en
Feedback
🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

Open in Telegram

🔅 Каналға саҡырыу һылтанмаһы: https://t.me/islambash2020 🔅 Һорау биреү төркөмө: https://t.me/+r6PB5TYf8I4xMDgy 🔅Төркөм етәксеһе - Сәлиә Мөхәмәтғәлина (БСТ каналының "Йома" тапшырыуы алып барыусыһы, Рәсәй Ислам университетының 4-се курс студенты)

Show more
1 800
Subscribers
-124 hours
-37 days
-1330 days
Posts Archive
"Хаж - ул Ғәрәфә", - тине Пәйғәмбәребеҙ ﷺ. Ниндәй олуғ бәхет! Ҡабул булған хажы арҡылы мосолман тулыһынса гонаһтарынан таҙарынып яңы тыуған бала кеүек үҙ фитратына ҡайта. СөбхәнәлЛаһ! ӘлЛааһү әкбәр 🥹!

Әлхәмдүлилләһ, һеҙҙең заявкалар буйынса ҡорбандар салына. Аллаһ ҡабул итһен, һәммәбеҙҙән дә риза булһын 🤲! Ғәйет ҡорбанын 29
+1
Әлхәмдүлилләһ, һеҙҙең заявкалар буйынса ҡорбандар салына. Аллаһ ҡабул итһен, һәммәбеҙҙән дә риза булһын 🤲! Ғәйет ҡорбанын 29 майҙың аҡшамына тиклем салырға була. Кемдәр башҡармаған, өлгөрәһегеҙ әле. Заявкалар ҡабул ителә. Яҙығыҙ: 📲 89279558645

Оло Байрам менән, ҡәрҙәштәрем! Һәммәгеҙгә лә иң изге теләктәремде еткерәм! Һәр ғаиләлә именлек, татыулыҡ, бәрәкәт булһын! Аллаһ Сүбхәәнә үә Тәғәләнең ҡушҡандарын мөмкин тиклем үтәп Уның һөйөклө ҡолдары рәтендә булырға яҙһын ине! Раббыбыҙ ризалығы өсөн салдырған ҡорбандарыбыҙ сәбәпле илебеҙгә тиҙерәк тыныслыҡ ҡайтһын! Әәмиин🤲!

Хужаһы булды, әлхәмдүлилләһ!

Күңел бөгөн күберәк изгелек ҡылыуҙы һорай, әлхәмдүлилләһ! Һеҙҙә лә шулайҙыр, моғайын ✨. Аллаһымдың ҡушыуылыр тиеп бөгөн берег
Күңел бөгөн күберәк изгелек ҡылыуҙы һорай, әлхәмдүлилләһ! Һеҙҙә лә шулайҙыр, моғайын ✨. Аллаһымдың ҡушыуылыр тиеп бөгөн берегеҙгә Ҡөрьән китабын бүләк иткем килә. Кем бик ныҡ Ҡөрьән уҡырға өйрәнергә теләй? Бөтөнләй әле ғәрәп хәрефтәрен дә танымай, әммә теләге бик көслө. Шәхсән яҙығыҙ. ИншәлЛаһ, бүләк һеҙҙеке булыр 🎁✨! Аллаһ бирһә, көҙөн минең онлайн дәрестәрҙә уҡырға өйрәнеүегеҙҙе башларһығыҙ 🤍.

Һорау: "Хәйерле көн,хәйер бирерғә дини мәктәп бар, тағы ла йүнәлештәр бармы?" Яуап: Һеҙгә күптән билдәле булған "Зәкәт" хәйриә фонды сайтына инеп йүнәлештәр ҡарай алаһығыҙ. Һылтанмаһы: https://zakatfund.ru/sbor/ Ә "Дини Мәктәп"кә килгәндә, балалар өсөн автобус һатып алыуға йыйым актуаль. Ошо һылтанма аша үтеп үҙегеҙ саҙаҡа күсерә алаһығыҙ: https://dinimaktab.ru Йә ғәҙәттәгесә миңә ебәрһәгеҙ, бер сумма менән күсерермен: 89279558645 (Сәлиә М.) "Автобус" тип яҙырға онотмағыҙ.

