617
Subscribers
-224 hours
-27 days
-430 days
Posts Archive
📌 Журналист, продюсер, алып барыусы, етәксе Рита Өмөтбаева Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре тигән юғары исемгә лайыҡ булған.
Рита Ришат ҡыҙы бик күп мәҙәни саралар, фестивалдәр, концерттарҙы ойоштороусы, "Байыҡ", "Башҡорт йыры", "7 егет" һ. б. телевизион проекттар авторы.
Ижад ҡомарығыҙ һүнмәһен, ҡотлайбыҙ! 🌹
Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro
❓ Туҡырға өйрәнергә теләйһегеҙме?
✅ Бөгөн бушлай оҫталыҡ дәресенә барығыҙ.
Бөгөн, 23 апрелдә, Өфөлә "Селтәр" студияһы туҡыусылыҡ серҙәрен аса.Дәрес бушлай буласаҡ. 🗓 Ҡасан: кесе йома, 23 апрель сәғәт 12:00 📍 Ҡайҙа: «Атайсал» үҙәге, Өфө ҡалаһы, Кустарная урамы, 17 📍 Ошо төркөмгә инеп, "НИТЬ" тигән комментарий ҡалдырығыҙ һәм һеҙҙе бушлай дәрескә яҙасаҡтар: https://vk.com/wall-156878095_325815
+5
Хәйерле көн! ☀️
Боронғо фотоларҙы яһалма зиһен ярҙамында бик сағыу итеп үҙгәрткәндәр. Уларҙа - XX быуат башындағы башҡорттар.
Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro
❓ Ә һеҙ ниндәй яҙғы үләндәрҙе яратаһығыҙ?
Бына Күгәрсен районынан "Йәш фермер" блогын алып барыусы Нурсолтан Хөсәйенов кәзә һаҡалын (первоцвет весенний, примула) ашап йөрөй.
💯 Ҡуҙғалаҡ, кесерткән, бәпембә, йыуа һ.б. миҙгеленә аяҡ баҫып киләбеҙ түгелме? Ниндәй үләндәрҙе ашайһығыҙ йәки боронғолар һөйләгәндән генә беләһегеҙме?
+8
📌"Милли биҙәк" - күҙҙең яуын алыр
Башҡортостандың Мәсетле районы Яңы Мишәр ауылында "Милли биҙәк" район фольклор фестивале үткән. Уны "Ҡомартҡы" ҡул эштәре клубы" проекты сиктәрендә Мәҙәни башланғыстар Президент фонды ярҙамында ойошторғандар.
📍 Төбәктә башҡорт халҡының милли кейем үҙенсәлектәрен һаҡлауға һәм тергеҙеүгә ҙур әһәмиәт бирелә: оҫта ҡуллы ҡатындар йәш быуынға ла белемдәрен тапшырырға тырыша.🔹 Мәсетлелә 2012 йылдан ҡабартма ҡайыу буйынса "Ҡомартҡы" ҡул эштәре клубы эшләп килә, уны Эльвира Латипова етәкләй. Былтыр улар "йортло" булған. Президент гранттары фондынан бүленгән 1,5 млн һумға һәм Мәсетле районы хакимиәтенән 126 мең һум аҡсаға Мәҙәниәт йорто ярҙамы менән бүлмәләрен матур итеп төҙөкләндереп, барлыҡ кәрәк-яраҡтар һатып алғандар. 🔹 Райондың милли үҙенсәлеген һаҡларға, биҙәү-ҡулланма сәнғәтен үҫтерергә булышлыҡ иткән тағы бер халыҡ коллективы бар - Яңы Яуыш ауылының "Үрнәк" коллективы. Уның етәксеһе - Гөлфирә Хәлилова. 🔹 "Милли биҙәк" район фестивалендә фәнни-ғәмәли конференция, сағыу күргәҙмә, оҫталыҡ дәресе, матур концерт һәм, әлбиттә, күҙҙең яуын алырлыҡ кейемдәрҙе күрһәткән сығыштар булған. Был сара сиктәрендә генә түгел, ә ғөмүмән мәсетле оҫталары йәш ҡыҙҙарға ҡул эштәренең нескәлектәрен өйрәтеүе, мәктәптәр менән эшләүе хуплауға лайыҡ.👍 Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro
+2
📌 "Кина"ға төшкәндәр
Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең И. Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театры артистары Айгөл Зөбәйҙуллина, Рәсил Сынбулатов, Фәнил Ҡарасурин киноға төшкән. Ғафури районында эшләгәндәр.
