🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊
Open in Telegram
🔅 Каналға саҡырыу һылтанмаһы: https://t.me/islambash2020 🔅 Һорау биреү төркөмө: https://t.me/+r6PB5TYf8I4xMDgy 🔅Төркөм етәксеһе - Сәлиә Мөхәмәтғәлина (БСТ каналының "Йома" тапшырыуы алып барыусыһы, Рәсәй Ислам университетының 4-се курс студенты)
Show more1 800
Subscribers
-124 hours
-37 days
-1330 days
Posts Archive
Һорау:
"Сәлиә ҡыҙым, һорайым инде тағы. Ғәйеттә мәрхүм туғаным өсөн ҡорбанды салһаҡ булырмы икән?"
Яуап:👇
Ниндәй бәхетле Әсә 🥹!
Ниндәй тәрбиәле Ул!..
Бөгөндән Хаж көндәре башланды. Изге сәфәрҙәгеләр Мина үҙәненә юлланды. Бөйөк Ғәрәфә көнө алдынан улар сатырҙарға урынлаша ⛺.
Алда ике бөйөк көн - Ғәрәфә һәм Ҡорбан ғәйете!
Йорт-ҡураларыбыҙҙы йыйыштырып, ғөсөлдәр ҡойоноп күңелдәрҙе сафлайыҡ. Таҙалыҡта уйҙар яҡтыраҡ, доғалар теүәллерәк була ✨.
Repost from Благотворительный фонд Закят
Когда лучше совершать Курбан: в первый день или позже?
На этот вопрос отвечает Ильдар Хазрат Аляутдинов.
Совершать Курбан можно начиная после праздничного намаза и до захода солнца четвёртого дня праздника.
Однако, как отмечает муфтий Москвы, желательно не откладывать жертвоприношение и совершить его как можно раньше — особенно в первый день Курбан-байрама.
Пусть ваш Курбан будет принят Всевышним и станет причиной блага для нуждающихся.
СОВЕРШИТЬ КУРБАН👈🏻
"Зөлхизә айының алдағы ун көнөндәге изге ғәмәлдәрҙе Аллаһ башҡа көндә ҡылынғандарҙан нығыраҡ ярата", - тип әйтеп ҡалдырҙы Пәйғәмбәребеҙ ﷺ.
Бөгөн ололарҙан-оло көн - Зөлхизә айының тәүге Йомаһы! Әйҙәгеҙ бергәләп изге эш башҡарайыҡ. Интернет селтәрендә, төркөмдәрҙә кескәй Майя өсөн йыйым барғанын күптәрегеҙ күреп беләлер, моғайын. Йөрәк әрнеткес хәл. Сабыйҡайҙың ғүмере ҡыл өҫтөндә. Ҡурҡыныс ауырыуы сәбәпле тиҙ арала операция эшләү кәрәк. Бының өсөн яҡынса 26 000 000 һум аҡса талап ителә 😢. Иҫ киткес сумма! Бөйөк Аллаһыбыҙҙың тулы шифаһын һорап беҙ ҙә йыйымға өлөш индерәйек, йәмәғәт. Әлхәмдүлилләһ, битараф булмағандар ярҙамы менән яҡынса 22 млн һум йыйылған!
Йыйым "Алеша" хәйриә фонды аша асылған. Ҡыҙсыҡтың хәле тураһында ошонда үтеп уҡырға мөмкин:
https://vk.cc/cXZgHf
Саҙаҡағыҙҙы шул уҡ фонд сайтында йәки әсәһе Ноғоманова Эльза Ефрат ҡыҙына күсерә алаһығыҙ:
📲 89270440554 (Сбер, Т-банк, Ак барс банк мөмкин)
Балаҡайға күңеле изге, ҡулдары еңел табип насип булһын. Аллаһыбыҙҙың тулы шифаһын теләп доғала булайыҡ 🤲!
Макс каналы яҡшыраҡ эшләй:
➡️https://max.ru/join/n4TNyjpmS2VQ_-oZHyg0eywRb32rKKIFnUhbNtxkpXg
Йөрәктәрҙе йомшартыр Ҡорбан байрамы яҡынлаша 🫂!
