612
Subscribers
No data24 hours
-47 days
-730 days
Posts Archive
📌 Өфөлә үткән «Беҙ - Баймаҡтар бит әле...» сараһынан күренештәр. Райондаштар йыйылышы булғайны.
Видео: интернеттан.
Repost from ХАЛЫҠ АРБАҺЫ - НАРОДНАЯ ТЕЛЕГА
Былтырғы хәл йәнә ҡабатлана. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры тәҡдим иткән "Щелкунчик" спектакленең Яңы йыл тамашаларына билет алыу өсөн сират.
Былтыр ул һатыуға сығарылғас та, бер көндә үк бөткәйне. Был бик үҙенсәлекле куренеш.
Беренсе сиратта, спектаклдең, ғөмүмән, театрҙың кимәленә юғары баһа. Икенсенән, иртәнге 7.00 сиратҡа торғандар, мәғлүмәти шау-шыу тыуҙырғандар икеләнеү уята. Сайт эшендә тотҡарлыҡ барлыҡҡа килгәс, күптәр кассаға килгән. Артабан бер билетты Авитоға ат хаҡы менән ҡуйыусылар ошо ҡатындарҙың артында тормаймы икән? Билетты 350 һумға һатып алып 3500 һумға һатыу ярайһы килем килтерә торған шөғөл.
Былтыр театр "Щелкунчикка" билеттарҙы бары паспорт менән, бер ҡулға тик ике билет принцибы менән һатыуға күскәйне. Сит интернет-сайттар аша тәҡдим ителгән билеттарҙы алмаһындар өсөн аңлатыу эше лә ойошторолдо. Сөнки был ысынлап та кем өсөндөр Яңы йыл алды бизнесы.
Яһалма ажиотажға бирешмәүҙең тағы ла бер юлы бар - спектаклде Яңы йыл каникулдарынан һуң ғинуар аҙағында, йә февралдә ҡарау)
Тырнаҡ аҫтынан кер эҙләүселәр ошо хәлдән сығып Мәҙәниәт министрлығына бысраҡ яғып маташа. Был осраҡта алтынға бысраҡ йәбешмәй тип ҡабатларға ҡала. Аңлашмаусанлыҡ тыуһа ла, ул опера һәм балет театрына реклама ғына.
❓ Йәш башҡорт йырсыһы Baby Ti - Арыҫлан Тимеровтың йырҙары тиҙ арала хитҡа әүерелеүенең сере ниҙә?
Был турала бөгөн БСТ каналаныда сәғәт төнгө 11-ҙә күрһәтеләсәк "Дуҫтар" тапшырыуын ҡарап, белегеҙ!
📌 "Кем киләсәк тураһында уйлай, шул кадрҙар тәрбиәләй"
"Башҡортостан геройҙары" программаһы - был һүҙҙәргә асыҡ дәлил. Илдең киләсәген хәстәрләгән программа дауам итәсәкме, унда ҡатнашыусылар ниндәй уй-ниәттәр менән янып йәшәй - Вәлитов-TV сығарылышын ҡарағыҙ.
https://vkvideo.ru/video-229671171_456239031
📌Бөгөн композитор, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Роза Сәхәүетдинова менән хушлаштылар.
Күренекле композитор 88 йәштә арабыҙҙан китте. Уның менән хушлашыу тантанаһы Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үтте.
70 йыл ғүмерен ижадҡа бағышлаған Роза Хәйҙәр ҡыҙынан һуң мәңгелек йырҙары ҡалды...
📌Башҡортостан спортты үҫтереү буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы төбәге.
Был хаҡта Мәскәүҙә милли спорт премияһын тапшырыу тантанаһында иғлан иттеләр. Еңеүсе статуэткаһын республика Башлығы Радий Хәбировҡа илдең спорт министры Михаил Дегтярев тапшырҙы.