🔹 "Ҡоролоҡ" тип аталған ҡыҫҡа метрлы фильм башҡорт яҙыусыһы Талха Ғиниәтуллин хикәйәһенә нигеҙләнгән.Ул - режиссер Фәрзәнә Утарбаева һәм продюсер Алһыу Абдуллинаның уҡыуҙы йомғаҡлау проекты. 🔥 Фильмды Кинематография һәм театр сәнғәте академияһы ректоры Никита Михалков үҙе баһалаясаҡ. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro
📌Тағы бер матур яңылыҡ: "Ирәндек" боҙ һарайында шөғөлләнеүсе Арсен Ҡырымғужин шорт-трек буйынса "Йәш тиҙ йөрөүсе" Бөтә Рәсәй ярыштарында еңгән.🔥
Ярыш Саранск ҡалаһында үткән. Арсен 9-11 йәшлек малайҙар араһында 500 метрлыҡ дистанцияла ҡатнашҡан.
Әйткәндәй, Арсен Ҡырымғужин былтыр ҙа ошо ярыштарҙа 3 алтын миҙал яулап ҡайтҡан. Афарин!👏👏👏
Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro
+5
❓ Киләһе йыл ҡайһы урынды төҙөкләндерергә?
✅ Быйыл һайлап ҡуй!
"Тормош өсөн инфраструктура" милли проектының "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" проекты буйынса тауыш йыйыу башланған һәм 12 июнгә тиклем дауам итәсәк.
Башҡортостандың һәр муниципалитеты үҙ тәҡдимдәрен индергән. Иң күп тауыш йыйған проекттарға федераль ярҙам бүленәсәк.
💯 "Ваҡытында Өфөләге Ленин исемендәге парк шундай ярҙам алды. Унда төҙөкләндереү эштәрен икенсе йыл атҡарабыҙ, көҙгөгә тамамларға ниәтләйбеҙ. Был парк - иң алдынғы проекттарыбыҙҙың береһе. Ул бай тарихлы, ышанам, киләсәге лә сағыу - үҙгәртеп ҡорғандан һуң, республикалағы иң матур урындарҙың береһенә әүереләсәк. Өфө үҙәгендә күптәр яратҡан тағы бер урынды яңыртыу бурысы алдыбыҙҙа тора. Салауат Юлаев майҙаны тураһында әйтәм. Батырыбыҙҙың һәйкәле реконструкция үткән саҡта уның тирә-яғын комплекслы төҙөкләндерергә ниәтләйбеҙ. Был проект өсөн zagorodsreda.gosuslugi.ru сайтында тауыш бирергә мөмкин. Йәки күңелегеҙгә ятҡан башҡа берәйһен һайларға була. Иң мөһиме шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ - республика ҡала һәм ауылдарының тышҡы йөҙө һеҙҙең менән беҙҙең әүҙемлектән тора",- тип яҙған сәхифәһендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров. Әйҙәгеҙ, әүҙемерәк булығыҙ һәм оҡшаған проект өсөн тауыш бирегеҙ! 👍 Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro
+2
22 апрель - Халыҡ-ара Ер-әсә көнө 🌏
Был көн планетаның экологик именлегенә иғтибарҙы арттырыу маҡсатында булдырылған. Ожмахтай тыуған еребеҙҙе һаҡлайыҡ - ҡыйламайыҡ, тәләләмәйек, яуаплылыҡ тояйыҡ.
📍 Дәүләкән районы, Уртатау.
📌Башҡортостанда яңы награда булдырылды.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров указы менән яңы награда - "Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан" миҙалы булдырылды.
Уны ирекмәнлек, шәфҡәтлек эшмәкәрлеге, МХО-ға бәйле гуманитар һәм башҡа төрлө ярҙам күрһәтеү, гуманитар ылау йыйыу һәм алып барып еткереү, МХО биләмәһендә үтәлгән маҡсаттар өсөн тапшырасаҡтар.
+1
📌"Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәр конкурсы үткән.
Бөрйән районында мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары тәрбиәләнеүселәре араһында "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосын яттан һөйләүселәрҙең район конкурсы үткән. Унда 22 мәктәпкәсә белем биреү төркөмөнән һәм балалар баҡсаһынан 44 бала ҡатнашҡан.
