Һин. Шиғыр. Донъя.
Open in Telegram
Шиғырҙар һәм тәҡдимдәр: @shigridonjabot Беҙ ВК-ла https://vk.com/shigridonja
Show more462
Subscribers
No data24 hours
+47 days
+1730 days
Data loading in progress...
Similar Channels
Tags Cloud
No data
Any problems? Please refresh the page or contact our support manager.
Incoming and Outgoing Mentions
---
---
---
---
---
---
Attracting Subscribers
December '24
December '24
+22
in 0 channels
November '24
+38
in 0 channels
Get PRO
October '24
+28
in 0 channels
Get PRO
September '24
+36
in 0 channels
Get PRO
August '24
+49
in 0 channels
Get PRO
July '240
in 0 channels
Get PRO
June '24
+11
in 0 channels
Get PRO
May '24
+26
in 0 channels
Get PRO
April '24
+24
in 0 channels
Get PRO
March '24
+21
in 1 channels
Get PRO
February '24
+20
in 0 channels
Get PRO
January '24
+17
in 0 channels
Get PRO
December '23
+17
in 0 channels
Get PRO
November '23
+22
in 0 channels
Get PRO
October '23
+13
in 0 channels
Get PRO
September '23
+8
in 0 channels
Get PRO
August '23
+24
in 0 channels
Get PRO
July '23
+10
in 0 channels
Get PRO
June '23
+4
in 0 channels
Get PRO
May '23
+7
in 0 channels
Get PRO
April '23
+10
in 0 channels
Get PRO
March '23
+7
in 0 channels
Get PRO
February '23
+11
in 0 channels
Get PRO
January '23
+6
in 0 channels
Get PRO
December '22
+3
in 0 channels
Get PRO
November '22
+13
in 0 channels
Get PRO
October '22
+11
in 0 channels
Get PRO
September '22
+14
in 0 channels
Get PRO
August '22
+7
in 0 channels
Get PRO
July '22
+14
in 0 channels
Get PRO
June '22
+26
in 0 channels
Get PRO
May '22
+9
in 0 channels
Get PRO
April '22
+9
in 0 channels
Get PRO
March '22
+56
in 0 channels
Get PRO
February '22
+13
in 0 channels
Get PRO
January '22
+91
in 0 channels
Get PRO
December '21
+47
in 0 channels
Get PRO
November '21
+7
in 0 channels
Get PRO
October '21
+19
in 0 channels
Get PRO
September '21
+2
in 0 channels
Get PRO
August '21
+2
in 0 channels
Get PRO
July '21
+19
in 0 channels
Get PRO
June '21
+16
in 0 channels
Get PRO
May '21
+259
in 0 channels
| Date | Subscriber Growth | Mentions | Channels | |
| 21 December | +1 | |||
| 20 December | 0 | |||
| 19 December | +2 | |||
| 18 December | +2 | |||
| 17 December | 0 | |||
| 16 December | 0 | |||
| 15 December | +1 | |||
| 14 December | +2 | |||
| 13 December | 0 | |||
| 12 December | +1 | |||
| 11 December | +1 | |||
| 10 December | +2 | |||
| 09 December | +1 | |||
| 08 December | +2 | |||
| 07 December | 0 | |||
| 06 December | +2 | |||
| 05 December | +1 | |||
| 04 December | 0 | |||
| 03 December | +2 | |||
| 02 December | +1 | |||
| 01 December | +1 |
Channel Posts
ГҮЗӘЛ ӨФӨМ - БАШ ҠАЛАМ 💚💚💚
Тау башында балҡый бер ҡала,
Ул ҡала Өфө тип атала.
Яҡтыраҡ яна йондоҙҙары,
Матурҙар егет һәм ҡыҙҙары.
Алмалары бешә балланып,
Ағиҙел аға борғаланып.
Уға ҡушыла йәмле Диме,
Ах Өфөм, мин яратам һине!
Хуш еҫ бөрккән айлы кистәре
Тирбәлдерә йөрәк хистәрен.
Баҡсаһында иркен тын алам,
Ах Өфөм, минең гүзәл ҡалам!
