🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊
Open in Telegram
🔅 Каналға саҡырыу һылтанмаһы: https://t.me/islambash2020 🔅 Һорау биреү төркөмө: https://t.me/+r6PB5TYf8I4xMDgy 🔅Төркөм етәксеһе - Сәлиә Мөхәмәтғәлина (БСТ каналының "Йома" тапшырыуы алып барыусыһы, Рәсәй Ислам университетының 4-се курс студенты)
Show more1 800
Subscribers
-124 hours
-37 days
-1330 days
Posts Archive
"Бер сәғәтлек уйланыуың [фекер итеүең] етмеш йыл ғибәҙәт ҡылыуҙан яҡшыраҡ".
Хәҙис шәриф
Иҫ китес мөғжизәле донъяла йәшәйбеҙ! Һәр урында мәғәнә, матурлыҡ, Аллаһтың хәстәрлеге 🌈
Был донъяла беҙ сәбәп ҡылыусылар ғына. Ямғырын, йылыһын, яҡтылығын биреүсе, үҫтереүсе, ризыҡландырыусы - бер Аллаһ. Ваҡытында Уға шөкөр итергә, юҡ-барға зарланмайынса йәшәргә яҙһын 🤲
🌧️ Аллаһ рәсүле Мөхәммәт салләлЛааһү ғәләйһи үә сәлләм ямғыр башланыр алдынан бер аҙ бошоноулы хистәр кисергән. Сөнки ямғыр Аллаһтың рәхмәте генә түгел, ә халыҡҡа язаһы булыуы ла мөмкин. Шуға ул былай тип доға ҡылған:
اللَّهُمَّ إِنِّی أَسْأَلُكَ خَيْرَهَا وَ خَيْرَ مَا فِيهَا وَ خَيْرَ مَا أُرْسِلَتْ بِهِ وَ أَعُوذُ بِكَ مِنْ شَرَّهَا وَ شَرِّ مَا فِيهَا وَ شَرِّ مَا أُرسِلَتْ بِهِ
"Әллааһүммә иннии әс'әлүкә хайраһәә үә хайра мәә фииһәә үә хайра мәә үрсиләт биһи үә әғүүҙү бикә мин шәрраһәә үә шәрри мәә фииһәә үә шәрри мәә үрсиләт биһи."
Мәғәнәһе:
"Аллаһым, мин Һинән уның [ямғырҙың] хәйерлеһен һорайым. Ямғырҙа тик яҡшылыҡ һәм файҙа булһын ине. Һәм мин Үҙеңә уның насарлығынан һыйынам. Ямғыр килтергән бәләләрҙән, афәттәрҙән".
Аллаһ рәсүле ﷺ шулай уҡ ямғыр ваҡытында доғалар ҡабул була, тине. Ямғырлы, изге Йома көнөбөҙҙә үҙебеҙ һәм яҡындарыбыҙҙы доғаларыбыҙ менән төрөндөрәйек. Аллаһү Тәғәлә афәттәрҙән аралаһын, имелеген бирһен, иманыбыҙҙы ҡеүәтләһен 🤲!
Һорау:
"Хәйерле көн. Һорамай булдыра алманым. Ошоға тиклем һәр ваҡыт мәрхүмде оҙатҡанда, алып китер алдынан, матур итеп уҡып оҙата инеләр. Бына икенсе тапҡыр яңылыҡ керетеп, уҡыу кәрәк түгел, тип, вәғәз генә һөйләп алып сығып киттеләр. Шул дөрөҫме? Бер яҡтан күңелгә әллә кайһылай булып ҡалды, икенсе яҡтан аят- доғалар күпме уҡыһаҡ та зыяны юк, беҙҙән мәрхүмдәргә тик ошо ғына ярҙам, тибеҙ. Урындағы мулла, намаз уҡыманы, мәсеткә йөрөмәне, хәҙер уҡыуҙан уға бер кәрәге лә юҡ, файҙаһы ла, тине. Яуабығыҙ өсө рәхмәт, алдан уҡ🌹"
Яуап:
Ҡыҙғанысҡа күрә, баш шундайҙар..
