәй Почтаһының бөтә бүлексәләрендә махсус хәрби операция биләмәһен
📦 МХО яугирына нисек Рәсәй почтаһы аша посылка ебәрергә Рәсәй Почтаһының бөтә бүлексәләрендә махсус хәрби операция биләмәһенә саҡырылған хәрбиҙәргә бушлай посылкалар һалырға мөмкин. Нисә тапҡыр ебәреүгә ҡағылышлы сикләүҙәр юҡ, әммә һәр посылканың ауырлығы 10 килограмдан артмаҫҡа тейеш. Адресын нисек күрһәтергә:  Тышына алыусының исем-шәрифен (төп килештә), ғәскәри частың биш һанлы номерын һәм адресын яҙырға кәрәк – Мәскәү ҡалаһы, 103400. Ебәреү тәртибе: ❶ Почта бүлексәһенә посылканы асыҡ килеш килтерергә. ❷ Һалынған әйберҙәр исемлеген ике данала әҙерләргә – әйбер атамаларын һәм уларҙың һанын барлап сығырға (хаҡы кәрәкмәй). ❸ Беренсе исемлекте посылка эсенә һалырға, икенсеһен үҙегеҙҙә ҡалдырырға. ❹ Оператор посылкалағы әйберҙе исемлек менән сағыштыра һәм ҡумтаны хеҙмәт скотчы менән мөһөрләй. Нимәләр ебәрергә ярамай: иҫерткес эсемлектәр, аккумуляторҙар, пауэрбанктар, литийлы батареялар, гильзалар, дары( шул иҫәптән металл төргәктә йәки шешәләрҙә), күҙ ҡарамағына танылмаҫ әйберҙәр( мәҫәлән, тамғаланмаған һауыттар), башҡа тыйылған әйберҙәр исемлеге – Рәсәй Почтаһы сайтында. Сикләүҙәр: дарыуҙар – бер посылкала 10 төргәктән артыҡ ярамай, шыйыҡсалар – 2 литрҙан артыҡ булмаҫҡа тейеш. 📍Посылка һалыр өсөн иң яҡын бүлекте картала табырға мөмкин. Шулай уҡ ҡарағыҙ: Рәсәй почтаһы посылкаларҙы телефон номеры буйынса тарата башланы   Рәсәй почтаһы Рәсәй Федерацияһы гербы менән флагы һүрәтләнгән почта маркалары серияһын сығарҙы #Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан

📦 МХО яугирына нисек Рәсәй почтаһы аша посылка ебәрергә Рәсәй Почтаһының бөтә бүлексәләрендә махсус хәрби операция биләмәһен
📦 МХО яугирына нисек Рәсәй почтаһы аша посылка ебәрергә Рәсәй Почтаһының бөтә бүлексәләрендә махсус хәрби операция биләмәһенә саҡырылған хәрбиҙәргә бушлай посылкалар һалырға мөмкин. Нисә тапҡыр ебәреүгә ҡағылышлы сикләүҙәр юҡ, әммә һәр посылканың ауырлығы 10 килограмдан артмаҫҡа тейеш. Адресын нисек күрһәтергә:  Тышына алыусының исем-шәрифен (төп килештә), ғәскәри частың биш һанлы номерын һәм адресын яҙырға кәрәк – Мәскәү ҡалаһы, 103400. Ебәреү тәртибе: ❶ Почта бүлексәһенә посылканы асыҡ килеш килтерергә. ❷ Һалынған әйберҙәр исемлеген ике данала әҙерләргә – әйбер атамаларын һәм уларҙың һанын барлап сығырға (хаҡы кәрәкмәй). ❸ Беренсе исемлекте посылка эсенә һалырға, икенсеһен үҙегеҙҙә ҡалдырырға. ❹ Оператор посылкалағы әйберҙе исемлек менән сағыштыра һәм ҡумтаны хеҙмәт скотчы менән мөһөрләй. Нимәләр ебәрергә ярамай: иҫерткес эсемлектәр, аккумуляторҙар, пауэрбанктар, литийлы батареялар, гильзалар, дары( шул иҫәптән металл төргәктә йәки шешәләрҙә), күҙ ҡарамағына танылмаҫ әйберҙәр( мәҫәлән, тамғаланмаған һауыттар), башҡа тыйылған әйберҙәр исемлеге – Рәсәй Почтаһы сайтында. Сикләүҙәр: дарыуҙар – бер посылкала 10 төргәктән артыҡ ярамай, шыйыҡсалар – 2 литрҙан артыҡ булмаҫҡа тейеш. 