cookie

We use cookies to improve your browsing experience. By clicking «Accept all», you agree to the use of cookies.

avatar

Аңлатабыҙ. Башҡортостан

Show more
Russia449 555The language is not specifiedEducation110 331
Advertising posts
217
Subscribers
No data24 hours
+17 days
-130 days

Data loading in progress...

Subscriber growth rate

Data loading in progress...

🤒 Ауырыһағыҙ - эшкә бармағыҙ, табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ һәм ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы астырығыҙ. 📃 Эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы түбәндәге осраҡтарҙа асыла: - ауырыһағыҙ йәки йәрәхәтләнһәгеҙ; - сирле ғаилә ағзаһын ҡараһағыҙ; - стационарҙан һуң шифаханала дауаланһағыҙ; - хроник сирегеҙ көсәйгәндә. Амбулатор дауаланыу ваҡытында эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы 15 календарь көнгә тиклем асыла. Әгәр сир оҙаҡҡа һуҙылһа, ул табиптар комиссияһы ҡарары буйынса оҙайтыла. Эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы 10 айҙан да артыҡ ваҡытҡа бирелмәй. Ҡайһы бер осраҡтарҙа, мәҫәлән, туберкулез менән ауырығанда, больничный 12 айға тиклем оҙайтыла. Сир аҙғанда инвалидлыҡ билдәләнгәнгә тиклем бирелә. Эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы 15 календарь көн һайын оҙайтыла. Билдәләнгән көндә табипҡа күренмәү түләү суммаһының кәмеүенә килтереүе ихтимал. 💰 Ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы буйынса түләү нисек башҡарыла? Түләү суммаһы алдағы ике йыллыҡ уртаса эш хаҡының стажға ярашлы процентына тиң. Уртаса эш хаҡын иҫәпләү өсөн алдағы ике йылда страховка иғәнәләре индерелгән бөтә түләүҙәр суммаһын 730 көнгә бүлергә кәрәк. Страховка стажына бәйле процент түбәндәгесә: — 5 йылға тиклем — уртаса эш хаҡының 60 проценты; — 5-8 йыл — 80 процент; — 8 йылдан ашыу — 100 процент. ➡️ Ҡайһы бер осраҡтарҙа түләүҙәр күләме икенсе тәртиптә иҫәпләнә: — 8 йәшкә тиклемге сирле баланы тәрбиәләгән осраҡта — стажға ҡарамай уртаса эш хаҡының 100 проценты күләмендә; — страховка стажы 6 айҙан кәм булһа — пособие минималь эш хаҡы буйынса иҫәпләнә. Уның күләме Башҡортостанда 2024 йылда – 22 128,30 һум; — табипҡа күренеү режимын боҙған осраҡта режимды боҙғандан һуң шулай уҡ минималь эш хаҡы күләмендә түләнә. 📌 Ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ осорона аҡса түләнһен өсөн нимә эшләргә кәрәк: Хеҙмәткәргә ғариза яҙыу талап ителмәй — Социаль фонд пособиеларҙы ғаризаһыҙ түләйәсәк. Эш биреүсегә автоматик рәүештә хеҙмәткәрҙең эшкә яраҡһыҙ булыуы тураһында белдереү килә. Больничныйҙы япҡандан һуң Социаль фонд эш биреүсегә булған мәғлүмәттәр нигеҙендә пособиены иҫәпләп ебәрә. Эш биреүсе 3 көн эсендә мәғлүмәтте раҫларға йәки төҙәтмә индерергә бурыслы. Социаль фонд ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса түләүҙе 10 көн эсендә күсерә. 👶 Ауырыу бала тәрбиәләйһегеҙ икән, йылына нисә көн ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ осорона аҡса түләнә: – 7 йәшкә тиклемге баланы ҡарағанда – иң күбе 60 көн. Бала ауыр сир менән яфаланғанда – 90 көнгә тиклем; – 7 йәштән 15 йәшкә тиклемге баланы ҡарағанда – 45 көнгә тиклем, әммә бер юлы 15 көндән артырға тейеш түгел; – инвалид бала тәрбиәләгәндә – 120 көнгә тиклем. 🧒 8 йәштән өлкән ауырыу баланы тәрбиәләгән осраҡта: — баланы амбулатор шарттарҙа дауалағанда — тәүге 10 календарь көнгә - страховка стажына ҡарап, ә артабанғы көндәргә — уртаса эш хаҡының 50 проценты күләмендә; – баланы стационар шарттарҙа (көндөҙгө стационар шарттарында) дауалағанда бөтә осорҙа страховка стажына ярашлы түләнә. 15 йәштән өлкән баланы һәм башҡа сирле туған кешене тәрбиәләгәндә иң күбе 7 көн өсөн түләнә. Бер үк кешене тәрбиәләргә кәрәк булғанда йыл дауамында 30 көндән артыҡ осорға түләнмәй. #Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Show all...
