en
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

Open in Telegram
613
Subscribers
No data24 hours
+17 days
-730 days
Posts Archive
Моңло тауышлы Айгүзәл Ибраһимова тураһындағы һорауҙарығыҙға яуап итеп, бына уның тағы бер клибын һалабыҙ. Ҡыҙ З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында белем ала, үҙе республикабыҙҙың Баймаҡ районы Сосновка ауылынан.

БСТ каналында — башҡорт рок тамашаһы 1 ғинуар 21:00 сәғәттә республиканың төп телеканалында «Дәрүиш рухы+» башҡорт рок концерты экранға сыға!

Быйылғы йылға йомғаҡтар яһар ваҡыт та етте. 2024 йылдың хәтерҙә ҡалған иң гүзәл минуттары бармы? Беҙҙең менән дә хәтирәләрегеҙҙе уртаҡлашығыҙ! Бына Ейәнсура районы Сәғит ауылынан Гөлдәр Тоҡомбәтова-Билалова үҙенең август айы тураһында видео төшөргән. "Йәйҙең бер көнө ҡышты туйҙыра, тигәндәре дөрөҫтөр", - ти уңғанбикә.

ҠАЛАЙ ҺАУЫТ БАРМЫ? ТАПШЫР! 🔥Белорет районы Инйәр ауыл биләмәһенең әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары яугирҙарға окоп шәмдәре яһау өсөн ҡала
ҠАЛАЙ ҺАУЫТ БАРМЫ? ТАПШЫР! 🔥Белорет районы Инйәр ауыл биләмәһенең әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары яугирҙарға окоп шәмдәре яһау өсөн ҡалай һауыттар йыйыуҙы дауам итә. "Ҡәҙерле дуҫтар, Яңы йыл байрамдары алдынан "Окоп шәме" тигән проект тураһында тағы бер тапҡыр хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ. Моғайын, күптәрегеҙ байрам табынына йәшел борсаҡ, кукуруза һәм башҡа аҙыҡ-түлек һатып алыр. Ҡалай һауыттарҙа ташламаҫҡа ла була. Һеҙ уларҙы йыуып, бер урынға ҡалдырып тора һәм аҙаҡ беҙгә алып килеп тапшыра алаһығыҙ", - тип яҙған инйәрҙәр. ✅Йәшелсә-емеш консервалары, ҡуйыртылған һөт, балалар һөтө (смесь) һәм башҡа 400 мл-ҙан ҙурыраҡ банкалар ярай. ✅Банка таҙа һәм йәмшәймәгән булһын. Ҡапҡасын мөмкин тиклем тигеҙ итеп ҡырҡып алырға тырышығыҙ, оҫтабикәләр шәм яһағанда ҡулдарын киҫмәһен. ✅ҠАЛАЙ ҺАУЫТТАРҘЫ ЙЫЙЫУ УРЫНЫ: Инйәр ауылының 2-се урта белем биреү мәктәбе. ✅Шулай уҡ бында парафин, балауыҙ (воск), хужалыҡ шәмдәре, шырпылар ҙа ҡабул ителә. ☎Бөтә һорауҙар менән Йосопова Асия Рим ҡыҙына мөрәжәжәт итергә мөмкин.

Һандуғас 😍

#тел_тере_шишмә КҮРҺӘТКЕСМЕ, ҺУҠМЫ? 👆Икһеҙ-сикһеҙ интернет киңлектәрендә йыш ҡына "күрһәткес бармаҡ" тигән һүҙбәйләнеш осрай
#тел_тере_шишмә КҮРҺӘТКЕСМЕ, ҺУҠМЫ? 👆Икһеҙ-сикһеҙ интернет киңлектәрендә йыш ҡына "күрһәткес бармаҡ" тигән һүҙбәйләнеш осрай. ❓Башҡорттарҙа бармаҡтар нисек атап йөрөтөлә һуң? Урыҫ теленән тура тәржемә итеп, "күрһәткес", "исемһеҙ" тип атағандармы боронғолар? 💯Юҡ шул. Бармаҡтарҙың үҙебеҙсә атамалары бар, шөкөр: 🖐большой палец - баш бармаҡ; 🖐указательный палец - һуҡ (һуп) бармаҡ, йәки имән бармаҡ та тиҙәр; 🖐средний палец - урта бармаҡ; 🖐безымянный палец - сығанаҡ бармаҡ; 🖐мизинец - сәтәкәй, йәки сыңғарсай бармаҡ. Бына шулай, хәҙер башҡорт баш бармағы менән маҡтауҙы белдереүен, һуҡ бармаҡ менән төртөп күрһәтеүен, әммә кешегә һис ҡасан урта бармағын күрһәтмәүен, ғаилә ҡорғанда сығанаҡ бармағына йөҙөк кейеүен, сәтәкәй бармағын "эшһеҙ интектереүен" белдегеҙ. 😉

Бындай дәү ҡарбабай ҡайҙа, тиһегеҙме?☃ Әлбиттә, Баймаҡта - бай яҡта! Райондың Әбделкәрим ауылында йәшәүсе Ғирфан Булатовтың ҡ
+1
Бындай дәү ҡарбабай ҡайҙа, тиһегеҙме?☃ Әлбиттә, Баймаҡта - бай яҡта! Райондың Әбделкәрим ауылында йәшәүсе Ғирфан Булатовтың ҡапҡа төбөндә тора ул, вәт!⛄ ❓Ә һеҙҙә ҡарбабай яһарлыҡ ҡар бармы?