📍Посылка һалыр өсөн иң яҡын бүлекте картала табырға мөмкин. Шулай уҡ ҡарағыҙ: Рәсәй почтаһы посылкаларҙы телефон номеры буйынса тарата башланы   Рәсәй почтаһы Рәсәй Федерацияһы гербы менән флагы һүрәтләнгән почта маркалары серияһын сығарҙы #Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан

🥩 Магазинға эләгерҙән алда ит һәр этапта - ферманан алып, кәштәгә тиклем ҡаты ветеринар тикшереү үтә. ✅ Мал тыуғас та, уны "
🥩 Магазинға эләгерҙән алда ит һәр этапта - ферманан алып, кәштәгә тиклем ҡаты ветеринар тикшереү үтә. ✅ Мал тыуғас та, уны "Хорриот" системаһында теркәйҙәр. ✅ Малдың һәм уларҙан етештерелгән аҙыҡ-түлектең юлын "Меркурий" системаһында билдәләйҙәр (һәр тауар партияһына электрон ветеринар оҙатыу документтары эшләнә). ✅ Малды тик махсус майҙансыҡтарҙа салалар һәм унда тик һау хайуандарҙы ғына үткәрәләр. ✅ Салғандан һуң түшкәне тикшерәләр, кәрәк булғанда проба алалар һәм ветеринар тамғаһы һуғалар. ✅ Һәр этапта мотлаҡ ветеринар документтары тултырыла. ✅ Ит магазин кәштәһенә барып эләгерҙән алда, ул лабораторияларҙа ветеринар-санитар тикшеренеү үтә (микробиология, антибиотик, ппаразиттар һәм башҡа күрһәткестәр буйынса), әгәр күрһәткестәр нормала булһа - аҙыҡ һатыуға сығарыла. Был күп баҫҡыслы система ярҙамында тик сифатлы һәм хәүефһеҙ аҙыҡ ҡына һатыуға сығарыла. #Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан

📝 2026 йылдың 1 сентябренән яңы ҡағиҙә Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән зыян күргән хеҙмәткәрҙәр түләүле ял һәм 5 көнгә тиклем үҙ иҫәб
📝 2026 йылдың 1 сентябренән яңы ҡағиҙә Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән зыян күргән хеҙмәткәрҙәр түләүле ял һәм 5 көнгә тиклем үҙ иҫәбенә отпуск алырға мөмкин. Башҡортостан буйынса Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы төп шарттарҙы аңлатты: ❶ Гарантияға хоҡуҡ хеҙмәткәр ғәҙәттән тыш хәл биләмәһендә йәшәһә, уның тормош шарттары боҙолһа (һыу, яҡтылыҡ, газ юҡ, торлағы зыян күргән һ.б.) һәм беренсе сиратта кәрәк әйберҙәре юғалһа (кейем, документтар, транспорты һ.