Photo unavailableShow in Telegram
🎒 Бер нисә баланың уҡыуына әсәлек капиталы менән түләргә мөмкинме? Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе белгестәре яуап бирә. Мөмкин. Мәҫәлән, кесе бала өсөн балалар баҡсаһына һәм юғары уҡыу йортонда белем алған өлкән бала өсөн әсәлек капиталы менән түләргә була. ❓ Балаларҙы уҡытыуға әсәлек капиталы менән ҡасан түләргә мөмкин: - яслегә йәки балалар баҡсаһына түләүгә — сертификат алғас та; - мәктәптә, колледжда йәки юғары уҡыу йортонда белем алыуға – әсәлек капиталы бирелгән балаға өс йәш тулғас; – белем биреү эшмәкәрлегенә лицензияһы булған түңәрәктәргә һәм секцияларға — әсәлек капиталы бирелгән баланың йәшенә талаптар юҡ. ❗️ Шуныһы мөһим: уҡыуына түләгән бала уҡыу башында 25 йәштән өлкән булмаҫҡа тейеш. ❓ Бының өсөн нимә эшләргә кәрәк? Дәүләт хеҙмәттәрендә, Күп функциялы үҙәк бүлексәһендә йәки Социаль фондтың клиенттар хеҙмәтендә ғариза бирергә. Документтарҙан сертификат хужаһының паспорты кәрәк буласаҡ. Әгәр ғариза һеҙҙең вәкил тарафынан бирелһә, ышаныс ҡағыҙы ла кәрәк буласаҡ. Ғаризаны хуплағас, аҡса килешеү төҙөгән белем биреү ойошмаһы иҫәбенә йәки шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлгән һәм белем биреү өлкәһендә хеҙмәт күрһәтеүгә лицензияһы булған репетиторға күсерелә. #Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Show all...
Photo unavailableShow in Telegram
11-се класты тамамлаусылар документтарын өйҙән сыҡмайынса ғына юғары уҡыу йортона тапшыра ала. Документтарҙы 2024 йылдың 20 июненән ҡабул итә башлайҙар. 📝 Нисек ғариза бирергә: 1️⃣ «Дәүләт хеҙмәттәре»нә инегеҙ (vk.cc/cd4F6k). Һеҙҙең раҫланған иҫәп яҙмаһы булырға тейеш. 2️⃣ Шәхси кабинетта белем тураһында документтар, шәхси ҡаҙаныштар тураһында, инвалидлыҡ тураһында мәғлүмәт һорағыҙ. 3️⃣ Әгәр ниндәй ҙә булһа документтар етмәһә, уларҙы сервисҡа үҙаллы индерергә мөмкин. Белем алыу тураһындағы документ хаҡында мәғлүмәт булмаһа, уны тапшырған ойошмаға мөрәжәғәт итергә һәм Мәғариф тураһындағы документтарҙың федераль реестрына мәғлүмәттәрҙе, шул иҫәптән СНИЛС тураһындағы мәғлүмәтте индереүҙең дөрөҫлөгөн тикшереүҙәрен һорарға кәрәк. 4️⃣ Биш юғары уҡыу йортон һәм уларҙың һәр береһендә биш һөнәрҙе һайларға була. 5️⃣ Кәрәкле документтарҙы ебәрегеҙ. Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре системала автоматик рәүештә күренәсәк. 