en
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

Open in Telegram
617
Subscribers
No data24 hours
-37 days
-530 days
Posts Archive
Хәйерле көн ☀️ 📍 Мораҙым тарлауығы - үҙенсәлекле тәбиғәт паркы. Бында 500-ҙән ашыу төр үҫемлек бар, шуларҙың 45-е Башҡорт АС
+1
Хәйерле көн ☀️ 📍 Мораҙым тарлауығы - үҙенсәлекле тәбиғәт паркы. Бында 500-ҙән ашыу төр үҫемлек бар, шуларҙың 45-е Башҡорт АССР-ның Ҡыҙыл китабына индерелгән. Хайуандар донъяһы ла бай - 40 төр һөтимәр йәшәй, бигерәк тә айыу, бүре, төлкө, һеләүһен күп. Һуңғы йылдарҙа Беларусь Республикаһынан килтерелгән зубрҙар ҙа яҡшы үрсей.
🔥Мораҙым яҡтары спелеологик объекттарға бай, унда – 46 мәмерйә.
💯Парк Күгәрсен һәм Йылайыр райондары ерҙәрендә урын­лашҡан. Дөйөм майҙаны – 23 117 гектар. Фото: Анатолий Ермоленко.

📌"Алтын уҡ" башҡорт мәҙәниәтенең халыҡ-ара фестивале үтәсәк. Сара Өфө районының Шамонино ауылында дүртенсе тапҡыр ойошторола
+1
📌"Алтын уҡ" башҡорт мәҙәниәтенең халыҡ-ара фестивале үтәсәк. Сара Өфө районының Шамонино ауылында дүртенсе тапҡыр ойошторола. Уға әҙерлек мәсьәләләре буйынса район хакимиәте башлығы Николай Ельников билдәле бейеүсе, уғатар Рәис Низаметдинов менән осрашып, кәңәшләшкән.
"Йәш быуынды милли мәҙәниәткә ылыҡтырыуға айырыуса иғтибар бүлдек. Йәштәр тамырҙарыбыҙ берҙәйлеген аңлауы мөһим, сөнки нәҡ мәҙәниәт халыҡтарҙы берләштерә һәм киләсәгебеҙҙе формалаштыра. "Юрмаш мәргәне" йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә был йүнәлеште үҫтереүҙе дауам итәсәкбеҙ",
- тип яҙған сәхифәһендә Николай Ельников. 📍10 майҙа Шамонино ауылында уҡ атыу буйынса ярыш үтә, ә йәй аҙағында "Алтын уҡ" башҡорт мәҙәниәтенең халыҡ-ара фестивален уҙғарыу ҡарала. Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.

📌 Кисә Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы «Юлдаш» радиоһы ветераны, күре
+4
📌 Кисә Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы «Юлдаш» радиоһы ветераны, күренекле алып барыусы, композитор Нурия АБДУЛЛИНАНЫҢ тыуған көнө айҡанлы Хәтер кисәһе ойошторолдо. Нурия Нәсибулла ҡыҙы 25 йылдан ашыу ғүмерен радио эшмәкәрләгенә биргән кеше, «Юлдаш»тың бөгөнгө билдәлелегенә, халыҡсанлығына ышаныслы нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Радио фондында уның йөҙҙөн ашыу йыры һаҡлана. Уның бик күп матур йырҙары һәм шиғырҙары яңғыраны кисәлә. Филармония фойеһында Нурия Нәсибулла ҡыҙының шәхси әйберҙәренән күргәҙмә лә ҡуйылғайны, ураҙала булыусыларға һый-хөрмәт күрһәтелде.
💯Матур кешеләр үҙҙәренән һуң матур эштәр һәм хәтирәләр ҡалдыра.
Нурия Абдуллина шундай шәхестәрҙең береһе һәм был кисә шуны тағы бер ҡат дәлилләне. 🔥БСТ телеканалы тарафынан төшөрөп алынған моңло тамаша апрель айында күрһәтеләсәк.

Беҙҙең ил 🩵🤍 💚 Видео: Rena Rnt.