б.) барлыҡҡа килә. ❷ Ғәҙәттән тыш хәл - ул рәсми рәүештә ғәҙәттән тыш хәл режимы иғлан ителгән территориялағы хәл (янғын, һыу баҫыу, дауыл, авария һәм башҡа сәбәптәр арҡаһында). ❸ Даими теркәлеү мөһим түгел, ғәҙәттән тыш хәл биләмәһендәге торлаҡ йортта фактик йәшәү мөһим. ❹ Раҫлау өсөн теркәлеү (даими йәки ваҡытлыса), ҡуртым тураһында килешеү (якын туғандар араһындағы килешеүҙәрҙән тыш, башҡалары һалым инспекцияһында йәки Росреестрҙа теркәлгән булырға тейеш), социаль яллау килешеүе, эштән, уҡыуҙан йәки дауахананан адрес күрһәтелгән белешмәләр, пенсия йәки түләүҙәр алыу тураһында адрес күрһәтелгән документтар. ❺ Әгәр хеҙмәткәр ғәҙәттән тыш хәл ваҡытында отпускыла йәки биләмәнән ситтә булһа, был көндәрҙе алып булмай. Нисек юлларға: ❶ Ғәҙәттән тыш хәл һәм юғалтыуҙарҙы урындағы хакимиәт аша раҫлатырға (комиссия ҡарары). ❷ Ғәҙәттән тыш хәл булған биләмәлә йәшәү һәм мөлкәтте юғалтыу факты асыҡланғандан алып 5 эш көнө эсендә эш биреүсегә ғариза яҙып тапшырырға. ❸ Әгәр компанияла электрон документ әйләнеше булһа йәки хеҙмәткәр ситтән тороп эшләгән осраҡта - ғаризаны онлайн йүнәлтергә мөмкин. Мөһим. Эш биреүсе ғаризаны ҡулға алғандан һуң, ял көнө тураһында бойороҡто 10 көн эсендә, ә отпускыға 20 көн эсендә сығара. Ял көнө стандарт биш көнлөк эш аҙнаһының 8 сәғәте кеүек түләнә, ул ҡәҙимге отпускыны ҡыҫҡартмай. Әгәр 5 көн эсендә ғариза биреп өлгөрмәһәң, льготаға хоҡуҡты юғалтыуың ихтимал. Тулыраҡ - РФ Хөкүмәтенең 2026 йылдың 28 майынан 620-се ҡарарында (01.09.2032 йылға тиклем ғәмәлдә) #Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан

🤳2026 йылдың 1 сентябренән Рәсәйҙә кассала түләү өсөн бер нисә төрлө банк стикерҙары урынына универсаль куар-код эшләй башла
🤳2026 йылдың 1 сентябренән Рәсәйҙә кассала түләү өсөн бер нисә төрлө банк стикерҙары урынына универсаль куар-код эшләй башлай. Нисек файҙаланырға – Рәсәй банкының Башҡортостан буйынса бүлексәһе белгестәре аңлатты: ❶ Смартфон камераһы йәки банкығыҙ ҡушымтаһы аша куар-кодтың сканын яһағыҙ. ❷ Экранда түләүҙең бөтә ысулдарын күрһәткән меню асыла – СБП, банктың pay-сервистары, кисектереү йәки өлөшләтә түләү. Киләсәктә – һанлы һум. ❸ Уңайлы вариант һайлап, түләүҙе раҫлайһығыҙ. Ыңғай яҡтары: ❶ Кассала буталсыҡтар кәмей - ниндәй куар-кодтың ҡайһы банктыҡы икәнен асыҡларға кәрәкмәй. ❷ Кешбэк, ташламалар һәм бонустар һаҡлана – һатып алыусы түләү ысулын үҙе һайлай, шуға күрә башҡаларҙың кодын осраҡлы сканерлау сәбәпле үҙ банкының шарттары  йәки лояльлек программаһын юғалтмай. ❸ Система СБП ҡулланған бөтә банк ҡушымталарында эшләй. #Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан

👨‍🌾 Башҡортостанда «Фермер мәктәбе» проектының яңы ағымына ғаризалар ҡабул ителә Уҡыу Башҡорт дәүләт аграр университетында