⚡Конкурс Гран-приһын Бөрйән районы Байназар ауылы мәктәбенең Мораҙымдағы филиалы тәрбиәләнеүсеһе Самира Сафина яулаған.Барлыҡ еңеүселәргә һәм призлы урындарға лайыҡ булған кескәйҙәргә Бөрйән районы мәғариф бүлегенән Почет грамоталары, матур бүләктәр тапшырылған. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro
AY YOLA төркөмөнән яңы клип 🔥
Яратҡан төркөмөбөҙ ижады менән һөйөндөрөүҙе дауам итә. Яңы ғына сыҡҡан "Айһылыу" йырына рәсми клип та эшләп ҡуйғандар.Айһылыу - Самрау батшаның ҡыҙы, ул Шүлгәнгә кәләш була һәм Һаҡмар исемле ул таба. Атаһы яуызга әйләнеүгә ҡарамаҫтан, Һаҡмар яҡшы күңелле булып үҫә һәм Урал батырҙың улдары - Иҙел, Яйыҡ, Нөгөш менән бергә халыҡҡа эсәр һыу табыша.
📌 Рәми Ғарипов исемендәге миҙал бирелгән.
Кисә М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Артур Кәбировтың концерты үткән.
💯 "Кеше" тип исемләнгән матур тамаша барышында Артур Зиннур улына Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов мәртәбәле награда - Рәми Ғарипов исемендәге миҙал тапшырған.
Артур Кәбиров театрҙың "Февраль. Буран..." спектаклендә Рәми Ғарипов ролен башҡара, шағир һүҙҙәренә йырҙар ижад итә.
Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro
+1
📌 Мәскәү һылыуҡайы билдәле булған.
Мәскәүҙә уҡыған яҡташ студенттар араһында гүзәллек конкурсы ойошторолдо.
📍 Еңеүселәр:
🏆 Гран-при - Балтас районынан Ленара Солтанова. Ул Рәсәй медицина университетында белем ала.
🥇1-се урын - Шишмәнән Полина Яковлева (Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты)
🥈2-се урын — Өфөнән Лина Хафизова (МДУ).
Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro
Хәйерле көн 🌷
Ҡырҡ эшегеҙҙе ҡырҡ яҡҡа ташлап, иртәнге сәй эсеп алығыҙ һәм көнөгөҙ матур үтһен! 🥰
Һүрәт: интернеттан.
Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro
+1
📌 "Күңелдәргә күпер һалдығыҙ",- ти МХО-ла хеҙмәт иткән журналист Рафиҡ Әхмәтшин. Баҡтиһәң, яугирҙарға "Башҡортостан" нәшриәте ебәргән гәзит-журналдар барып еткән икән. Күбеһен алғы һыҙыҡтағыларға ебәргәндәр.
💯 "Матбуғат баҫмалары бик урынлы итеп тупланған. Рус, башҡорт, татар телендәге баҫмалар, район гәзиттәре. Башҡортостандан сәләм итеп ҡабул иттек. Өйгә ҡайтып килгәндәй булынды. Гәзит-журналдарҙы бигерәк тә алғы һыҙыҡтағы егеттәр һорай ине. Унда интернет элемтәһе һәр ваҡытта ла булмай. Республикалағы хәл-ваҡиғалар менән танышыу форсаты юҡ. Был посылка менән күңелдәргә күпер һалдығыҙ. Гәзит-журналдарҙы сығарыуға көс һалған барлыҡ хеҙмәткәрҙәргә ҙур рәхмәт. Еңеү мотлаҡ беҙҙә буласаҡ!"- тип яҙған Рафиҡ Үзбәк улы. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro
"Үткән ғүмер хисап түгел,
Алда ғүмер бармы икән?" - тип йырлай Фирҙәүес Иҙрисова.
📍 Ул Мәләүез районы Түбәнге Таш ауылында йәшәй, 90 йәштә, тип яҙған "Көнгәк" гәзите.
Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro
#башҡорт_аҡылы
Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге, Ҙур һәм татыу ғаилә йылдарында ата-бабаларыбыҙ әйткән был һүҙҙәр айырыуса урынлы тойола.
Берҙәмлек һәм татыулыҡ - буш һүҙҙәр түгел. Һәр заманда иң мөһим төшөнсәләр.
Беҙ МАХ-та
Available now! Telegram Research 2025 — the year's key insights 