Һеҙ дөрөҫ, өмөтһөҙ шәйтан ғына.
Үрҙә яҙғандар һеҙҙең һорауға ла яуап булыр.
Относительно благих дел, совершаемого от имени умершего его родственником либо чужим для него, неродным человеком, известный богослов аш-Шавкяни, приводя мнение других ученых, заключает: «Воистину, человек имеет право (вознамерившись пред Богом) передать вознаграждение за благое деяние в пользу другого человека, независимо от того, является ли это молитвой-намазом, постом или хаджем (паломничеством), милостыней или чтением Корана, а также чем-либо иным из благих дел, и независимо от того, приходится ли он умершему родственником или нет. Это вознаграждение (саваб) дойдет до покойного (по милости Творца) и будет полезно ему, — считают богословы всех четырех суннитских мазхабов…
У богословов-шафиитов были некоторые разногласия относительно чтения Корана от имени покойного, но основным (мухтар) является мнение, что это возможно. Необходимо только, чтобы читающий суры Корана и просящий у Всевышнего вознаградить покойного (засчитать ему заслуженное воздаяние-саваб) был уверен в возможности этого, так как в любой мольбе-ду‘а должна присутствовать уверенность, что Господь, если пожелает, может принять любую мольбу в соответствии с Его всезнанием и мудростью».
https://umma.ru/blagie-dela-sovershaemye-ot-imeni-umershego
Һорау:
"Иҫәнмеһегеҙ Сәлиә ханым !
Бер һорауыма яуап эҙләнем дә таба алмағас һеҙҙән һорамаҡсы булдым . Мәрхүм булған кешегә Тәһлилде 99_тапҡыр , уҡырға ҡушалар , ә ерләгәс ошо Тәһлилде мәрхүмәгә бағышлап уҡырға яраймы икән? Ваҡытығыҙ булғанда яуап бирһәгеҙ рәхмәтлемен."
Яуап:
Хәйерле көн!
Беренсенән, нимә ул тәһлил, аңлашып үтәйек. Аллаһү Тәғәләнең берлеген, Унан башҡа табыныр зат юҡ икәнен аңлатҡан зекер һүҙҙәре ул тәһлил. "Ләә иләәһә илләл-Лааһ" тип яңғырай.
Икенсенән, дин ҡушмаған (талап инмәгән) нәмәне "ҡушалар" тип әйтеү ярамай. Һеҙ һораған ғәмәлде ни бары хәйерле, тереләр өсөн дә, мәрхүмдәр өсөн дә яҡшы ғәмәл тип ҡарай алабыҙ. Йәғни эшләнһә яҡшы, эшләнмәһә гонаһы юҡ.
Тәһлил менән мәрхүм булыу - бәхет. Үлем менән осрашҡан кешенән тәһлил әйттереү тейешле. Әйтә алды икән, әлхәмдүлилләһ. Мәрхүмдәр исеменән уҡыу ҙа тыйылмай. Хәйерле эштәрҙе мәрхүмдәр исеменән үтәйбеҙ икән, әгәр ул мосолман булып китһә, файҙаһы булыр, иншәлЛаһ.
Иҫән сағыбыҙҙа үҙебеҙ тәһлил менән йәшәйек. Аллаһтың барлығын һәм берлеген танып Уның ризалығы өсөн генә ғәмәлдәр ҡылайыҡ, гонаһтарҙан йыраҡ, гүзәл әхлаҡлы булайыҡ.
ЛӘӘ ИЛӘӘҺӘ ИЛЛӘЛ-ЛААҺ, МҮХӘММӘД РӘСҮҮЛҮЛ-ЛЛААҺ 🤲
➡️ Макс каналы
Изге Йома көнөбөҙ мөбәрәк булһын, имандаштар!
Аллаһыбыҙ биргән һәр ниғмәткә шөкөр ҡылып, яҡты уйҙар, хәйерле ғәмәлдәр менән уҙғарайыҡ уны 🤲.