👨‍🌾 Башҡортостанда «Фермер мәктәбе» проектының яңы ағымына ғаризалар ҡабул ителә Уҡыу Башҡорт дәүләт аграр университетында һәм «Своё фермерство» платформаһында үтә. Күнегеүҙәр – республиканың иң яҡшы фермер хужалыҡтарында. Ҡатнашыу бушлай. Уҡыу йүнәлештәре: ❶ «Һөҙөмтәле йылҡысылыҡ һәм ҡымыҙсылыҡ (шул иҫәптән хәләл)», ❷ «Йәшелсә һаҡлау һәм эшкәртеү». Программала – бизнестың финанс моделдәре, хоҡуҡи нигеҙҙәр, маркетинг, кооперация, ауыл хужалығы тауарҙары етештереү һәм эшкәртеүҙең заманса агротехнологиялары, аграр сәнәғәт комплексы өсөн һанлы сервистар. Тыңлаусыларҙы проект башлар һәм дәүләт ярҙамы алыр өсөн бизнес-пландар төҙөргә өйрәтәсәктәр. Проект яҡлағандан һуң һөнәри әҙерлекте ҡайтанан үтеү тураһында диплом бирелә. Курс 3 ай дауам итә 2026 йылдың 5 октябренән декабренә тиклем. Ағымда бөтәһе 30 урын. Ғаризаны: фермер хужалығы башлыҡтары һәм эйәләре, шәхси ярҙамсыл хужалыҡ эйәләре, шулай уҡ ауыл ерендә теркәлгән һәм йәшәгән юғары йәки урта белемле һәр кем бирә ала. МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре конкурстан тыш уҡырға алына, уларға бүленгән урындар 50% - тан артмай. ⏰ Ғаризалар 21 сентябргә тиклем ҡабул ителә. Тулыраҡ мәғлүмәт – Башкортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығы сайтында. 👉 Конкурс тураһында күрһәтмә Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Фермер мәктәбе» 2020 йылдан эшләй, проектҡа Россельхозбанк һәм Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы башланғыс һалды. #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан #Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Башҡортостандың балалы ғаиләләре өсөн яҡшы яңылыҡтар! Әгәр һеҙҙең ике (йәки унан күберәк) балағыҙ һәм ипотекағыҙ бар икән, ип
Башҡортостандың балалы ғаиләләре өсөн яҡшы яңылыҡтар! Әгәр һеҙҙең ике (йәки унан күберәк) балағыҙ һәм ипотекағыҙ бар икән, ипотека каникулдары алырға мөмкин. Элек уны 6 айға бирәләр ине, 2026 йылдың 1 сентябренән 18 айға тиклем оҙайталар. Был йыл ярым "тын алыу" тигән һүҙ. Башҡортостан буйынса Рәсәй банкы бүлексәһе белгестәре ташлама алыу шарттарын атаны: ❶ кредит күләме - 15 млн һумдан күп түгел; ❷ ипотека - берҙән-бер торлағығыҙ түгел; ❸ был кредит буйынса каникулдарҙы беренсегә алаһығыҙ. Мөһим мәлдәр: ⋆ Ипотека каникулдарын бала тыуғанға йәки уллыҡҡа алынғанға 180 көн тулғансы юлларға мөмкин. ⋆ Килем кәмеүен раҫлау талап ителмәй. ⋆ Ипотека буйынса бурыстың ҡалған өлөшөнә проценттар тик тәүге 6 айҙа ғына иҫәпләнмәй. ⋆ 7-се айҙан 18-се айға тиклем өҫтәлгән проценттарҙы һуңынан тигеҙ өлөшкә бүлеп ҡапларға була. ⋆ Каникул осоронда банк