"Был юғары награда - бөтә республиканың системалы эшенең һөҙөмтәһе: етәксе командабыҙҙың, спортсыларҙың - легендар һәм спорт менән яңы ғына шөғөлләнә башлағандарҙың, тренерҙарҙың, методистарҙың, физик культура уҡытыусыларының, яңы объекттар күтәрергә ярҙам иткән төҙөүселәрҙең. Һәм, әлбиттә, спорт яратҡан һәм ошо һөйөүҙе балаларына тапшырған Башҡортостан халҡының",- тине республика етәксеһе Радий Хәбиров. Награда тапшырылғандан һуң, билдәле журналист, спорт комментаторы Дмитрий Губерниев Башҡортостан өсөн ҡыуаныуын белдергән🔥
📌 Пушкин әкиәттәрен башҡортсаға тәржемә иткәндәр.
"Китап" нәшриәте уны баҫтырып та сығарған һәм хәҙер Өфөләге махсус магазиндарҙа һатыуҙа бар.Китапҡа поп һәм уның ялсыһы Балда, алтын әтәс, алтын балыҡ, Салтан батша, үлгән батшабикә һәм ете баһадир тураһындағы әкиәттәр ингән.
📌 М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында "Фарман ханым" тип аталған сағыу спектаклдең премьераһы булды!
Театр фойеһынан уҡ тамашасыларын һый менән ҡаршы алды - Фарман ханым етенсе улын өйләндерә! 🎉Ә инде шаршау асылғас та ҡояшлы үзбәк донъяһына сумдылар - аласаларҙан күҙҙәр ҡамаша, ҙур ғаиләнең көнкүрешенә хайран ҡалаһың, ҡыҙыҡ-мәҙәк хәлдәргә көләһең🔥 ✅ Был сағыу музыкаль комедия үзбәк яҙыусыһы Сәит Әхмәт пьесаһы буйынса сәхнәләштерелгән. Уны Ҡырғыҙстандан саҡырылған режиссер Уланмырҙа Ҡарыпбаев ҡуйҙы. Күңелле, еңел комедия - ял итеп ҡайтыу өсөн ғәләмәт шәп тамаша. 👏👏👏
Мотлаҡ барып күрегеҙ! 🔥
+2
Хәйерле көн!🌲
Йома мөбәрәк булһын!
Быйыл "ҡара көҙ" тигәндәрен күрҙек, шулай була икән ул. Ике көндән ҡыштың беренсе айы - декабрь, йәки аҡъюлай.
Тирә-яҡта юлдар батҡаҡ буламы, аҡ ҡарлы буламы - барыбер.
Иң мөһиме һәр кемебеҙҙең тормош юлдары, яҙмышы гел аҡтан, пактан торһон! 🥰
#башҡорт_аҡылы
⚡Ҡайһы бер кешеләр араһында шундай холоҡлолар була шул: үҙ туғанын эшкә һанамай, ситтәрҙе яҡыныраҡ күргәндәр. Бындайҙар тураһында ата-бабаларыбыҙ бына шулай тапҡыр итеп әйткән.
❤Үҙебеҙҙең башҡорт халыҡ мәҡәлдәренә "лайыҡ"тарығыҙҙы йәлләмәгеҙ, дуҫтар.
Өлкәндәр күреп, "йөрәк" ҡуйһа, йәштәрҙең һәм балаларҙың да күҙҙәренә ошо пост сағылыр.💯Туғанлыҡ ептәренең мөһимлеген дә ҡолаҡтарына киртеп ҡуйырҙар.
📌Бөгөн "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының "Сулпылар - 2025" бәйгеһенең еңеүсеһе билдәләнә.
Телевизион бәйгенең Гала-концертында финалға үткән 14 йырсы көс һынаша.⏰Ҡасан: 27 ноябрь, сәғәт 19:00 📍 Ҡайҙа: М.Кәрим ис. Милли йәштәр театры (Өфө, Ленин урамы, 62) ☎️Билеттар: ufakoncert.ru/event/gala... Шулай уҡ ошонда: 8 (917) 341 30 07
📌Географик диктант яҙығыҙ!
30 ноябрҙә бөтә ил буйынса Географик диктант яҙыу акцияһы үтә.