📱 Сервис ярҙамында тағы нимә эшләргә була? - юғары уҡыу йорттарынан килгән хаттарҙы күҙәтергә — мәҫәлән, әгәр өҫтәмә документтар кәрәк булһа; - ҡабул итеү һынауҙары теҙмәһен һәм һөҙөмтәләрен белергә; - уҡырға инеүселәрҙең конкурс исемлектәрен ҡарарға; - эш биреүсе менән маҡсатлы уҡыу түраһында килешеү төҙөргә; - түләүле уҡыу тураһында килешеү төҙөргә. Бының өсөн «Дәүләт асҡысы» ҡушымтаһы ла кәрәк буласаҡ. ➡️ Шулай уҡ түбәндәге ысулдар менән документтар тапшырырға мөмкин: - уҡыу йорто сайтында; - ҡабул итеү комиссияһына шәхсән барып; - университет урынлашҡан ҡалала ышаныслы кеше аша; - почта аша: төп нөсхәләрҙе йәки күсермәләрҙе заказлы хат менән ебәрегеҙ. #Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Show all...
Photo unavailableShow in Telegram
☄️ Башҡортостан йәштәрен Волга буйы федераль округының «Метеор» форумына саҡыралар. Теркәлеү 2024 йылдың 27 майына тиклем оҙайтылды. Форумда ҡатнашыу бушлай. Форум 2024 йылдың 4 июленән 9-на тиклем Түбәнге Новгород өлкәһендә «Гөбөргәйел күлдәре» парк-отеле базаһында үтәсәк. 📚 Ҡатнашыусылар 7 белем биреү тректарының береһен һайлай ала: — «Ҡаршыға хәрәкәт» (ирекмәнлек); — «Тура эфир» (медиа); — «Фекер итеү көсө» (фән һәм технологиялар); — «Киләсәккә инвестиция индер» (эшҡыуарлыҡ); — «Ижад осошо» (креатив кластер); — «Төбәк йәштәр өсөн» (йәштәр сәйәсәте); — «Беренселәр хәрәкәте» (ойошма ағзалары). ➡️ «Росмолодежь. Ваҡиғалар» платформаһы аша һылтанма буйынса ғариза бирергә кәрәк. Форумды Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты һәм Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ (Росмолодежь) ярҙамында Түбәнге Новгород өлкәһе Хөкүмәте ойоштора. #Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Show all...
Photo unavailableShow in Telegram
2024 йылдың 1 майынан 1 сентябренә тиклем контракт төҙөгән һәм Башҡортостандан Махсус хәрби операцияла ҡатнашырға киткән кешеләр бер тапҡыр бирелә торған түләү алырға мөмкин. Радий Хәбиров ошо хаҡтағы указға ҡул ҡуйҙы. Түләү күләме — 205 мең һум. Рәсәй Оборона министрлығы тағы 195 мең һум түләйәсәк. Указ М.Шайморатов исемендәге батальонда һәм Башҡортостанда ойошторолған башҡа подразделениеларҙа хәрби хеҙмәт үтеү өсөн контракт төҙөгәндәргә ҡағылмай. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Оборона министрлығы менән килешеү төҙөргә теләүселәр: - илдең хәрби ведомствоһының 117 берҙәм белешмә номеры буйынса; - Ситуацион үҙәктең 122 номеры йәки + 7 (347) 218-19-19 һандары буйынса; - «Минең документтарым» Күп функциялы үҙәк офистарында үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алырға мөмкин. Һайлап алыу пункты номеры: + 7 (347) 248-29-31. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте күрһәтелгән чат-ботта табырға мөмкин. #Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Show all...