Салған ҡорбандарыбыҙ Аллаһү Тәғәләнең ризалығы өсөн генә булһа ине. Малыбыҙҙың өлөшөндә башҡаларҙың да хаҡы бар икәнен онотмайыҡ. Саҙаҡанан ризыҡ (мал) кәмемәй, арта ғына, иншәлЛаһ!
Иҫегеҙгә төшөрәм: кемдәр үҙ аллы ҡорбан салыу эшен башҡара алмай, беҙгә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. "Дини Мәктәп" хәҙрәттәре Ғәйет көндәрендә ситтән тороп заявка бирелгән ҡорбандарҙы ла саласаҡ. Ите мохтаждарға, шәкерттәргә таратыласаҡ 🤲.
📲 89279558645
🕋 Иң рәхәт сәйәхәт ул - Хаж, Ғөмрә сәйәхәте! Һәммәбеҙгә насип булһын 🤲!
• 2027 йылғы оло Хажға документтар 31 декабргә тиклем ҡабул ителә. Ниәт итеүселәр, һеҙгә был мәғлүмәт.
• Ғөмрә сәфәре июль айынан асыла.
Белешмәләр өсөн телефон:
📲 89279558645
Хаж айы Зөлхизә дауам итә! Уйҙарыбыҙ изге, доғаларыбыҙ ихлас, ғәмәлдәребеҙ яҡшы булһын 🤲!
+2
Цехыбыҙ асыҡ саҡта киҫелеп әле тегелгән тағы бер ирҙәр костюмы.
• Туҡымаһы: мамыҡ Liberty (юғары сифатлы, еңел, тәнгә рәхәт, тын ала)
• Размерҙары: 46, 48, 52, 54
• Һоро төҫтә
Хаҡы - 4800 һум
📲 89279558645 (ОЗОН аша посылка итеп ебәрелә)
Һатыуҙа күлдәк-костюмдар бар әле. Ҡалған модель, размерҙарын МАКС каналында һалып барырмын. Теркәлеп ҡуйығыҙ:
https://max.ru/join/iog0sQwOZsKoH72mSYKCJYXimcKd-l9vx_vJbH9Y9XU
Һорау:
"Хәйерле көн! Ир еткән егет өйләнмәгән өй төҙөргә урын( ер ) алған. Ошо Ҡорбан байрамында шул өй төҙөй торған участокта,теләк теләп Ҡорбан салһа дөрөҫ буламы?"
Яуап:
Хәйерле көн!
Ҡорбан салыу - Аллаһтың рәхмәте, шәфҡәте, ярҙамына һыйыныу ул. Ғәйет байрамында иң мөһиме өҫтөбөҙҙән үәджиб бурысты төшөрөп ҡорбан салайыҡ. Ә ниәт ҡылған ваҡытта күңелебеҙ теләгән бөтә теләк-доғаларҙы ҡыла алабыҙ. Был бөйөк көндәрҙә доғалар яуапһыҙ ҡалмаҫ, иншәлЛаһ.
Беҙҙең өсөн Йәннәткә илтә торған тура һәм еңел юл бар. Ул - хәләл ефетебеҙҙең ризалығы.
"Әгәр ҡатын-ҡыҙ биш намаҙын уҡыһа, Рамаҙан айында ураҙа тотһа, инсафлыҡ һаҡлап иренә итәғәт ҡылһа: "Йәннәттең ниндәй ҡапҡаһынан теләйһең, шунан үт", - тип бойоролор".
Хәҙис шәриф
☀️ Бергә эскән иртәнге сәйҙәребеҙ тәмле, йәмле булһын. Һөйгәнебеҙгә бүләк иткән наҙлы йылмайыуыбыҙ, йылы мөнәсәбәтебеҙ арҡылы Аллаһтың ризалығы килһен.
+1
⚜️ Ғәйеткә бик матур костюмды күрһәтеп үтәйем әле. Яҡындарығыҙға бына тигән бүләк 👍
Берәү генә ҡалды!
* Размеры: 52/54
* Туҡымаһы: стрейч мамыҡ
Хаҡы: 4500 һум
📲 89279558645