Һорау:
"Әссәләмү ғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәрәкәтүһү, хөрмәтле Сәлиә һылыу! Аллаһ һеҙгә һаулыҡ, ғаилә именлеге, эштәрегеҙҙә ярҙамын бирһен🤲
Киләһе йылғы хаж тураһында ине һорауҙарым.
1) Һеҙ ҡуйған яҙыу буйынса(2027 йыл, 4-24 май арауығында) шунда күрһәтелгән күләмдәге аҡсаны хәҙер түләп ҡуйһаң буламы икән?
2) Әгәр әле аҡса тулмаһа, ләкин килә торған аҡса булһа, бурысҡа алып тултырып түләп торорға була микән?
3) Әгәр путёвкаға түләп тә, берәй сәбәп арҡаһында ул мәлдә барырға мөмкинселек булмаһа, кире тапшырып була микән путёвканы?
Бик ҙур рәхмәт һеҙгә. Үткән йыл октябрҙә һеҙҙең тур аша ғөмрәгә барып ҡайтҡайныҡ, хәҙер оло хажға ныҡ барғы килә. Хаҡтар әле ныҡ ҙур булмағанда, тип уйлағайныҡ. Йыл аҙағына доллар ҙа, евро ла күтәрелә, тип фараз итәләр."
Яуап:
Үә ғәләйкүм әссәләм үә рахмәтулЛааһи үә бәракәтүһү!
1) Әйе, кесе хажға ла, оло хажға ла бөгөндән түләп ҡуйырға мөмкин.
2) Оло хаж өсөн яртыһын йә күберәген түләп ҡуйырға ярай. Ҡалғанын үҙегеҙ ҡарайһығыҙ инде. Бурысҡа алыу, алмау һеҙҙең ҡарамаҡта..
3) Әйе, бөгөн түләнеп, аҙаҡ юл төшмәһә йә кисектерергә, йә тулыһынса аҡсаны ҡайтарыу мөмкин. Әгәр виза эшләтелеп өлгөрһә, бер өлөшө шул виза менән ҡайтарыла инде.
Дөрөҫ яҙаһығыҙ, доллар ныҡ юғары булмағанда алдан түләү хәйерле.
Аллаһү Тәғәлә Хаж юлын асһын 🕋 🤲!
Әссәләмүғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәрәкәтүһү.
Сәлиә ханым һеҙгә рәхмәт хаты яҙырға булдыҡ. Былтыр рамаҙан айында иптәшем менән һеҙҙән иптәшемә костюм, үҙемә Ғөмрәгә барырға күлдәк алғайныҡ. ӘлхәмдүлилЛәһ, бына икенсе йыл китеп бара ул костюмдар шул көйө яңы һымаҡ, качествоһы ғәләмәт шәп. Гел рәхәтләнеп ҡунаҡҡа барғанда кейәбеҙ, намаҙҙарҙы ла шул кейемдәр менән уҡыйбыҙ. Бер катышкаһы юҡ, формалары шул көйө. Ҡайҙа барһаҡ та ҡыҙығып һорашалар, ҡыуанып кейәбеҙ. ИншаАллаһ, балаларға ла Ризвандың костюмдарын алырға ниәтләйбеҙ. Һеҙгә Сәлиә Ханым һәм иптәшегеҙ Әхмәт Хәҙрәткә ҙур рәхмәт еткерәбеҙ. Башҡорттарҙың рухи яҡтан абруйын күтәреп милли орнаментын бренд итеп халыҡ араһында күрһәтә белеүнгеҙ менән ғорурланабыҙ.
+1
Был костюмды 8% ташлама менән алығыҙ!
Ҡалған размерҙары: 46, 48, 50, 52, 54, 56
Хаҡы - 6500-8%= 5980 һум
+1
⚜️ "Ете ҡыҙ" күлдәгенең тура итәклеләренә 50% ташлама!
Размерҙары:
• Алһыу - 44, 46, 50, 54, 56
• Фирүзә - 48
• Зәңгәр - 48
• Күкһел йәшел - 44, 52, 54
Хаҡы: 3300-50%= 1650 һум
Итәге күкрәк тәңгәленән аҫҡы балитәккә тиклем тура төшкән. Янбашы ҙур булмағандар өсөн яраҡлы.