ҺӘР ЯҢЫ КӨН - ЯҢЫ БЕР ӨМӨТ Һәр иртәне һөйөнөп ҡаршы алам, Һәр яңы көн — яңы бер өмөт. Күҙҙәремде асып ебәреүгә, Көн яҡтыһы ту
ҺӘР ЯҢЫ КӨН - ЯҢЫ БЕР ӨМӨТ Һәр иртәне һөйөнөп ҡаршы алам, Һәр яңы көн — яңы бер өмөт. Күҙҙәремде асып ебәреүгә, Көн яҡтыһы тула бөркөлөп. Күкрәгемде тултырып бер һулаһам, Киңәйгәндәй була һулышым. Бәлки, был көн бәхет пәрҙәләрен Асып ҡуйыр тием, тормоштоң. Шулай булһын: юлсы юлдан уңһын, Эштәгеләр эштән уңһындар. Һәр кешегә бәхет ҡапҡаларын Фәрештәләр асып ҡуйһындар. Уйҙарының осон юғалтҡандар Эҙләгәнен табып һөйөнһөн. Мәхәббәтте юҡ тип йөрөүселәр Оло мөхәббәткә күмелһен. Һәр бер көндөң яңылығы була, Оҡшаш булмай көндәр көндәргә. Көсһөҙҙәргә көс өҫтәһен был көн Ғүмер баҫҡысынан менергә. Яҡшылыҡҡа йомарт булһын был көн, Ишектәрҙе ҡайғы ҡаҡмаһын. Маҡсатына барған һәр бер кеше Өмөт менән алға атлаһын. Ҡайһы саҡта хатта яҙмышыңды Хәл итә лә ҡуя бер көнөң. Бейеклеге, түбәнлеге һыя Шул бер көнгә бөтә ғүмерҙең... Фәнис ЯРУЛЛИН.

Ниһайәт, 2024 йылдың һуңғы эш көнө булды бөгөн, алда - оҙайлы ялдар. Ошо уңайҙан һәм бөгөн, 28 декабрь, Халыҡ-ара кино көнө айҡанлы шәмбе кисен режиссер Булат Йосоповтың Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов тураһындағы фильмын ҡарап үткәрергә тәҡдим итәбеҙ. https://vkvideo.ru/video-50763282_456239175

"Аманат" халыҡ бейеүҙәре халыҡ ансамбле башҡарыуында башҡорт бейеүе - "Ҡаһым түрә"🔥

💥Ҡәҙерле төркөмдәштәр, һеҙҙең оҙайлы ял минуттарын хәстәрләп, республикабыҙҙағы театрҙарҙың афишаларын бер урынға тупланыҡ.
+6
💥Ҡәҙерле төркөмдәштәр, һеҙҙең оҙайлы ял минуттарын хәстәрләп, республикабыҙҙағы театрҙарҙың афишаларын бер урынға тупланыҡ. Үҙегеҙгә лә, балаларығыҙ күңеленә ятырлыҡ та спектакль, Яңы йыл тамашаларын таба алырһығыҙ, тип ышанабыҙ. Матур ялдар!

📌Бөтә Рәсәй Урындағы үҙидараны үҫтереү ассоциацияһы Башҡортостанда ҡышҡыһын ял итеүгә ҡулай, шул иҫәптән Яңы йыл байрамдарын
📌Бөтә Рәсәй Урындағы үҙидараны үҫтереү ассоциацияһы Башҡортостанда ҡышҡыһын ял итеүгә ҡулай, шул иҫәптән Яңы йыл байрамдарында ла, ИҢ ШӘП 5 УРЫНДЫ атаған: 1 урын - Кесе Ямантау 2 урын – Еләкташ тауы, Белорет районы 3 урын - Нуриман районындағы Ҡыҙыл шишмә (Красный Ключ) 4 урын - Дүнәнһуйған тауы 5 урын - Ғафури районындағы Мәмбәт ҡаяһы.