Photo unavailableShow in Telegram
🎙 2024 йылдың 25 майына тиклем «Рәсәй тураһында бәйән ит: Беҙҙең заман геройы» бөтә Рәсәй аудио һәм видеоподкастар конкурсына эштәр ҡабул ителә. Конкурста ҡатнашыу өсөн аудио йәки видеоподкаст яҙҙырырға һәм һылтанма буйынса заявка ебәрергә кәрәк. 🎧 Аудиоподкаст йүнәлештәре: - Тыуған ил нимәнән башлана; - Донъяның географик картаһында урыҫ исемдәре; - Донъя мәҙәниәтендә урыҫ исемдәре; - Мөғжизә тыуҙырған асыштар. 📹 Видеоподкаст йүнәлештәре: - Тыуған илем йолалары; - Беҙҙең заман геройы; - Улар Рәсәйҙе асҡан; - Кесе Ватаным. 🧑 10-25 йәшлек балалар һәм йәштәр ҡатнаша ала. Конкурстың йәш категориялары: - 10-12 йәш; - 13-15 йәш; - 16-18 йәш; - 19-25 йәш Конкурстың икенсе турында ҡатнашыу өсөн 2024 йылдың 29 майынан 12 июненә тиклем хат-белдереүҙә күрһәтелгән һылтанма буйынса теркәлергә кәрәк. Хатта икенсе турға үтеү түраһында ҡарар ҙа була. Тулыраҡ мәғлүмәт — ошонда. #Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Show all...
👍 1
🏕 Башҡортостанда йәшәүсе ата-әсәләр балаларына лагерҙарға ташламалы путевка алырға мөмкин. Ниндәй ташламалар бирелә һәм уларҙы нисек юлларға? 1️⃣ Республикала каникул осорона билдәләнгән юллама хаҡының 70 процентын тәшкил иткән сертификат. 2024 йылда сертификат хаҡы йәйге каникул осорона - 17 493 һум, көҙгө, ҡышҡы һәм яҙғы каникулдар осорона 8 360 һум тәшкил итә. Ҡалған сумманы ата-әсә иҫәп-хисап иҫәбенә йәки лагерь кассаһына индерә. ✏️ Сертификат алыу өсөн ата-әсәгә (баланың законлы вәкиленә): - «Башҡортостан Республикаһында йәшәгән һәм ял, һауыҡтырыу хеҙмәттәренә мохтаж һәм улар менән файҙаланған балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе иҫәпкә алыу» дәүләт мәғлүмәт системаһында теркәлергә; - реестрға индерелгән һәм республика биләмәһендә урынлашҡан ҡала ситендәге үҙегеҙ теләгән лагерға сертификат алыуға ғариза бирергә кәрәк. 🗂 Ниндәй документтар кәрәк буласаҡ? - бала тыуыу тураһындағы таныҡлыҡтың (әгәр бала 14 йәшкә еткән булһа, паспорттың) күсермәһе; - уҡыу урынынан белешмә; - мәғлүмәтте эшкәртеүгә ризалыҡ; - ғариза биреүсенең паспорт күсермәһе. Ғаризаны раҫлатыу өсөн баланың уҡыған урыны буйынса белем биреү бүлегенә мөрәжәғәт итеү зарур. ❗️ Әгәр: - бала Башҡортостандың дөйөм белем биреү ойошмаһында белем алһа; - уның йәше -15 йәшкә тиклем булһа; - лагерь ошондағы реестрҙа торһа, сертификат бирелә. Смена оҙайлығы - йәйге каникул осоронда 21 көн һәм көҙгө, ҡышҡы, яҙғы каникулдар осоронда кәм тигәндә 7 көн. 2️⃣ Бушлай путевкалар. Уларҙы түбәндә күрһәтелгәндәр алырға мөмкин: - етем балалар һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар; - аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балалар; - ҡораллы һәм милләт-ара бәхәстәр, экологик һәм техноген һәләкәттәр, тәбиғәт афәттәре ҡорбаны булған балалар; - ҡасаҡ һәм мәжбүри күскенсе ғаилә балалары; - экстремаль шарттарҙа ҡалған балалар; - көс ҡулланыу ҡорбаны булған балалар; - килеп тыуған шарттар арҡаһында тормош эшмәкәрлеге боҙолған һәм уларҙы үҙаллы йәки ғаилә ярҙамында еңеп сыға алмаған балалар. Ата-әсәләргә (законлы вәкилдәргә) йәшәү урыны буйынса мәғариф бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. 