Урамдары көҙгөләй асфальт,
Эшсән халҡы күңелле һәм шат.
Күргән һайын һине шатланам,
Ах Өфөм, гүзәл һин, баш ҡалам!
Һиндә үҫтем, эстем һыуҙарың,
Тыңланым йыр, ҡурай моңдарың.
Ҡайҙа барһам, һиңә ашҡынам,
Ах Өфөм, гүзәл Өфөм, баш ҡалам!
#РәғиҙәЯнбулатова
| 2 | ҺӨЙӨҮ ЙЫРЫН ЙЫРЛА ҺӨЙГӘНЕҢӘ 🎤❤️🎷
Һөйөү йырын йырла һөйгәнеңә,
Күңелдәрең ихлас, саф икән.
Ул һөймәһә, әйҙә, һөймәһен дә,
Һөйөүҙәрең әгәр хаҡ икән,
Һөйөү йырын йырла һөйгәнеңә.
Һөйөү йырын йырла һөйгәнеңә,
Һөймәһә лә, йырҙан ебәрмә.
Алып китһен йырың күңелдәрҙе
Гүзәл ерҙән гүзәл ерҙәргә,
Һөйөү йырын йырла һөйгәнеңә.
Һөйөү йырын йырла һөйгәнеңә,
Мин бәхетһеҙ, тимә, бер уйлап.
Башҡа берәү һине тапмай ҡалмаҫ,
Бәхет килмәй ҡалмаҫ йыр буйлап,
Һөйөү йырын йырла һөйгәнеңә.
#НазарНәжми
🤍 Һин.Шиғыр.Донъя | 171 |
| 3 | ЯРАТ МИНЕ ❤️🥰
Ҡалҡҡан ғына ҡояшымды ойотма,
Яратам, тип ҡабатларға онотма.
Яратам, тип өндәш миңә гел генә,
Шул һөйләмдән күңелкәйем гөл генә.
Йәлләмә һин, матур һүҙҙәр йәлләмә,
Хасил булыр күҙ алдыңда гөлләмә.
Мин булырмын "аһ" итерлек хозурлыҡ,
Ҡанатлы ҡош Һомайҙы ла уҙырлыҡ.
Яратам, тип әйт әле, әйт тағы ла,
Шул һүҙҙәрең йөрәгемә яғыла.
Шул тауыштан моңһоулығым юғала,
Ярат, тиеп, яраттырам шуға ла.
Яратам, тип ҡабатлаһаң, осонам,
Һүҙҙәреңдең сыҡмаһамсы осона
Һис ҡасан.
#ГөлнараХәлфетдинова | 174 |
| 4 | Күпте уйлап...🤔😮🤗
Күпте уйлап, әҙҙән ҡалам кеүек,
Ниҙер өмөт итеп күктәрҙән.
Уйланиһәң, шөкөр, барыһы бар,
Кәм түгелмен әле күптәрҙән...
Таянырға күпме дуҫтарым бар?
Һыйынырға янда туғандар.
Эскерһеҙ ҙә улар, ярҙамсыл да,
Үҙем кеүек шаян, уңғандар.
Ең һыҙғанып эшләр эшем дә бар,
Арып - талып ҡайтыр өйөм бар.
Эс бошҡанда күңел баҫыр өсөн,
Үҙем генә белгән көйөм бар...
Күпте уйлап, әҙҙән ҡалам кеүек,
Ғәйеп эҙләп һаман үҙемдә.
Яраларҙы ваҡыт дауалаһа,
Онотолор әйткән һүҙең дә...
#МөхәмәтйәрМәғәсүмов
🤍 Һин.Шиғыр.Донъя | 184 |
| 5 | Һағындыра 🌳🌿🐄
Ожмах ҡына булған икән дә ул,
Минең көтөү көткән саҡтарым.
Һағындыра хәҙер тоғро этем,
Уң ҡанатым булған Саптарым.
Һағындыра йәшел үлән еҫе,
Ап - аҡ тулҡын төҫлө ҡылғандар.
