en
Feedback
🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

Open in Telegram

🔅 Каналға саҡырыу һылтанмаһы: https://t.me/islambash2020 🔅 Һорау биреү төркөмө: https://t.me/+r6PB5TYf8I4xMDgy 🔅Төркөм етәксеһе - Сәлиә Мөхәмәтғәлина (БСТ каналының "Йома" тапшырыуы алып барыусыһы, Рәсәй Ислам университетының 4-се курс студенты)

Show more
1 800
Subscribers
-124 hours
-37 days
-1330 days
Posts Archive
🐑 Ғәйет ҡорбанын салыу көндәре - 27, 28, 29 май. Был эште үҙ аллы башҡара алмаусылар ситтән тороп заявка бирә алаһығыҙ. Ҡорб
🐑 Ғәйет ҡорбанын салыу көндәре - 27, 28, 29 май. Был эште үҙ аллы башҡара алмаусылар ситтән тороп заявка бирә алаһығыҙ. Ҡорбан ите мохтаждарға, мәҙрәсәләргә таратыласаҡ. 📲 89279558645 (Сәлиә ханым) 📲 89373585101 (Әхмәт хәҙрәт)

• Ҡорбан салдырғанда үҙеңдең булыуың мотлаҡмы?

Ҡош ҡорбанлыҡҡа бармай

• Ниндәй малды ҡорбан итеп салырға ярай?

🌙 Хуш килдең, Зөлхизә айы, Ғәрәфә көнө, Ҡорбан ғәйете! • Өфө ҡалаһы өсөн намаҙ ваҡыттары.
🌙 Хуш килдең, Зөлхизә айы, Ғәрәфә көнө, Ҡорбан ғәйете! • Өфө ҡалаһы өсөн намаҙ ваҡыттары.

Сегодня с заходом солнца, по милости Всевышнего, наступает месяц Зуль-хиджа. Многие наши братья и сестры уже отправились в пу
Сегодня с заходом солнца, по милости Всевышнего, наступает месяц Зуль-хиджа. Многие наши братья и сестры уже отправились в путь для совершения Хаджа, кому-то ещё только предстоит этот важный шаг. Но, даже оставаясь дома, каждый из нас может сделать шаг к духовному перерождению. В хадисе приводится: «В какие бы дни ни совершались праведные дела, больше всего Аллах любит (совершение их) в эти дни». Один из сподвижников спросил: “И даже усердие на пути Всевышнего?” Пророк (да благословит его Аллах и приветствует) ответил: “И даже усердие на пути Всевышнего. Кроме как если человек выйдет на этом пути со всем своим имуществом и ни с чем не вернется, отдав и свою душу”. В течение первых десяти дней месяца Зуль-хиджа важно проявлять больше усердия в стремлении совершать благие дела, а также не забывать о дополнительных молитвах в ночное время. И, конечно же, особую награду несет в себе пост в день Арафа, который приходится в этом году на 26 мая. Пророческое предание гласит, что пост в день Арафа явится искуплением грехов двух лет: прошлого и будущего. Пусть Всевышний поможет нам ощутить возвышенный настрой и разделить со всеми благодать праздника Курбан-байрам! Пусть Всевышний примет все благие деяния, совершенные в эти  дни и сделает причиной для нашего духовного роста! Пусть все наши искренние молитвы, деяния и жертвы явятся причиной приближения к Нему, к Его безграничной милости и прощению! @alyautdinovildar

Һорау: "Хәйерле көн, Сәлиә ханым! Әле бер төркөмдә күреп ҡалдым да һеҙҙән һорарға булдым. Ғәйет байрамына тиклем тырнаҡ ҡырҡырға ярамай тигәндәр. Шул дөрөҫмө?" Яуап: Әйе, Ғәйет байрамында ҡорбан салдырырға ниәтләгән кеше тырнаҡ, сәс ҡырҡтырмаһын. Аллаһ рәсүле Мөхәммәт ғәләйһис-саләтү үәссәлләм шулай ҡушты. Зөлхизә айы бөгөн ҡояш байығас инә, иншәлЛаһ. Тырнаҡтарҙы ҡырҡып ҡуяйыҡ ✂️ ------------- Человеку, собирающемуся совершить жертвоприношение в дни праздника, желательно (сунна) не стричься и не подстригать ногти на протяжении десяти первых дней месяца Зуль-хиджа и до ритуала заклания. Это связано с проведением некой параллели с верующими, которые совершают паломничество в эти дни к священным местам Мекки и Медины и также не стригут ногти и волосы. Пророк Мухаммад (да благословит его Творец и приветствует) говорил: «Если начался месяц Зуль-хиджа и кто-то из вас собирается совершить жертвоприношение, пусть не стрижет ногти свои и волосы». Стричь волосы и ногти в это время расценивается как нежелательное действие (макрух). Но, если для человека это создает определенные неудобства, например по роду его деятельности, то он, без сомнения, может уверенно бриться и стричься. Канонически, нежелательность аннулируется даже при незначительной необходимости. https://umma.ru/kurban-bajram-id-al-adha