килешеүҙе ваҡытынан алда ғәмәлдән сығара, залогҡа бирелгән торлаҡты тартып ала йәки ваҡытында түләмәгән өсөн штраф һала алмай. ⋆ Кредит тарихығыҙ зыян күрмәйәсәк. ⋆ Бәләкәй балағыҙға 1,5 йәш булыуға (йәки уллыҡҡа алыуығыҙға 18 ай тулғас) каникулдар тамамлана. ⋆ Ипотека каникулынан һуң һеҙ элекке график буйынса түләй башлайһығыҙ. Быларҙы япҡас, туҡтатылып торған түләүҙәрҙе ҡайтарасаҡһығыҙ. Тулыраҡ мәғлүмәтте һәм нескәлектәрен үҙегеҙҙең банкта ентекләберәк һорашырға кәрәк. #Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан

Башҡортостандың балалы ғаиләләре өсөн яҡшы яңылыҡтар! Әгәр һеҙҙең ике (йәки унан күберәк) балағыҙ һәм ипотекағыҙ бар икән, ип
Башҡортостандың балалы ғаиләләре өсөн яҡшы яңылыҡтар! Әгәр һеҙҙең ике (йәки унан күберәк) балағыҙ һәм ипотекағыҙ бар икән, ипотека каникулдары алырға мөмкин. Элек уны 6 айға бирәләр ине, 2026 йылдың 1 сентябренән 18 айға тиклем оҙайталар. Был йыл ярым "тын алыу" тигән һүҙ. Башҡортостан буйынса Рәсәй банкы бүлексәһе белгестәре ташлама алыу шарттарын атаны: ❶ кредит күләме - 15 млн һумдан күп түгел; ❷ ипотека - берҙән-бер торлағығыҙ түгел; ❸ был кредит буйынса каникулдарҙы беренсегә алаһығыҙ. Мөһим мәлдәр: ⋆ Ипотека каникулдарын бала тыуғанға йәки уллыҡҡа алынғанға 180 көн тулғансы юлларға мөмкин. ⋆ Килем кәмеүен раҫлау талап ителмәй. ⋆ Ипотека буйынса бурыстың ҡалған өлөшөнә проценттар тик тәүге 6 айҙа ғына иҫәпләнмәй. ⋆ 7-се айҙан 18-се айға тиклем өҫтәлгән проценттарҙы һуңынан тигеҙ өлөшкә бүлеп ҡапларға була. ⋆ Каникул осоронда банк килешеүҙе ваҡытынан алда ғәмәлдән сығара, залогҡа бирелгән торлаҡты тартып ала йәки ваҡытында түләмәгән өсөн штраф һала алмай. ⋆ Кредит тарихығыҙ зыян күрмәйәсәк. ⋆ Бәләкәй балағыҙға 1,5 йәш булыуға (йәки уллыҡҡа алыуығыҙға 18 ай тулғас) каникулдар тамамлана. ⋆ Ипотека каникулынан һуң һеҙ элекке график буйынса түләй башлайһығыҙ. Быларҙы япҡас, туҡтатылып торған түләүҙәрҙе ҡайтарасаҡһығыҙ. Тулыраҡ мәғлүмәтте һәм нескәлектәрен үҙегеҙҙең банкта ентекләберәк һорашырға кәрәк. #Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан

Башҡортостандың балалы ғаиләләре өсөн яҡшы яңылыҡтар! Әгәр һеҙҙең ике (йәки унан күберәк) балағыҙ һәм ипотекағыҙ бар икән, ип