✅Ул 2025 йылдың төп ваҡиғаларына арналған: Рус география йәмғиәтенең 180 йыллығы, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы, Төньяҡ диңгеҙ юлын үҙләштереүгә 500 йыл тулыуға һәм Рәсәйҙең БРИКС илдәре менән тарихи-мәҙәни һәм географик бәйләнештәрен сағылдыра.
📍Башҡортостанда төп майҙансыҡ итеп Өфө ҡалаһындағы М. Аҡмулла исемендәге БДПУ билдәләнгән.
Унда саҡырылған ҡунаҡтар - Рәис Ғәбитов, Олег Чагодаев һәм Рина Гринберг киләсәк.
📍Шулай уҡ Географик диктантты республикабыҙҙа 800-ҙән ашыу майҙансыҡта - мәктәптәрҙә, вуздарҙа, музейҙарҙа, китапханаларҙа яҙыу ойошторола.
Һәм, әлбиттә, өйҙән һәр кем дистанцион рәүештә ҡатнаша ала.
⚡Үҙегеҙгә яҡын майҙансыҡты ошонан ҡарап белегеҙ: dictant.rgo.ru.
📝Диктант яҙыу 30 ноябрҙә сәғәт 12.00-дә башлана.
Өйҙән генә яҙырға теләүселәр 14 декабргә тиклем ошо сайтҡа инеп, быны эшләй аласаҡ: dictant.rgo.ru
💯Географик диктант ике өлөштән тора: беренсеһендә 10 һорау һәм Рәсәй географияһы тураһында нигеҙ белемде тикшереүгә ҡоролған. Икенсе өлөшөндә 30 һорау - бында тәрәнерәк белем талап ителәсәк.
Ойоштороусылар Географик диктант - ул имтихан түгел, ә ғаилә менән бергә ваҡытты файҙалы итеп үткәреү, үҙеңде һынап ҡарау һәм яңы белемгә ынтылыш уятыу сараһы, ти.Ҡатнашығыҙ!👍
Башҡорт бейеүен музыка һәм таҡмаҡһыҙ ҙа бейергә мөмкин: тәңкәләр сыңы, сирткән һәм тыпырлаған тауыштар үҙе үк ритм бирә.
Видео: Миләүшә Хәйбуллина.
+4
Хәйерле көн! ⛅
Ҡышҡы ай етергә һанаулы ғына көндәр ҡалһа ла, ҡар юҡ бит әле. Быйылғы көҙ бигерәк ныҡыш булып сыҡты шул...
Һауа торошо ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, күңел күгебеҙ аяҙ булһын, илгә тиҙерәк тыныслыҡ килһен😇
📍 Йөрәктау, шихан. Стәрлетамаҡ районы.
📌 "Замандаш" экспедицияһы һөҙөмтәләре буйынса фильм төшөрөлгән.
50-нән ашыу интервью, 20 сәғәтлек материал 20 минутлыҡ фильмға һыйҙырылған.
Иртә таңдан ҡояш байығанға тиклем фильм геройҙары менән бер көн "йәшәгеҙ".🔹«Замандаш экспедицияһы» проекты авторҙары: Зиннур Сөләймәнов, Сәрүәр Сурина, Рима Харисова, Әлиә Яхина-Иванова 🔹Режиссер: Рөстәм Ғайсин 🔹Композитор: Марат Татурас 🔹Генераль продюсер: Әлиә Яхина-Иванова 🔹Креатив продюсер: Сәрүәр Сурина 🔹Тәржемә/субтитрҙар: Руслан Шәйбәков, Альбина Вәлиуллина, Сәрүәр Сурина.
Һылыу ҡыҙҙарыбыҙ ҙа бар! 🔥
Видеола Һиндостанда үткән «Miss Asia/Miss Glam Universe» конкурсында ҡатнашып, «Miss Eurasia-2025» титулы алған һәм «Miss Glam Universe-2025» конкурсында иң һылыу 4 ҡыҙ араһына ингән, 3-сө Вице-Мисс булған Розалия Низамова.
Available now! Telegram Research 2025 — the year's key insights 