❗️Телеграмға бер нисек тә видеояҙмалар һалып булмай. Максҡа ҡушылыуығыҙ яҡшы: Ⓜ️https://max.ru/join/n4TNyjpmS2VQ_-oZHyg0eywRb32rKKIFnUhbNtxkpXg

"Ҡөрьән уҡырға өйрәнә башлар кәрәк", - тип нисә тапҡыр үҙеңә һүҙ бирҙең, ҡәрҙәшем? Ваҡыт һыу кеүек аға, донъя баҫа, ә Аллаһ ҡ
"Ҡөрьән уҡырға өйрәнә башлар кәрәк", - тип нисә тапҡыр үҙеңә һүҙ бирҙең, ҡәрҙәшем? Ваҡыт һыу кеүек аға, донъя баҫа, ә Аллаһ ҡушҡандарына ваҡытыңды еткерә алмайһың... Тырышлыҡ, бар эшкә тоғро ниәт һәм тырышлыҡ кәрәк! Онлайн курсты тамамлаған апайҙарҙың да ике йыл ваҡыты үтер ҙә китер ине. Тик Аллаһ рәхмәтен теләне. Ғүмер миҙгелдәрен Изге Китап телен өйрәнеүгә бағышланы улар. Әлифте таяҡ тип тә белмәгән уҡыусымдың бөгөн тәджүид ҡағиҙәһенә таянып Ҡөрьән уҡый алғаны минең өсөн ниндәй ҡыуаныс, һөйөнөс, белһәгеҙ! Барыһы ла мөмкин, ҡурҡмағыҙ! Ни бары өҫтөнлөктәр дөрөҫ ҡуйылһын. Ике донъя өсөн мөһим эшкә ҡәлбегеҙҙе йүнәлтһәгеҙ, һис шикһеҙ, Аллаһ Үҙе ярҙамсы буласаҡ! Яңы уҡыу йылы октябрҙән башлана, иншәлЛаһ. Яңы шәкерттәремде көтөп ҡалам 📖 🤲 ✨.

Иртәгә ҡояш байыу менән изге Зөлхизә айына инәбеҙ 🌙.
Иртәгә ҡояш байыу менән изге Зөлхизә айына инәбеҙ 🌙.

Хата йә гонаһ ҡылғандан һуң йән тыныслығын юғалтыу, үкенеү - Аллаһтың беҙгә биргән ниғмәте, оло рәхмәте. Тимәк Ул беҙҙең тәүб
Хата йә гонаһ ҡылғандан һуң йән тыныслығын юғалтыу, үкенеү - Аллаһтың беҙгә биргән ниғмәте, оло рәхмәте. Тимәк Ул беҙҙең тәүбә итеүҙе, яҡшылыҡҡа үҙгәреүҙе теләй. Әлхәмдүлилләһ! Күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй Юнус ғәләйһис-сәләм ҡылған гүзәл доғаны ҡабатлайыҡ: "Ләә иләәһә иллә әнтә сүбхәәнәкә иннии күнтү минәҙ-ҙаалимиин". Мәғәнәһе: "Йә Раббым! Һинән башҡа табыныр зат юҡ! Һин саф, камил! Дөрөҫлөктә, мин үҙ-үҙемә золомлоҡ (ғәҙелһеҙлек) ҡылдым". Көнөбөҙ изгелектәр менән нурлы булһын! Гонаһтарҙы урап үтергә яҙһын 🤲!

Насколько обязательно заклание животного в Курбан-байрам? 🔹 Подробнее о Курбан-байраме:: https://clck.ru/3TQXut 📙 «Все о мусульманском посте и Курбан-байраме» https://clck.ru/3QwNQv 📚Четырехтомник «Хадисы»: https://clck.ru/3QwNDX 🇷🇺 Наш канал в Max

Хөрмәтле имандаштар, иҫегеҙгә төшөрәм! Йылына бер генә килә торған Ҡорбан ғәйете яҡынлаша, тимәк мөмкинселеге булғандар үәджи
Хөрмәтле имандаштар, иҫегеҙгә төшөрәм! Йылына бер генә килә торған Ҡорбан ғәйете яҡынлаша, тимәк мөмкинселеге булғандар үәджиб ҡорбандарҙы салабыҙ. Иғтибар итегеҙ, сауабын аңлатып та бөтөп булмаған был оло ғибәҙәт өсөн өс кенә көн бирелә (27, 28, 29 май). Был көндәрҙән алда йә һуңынан салһағыҙ, Ғәйет ҡорбаны булмаясаҡ. Кемдәрҙең үҙ аллы ҡорбанлыҡ хәстәрләргә мөмкинселеге юҡ (салыусы, эшкәртеүсе кешене табыу мәшәҡәтле), беҙгә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Аллаһҡа шөкөр, һәр йыл Өфө янында "Дини Мәктәп" мәҙрәсәһе хәҙрәттәре был изге йоланы үтәү хеҙмәте менән була. Онлайн заказдар буйынса ҡорбанлыҡтар салына, ите мохтаждарға, мәҙрәсәләргә таратыла. 🐑 Ҡорбанлыҡ хаҡы 15000 һумдан башлана. Ентекләберәк белешеү өсөн шәхсән яҙырға мөмкин: 📲 89279558645 (Сәлиә ханым булам)