Может ли мать сделать курбан за своих детей? Вопрос: "Моя сестра в разводе, отец с детьми не общается, далек от религии, а значит не сделает курбан за детей. Сестра моя очень обеспеченная и сама содержит несовершеннолетних детей. Как ей сделать курбан за детей? Некоторые говорят, что за детей не может сделать курбан никто иной, кроме родного отца или деда! Она ежегодно делает курбан за себя, но за детей ведь тоже нужно?" Ответ: Если дети малолетние и не достигли совершеннолетия, то обязанность курбана на них не распространяется. Но если мать обеспеченная, желает сделать курбан от имени детей — это разрешено и даже поощряется как благодеяние (садака). От одной семьи (от одного семейного бюджета) – один курбан. Не важно, кто из родителей это организует, мать или отец. Мать организует заклание жертвенного животного от своего семейного бюджета, от себя и своих детей. А поименно от каждого члена семьи курбан делать не нужно. Если вы хотите поименно от каждого ребенка сделать курбан, то вы можете это сделать, но канонической необходимости в этом нет. ❗️Распространенное заблуждение: «Только отец или дед может делать курбан за детей» — это не подтверждено Кораном или Сунной, то есть такого вообще нет в Исламе. В вопросе курбана не важно, кто все это организует: муж или жена, мать или отец. Важно понимать, что от одного бюджета – один курбан в год, если семья имущая.  В современных реалиях часто женщины зарабатывают, многого добиваются в плане карьеры и материального достатка, и канонически в этих вопросах они наравне с мужчинами. ✳️ Как сделать курбан за детей:  1. Мать, отец или доверенное лицо покупает животное с намерением произвести заклание от имени сына/дочери: “О Аллах, это жертвоприношение от имени моего сына/дочери”.  2. При заклании нужно произнести имя и отчество ребенка.  3. Раздать мясо — как обычно: часть бедным, часть родным, часть оставить в семье. ⚠️ Важно: дети не обязаны делать курбан Потому что:  • они не достигли совершеннолетия,  • у них нет имущественной самостоятельности,  • обязанность курбана лежит на совершеннолетних и обеспеченных. 🟩 Вывод:  • Да, ваша сестра может совершить обряд заклания жертвенного животного за своих несовершеннолетних детей, так как она в разводе и отец не участвует в их жизни.  • Это не обязанность. Все то, что свыше одного курбана с одного бюджета в год, не является обязанностью, а просто может считаться похвальным поступком. 📖 Подробнее о Курбан-байраме читайте здесь: umma.ru/kurban-bajram-id-al-adha

Һорау: "Әссәләмү ғәләйкүм! Э ҡатындың күрем көндәре булып намаҙ уҡымаған хәлдә тәҡбир нисек әйтелә?" Яуап: Үә ғәләйкүм әс-сәләм! Күрем ваҡытында намаҙ, Ҡөрьән уҡылмай. Доға, зекер, тәкбирҙәр әйтергә мөмкин.

Һорау: "Гафу итегез БИК соң язам, тәкбирне намазда сәләм биргәнсе әйтергәме, сәләм биргәс әйтергәме?" Яуап: Тәкбирҙе намаҙҙың фарыз өлөшө уҡылғас, сәләм менән сыҡҡас әйтәбеҙ. Мәҫәлән, өйләнең тәүҙә дүрт сөннәтен уҡыныҡ, шунан дүрт фарызын, артабан тәҡбир әйтеп алабыҙ ҙа ҡалған ике сөннәтте уҡып ҡуябыҙ.

Бөйөк көндә бөйөк эштәр эшләйек! Саҙаҡа өләшеү тураһында ла онотмайыҡ 🫂.
Бөйөк көндә бөйөк эштәр эшләйек! Саҙаҡа өләшеү тураһында ла онотмайыҡ 🫂.

Һәр йыл Өфө хәҙрәттәре һеҙҙең өсөн хеҙмәт ҡыла, әлхәмдүлилләһ! Һарыҡ табып булмай, салдыртыр кеше юҡ, тимәгеҙ. Ошолай ситтән тороп заявка ҡалдырығыҙ. Салынған ҡорбандарығыҙ тейешле урынға таратылыр, иншәлЛаһ 🐑 🤲 ✨️

Оло байрамыбыҙ Ҡорбан ғәйете яҡынлаша. Муллыҡ, бәрәкәт, сәләмәтлек, бәхет ҡапҡалары асылыр мәл етә. Һәр минут, секундта беҙҙе Үҙенең рәхмәте менән ҡойондороп торған Аллаһыбыҙға шөкөр йөҙөнән ҡорбан салдырыу ғәмәле тураһында уйланайыҡ. Ниәтебеҙгә күрә мөмкинселектәре лә асылыр. Шик юҡ, Аллаһ әҙәм балаһына сикһеҙ рәхмәтле һәм мәрхәмәтле! Хатта ошо изге эш тураһында ниәт ҡороуыбыҙ ҙа сауаплы. "Ҡорбан ғәйете көндәрендә Аллаһ ҡаршында ҡылған ғәмәлдәрҙең иң яҡшыһы - ҡорбанға килтерер малдың ҡанын ағыҙыу. Дөрөҫлөктә, Ҡиәмәт көнөндә был мал үҙенең мөгөҙө, тояҡтары, йөнө менән [тере шәһит булып] килер. Уның әле ергә тамып өлгөрмәгән ҡаны ла Бөйөк Аллаһ ҡаршында дәрәжәле. Күңелдәрегеҙ тыныс булһын".                            Хәҙис-шәриф. Аллаһ - Кәриим (Йомарт) һәм Ул йомарт кешеләрҙе ярата. Раббыбыҙ биргән ниғмәттәренән башҡаларға ла өләшәйек, рәхмәтенә ашығайыҡ 🤲. 🐑  Ситтән тороп ҡорбан салдырыуға заявкалар ҡабул ителә әле. Яҙығыҙ, теркәлегеҙ! 📲 89279558645 (Сәлиә ханым)