Башҡортостандың балалы ғаиләләре өсөн яҡшы яңылыҡтар! Әгәр һеҙҙең ике (йәки унан күберәк) балағыҙ һәм ипотекағыҙ бар икән, ипотека каникулдары алырға мөмкин. Элек уны 6 айға бирәләр ине, 2026 йылдың 1 сентябренән 18 айға тиклем оҙайталар. Был йыл ярым "тын алыу" тигән һүҙ. Башҡортостан буйынса Рәсәй банкы бүлексәһе белгестәре ташлама алыу шарттарын атаны: ❶ кредит күләме - 15 млн һумдан күп түгел; ❷ ипотека - берҙән-бер торлағығыҙ түгел; ❸ был кредит буйынса каникулдарҙы беренсегә алаһығыҙ. Мөһим мәлдәр: ⋆ Ипотека каникулдарын бала тыуғанға йәки уллыҡҡа алынғанға 180 көн тулғансы юлларға мөмкин. ⋆ Килем кәмеүен раҫлау талап ителмәй. ⋆ Ипотека буйынса бурыстың ҡалған өлөшөнә проценттар тик тәүге 6 айҙа ғына иҫәпләнмәй. ⋆ 7-се айҙан 18-се айға тиклем өҫтәлгән проценттарҙы һуңынан тигеҙ өлөшкә бүлеп ҡапларға була. ⋆ Каникул осоронда банк килешеүҙе ваҡытынан алда ғәмәлдән сығара, залогҡа бирелгән торлаҡты тартып ала йәки ваҡытында түләмәгән өсөн штраф һала алмай. ⋆ Кредит тарихығыҙ зыян күрмәйәсәк. ⋆ Бәләкәй балағыҙға 1,5 йәш булыуға (йәки уллыҡҡа алыуығыҙға 18 ай тулғас) каникулдар тамамлана. ⋆ Ипотека каникулынан һуң һеҙ элекке график буйынса түләй башлайһығыҙ. Быларҙы япҡас, туҡтатылып торған түләүҙәрҙе ҡайтарасаҡһығыҙ. Тулыраҡ мәғлүмәтте һәм нескәлектәрен үҙегеҙҙең банкта ентекләберәк һорашырға кәрәк. #Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ#ОбъясняемБашкортостан

1 сентябрҙән мәктәптә телефондар - нимә үҙгәрәсәк һәм быға нисек әҙерләнергә 👇 2026 йылдың 1 сентябренән Рәсәйҙең бөтә мәктә
1 сентябрҙән мәктәптә телефондар - нимә үҙгәрәсәк һәм быға нисек әҙерләнергә 👇 2026 йылдың 1 сентябренән Рәсәйҙең бөтә мәктәптәрендә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла, дәрес ваҡытында телефон менән ҡулланыуҙың берҙәм ҡағиҙәләре ғәмәлгә инә. Төп ҡағиҙәләрҙе Башҡортостан Мәғариф министрлығында аңлаттылар. Дәрестәрҙә телефондар тыйыла. Ғүмергә һәм һаулыҡҡа хәүеф менән янаған ашығыс хәлдәрҙән тыш. Тәнәфестәрҙә телефон менән ҡулланыу тәртибен мәктәп үҙе билдәләй. Дәрес ваҡытында телефонды ҡайҙа һаҡларға? Класс етәксеһенән белешегеҙ йәки мәктәп сайтын ҡарағыҙ. Варианттар төрлө булыуы ихтимал - шкафтар, кәштәләр, йәки бала телефонын биштәрендә йә кеҫәһендә ҡалдырырға мөмкин. Барыһы ла мәктәптәге ҡағиҙәнән тора. Әгәр гаджет медицина күрһәтмәләре буйынса кәрәк булһа. Мәсьәлә буйынса мәктәп етәкселеге менән килешергә кәрәк - белешмә йәки табип кәңәшенә нигеҙләнеп. Нигеҙ - Рәсәй Мәғариф министрлығының 08.05.2026 йылдан 316-сы бойороғо. Документ 2027 йылдың 1 сентябренә тиклем ғәмәлдә. Нисек әҙерләнергә. Был ҡағиҙәләр тураһында бала менән һөйләшегеҙ - өйрәнеп китеү өсөн ваҡыт кәрәк, шуға алдан аңлатып ҡуйыу яҡшы. Телефон ҡайҙа һаҡланасағын бергә билдәләгеҙ һәм дәрестәрҙә "тыныслыҡ режимы" тураһында килешегеҙ. Тиҙ генә шылтырата алыу өсөн ашығыс бәйләнештәрҙе көйләгеҙ - кәрәк булыуы ихтимал. #Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан