Һин. Шиғыр. Донъя.
Open in Telegram
Шиғырҙар һәм тәҡдимдәр: @shigridonjabot Беҙ ВК-ла https://vk.com/shigridonja
Show more462
Subscribers
No data24 hours
+47 days
+1730 days
Posts Archive
👫🔥📱
Йылғалар ташҡан ваҡытта
Гел төшә иҫтәремә -
Сәләм яғып ебәргән саҡ
Яҙғы боҙ өҫтәренә.
Шул усаҡҡа ғашиҡ булып
Яр буйлап йүгерәбеҙ,
Аяҡ ерҙә, күңел менән
Күктәрҙең түрендәбеҙ.
Әйтерһең лә, ҡанатланып
Осабыҙ киләсәккә,
Шатлыҡтар ҙа, бәхеттәр ҙә
Ҡосаҡҡа керәсәктәр.
Эй, һин сәләм усағыбыҙ,
Ни көтә һине алда?
Төнөн янған йондоҙҙар ҙа
Һүнергә тейеш таңда...
Һин дә һүндең...
һинең менән
Боҙ ҙа эрене күптән...
Тик шуныһы бик аяныс:
Боҙ өҫтөнә усаҡ яҡҡан
Баласаҡ ағып киткән...
Күптән.
#ӘнғәмАтнабаев
🤍 Һин.Шиғыр.Донъя
ЯҢЫ КӨНӨМ ☀️🌱🤗
Яңы көнөм - яңы бите
Тормошомдоң.
Башланғысы яңы бәхет,
Уңышымдың!
Китабымдың биттәре күп,
Төрлөһө бар.
Тик шуныһы, ҡайһы биттәр
Тулы моң - зар.
Ҡайһы битен уҡығанда
Ҡыуанамым.
Бушҡа үтмәй йылдар, тиеп,
Йыуанамын.
Йыртып булмай, оҡшамай тип
Бер битен дә.
Матур бер бит өҫтәр кәрәк,
Тим бөгөн дә...
#СәкинәТотманова
🤍 Һин.Шиғыр.Донъя
🤷🏻♀🤍🔥
Һорамағыҙ әле хәлдәремде,
Һөйләмәҫмен һеҙгә дөрөҫөн.
Яҡшы ғына тиһәм — алдаҡ булыр,
Шөкөр тием яуап һүҙ өсөн.
Эй һөйләйһе килә эс серемде
Түкмәй-сәсмәй генә дуҫыма,
Әммә ҡурҡам: оло бер сер итеп
Һөйләп ҡуйыр ул да дуҫына.
Ҡаҙан төҫлө ҡайнай ҡайсаҡ башым,
Бутҡа булып бөттө уйҙарым,
Яуап эҙләп хатта төштәремдә
Ҡырҡ әйләнәм үҙән буйҙарын.
Һорамағыҙ бер үк хәлдәремде,
Сабырлығым сайпып түгелер.
Шөкөр тием шуға әкрен генә,
Ярһымаһа йөрәк — түҙелер...
#ГөлиәАзаматоваМукминова
🤍 Һин.Шиғыр.Донъя
Һорамағыҙ әле хәлдәремде,
Һөйләмәҫмен һеҙгә дөрөҫөн.
Яҡшы ғына тиһәм — алдаҡ булыр,
Шөкөр тием яуап һүҙ өсөн.
🤷🏻♀🤍🔥
Эй һөйләйһе килә эс серемде
Түкмәй-сәсмәй генә дуҫыма,
Әммә ҡурҡам: оло бер сер итеп
Һөйләп ҡуйыр ул да дуҫына.
Ҡаҙан төҫлө ҡайнай ҡайсаҡ башым,
Бутҡа булып бөттө уйҙарым,
Яуап эҙләп хатта төштәремдә
Ҡырҡ әйләнәм үҙән буйҙарын.
Һорамағыҙ бер үк хәлдәремде,
Сабырлығым сайпып түгелер.
Шөкөр тием шуға әкрен генә,
Ярһымаһа йөрәк — түҙелер...
#ГөлиәАзаматоваМукминова
🤍 Һин.Шиғыр.Донъя
😊☀️❤️
Яҙ елдәре тәнде иркәләһә.
Яҙ гөлдәре йәнде иркәләй.
Ҡояш нуры, ҡоштар йыры менән
Үлеп тереләһең ошо иртәлә!..
Был донъяны ташлап китеү уйы
Башыңа ла хатта һыймаҫлыҡ.
Әй йәшәге килә, мең йәшәге −
Мең йәшәп тә йәшәп туймаҫлыҡ!
Ҡанаттарын еңел генә елпеп,
Иләҫләнеп йөрөй күбәләк.
Әйтерһең дә, нур ҡылдарын сиртеп,
Талғын ғына бейей сүгәләп.
Күҙ ҡамаша шишмә көмөшөнә
Мең күҙе бар, гүйә, шишмәнең.
Мөлдөр-мөлдөр килгән ҡарашына
Иләҫләнмәй, күңел нишләһен?
Был мөхәббәт ҡарай бәғереңә,
Бәғереңдә − яуап ҡарашы.
Һин бер бөтөн. Ошо донъяң менән
Һәм мәңгелек һеңә ярашып!..
#РәмиҒарипов
🤍 Һин.Шиғыр.Донъя
💕💞💖
Һөйләшергә һүҙҙәр ҙә юҡ
Уңайһыҙ, ҡыйын.
Бына шунан әйтеп ҡара -
Мөхәббәт уйын.
- Хәлдәр нисек, яңылыҡтар
Юҡмы? - тим ахры.
Көндәр эҫе, ямғыр яумай,
Үләндәр һары...
Һөйләшергә хәбәр бөттө,
Инде нишләргә?
Йөрәгемдәге серемде
Әллә сисергә?..
Йөрәк ҡапыл дөрләп китте,
Күҙҙәр йылмайҙы.
Билемдән ҡосоп һөйөклөм
Килтерҙе яҙҙы.
#МиләүшәҒәйфуллина
🩷Һин.Шиғыр.Донъя
🌈✨💝
Иңбашыңа төлкө яға түгел,
Йәйғор ғына яға һалырмын.
Ҡара төндәй толомоңа һинең
Йондоҙ шәлен таңдың ябырмын.
Ҡолаҡтарың аҫыл алҡа көтһә,
Айҙы алҡа итеп тағырмын.
Тик көтмә һин минән ер бүләге,
Бөтәһен дә күктән табырмын...
Ер бүләге һиңә үҙем генә,
Ер бүләге һиңә - йөрәгем!
#РәмиҒарипов
🤍 Һин.Шиғыр.Донъя
🌈✨💝
Иңбашыңа төлкө яға түгел,
Йәйғор ғына яға һалырмын.
Ҡара төндәй толомоңа һинең
Йондоҙ шәлен таңдың ябырмын.
Ҡолаҡтарың аҫыл алҡа көтһә,
Айҙы алҡа итеп тағырмын.
Тик көтмә һин минән ер бүләге,
Бөтәһен дә күктән табырмын...
Ер бүләге һиңә үҙем генә,
Ер бүләге һиңә - йөрәгем!
#РәмиҒарипов
🤍 Һин.Шиғыр.Донъя
🤗🩵☀️
Аҡылынан шашҡан әллә барыһы ла:
Кем ҡайғынан, кемеһе һөйөүҙән.
Ә кемеһе кешелектең серен
Артыҡ иртә сисеп бөтөүҙән.
Кемдер шашҡан артыҡ көтөүенән,
Сабырлығы шартлап өҙөлөп.
Кемеһенә - әллә күпме сәбәп
Сират булып киткән теҙелеп.
Фәрештәлеккә бер ҙә дәғүә итмәм,
Киреһенсә, күңел - көлгә янған.
Ҡиммәттәрҙең алышынған мәле,
Ялған - хаҡиҡәттә, ә уныһы - ялған.
Эйелгән башты ҡылыс сапмайҙыр ҙа,
Кем эйгәндер әле ул башты?
Бәлки, ваҡытында күнә белһәм,
Туҡтатыр ҙа инем алышты,
Ултырыр ҙа инем юл ситенә,
Булғанымда бер аҙ йәшерәк.
Салланмаған булыр ине сәстәр,
Килештерә атыу бигерәк,
Анау битләүҙәрҙә баш күтәргән
Ап-аҡ тажлы сәскә төҫөндәй.
Хәйер, йөрәк тә хас умырзая,
Бар ғүмере уның бер көндәй:
Үткән ҡырауҙарға һуғылғанын
Онотҡан да, йәнә терелгән.
Был аҡылдан шашҡан өсөн түгел,
Был - тормошто артыҡ һөйөүҙән.
#АйгөлҒәбитова
🤍 Һин.Шиғыр.Донъя
😌🍞🙋♀
Тешләнгән икмәк телеме
Эйә бит ул сихри көскә!
Һағыныуҙарыңды һин ҡуш та
Минең тартыу көсөн өстә!
Ашап бөтөлмәгән тешләм
Яҡынайта араларҙы.
Ипләп кенә имләп ята
Уңалмастай яраларҙы.
Ашап бөтмәгән тешләмең
Өйгә һине тартып ята.
Коштар тубы, һауа телеп,
Һөйөнсөләп үтә: "Ҡайта!"
Ашап бөтөлмәгән тешләм
Араларҙы яҡынайта.
Болоттар ҡанатында ла
Язылған була: "Ул ҡайта!"
Ҡайта һиңә шатлыҡ булып,
Нурлай һөйөү булып йәнде.
Алып ҡайта үҙе менән
Донъяларға яңы йәмде.
Ҡайта бит ул Еңеү булып,
Ҡабат китмәс̧ өсөн ҡайта.
Тешләнгән икмәк телеме
Тик шул көндө яҡынайта.
#ГөлназҠотоева
🤍 Һин.Шиғыр.Донъя
Ләйлә Ғаянова һүрәте
🤲😌🤍
Раббым, миңә күҙҙәр бирсе
Тик изгелекте күргән!
Ҡулдар бирсе ауыр хәлгә
Ҡалғанға ярҙам иткән.
Хәтер бирһәң тик яҡшылыҡ
Ҡалһын унда мәңгегә.
Яман ҡылыҡ, ауыр һүҙҙәр
Төшмәһен һис хәтергә.
Раббым, миңә йылы һүҙҙәр
Һөйләргә бирсе телде!
Ауыр һүҙҙәр ысҡынмаһын
Яралап ғәзиз йәнде.
Раббым, миңә насип ит һин
Доғалар уҡыр аҡыл.
Яңлыштарҙа, гонаһтарҙа
Тура юлыңа саҡыр!
Ҡаҡшамаҫ иман бир миңә,
Һүнмәһен һөйөү һиңә!
Бер һиңә генә табынып
Йәшәһәм ине ерҙә!
Изгелектәр генә ҡылып
Йәшәһәм ине ерҙә.
#ГөлнурҠыуатова
🤍 Һин.Шиғыр.Донъя
🩵💫💧
Һин көт кенә...Мин килермен һиңә
Таң елдәре булып яныңа
Йоҡоларҙан наҙлап уятырмын
Бик һаҡ ҡына ҡағылып ҡулыңа
Мин килермен... Мин килермен һиңә
Таң йондоҙо булып иртәлә
Юлдарыңды һинең яҡтыртырмын
Тиңһеҙ нурым менән һәр көндә.
Ак болоттар булып йөҙәрмен мин
Йәнәш атлар өсөн һинең менән
Фәрештәләй ҡанаттарым йәйеп
Һаҡлармын мин догаларым менән.