Һорау: "Һаумыһығыҙ,Сәлиә һеңлем. Минең бер һорауы м бар ине.Беҙҙең ауыл зыяратында ике ҡапҡа бар,беҙзең ырыуҙың ҡәберҙәре төптә,зыярат эсен мәңгелек селек баҫҡан,таҙалаган кеше бар,таҙаламаған кеше бар бит инде,әсәйем, тыуғандар ҡәберенә барып етеүе селек араһынан бигерәк ҡыйын,атайыма 88 йәш,ул әйтә үтеүе ҡыйын селек араһынан беҙҙекеләр ситтә забор эргаһендә яталар,шул ерҙең профлисын ҡырҡып,бағана ултыртып отдельно ишек эшләп ҡуйыр кәрәк ти,ә ҡустыһы зыярат кәртәһенә тейергә ярамай ,тип тыңламай. Был яраймы,ярамаймы, мулла алып барып аят уҡытып эшларгәме икән ? Шул турала белергә ине,өлкән кеше һөйләнеп тик ултыра ,миндә ярамайҙыр ул тип ҡарайым. Тағы ла ,әсәһенең ҡаберенең штакетниге серегән ,шуны яңыртырға яраймы икән тағыла шул аят ,доға уҡытып ҡына эшләргә ме икән ? Был һорауҙарым минең может урынһыҙҙырҙа дөрөҫ яуап ,кәңәш биргән кеше юҡ. Һеҙ яуап бирә алмаҫһығыҙмы икән? Рәхмәт." Яуап: Зыярат, ҡәберлек, мәрхүмдәр менән бәйле ниңә шулай һорауҙар бик күп икән ул?.. Зыяратты яңыртырға, ишек уйырға, буярға, эсен сүптән таҙартырға һ.б. эшләргә мөмкин. Уйҙырмаларҙан дин яһамайыҡ. https://umma.ru/tag/mogila

Һорау: "Хәйерле кис, мосолманға хәләл ипотекаға квартира алыу мөмкинлеге бармы? Уфала?" Яуап: Сбербанкта "Мурабаха" тип аталған ипотека тураһында белешә алаһығыҙ.

Һорау: "Әссәләмәғәләйкүм, бесәйебеҙ йә тургай, йә сыйырсык,йә карлугас тота, миңә бик тә йәл кошсоктарҙы. отвлекающий колокольчик та куйып караган инек бесәйҙең муйынына, файҙаһы булманы, уны куйырга ла ярамай тинеләр, бесәй аста тугел инде ул, холко шулай, ни эшләргә икән?" Яуап: Үә ғәләйкүм әссәләм! Ҡыҙыҡ ҡына һорау). Бесәй бит кешегә эйәләштереп яралтылмаған. Ул да тәбиғәт мәғлүге. Инстинкт буйынса һунар итеп ашай. Шуға улай артыҡ тәбиғәтенә ҡыҫылмағыҙ ҙа, борсолмағыҙ ҙа. Әтеү сысҡан да тотмай башлар ☺️.

Әссәләмү ғәләйкүм! Изге Йома көнөбөҙ мөбәрәк булһын ✨! Телеграмға көндән-көн мәғлүмәт һалыу ауырлаша. Шуға, мөмкин булһа, МАХ
Әссәләмү ғәләйкүм! Изге Йома көнөбөҙ мөбәрәк булһын ✨! Телеграмға көндән-көн мәғлүмәт һалыу ауырлаша. Шуға, мөмкин булһа, МАХҡа күсеү хәйерлерәк: https://max.ru/join/n4TNyjpmS2VQ_-oZHyg0eywRb32rKKIFnUhbNtxkpXg

Өс көндән изге Зөлхизә айына инәбеҙ. Әҙербеҙме? Был айҙа үәджиб ҡорбаны салыу менән бергә бөтә булмышыбыҙ, ихлас күңелебеҙ менән башҡаларға хеҙмәт ҡылырға бурыслыбыҙ. Яҡындарыбыҙ, ҡәрҙәштәребеҙгә мәрхәмәтле, шәфҡәтле булырға яҙһын 🤲 !