en
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

Open in Telegram
613
Subscribers
No data24 hours
No data7 days
-830 days
Posts Archive
Ә ҺИН ЙӘШӘ! Фотоһүрәттә Белорет районындағы Яланғас һырты, авторы: Владислав Ясаков.
Ә ҺИН ЙӘШӘ! Фотоһүрәттә Белорет районындағы Яланғас һырты, авторы: Владислав Ясаков.

Республика көнө менән! Башҡортостандың дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителгән көн - 11 октябрь, Республика көнө уңайынан режиссер Булат Йосоповтың "Беренсе Республика" фильмы аша быға илткән тарихты хәтергә төшөрөп алайыҡ. ❓Был фильмды ҡараған инегеҙме?

РЕСПУБЛИКА КӨНӨ МЕНӘН!
РЕСПУБЛИКА КӨНӨ МЕНӘН!

БАЙРАМ МЕНӘН! 🌹 БР Ҡурайсылар дәүләт ансамбленең концертында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы байрам көнө - 10 октябрҙ
БАЙРАМ МЕНӘН! 🌹 БР Ҡурайсылар дәүләт ансамбленең концертында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы байрам көнө - 10 октябрҙә Ҡурай көнө билдәләнәсәге тураһында указға ҡул ҡуйыуы тураһында әйтте!

11 октябрҙә - Башҡортостан Республикаһы көнөндә Өфөлә уҙғарыласаҡ саралар тураһында. Тулыраҡ мәғлүмәтте БР Мәҙәниәт министрлығы сайтында табырға мөмкин, тип хәбәр итәләр "ЦУР Башҡортостан" төркөмөндә.

Кәзәнән АСМР видео😁 Тәмле көйшәй бит, ҡоромағыр!

РЕСПУБЛИКА КӨНӨНӘ - ЕҢЕҮ-БҮЛӘК! 📌Грэпплинг буйынса Астанала үткән донъя чемпионатында Башҡортостан йыйылма командаһы спортсы
+2
РЕСПУБЛИКА КӨНӨНӘ - ЕҢЕҮ-БҮЛӘК! 📌Грэпплинг буйынса Астанала үткән донъя чемпионатында Башҡортостан йыйылма командаһы спортсылары еңеүҙәр яуланы. Был хаҡта "Башҡортостан бөгөн" ТГ-каналында хәбәр ителә. 📌Донъяның 30 иленән 1300-ҙән ашыу спортсы төрлө йәш һәм ауырлыҡ категорияһында көс һынашҡан. ✅Башҡортостан спортсылары еңеүҙәре менән һөйөндөрҙө: 🥇Алһыу Ғәлиева Grappling һәм Grappling Gi буйынса 1-се урын (Өфө, тренеры Иҙрисов Ислам). 🥇Илһөйәр Сәйфетдинова Grappling буйынса 1-се урын (Бөрйән районы, тренеры Усманов Нур). 🥈Гаджи Гусейнов Grappling Gi буйынса 2-се урын (Өфө, тренеры Иҙрисов Ислам). 🥉Денис Мырҙабаев Grappling Gi буйынса 3-сө урын (Стәрлетамаҡ районы, тренеры Мырҙабаева Аделина). 🥉Регина Сәйфетдинова Grappling Gi буйынса 3-сө урын (Бөрйән районы, тренеры Усманов Нур). 🥉Ильяс Алмаҡаев Grappling буйынса 3-сө урын (Өфө, тренерҙары Алмаҡаев Ринат һәм Зинәтуллин Арсен). Башҡортостан Республикаһы көнөнә бына шундай юғары өлгәштәре менән матур бүләк яһаған спортсыларыбыҙҙы һәм уларҙы ошо уңышҡа илткән тренерҙарҙы ҡотлайбыҙ!🌹 Киләсәктә яуланыр үрҙәр тағы ла юғарыраҡ булһын! 🏆

ТАМЪЯН ЫРЫУЫ БАШЛЫҒЫНА АРНАП 📌Әбйәлил районы Юлдаш ауылы ерендә Тамъян ырыуы башлығы, тархан һәм башҡорт халҡының Рус дәүләт
+3
ТАМЪЯН ЫРЫУЫ БАШЛЫҒЫНА АРНАП 📌Әбйәлил районы Юлдаш ауылы ерендә Тамъян ырыуы башлығы, тархан һәм башҡорт халҡының Рус дәүләтенә ҡушылыуын башлап йөрөгән шәхестәрҙең береһе Шәғәле Шаҡман иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйылған. Тантаналы сарала Шәғәле Шаҡман нәҫеленән Денис Сәйетғәлин һәм Тамъян ырыуы ҡорбашы Ишморат Әминев сығыш яһаған. Был турала райондың “Осҡон” гәзите төркөмөндә хәбәр ителә. ✅Иҫтәлекле таҡтаташ теләгән һәр юлаусы туҡталып, шәхестең рухын иҫкә алып китһен, тигән ниәттә юл буйындағы убала ҡуйылған.

Республика көнө уңайынан Өфөлә Ағиҙел буйында бөгөн колоннада асылды. Бына шундай тағы бер архитектура объекты барлыҡҡа килде баш ҡалабыҙҙа. Видео: "Вся Уфа" төркөмөнән.