Көтәм тиһәң... Көтәм тимәһәң дә
Мин килермен Һиңә.... Килермен
Ысыҡ тамсы булып иртәләрҙә
Эҙҙәреңде һинең үбәрмен.
#РүзиләГатауллина
🤍🙏🤗
Бөгөнгө көн бигерәк ҡыҫҡа булды,
Һиҙмәй ҡалдым бер ҙә үткәнен.
Бер бөгөнөм үтте. Кем белә һуң
Күпме бөгөн беҙҙе көткәнен?
Был бөгөнөм бушҡа бушаманы,
Башҡаларға булды бағышлы,
Баш китерлек эштәр башҡарманым,
Барыһы ла ябай, балҡышлы.
Бына шулай үтә бөгөндәрем,
Белмәй ҡалам, бөтмәҫ мәшәҡәт,
Бөтәһенә өлгөрөргә кәрәк,
Бер тәүлегем гүйә бер сәғәт.
Бөгөнгө көн менән ғүмер бөтмәй,
Бер ваҡыт юҡ артҡа ҡарарға,
Өлгөрмәйбеҙ үткәндәрҙе байҡап,
Киләсәкте алдан юрарға.
Эй сабабыҙ тормош етәгендә,
Бөгөнөбөҙ бөткән бөрөшөп,
Эй ҡыуабыҙ ҡыуып етмәҫлекте,
Берсә янып-бешеп, бер өшөп.
…Бер бөгөнөм бөттө. Булһын ине
Бөгөндәрем иркен, киңерәк,
Бөгөндәрем булһын матурыраҡ,
Бөгөндәрем булһын күберәк!
#ФирүзәАбдуллина
🤍 Һин.Шиғыр.Донъя
Ҡояшҡа ынтылыу🔥
Йылдарҙы артта ҡалдырып,
Ҡояшҡа менеп барам.
Ҡояшта янғанымды мин,
Алдан уҡ белеп барам.
Йәным Ҡояш талап итә!
Ут аша, ялҡын аша.
Бар барлығым, бар есемем
Ҡояшҡа яҡынлаша.
Беләм, ҡояш ялҡынында
Ҡанатты көйҙөрөрмөн.
Көйҙөргән саҡта да ләкин
Ҡояшҡа тейҙерермен.
Янырмын, дөрләп янырмын
Мин Ҡояшҡа үрелеп.
Һәм ҡабат йәшәй башлармын
Ялҡынға әүрелеп!
#ӘнғәмАтнабаев
🤍 Һин.Шиғыр.Донъя
⛰️⌚☀️
Ҡая таштай бэлки күренәмдер,
Ер тетрәгән саҡта ҡымшанмаҫлыҡ.
Күңелемдә ел-дауыллы янғын
Тик кешеләр генә ышанмаҫлыҡ.
Күңелемдә өмөт нуры йәшәй,
Моңһоҙлоҡтан йәнде аралаған.
Дауыл тыныр, йәнем, ҡояш сығыр…
Ел үтмәһен беҙҙең араларҙан.
Моң китмәһен ярһыу күңелдәрҙән,
Һөйөү еңә көйөү, ярһыуҙарҙы.
Ярҙарына ҡайта хатта күңел,
Баҫылғандай майҙа ҡар һыуҙары.
#ФәнилБүләков
Ҡояшҡа ынтылыу🔥
Йылдарҙы артта ҡалдырып,
Ҡояшҡа менеп барам.
Ҡояшта янғанымды мин,
Алдан уҡ белеп барам.
Йәным Ҡояш талап итә!
Ут аша, ялҡын аша.
Бар барлығым, бар есемем
Ҡояшҡа яҡынлаша.
Беләм, ҡояш ялҡынында
Ҡанатты көйҙөрөрмөн.
Көйҙөргән саҡта да ләкин
Ҡояшҡа тейҙерермен.
Янырмын, дөрләп янырмын
Мин Ҡояшҡа үрелеп.
Һәм ҡабат йәшәй башлармын
Ялҡынға әүрелеп!