Трапеция итәклеләре:
• Алһыу - 46, 48, 50, 54, 56,
• Фирүзә - 44, 56
• Зәңгәр - 44, 54
• Күкһел йәшел - 44, 56
Хаҡы - 3300 һум
Күлдәктәрҙе посылка итеп ОЗОН аша ебәрәм.
📲 89279558645
✨ Ҡорбан байрамы өс көн дауам итә!
Ошо уңайҙан бер-нисә күлдәккә ташлама эшләйем.
"Күбәләк"тең һары төҫөнә:
• Размерҙары - 42-52
Хаҡы - 3000-10% = 2700 һум
📲 89279558645
Мөздәлифә тәьҫораты менән бүлеште бер апай. МәшәлЛаһ 🕋✨:
"Мөздәлифә мине тетрәндерҙе. Беҙ сират буйынса автобус менән килеп еткәндә бик һуң ине, күптәр йоҡлай, кемдер ятыр урын эҙләй. Үҙән ап-аҡ😊. Шуныһын да әйтер кәрәк, йылдан-йыл хажиҙар өсөн уңайлыҡтар өҫтәлә бара икәнлеге күренә. Алдан килгәндәрн коверҙарҙа урын алған ине. Йоҡа матрастар түшәгәндәр ҙә бар. Беҙҙең төркөм еләҫерәк булған тау үренәрәк менеп урынлаштыҡ. Түшәктәр юҡ😊 Ваҡ таштарҙы һыпырғылап тигеҙләнек тә өҫтөнә намаҙлыҡтарыбыҙҙы йәйеп йоҡларға яттыҡ. Мөздәлифәлә йоҡо шул тиклем татлы, тигәйнеләр. Ысынлап та рәхәтләнеп йоҡланыҡ ҡаҡ ерҙә, ял итеп уяндыҡ. Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн шундай һынауҙарҙы шөкөр итеп, сабырлыҡ менән үтә хажиҙар. Бында беҙҙең йәшәйештең шул тиклем ығы-зығы ғына икәнлеген төптән аңлайһың, тетрәнәһең, тормоштоң ҡәҙерен аңлайһың, маҡсатың үҙгәрә. Шул татлы ла, ләззәтле лә юлдарҙы үтергә насип итһен һәммәбеҙгә лә. Хаж юлдары асылһын халҡыбыҙға, тип теләнек🤲."
Хаж - онотолмаҫлыҡ изге сәфәр. Һәр кемдең үҙенеке, үҙенсәлекле. Һәр кемдең "Хажнәмә" яҙырлыҡ.
Тәьҫораттарығыҙ менән бүлешегеҙ. Башҡаларға ла илһам булһын 🤍
МӨЗДӘЛИФӘ ДОҒАҺЫ
Мөздәлифә! Күкһел таштарыңды
Барлай-барлай йыйҙым атмаға.
Теге шайтанға ул тейер, бәлки,
Туған телде йөрөй һатмаға.
Мөздәлифә! Ниндәй доға уҡып
Ҡурсалайым икән халҡымды?!
Туған телкәйемде быуыр өсөн
Иблис ғәскәрҙәре ҡалҡынды...
Мөздәлифә! Эй тырышып йыйҙым,
Сәпкә тейһен инде был таштар!
Тыуған илкәйемдә доға көтә
Тел һағына баҫҡан яҡташтар.
Мөздәлифә! "Аллаһ бөйөк!" – тиеп,
Һәр бер ташҡа ҡеүәт һораным,
Гонаһтарым минең ҡалһа, ҡалһын,
Милләтемде ҡотҡар, Илаһым!
Зөлфиә Ханнанова
Ғәрәфә тауында көн буйы торғандан һуң хажиләр Мөздәлифә үҙәненә килеп таң атҡара. Нурлы, доғалы төн...
Бында шулай уҡ киләһе Джәмәрәт йолаһы өсөн ваҡ таш йыйыла.
Арағыҙҙа Мөздәлифә бәхетен кисергән хажийәләр бар, беләм. Тәьҫораттарығыҙ менән бүлешегеҙ әле 🥹 🤍..