Әллә ҡайҙа буй етмәҫлек ерҙә,
Хәтеремдә генә ҡалғандар.
Һағындыра моңһоҙ сиңерткәнең,
Ялҡыттырғыс оҙон көйө лә.
Һағындыра хатта көтөүсенең,
Ыҫтар һеңеп бөткән өйө лә.
Һағындыра йылға буйҙарына,
Хуш еҫ бөрккән муйыл, баландар.
Мәтрүшкәләр еҫе аңҡып торған,
Ер еләге бешкән яландар...
Ығы - зығыларҙы ситкә ҡуйып,
Бер күрергә ошо саҡтарҙы.
Ҡайтып килер инем, мөмкин булһа
Менеп алып юртаҡ Саптарҙы...
#МөхәмәтйәрМәғәсүмов | 186 |
| 6 | МӘҢГЕЛЕК МОҢ 🤍
Эҙләнергә кәрәк ғүмер буйы,
Табырға ла – эҙләп бер киткәс,
Мәңгелек моң тап һин туй уйыңда,
Ығы-зығыларҙан ваз кискәс.
Ғүмер буйы эҙлә бәхетеңде,
Бәхетлеһең, әгәр эҙләһәң...
Бәхетһеҙҙәр күпме был донъяла —
Аҙым һайын улар, йөҙләгән.
Үлем менән йәшәү сигендә лә
Мәңгелек моң торһон саҡырып.
Тама-тама тамсы ташты тишер —
Моң шишмәһе йырлар аҡ йырын.
#РәмиҒарипов
🤍 Һин.Шиғыр.Донъя | 221 |
| 7 | Эҙләмә мине йыраҡтан! 🌸🧡🔆
Яныңа барырға оялам,
Һин торған урамға юл алам.
Уйҙарым бутала башымда,
Шул бер һын, гел тора ҡаршымда.
Өттөрөп күҙемә ҡарама,
Шаярып хәлемде һорама.
Саҡырһаң аҡҡоштар күленә,
Йүгереп килермен күр генә.
Һауала йондоҙҙар емелдәй,
Ҡаршыға йүгереп килә йәй.
Күлдәге еләкле, сәскәле,
Яратам, көт, тиеп әйт әле!
Күҙҙәремдең нуры һүнә,
Ямғыр болоттары йөҙә,
Һары һағыш минең йөҙҙә
Һине күрмәһәм.
Эҙләмә мине йыраҡтан,
Һинең менән мин бер яҙҙан,
Булырбыҙ бергә бер аҙҙан
Беҙ һинең менән...
#МиләүшәҒәйфуллина
💎 Һин.Шиғыр.Донъя | 237 |
| 8 | ☀️💖☀️ 1 ИЮНЬ – ХАЛЫҠ-АРА БАЛАЛАРҘЫ ЯҠЛАУ КӨНӨ!
Беҙҙең бәхет - ябай ғына,
Әсәй булһын эргәлә.
Атай йылмайып ҡараһын,
Сәй эсәйек бергәләп.
Өләсәйҙең, олатайҙың
Арҡанан һөйөүе шәп!
Инәй, апа - был туғандар
Бергә йәшәмәй нишләп?
Уйыныбыҙ - үҙе тормош,
Гөр киләбеҙ беҙ бергә.
Бер туғандар йыйылғанда
Күңел бошонмай бер ҙә.
Беҙҙең бәхет сере ябай -
Дуҫ, татыу йәшәү рәхәт!
Беҙҙең бәхетте һаҡлаған
Атай- әсәйгә рәхмәт!
Гөлназ Ҡотоева.
🌺Ата-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр һәм ҡәҙерле балалар! Байрам менән ҡотлайбыҙ! Һәр ғаиләгә уңыш һәм бәхет, иман һәм шатлыҡ ҡына юлдаш булһын, балаларҙың шат тауышы тынмаһын. 🌺 | 263 |
| 9 | 🤍🌟💕
Күптән көлгәнем юҡ ине шулай
Сабый һымаҡ ғәмһеҙ, ҡайғыһыҙ...