#ӘнғәмАтнабаев
🤍 Һин.Шиғыр.Донъя
⛰️⌚☀️
Ҡая таштай бэлки күренәмдер,
Ер тетрәгән саҡта ҡымшанмаҫлыҡ.
Күңелемдә ел-дауыллы янғын
Тик кешеләр генә ышанмаҫлыҡ.
Күңелемдә өмөт нуры йәшәй,
Моңһоҙлоҡтан йәнде аралаған.
Дауыл тыныр, йәнем, ҡояш сығыр…
Ел үтмәһен беҙҙең араларҙан.
Моң китмәһен ярһыу күңелдәрҙән,
Һөйөү еңә көйөү, ярһыуҙарҙы.
Ярҙарына ҡайта хатта күңел,
Баҫылғандай майҙа ҡар һыуҙары.
#ФәнилБүләков
Балалар өсөн 👦👧
#ГөлфиәЮнысова шиғырҙары 📖📝☀️
__
"Тәрилкәләр йылмая” 🥣🍽️
Әсәй йыуа тәрилкәләр,
Ә Ирхан һөртөп тора.
"Табынға мин ташыйым”, -тип,
Ынйыҡай көтөп тора.
Бергәләшеп эшләгәндән
Һәр кем ҡыуаныс таба.
-Рәхмәт һеҙгә, уңғандар, -тип,
Тәрилкәләр йылмая.
__
"Сәк-сәк” ☕🍯
-Сәк-сәкте һуң кем яратмай,
Бик тәмле бит ул сәк-сәк.
Ниндәй ҙә шат булыр ине,
Көн дә сәк-сәк бешерһәк.
-Сәк-сәк байрам һыйы ғына,
Көн дә байрам буламы,
Аш ашап өйрәнгән кеше
Сәк-сәк ашап туямы?
Шуға уның исеме лә
Аҙ ғына, сәк-сәк кенә.
Ана, майҙа бешеп сыҡты,-
Көтөп тор саҡ-саҡ ҡына.
__
"Тәүге бишле” 5️⃣🤗
Әсәһе:
Нимә булды һиңә, балам,
Һис ултырып тормайһың?
Шатлығың эсеңә һыймай.
Ырғаңлайһың, йырлайһың?
Ынйыҡай:
Гел йырлағы килеп торғас,
Нисек һуң йырламайым?
Һүрәтемә "бишле” ҡуйҙы
Бая Ирхан ағайым.
🤍 Һин.Шиғыр.Донья
Repost from N/a
Ҡайҙа ла эшем етәктә,
Ҡайҙа ла яна итәк.
Шулай уңайлы буламы?
Нисек беҙ былай итһәк?
Ҡайҙа ла ҡыуып етә лә
Ваҡыт бүлеүҙе һорай.
Минең уйҙарҙы үҙгәртеп,
Үҙе күргәнсә ҡорай.
Ҡайҙа ла көтөп тора ул,
Үксәгә баҫып килә.
Үрсеп-үрсеп китәм тиеп
Янап та ҡуя миңә.
Етәктә эшең булғанда
Юҡ эс бошоуға урын.
Һағыш та үрелә алмай,
Күңелгә һалып ҡурын.
Етәктә эшең булһын ул,
Ашың булыр өҫтәлдә!
Мөлдөрәп тә мине көткән
Эшем бар минең әлдә!
Гөлназ Ҡотоева
#гөлназҡотоева #яңышиғыр #йөрәгеңнимәти #шиғриәтминуттарында #шиғыр #башҡортшиғриәте
Был тойғо 🥹🤗🥰
Был тойғо — ҡәҙерле, саф, йылы,
Был тойғо — иң дәртле, иң моңло,
Был тойғо — бейетә, йырлата,
Был тойғо — көлдөрә, илата,
Был тойғо — йөрәктә таң атыу,
Был тойғо — иң изге яратыу —
Тыуған йортоңа әйләнеп ҡайтыу.
#ГөлфиәЮнысова
🤍 Һин.Шиғыр.Донья