Иң яҡшы доға - Ғәрәфә көнөндә ҡылынғаны. Хаҡ Тәғәлә һәммәбеҙҙең дә йөрәктәрҙе асһын ине, ихласлыҡ менән Үҙенә мөрәжәғәт итерг
Иң яҡшы доға - Ғәрәфә көнөндә ҡылынғаны. Хаҡ Тәғәлә һәммәбеҙҙең дә йөрәктәрҙе асһын ине, ихласлыҡ менән Үҙенә мөрәжәғәт итергә насип әйләһен ине 🤲.

Беҙҙә +29°, ә Мәккә Мөкәрәмәлә бөгөн +43°! Янындағы Ғәрәфә тауында тағы ла эҫерәк ☀️! "Әр-Рахмәһ" (Ғәрәфә) тауы яны ерҙең иң ҡыҙыу нөктәһе. Миллионлаған мосолман иртәгә көн оҙоно ошонда доғала торасаҡ. Ғәрәфәлә тороу - иҫ киткес эҫе Ҡиәмәт көнөн хәтерләткән хаждың төп йолаһы. Беҙ ҙә был көндө хажиләр халәтен кисереп уҙғарайыҡ. Сөннәт буйынса ураҙа тотола. _"Ғәрәфә көнөндә тотҡан ураҙа үткән һәм буласаҡ йылдағы гонаһтарҙы юя"_, - тине пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт салләлЛааһү ғәләйһи үә сәлләм. Йә Раббым! Беҙҙе лә Үҙеңдең һөйөклө бәндәләреңдән итсе. Оло Хаж ҡылыу бәхетен бирһәңсе 🕋 🤲!

Һорау: "Хәйерле кис. Һорауым бар, зәкәтте (2,5% доходтан)корбан байрамында бирерғә була тип укыным (дөрөс аңлаған булһам). Байрамға тиклем түләп куйырғамы?Интернетта күп эзләнем информацияны,таба алманым, шуға һеззән һорарға булдым." Яуап: Зәкәтте нисаб әһелдәре түләй. Нимә ул нисаб, төркөмдә күп тапҡыр яҙа килдем. Йәғни айлыҡ килемдән түләнмәй, дөрөҫ аңлағыҙ. Зәкәт саҙаҡаһы йылына бер тапҡыр тапшырыла. Һәм уны Ғәйет байрамдарына (Ураҙа, Ҡорбан) тап килтереп биреү бик сауаплы. Һеҙ фитр саҙаҡаһы менән бәлки бутайһығыҙҙыр. Был саҙаҡа ла зәкәтүл-фитр тип яҙыла. Әйе, ул Ураҙа ғәйетенә тиклем тапшырыла.

Һорау: "Әссәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтуллаhи үә бәрәкәтуh! Ҡорбанға һайланған мал тураһында ҡыҙыҡһыныу тыуҙы, улар ҡыуана тип ишеткәнем бар, шул дөрөҫмө икән? 😊 Мөмкин булһа ошо турала мәғлүмәт бирһәгеҙ ине. Ғөмүмән, мал да кеше һымаҡ ҡиәмәт көнөнән һуң ожмах йә тамуҡҡа эләгәме? Ғәфү итегеҙ глупый һорауҙарым өсөн 🤦" Яуап: وَعَلَيْكُمُ السَّلَامْ وَرَحْمَةُ اللهِ وَبَرَكاتُهُ‎ Ысынлап та уңайһыҙ һорауҙар. Аллаһү Тәғәләнең Үҙенә генә мәғлүм нәмәләрҙә артыҡ һорауға бирелер кәрәкмәйҙер. Тормош практикабыҙҙа бик ныҡ кәрәкле мәсьәлә түгел бит..

2027 йылғы оло Хажға яғынса хаҡ. 20 көнлөк тур 🕋
+1
2027 йылғы оло Хажға яғынса хаҡ. 20 көнлөк тур 🕋

Аудио от Салия Мухаметгалина

Һорау: "Добрый день,скажите пожалуйста,нынче поехали в Хадж на 10 дней,стоимость примерно была какая,чтобы можно было рассчитывать на будущую поездку, спасибо" Яуап:👇