🗂 Ниндәй документтар кәрәк буласаҡ: - ғариза биреүсенең шәхесен раҫлаусы документ; - бала тыуыу тураһында таныҡлыҡ йәки уның паспорты; - уллыҡҡа алыу, баланы опекаға (попечителлеккә) йәки ғаиләгә тәрбиәгә алыу фактын раҫлаған документтар (кәрәк булғанда); - ғаиләне аҙ тәьмин ителгәндәр категорияһына индереүҙе раҫлаусы белешмә (кәрәк булғанда); - ышаныс ҡағыҙы — вәкәләттәре ышаныс ҡағыҙы менән билдәләнгән кеше өсөн; - шәхси мәғлүмәттәрҙе эшкәртеүгә ризалыҡ. Ташлама менән календарь йылында бер тапҡыр файҙаланырға була. 3️⃣ Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына бушлай путевкалар. Уларҙы 15 йәшкә тиклемге балалар алырға мөмкин. Был путевкалар Республикалағы профилле сменалар сиктәрендә ҡулланыла. Сменалар реестрға индерелгән лагерҙарҙа 7 көндән дә кәм булмаған, әммә 14 календарь көндән артыҡ булмаған ваҡыт эсендә ойошторола. ✏️ Путевка алыу өсөн ата-әсәгә (законлы вәкилгә): - әгәр бала муниципаль дөйөм белем биреү ойошмаһында белем алһа, йәшәгән урын буйынса мәғариф бүлегенә; - бала дәүләт дөйөм белем биреү ойошмаһында уҡыһа, Башҡортостан Республикаһының Өҫтәмә белем биреү буйынса төбәк методика үҙәгенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. 🗂 Ниндәй документтар кәрәк: - ғариза (форма мәғариф бүлегендә бар); - ата-әсәнең (законлы вәкилдең) шәхесен раҫлаусы документ; - бала тыуыу тураһында таныҡлыҡ йәки уның паспорты; - опека йәки попечителлек билдәләүҙе раҫлаған документ (кәрәк булғанда); - ата-әсәнең береһенең (законлы вәкилдең) хәрби операцияла ҡатнашыуын раҫлаған белешмә йәки башҡа документ; - баланың уҡыған урынынан белешмә. #Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Show all...
Photo unavailableShow in Telegram
💰 2024 йылдың 20 майынан 2 июненә тиклем Башҡортостан халҡы тәңкәләрен ҡағыҙ аҡсаға бушлай алмаштыра йәки банктағы иҫәбенә күсерә ала. Тәңкәләрҙе акцияла ҡатнашҡан һәр банкҡа тапшырырға мөмкин. Бының өсөн ойошманың офисына паспорт һәм тәңкәләр менән килергә кәрәк. 📍 Тәңкәләрҙе тапшырырға мөмкин булған банктар исемлеге ошонда. ❗️ Шуныһы мөһим: әле әйләнештә булған, йәғни 1997 йылдан башлап сығарылған аҡсаны ғына тапшырырға мөмкин. Һан буйынса сикләүҙәр юҡ. Ҡарайған, сыйылған, бөгөлгән һәм тишелгән тәңкәләрҙе тапшырырға мөмкин. Банкта эште тиҙләтеү маҡсатында аҡсаны алдан уҡ номиналдар буйынса айырып ҡуйыу яҡшы. Әгәр тәңкәләрҙе башҡа төрлө ҡулаҡсаға алмаштырырға теләһәгеҙ, акцияла ҡатнашыусы теләгән бер банкҡа мөрәжәғәт итергә була. Ә тәңкәләрҙе үҙ иҫәбеңә күсереү өсөн банктың клиенты булырға кәрәк. Банктар тәңкәләр ҡабул итеүҙе төрлөсә ойоштора. Шарттарын банктың үҙендә белергә мөмкин. #Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Show all...