📌 Боронғо цивилизацияларҙан алып МХО-ға ҡәҙәр: Башҡортостан уҡыусылары өсөн төбәк тарихы буйынса яңы дәреслек төҙөлгән. Дәре
📌 Боронғо цивилизацияларҙан алып МХО-ға ҡәҙәр: Башҡортостан уҡыусылары өсөн төбәк тарихы буйынса яңы дәреслек төҙөлгән. Дәреслек авторҙары тарих фәндәре кандидаты, ӨФТУ-ның Рәсәй тарихы кафедраһы мөдире Рәмил Рәхимов, профессор Булат Аҙнабаев, М. Аҡмулла исемендәге БДПК доценты Алексей Кортунов. Был турала Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһында хәбәр иттеләр. Дәреслек Фәндәр академияһы һәм Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтенең 15-тән ашыу экспертизаһын үткән. Әлеге ваҡытта ул нәшриәткә тапшырылған. Яңы китап Башҡортостандың боронғо осорҙан алып махсус хәрби операцияға тиклемге тарихын үҙ эсенә ала.
"Беҙ бер күҙлектән сығып эш итмәйбеҙ. Мәҫәлән, Пугачев ихтилалы тураһында һөйләгәндә, Салауат Юлаевтың - Ватанды һаҡлаған геройҙың батырлығын да, Өфөнө һаҡлаған халыҡтың ҡаһарманлығын да күрһәтәбеҙ. Ырымбур экспедицияһы, Октябрь революцияһы кеүек башҡа ҡатмарлы ваҡиғаларға ла шундай уҡ ҡараш",
- ти дәреслек тураһында Рәмил Рәхимов.

📌 Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы һәм уға ҡараған учреждениелар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, уларҙың
+6
📌 Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы һәм уға ҡараған учреждениелар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, уларҙың ғаиләләренә әүҙем ярҙам итә. Был турала ведомство етәксеһе Марат Шәрәфетдинов хәбәр иткән.
"Төп ярҙам - гуманитар ылауҙар йыйыу. Хәрби частар командирҙары мөрәжәғәттәре буйынса МХО зонаһына 3,5 мең куб.м ағас һәм материалдар ебәрелгән. Ағас ебәреүҙән тыш, Башҡортостан урмансылары фронтҡа кәрәкле техника йыйыуҙа, маскселтәр үреүҙә, кәрәкле әйберҙәр туплауҙа әүҙем ҡатнаша. МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә социаль ярҙамға айырыуса иғтибар бүленә. МХО башланғандан алып, Башҡортостан урмансылары 17 меңдән ашыу ғаиләне яҡынса 182 мең куб.м. утын менән тәьмин итте",
- тип яҙған министр.

Хәйерле көн! Изге Рамаҙан айының һуңғы аҙнаһы хуш килһен😇 Әйткәндәй, был аҙна ла ҡыҫҡа - 20 мартта Ураҙа байрамы билдәләнә.
Хәйерле көн!
Изге Рамаҙан айының һуңғы аҙнаһы хуш килһен😇 Әйткәндәй, был аҙна ла ҡыҫҡа - 20 мартта Ураҙа байрамы билдәләнә. Фото: Бөрйән районында үткән "Урал батырҙың ҡышҡы уйындары" сараһынан бер күренеш.

📌Ғаилә менән ял итер урын Ял көнө нисек үтә, йәмәғәт? Ғаиләгеҙ менән берәй ҡайҙа барып килдегеҙме? Бына Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ғаиләһе менән Шишмә районындағы Турахан музейын барып күргән.
"Быйыл беҙ Евразия күсмә цивилизациялар музейының төп корпусын төҙөй башларбыҙ, тип бик өмөтләнәм. Был флагман проекты. Былтыр билдәле сәбәптәр арҡаһында эшкә тотона алманыҡ. Быйыл тырышабыҙ. Артымда - бәләкәй генә яңыртылыу. Ағас юлдың дауамын эшләнек. Хәҙер кесе кәшәнә аша урап сығырға була. Алдан мавзолейға күтәрелеп, кире төшә инек",
- ти Радий Фәрит улы. Ул шулай уҡ музей ҡомартҡылар менән тулыландырыла барыуын, был урындың ғаилә менән ял итеү өсөн ғәйәт уңайлы булыуын телгә алды.
"Барығыҙға ла сәйәхәт итегеҙ, тарихыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе һәм матур тәбиғәтебеҙҙе күңелдәрегеҙгә һеңдерегеҙ",
- тигән теләк белдерҙе республика етәксеһе. Беҙ ҙә был һүҙҙәргә ҡушылабыҙ! 🔥 Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.