Көттөм,
Өмөт иттем,
Ҡайтарыр тип,
Ҡайтмаҫ егермемә ҡайһы ҡыҙ?
Ул һин булдың!..
Килдең егермеңдә,
Ҡабатланмаҫ яҙҙы килтерҙең,
Оноттороп минең бар ғәмемде,
Бар күңелдән мине көлдөрҙөң.
Көлдөм!...
Көлдө тау ҙа,
Көлдө һыу ҙа,
Көлдө ай ҙа күктә тәгәрәп.
Тик беҙҙең туй ине был яҙғы төн,
Беҙҙең туйға тағы кем кәрәк?
Айҙы саҡырҙыҡ беҙ яныбыҙға,
Йондоҙҙарҙы, аҡҡош юлдарын.
Етегәндең алтын ижауынан
Бергә эстек беҙ яҙ моңдарын.
Ҡулдарыңдан ыуып төшөрҙөм дә
Иртә яҙҙың һуңғы һалҡынын,
Көлдөм ғәмһеҙ!.. Һәм иҫерҙем эсеп
Күҙҙәреңдең зәңгәр ялҡынын.
«Ете ҡыҙ»ҙай ойоп, талғын ғына
Бейегәндә ал таң елдәре,
Төш кенәлер был, тип ҡурҡтым мин.
Төш кенә бит ҡайтмаҫ өндәрем!..
Ни бирәйем һиңә был өн өсөн,
Ни генә һуң булһын бүләгем?!
Йырым ҡалһын ҡапҡа төбөгөҙҙә,
Йырымда бит минең йөрәгем...
#РәмиҒарипов
🤍 Һин.Шиғыр.Донъя | 275 |
| 10 | 💃🥰🕺
Нисәнсе көн күҙҙең яуын алып,
Сәскәләнә сирень-алмағас.
Ә һин ниңә һаман яңғыҙ, өйҙә,
Һағыштарға сәбәп ҡалмағас?..
Бир ҡулыңды, бергә киләйек тә,
Һулайыҡ яҙҙарҙың һулышын.
Шауҡымы ҡағылһын күңелдәргә,
Мин - һинең, һин - минең асышым.
Әйләндерһен, әйҙә, башҡайҙарҙы,
Тик майҙарҙа килгән матурлыҡ.
Бүләк итһен яҙҙар ғашиҡтарға
Уртаҡ хистәр икәү татырлыҡ.
#ЛилиәҠаһарманова
💜Һин.Шиғыр.Донъя | 264 |
| 11 | Бөгөн Дамир Шәрәфигә 59 йәш тулған булыр ине
Дамир Шәрәфетдиновҡа
Ҡураныс ҡына кәүҙәңдә
Булды күпме ҡыуаныс!
Һин уҙғынсы булманың бит,
Булманың һин ҡыҙғаныс.
Бәләкәй ҙә булманың һин,
Уйың булды оһолло.
Йөрәгең аҡыллы ине,
Ҡулың ине таһыллы.
Юҡ, ҡарғаусы булманың һин,
Булдың бары ҡурғаусы.
Шиғриәттең баҡсаһында
Булманың һин бер аусы.
Булдың шиғри һүҙ ҡануны
Бураларын бураусы.
Асыҡ ине бар булмышың
Был донъяның ҡаршында.
Саф гәлсәрҙәй һүҙең илдә
Балҡый йөҙөк ҡашындай.
Тамара Искәндәриә.
Юлай Кәримов фотоһы. | 257 |
| 12 | ☕🥞🍯
Ишек, тәҙрә ябайыҡ,
Усаҡҡа ут яғайыҡ,
Төшкән тере ҡуҙҙарҙы
Самауырға һалайыҡ.
Табала ҡоймаҡ бешә,
Ҡояш офоҡҡа төшә.
Татыу ғаилә гөр килеп,
Самауырҙан сәй эсә.
Ҡоймаҡҡа ҡаймаҡ яғып,
Сәйгә мәтрүшкә һалып.
Бәлеш: иттән, еләктән
Татыу ғаилә бер төптән.
Мул һәм бай беҙҙең өҫтәл
Теләһәң һин дә өҫтәл.