#ВатанЯугиры
#ВатанЯугиры

Туймазы ҡалаһының 4-се мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары Республика көнөнә бүләк әҙерләгән 😍

📽️БАШҠОРТ ФИЛЬМДАРЫНА ЯРҘАМ БҮЛЕНДЕ 🎬Башҡортостан Башлығы Гранттар фондының кинематография өлкәһендәге 50 млн һумлыҡ бүләк
+2
📽️БАШҠОРТ ФИЛЬМДАРЫНА ЯРҘАМ БҮЛЕНДЕ 🎬Башҡортостан Башлығы Гранттар фондының кинематография өлкәһендәге 50 млн һумлыҡ бүләк фонды булған конкурсы еңеүселәре билдәләнде. Конкурсҡа килгән 15 ғаризанан 5-һе һайлап алынған. 🎥Еңеүселәр 4 тулы метражлы Фильм төшөрөү өсөн 15 млн һум һәм анимациялы сериалға 5 млн һум ярҙам алды. 📌 Был кинокартиналар 2025 йылда донъя күрәсәк: ✅ «Әлифба: һандар һәм ваҡыт» анимациялы сериалы, ул 3-7 йәшлек балаларға башҡорт телен өйрәтә; ✅ "Ҡалдырма беҙҙе" художестволы фильмы. Айгиз Баймөхәмәтов повесына нигеҙләнгән фильм балалар йортонда тәрбиәләнгән үҫмерҙәрҙең аяныслы тарихын һөйләйәсәк; ✅ "Бер керештән уҡтар" ("Стрелы с одной тетивы") художестволы фильмы ысын булған хәлдәргә ҡоролған. Ул илһөйәрлек, республиканың һәм илдең киләсәге өсөн яуаплылыҡ тойғоһон көсәйтеүгә йүнәлтелгән; ✅ "Башҡорт аты" - Башҡортостан бренды" фильмы башҡорт атын һәм милли мәҙәниәтте популярлаштырыу хаҡында; ✅" Атайсал" изге ғәмәлдәр" фильмы үҫмерҙәрҙә эшһөйәрлек һәм традицияларға ҡарата ихтирам тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. ❗Башҡортостанда кинематографияға ярҙам итеү маҡсатындағы был конкурс икенсе йыл рәттән үткәрелә. 📌 ҮҘЕБЕҘҘӘ ТӨШӨРӨЛГӘН ФИЛЬМДАРҘЫ ҠАРАЙҺЫҒЫҘМЫ?

ИР ҠАНАТЫ АТ БУЛА ©Башҡорт халыҡ мәҡәле Видеола: Силәбе өлкәһенән милләттәшебеҙ Рифат Яруллин Башҡортостанда ял иткәнендә Аҡ морон ҡушаматлы атта бына шулай ел етмәҫ ергә елдергән.

ХӘЙЕРЛЕ ИРТӘ! Байрам ялдары башланырға бер генә эш көнөн үткәреп ебәрәһе ҡалды. Уңышлы булһын!💕

Бөгөн Өфөлә Үҙәк баҙар эргәһендәге транспорт ҡуласаһы уртаһына ошондай һыуһар ҡуйғандар, тип хәбәр ителә. Оҡшаймы? ❤️ - Эйе,
+2
Бөгөн Өфөлә Үҙәк баҙар эргәһендәге транспорт ҡуласаһы уртаһына ошондай һыуһар ҡуйғандар, тип хәбәр ителә. Оҡшаймы? ❤️ - Эйе, шәп булған! 😱- Ҡот осҡос!

+3
❤️Музейҙағы бал ҡорттары тере! Билдәле ҡатай башҡорто, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, ҡурайсы Рәнис Алтынбаев бөгөн Башҡортостан Милли музейында «Рәмил Килмәмәтов. Башҡортостан хаҡында һөйөү менән» тигән фотокүргәҙмәне асыу тантанаһында ҡатнашҡан. Ул был саранан ҡыҫҡа ғына видео һәм фотолар менән бүлеште: музейҙа таныулы фоторәссамыбыҙ Рәмил Исмәғил улы Килмәмәтовтың (1949-2019) иҫ киткес фотоһүрәттәренән тыш, бик ҡыҙыҡлы һәм файҙалы башҡа күргәҙмәләр ҙә эшләй икән. 🐝“Бөрйән бал ҡорто” тигән күргәҙмә залында бал ҡорттары тере! 📌Быны үҙ күҙҙәрегеҙ менән мотлаҡ барып күрегеҙ!

Көҙ төҫөнә мансылған Ҡуштауыбыҙға һоҡланып бөтөрлөк түгел! Был матурлыҡты Альбина Исмәғилева төшөрөп алған.
+3
Көҙ төҫөнә мансылған Ҡуштауыбыҙға һоҡланып бөтөрлөк түгел! Был матурлыҡты Альбина Исмәғилева төшөрөп алған.

❓БАРАҺЫҒЫҘМЫ? Башҡортостандың Ҡурайсылар дәүләт ансамбле беренсе концертына саҡыра. Иртәгә, сәғәт киске 7-лә "Башҡортостан Дәүләт концерт залында.

“Йүрүҙән” гәзите төркөмөндә яңы онлайн фотоконкурс иғлан ителгән. Ул Ололар көнөнә арналған. Конкурс шарттары менән гәзиттең
“Йүрүҙән” гәзите төркөмөндә яңы онлайн фотоконкурс иғлан ителгән. Ул Ололар көнөнә арналған. Конкурс шарттары менән гәзиттең "Бәйләнештә"ге төркөмөндә ентекләберәк танышырға мөмкин. Ә беҙ ҡатнашыусыларҙың береһе, Нәфиә Ҡәйепованың ғаилә фотоһына күҙебеҙ төшөп, һеҙҙең менән дә уртаҡлашмаҡсы булдыҡ. 🥰 Шундай һөймәлекле балалар һәм өлгө күрһәтерҙәй өләсәй-олатай бар икән был ғаиләлә, күҙ теймәһен!