📌"ҠошЮлы 2026" фестивале сиктәрендә үтәсәк гитарала уйнап йырлаусылар конкурсына ғаризалар ҡабул итә башлағандар. ❓ Конкурст
📌"ҠошЮлы 2026" фестивале сиктәрендә үтәсәк гитарала уйнап йырлаусылар конкурсына ғаризалар ҡабул итә башлағандар. ❓ Конкурста кем ҡатнаша ала? 18 йәштән өлкәндәр ❓Конкурс нисек үтә? Конкурс 3 этаптан тора: 📌1-се этап: Ҡатнашыусылар гитарала уйнап башҡортса йырлаған йырҙарын видеоға төшөрөп, t.me/sunshineloe ебәрергә тейеш. Видео форматы: MP4, мотлаҡ горизонталь 16:9, 4:3. 📌 2-се этап: 1-се этаптан һайлап алынған ҡатнашыусылар араһынан остаздар "ҡарамайса тыңлау" форматында үҙҙәренә ҡатнашыусы һайлап ала. 2-се этапҡа үткән ҡатнашыусыларға оргкомитет алдан хәбәр итәсәк. 2-се этап һөҙөмтәләре буйынса ҡатнашыусылар Гала-концертҡа әҙерләнә башлай. 📌 3-сө этап: Конкурстың гала-концерты йәйге фестиваль сиктәрендә Ейәнсура районында, ҠошЮлы яланында уҙғарыла. Тап ошо яланда еңеүселәр билдәләнә һәм тантаналы рәүештә бүләкләнә. ✅ Баһалау системаһы: - бары тик башҡарыусы (кеше йырын башҡарыусы) - автор-башҡарыусы (йыр һүҙҙәрен һәм көйөн үҙе яҙған) 📍Һайлап алыу этабы 2026 йылдың 31 мартына тиклем дауам итә. Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.

📌AY YOLA — йылдың иң шәп поп-төркөмө! Был награданы төркөм "Виктория" Милли музыка премияһы сәхнәһендә алған. Ул музыка өлкә
📌AY YOLA — йылдың иң шәп поп-төркөмө! Был награданы төркөм "Виктория" Милли музыка премияһы сәхнәһендә алған. Ул музыка өлкәһендәге төп ҡаҙаныштарҙы билдәләй.
"Дөрөҫөн әйткәндә, беҙҙең өсөн был көтөлмәгән булды. Көнәркәшлек көслө булды: номинанттар араһында «Моя Мишель», «Руки Вверх!», A’Studio, V-Teens бар ине. Һәм һөҙөмтәлә нәҡ беҙ статуэтканы алдыҡ",
- тип яҙған AY YOLA. Афариндар! ❤️ Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.

Учалыла "Урал батыр" хәрби-спорт уҙышы үткән. Бик ҡыҙыу һәм мауыҡтырғыс булды, тип хәбәр итә "Учалы мәғлүмәт үҙәге".
+8
Учалыла "Урал батыр" хәрби-спорт уҙышы үткән. Бик ҡыҙыу һәм мауыҡтырғыс булды, тип хәбәр итә "Учалы мәғлүмәт үҙәге".

ИРӘМӘЛ Яҡынайған һайын алыҫая — Алыҫайған һайын үҙ, хәләл. Күңелебеҙ ташып килдек һиңә, Һин ҡабул ит беҙҙе, Ирәмәл! Һин ҡабул
ИРӘМӘЛ Яҡынайған һайын алыҫая — Алыҫайған һайын үҙ, хәләл. Күңелебеҙ ташып килдек һиңә, Һин ҡабул ит беҙҙе, Ирәмәл! Һин ҡабул ит йөрәктәрҙән сыҡҡан Иң мөҡәддәс, изге бүләкте — Башҡортостан мәңге йәшәһен, тип, Күккә ашыр беҙҙең теләкте, Ирәмәл! Тамара ИСКӘНДӘРИӘ. Фото: Елена Перминова. Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.

Ҡыш һәм яҙҙың "тартҡылашҡан" мәле... Видео: Салауат Юнысов. Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.

Балаларҙың ихласлығына ни етә 💝 Видео: Тимур Ямалов һәм "Тамыр" студияһы балалары. Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.

📌2026 йыл Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителде. "Республикала 59 мең шундай ғаилә бар - улар һаны буйынс
📌2026 йыл Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителде.
"Республикала 59 мең шундай ғаилә бар - улар һаны буйынса беҙ Волга буйы федераль округында беренсе һәм Рәсәйҙә етенсе урында торабыҙ. Был ысынлап та беҙҙе башҡа күпселек төбәктәрҙән айыра, күп балалы булыу - йәшәү нормаһы. Бындай ғаиләләргә ярҙам итеү өсөн илдә һәм республикала льготалар күп. "Башинформ" агентлығы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән берлектә шуларҙың барыһын да бер урынға туплаған. Һаҡлап ҡуйығыҙ һәм ҡулланығыҙ",
- тип яҙған сәхифәһендә Радий Хәбиров. 📍 Түбәндәге һылтанма буйынса бөтә файҙалы мәғлүмәтте алырға мөмкин: https://www.bashinform.ru/longreads/longreads/2026-03-10/chto-v-bashkirii-polozheno-semyam-s-detmi-v-2026-godu-4607285 Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.