Һуңға ҡалһаң ҡунырһың,
Табынға йәм булырһың.
#МиләүшәҒәйфуллина | 329 |
| 13 | ❤🔥❤️🔥
Һин дә мине бер мәл һағынырһың,
Мин янған хистәрҙә янырһың,
Һөйөү ғазабына сыҙай алмай,
Йыһан сиктәренә барырһың,
Ялған өмөттәргә табынырһың,
Һағыштарға эҙләп сараһын,
Бергә үткән юлдарға сыҡһаң да
Үткәндәргә юлды тапмаҫһың.
Ә мин һүндем... Бөтөнләйгә һүндем.
Мин инемме шашып яратҡан?..
Яраланып көлгә ҡалған йөрәк
Дөрләп янмаҫ инде ҡабаттан.
#ГүзәлиәИшмурзина-Хәкимьянова
❤️🔥Һин.Шиғыр.Донъя | 385 |
| 14 | 😉⁉️🤗
Нисек итеп мине яратырға
Белмәйһеңме? Хәҙер өйрәтәм!
Минең йөрәгемә тура юлды
Һинең өсөн үҙем күрһәтәм.
...Маҡсаттарың, хыялдарың булһын,
Ҡурҡып торма донъя эшенән,
Иғтибарлы бул һин минең менән,
Ҡырын һүҙ әйттермә кешенән.
Ышаныслы булһын аҙымдарың,
Ҡараштарың булһын яғымлы,
Хистәреңде минән йәшермә һис!
Яратҡаныңды әйт! Тағымы?
Тик шул ғына! Үҙем яратырмын!
Һөйөү күлдәреңә батырмын,
Тик батыр бул, йәнем! Күрәһеңме,
Һинең янда мин дә батырмын!
#ФирүзәАбдуллина
💜Һин.Шиғыр.Донъя | 428 |
| 15 | Диңгеҙ булып🌊
Ят тулҡындар ялы ниңә кәрәк,
Һин теҙгенләр тулҡын ҡалҡмаһа?
Тормош ағышының ҡыҙығы юҡ,
Әгәр, күңел йәмдәр тапмаһа.
Тормош ағышының ҡайһы саҡта
Кире аҡҡанын да күрәбеҙ.
Аҡмай ятҡан һаҫы һаҙлыҡта ла
"Ағым ыңғайына" йөҙәбеҙ.
Ят тулҡындың ялы ниңә кәрәк,
Тулҡындарҙы үҙең үрмәгәс?
Сикһеҙ, төпһөҙ, тиңһеҙ диңгеҙ булып
Күктең йөҙөн үҙең үпмәгәс.
#РәшиҙәМансурова
🤍 Һин.Шиғыр.Донъя | 370 |
| 16 | 💗🧍♀🤱
Һыныр тип тә мине көткәндәр бар,
Һынмағанмын әле, һынмағанмын.
Тыныр тип тә мине көткәндәр бар,
Тынмағанмын, әлдә тынмағанмын.
Тоҡандырам усаҡ - утты тотам,
Гөлдәргә һыу һибәм - дымды тотам.
Хәләл икмәгемде ҡайырып теләм,
Тыуыр балаҡайға бишек эләм.
Мин - ҡатын-ҡыҙ. Абынһам да,
Үҙ-үҙемә тотоноп туры ҡалам.
Мине һайламайҙар - мин һайлайым,
Һайлағанға йәнә тоғро ҡалам.
Эйәләштерәмен ҡырағайҙы -
Һалҡын ҡараш, ҡырыҫ холоҡтарҙы,
Ары ташлап бары ирҙәр өсөн
Ҡулай булған беше ҡороҡтарҙы.
Мин - ҡатын-ҡыҙ. Күптәр түгел,-
Берәү һынар минең атҡарғанды.
Күңел күҙе менән күреп таныр
Тыштан түгел, эстән яҡтырғанды.
#РәмзиләХисаметдинова
🤍 Һин.Шиғыр.Донъя | 327 |
| 17 | КӨТ МИНЕ 📜🕰️🤎
(К. Симоновтан)
Көт мине, ҡайтып төшөрмөн,
Көт, өмөт өҙмә,
Һары һағыш ямғыр булып
Яуһа ла көҙҙә,
Көт бурандар ыжғырғанда,
Көт селлә саҡта,
Башҡалар онотҡанда ла
Ышаныс һаҡла
Көт, минең алыҫ юлымдан
Килмәһә хаттар,
Япа-яңғыҙың ҡалдырып
Төңөлһә яттар.
Көт мине, ҡайтып төшөрмөн,
Ҡайтырмын, көтһәң,
Онот тиеп торһалар ҙа
Яныңда күптәр.
Әсәм, улым күнгәндә лә
Минең юҡлыҡҡа,
Дуҫ-иштәр йыйылып алып
Беҙҙең утлыҡҡа,
Минең рухыма бағышлап
Эскәндә шарап,
Һин ҡатышма. Ҡайтмаҫ, тимә,
Уларға ҡарап.
Көт мине, ҡайтып төшөрмөн
Үлемдән көлөп,
- Даланлы, - тип, көтмәгәндәр
Тешләрҙәр телен.
Аңлай беләме ни улар,
Даланым - ул һин,
Һинең теләк уттан алыр,
Сигенер үлем.
Белербеҙ икәү, мин нисек
Үлемде еңдем -
Бер кемдә лә булмағанса
Һин көтә белдең
Гүзәл Ситдиҡова тәржемәһе | 292 |
| 18 | https://t.me/shigridonja/1855 | 274 |
| 19 | МИН ҺАҒЫНҒАН КЕҮЕК ҺАҒЫНҺАҢ
😌🤍 (Яуап хат)
Араларға юлдар, йылдар ятты,
һанай-һанай һәр ай, һәр көндө.
Бер үк көндө ике йәшәп булмай,
Ике һөйөп булмай бер кемде,
Һеҙҙең яҡтың моңо сыңлай тиһең,
Хәтер ҡылдарына ҡағылһам.
Миңә еткән — тыуған яҡтарымды
Мин һағынған ҡәҙәр һағынһаң.
Ҡайҙа барма — юҡһыналар төҫлө
Һине тауҙар, урман, яландар.
Күҙ йәштәрең түгел, күҙ нурҙарың
Ҡырҙарыма тамып ҡалғандар,
Һеҙҙең яҡтың моңо сыңлай тиһең,
Хәтер ҡылдарына ҡағылһам.
Миңә еткән — тыуған ҡырҙарымды
Мин һағынған ҡәҙәр һағынһаң.
Һағына белеүҙәре — бәхеттер ҙә,
Бәхетлерәк тоғро юллылар.
Беренсең дә, бәлки, түгелмендер,
Йәшәү өсөн кәрәк һуңғылар.
Һөйөү юлы ҡауышыуға таба,
Шул юлдарҙа ихлас, саф булһаң.
Мин бәхетле, әгәр һин дә мине
Мин һағынған ҡәҙәр һағынһаң.
#НазарНәжми
🤍 Һин.Шиғыр.Донъя | 310 |
| 20 | 💔🍎💔
Услап-услап бәхет һуҙҙым һиңә,
Уртаҡ бәхет…
Ләкин алманың…
Яҙмышыбыҙ менән оҡшаш инек
Ике яртыһына алманың.
Ярты бәхет ялҡытманы микән?
Ә тулыһы ҡалай мөлдөрәй.
Тыны менән тарып алмаҡ булып
Йөрәк кенә бушҡа өлтөрәй.
Яңғыҙлыҡтан ялҡҡан яҙмышыма
Яғылдың да… ҡабат юғалдың.
Ә мин ошо ғүмер миҙгеленә
Хыял аттарымды туғарҙым.
Услап-услап һуҙған бәхеттәрем
Тама инде бармаҡ аралап.
…Их, юғалыр өсөн табылғанһың
Яҙмышымды ғына яралап…
#ТаңһылыуБаһауетдинова
🤍 Һин.Шиғыр.Донъя | 300 |