📌 Башҡортостанда һөнәрселек һәм халыҡ художество кәсептәре өлкәһе өсөн түңәрәк өҫтәл ойошторола. 17 мартта Өфөлә "Һөнәрселек
📌 Башҡортостанда һөнәрселек һәм халыҡ художество кәсептәре өлкәһе өсөн түңәрәк өҫтәл ойошторола. 17 мартта Өфөлә "Һөнәрселек һәм ХХК: иҡтисадҡа креатив ҡараш" тигән ҡор үтә. Ул ошо өлкәгә йүнәлтелгән ярҙам төрҙәрен барлау һәм көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүгә арнала. 🔹 Сарала БР эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина, бизнесҡа ярҙам итеү институттары вәкилдәре, етештереүселәр, халыҡ художество кәсептәре оҫталары һәм һөнәрселәр ҡатнаша. 🔹 Төп маҡсат - тәжрибә һәм идеялар менән уртаҡлашыу, һөнәрселек һәм ижади тармаҡҡа яңы ярҙам төрҙәрен барлау, хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре, бәләкәй һәм урта бизнесҡа дәүләт ярҙамы төрҙәре тураһында мәғлүмәт еткереү. 📍 Түңәрәк өҫтәл Евразия ғилми-белем биреү үҙәгендә үтә. Адресы: Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 15-се йорт. Башлана сәнғәт 10:00. Ҡатнашыу өсөн алдан теркәлеү үтергә кәрәк: clck.ru/3SUdE4 📝Өҫтәмә мәғлүмәт: 8 (347) 224-99-99 (доб. 530). Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.

БАШҠОРТ АТЫ Эй, сыҙамлы башҡорт аты, Халҡыбыҙҙың нур-ҡото, Һабантуйҙан яуға киткән Һаҡлап ерҙе, ил-йортто. Утҡа ингән, һыуҙы
БАШҠОРТ АТЫ Эй, сыҙамлы башҡорт аты, Халҡыбыҙҙың нур-ҡото, Һабантуйҙан яуға киткән Һаҡлап ерҙе, ил-йортто. Утҡа ингән, һыуҙы кискән, Күрһәткән тоғролоғон. Йән дуҫтарҙай яҡынһың һин, Халҡыбыҙ ғорурлығы! Айгөл ИҘЕЛБАЕВА. Хәйерле шәмбе иртәһе! 🥰 Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.

Эш аҙнаһын моңға сорналып, күтәренке кәйеф менән тамамлайыҡ, дуҫтар ❤️ 🔥Әйткәндәй, Башҡортостандың халыҡ артисы Сәғиҙулла Байегет менән билдәле йырсы Ян Лира бергә концерт әҙерләй һәм бына йырҙар һайлай икән.
"Йыр һайлау - еңел эш түгел икән… Бер йыр башлайбыҙ - икенсеһе иҫкә төшә, тағы берәүен йырлап ҡарайбыҙ 😄 Ҡыҫҡаһы бер аҙ моңланып, бер аҙ үткәндәрҙе иҫкә төшөрөп киләсәк концертҡа пыр туҙып әҙерләнәбеҙ, Ә концертҡа теүәл бер ай ғына ваҡыт ҡалды бит",
- тип яҙған Ян Лира сәхифәһендә. Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.

📌 Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операция барышында республиканан юғалған яугирҙарҙы эҙләү менән шөғөлләнәс
📌 Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операция барышында республиканан юғалған яугирҙарҙы эҙләү менән шөғөлләнәсәк махсус структура булдырыу тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Төркөмдө Дәүләт Думаһы депутаты Ирина Панькина һәм вице-премьер Руслан Хәбибов етәкләйәсәк.

Беренсе тапҡыр башҡорт рок музыкаһы һәм академик хор осрашасаҡ 🔥
"Бүреләр" рок-төркөмө һәм Т. Сәйфуллин исемендәге БР Дәүләт академия хор капеллаһы бергә сығыш яһаясаҡ 🤘
"Бүреләр" төркөмө 2006 йылда барлыҡҡа килгән. Коллектив башҡортса үҙҙәре ижад иткән йырҙарҙы башҡара. 20 йыл был төркөм тамашасыларын һөйөндөрә. Концертта уларҙың киң танылған йырҙары яңғыраясаҡ. 📍 Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы, Гоголь урамы, 58. ⏰26 март, сәғәт 19:00. Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.