"Был картинаға оҙаҡ йылдар килдем. Уның эскизы буйынса хатта гобелен да үрә башланым. Бәлки, берәй ҡасан тамамлармын. Ә әлегә
"Был картинаға оҙаҡ йылдар килдем. Уның эскизы буйынса хатта гобелен да үрә башланым. Бәлки, берәй ҡасан тамамлармын. Ә әлегә рәсем 80х60. Һатмайым. Йөрәккә ҡәҙерле картиналар бар һәм мин улар менән хушлашырға әҙер түгел", - тип яҙа бына ошо үҙенсәлекле һүрәт авторы Зифа Толомбаева. "Йөрәгем минең", х., м., акрил, 2024

🎇Өфөләргә ҡайҙа салют аттырырға рөхсәт?🧨🎇🎉 🎉Дим районында – “Дим” паркы, Столяров урамындағы йорт тапҡырындағы асыҡ майҙ
+6
🎇Өфөләргә ҡайҙа салют аттырырға рөхсәт?🧨🎇🎉 🎉Дим районында – “Дим” паркы, Столяров урамындағы йорт тапҡырындағы асыҡ майҙанда һәм Карьер күле тапҡырындағы ике майҙанда; 🎉Калинин районында – Спивак майҙансығында, “Аленький цветочек” скверында һәм “Моторҙар төҙөүселәр” МЙ алдындағы майҙанда; 🎉Киров районында – 5 урын – “Ҡояшлы” пляжы, Ағиҙел яры буйы, Пугачев ур. 49, Сөләймәнов ур. 10, Әй ур. 16 йорттары тапҡырында; 🎉Ленин районында “8 март” торлаҡ комплексында урынлашҡан Ә. Мирзаһитов урамы, 8-се йорт эргәһендәге һәм “Водник” стадионы эргәһендәге майҙанда; 🎉Октябрьский районында – Рыльский һәм Өфө йылғаһының яр буйы киҫелешендә, “Башкирия” сауҙа үҙәге менән СССР-ҙың 50 йыллығы араһындағы аллеяла “Каруан” сауҙа үҙәге тапҡырында; 🎉Орджоникидзе районында – “Биатлон”ға төшкән ерҙә парковкала, Ладыгин һәм Российская урамдары араһында Руставелиҙағы майҙанда, “Бейегән торналар” фонтаны эргәһендә; 🎉Совет районында Владивосток урамы, 12-се йорт тапҡырында. 🚫Торлаҡ йорттарҙың ихатаһында салют аттырыу тыйылған! ❗Республикала пожарға ҡаршы махсус режим индерелде. Һүрәт: Өфө ҡалаһы Янғын һағы идаралығы сайтынан.

Дуҫтар, быйылғы йылдың һуңғы эш аҙнаһы нисек үтеп бара? Кемдәргә иртәгә эш көнө, ә кемдәргә юҡ?
Дуҫтар, быйылғы йылдың һуңғы эш аҙнаһы нисек үтеп бара? Кемдәргә иртәгә эш көнө, ә кемдәргә юҡ?

Киләсәк быуындарға өмөтөбөҙ бар! Туған телебеҙ менән ғорурланып Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылы балалары йырлай.

🏃‍♀️ҮҘЕҢӘ ВӘҒӘҘӘ БИР ҺӘМ МАҠСАТЫҢА ТАБАН ЙҮГЕР! Яңы йылдың беренсе көнөндә Өфөлә "Вәғәҙәләр уҙышы" үтәсәк. Сара 1 ғинуар сәғ
🏃‍♀️ҮҘЕҢӘ ВӘҒӘҘӘ БИР ҺӘМ МАҠСАТЫҢА ТАБАН ЙҮГЕР! Яңы йылдың беренсе көнөндә Өфөлә "Вәғәҙәләр уҙышы" үтәсәк. Сара 1 ғинуар сәғәт көндөҙгө 12-лә башлана. Ҡатнашыусылар үҙҙәренең номеры яҙылған ҡағыҙға киләсәккә маҡсаттарын яҙырға һәм 2025 метр арауыҡты йүгереп үтергә тейеш. Маҡсаттарға табан Өфөлә күмәкләшеп Арт-КВАДРАТ, Ленин майҙарынан, Ҡашҡаҙан, МЕГА-парк, Дим мәҙәниәт парктарында йүгерергә була. Шулай уҡ Иглин ауылы халҡы өсөн дә быйыл "Вәғәҙәләр уҙышы" ойошторола - Елена Иглина паркында йыйылырға кәрәк. Теләгән һәр кем ҡатнаша ала, тик теркәлеү үтергә кәрәк.

Яңы йыл кәйефе артынан - Ғафури паркына! Бына ошондай әкиәт донъяһы көтә бала-сағаны һәм уларҙың атай-әсәйҙәрен Өфөлә. Видео: Типичная Уфа.

Быйылғы йылда ике генә эш көнө ҡалды. Мейе: тәпә! 💃💃💃

"Заман шарттарына, яңыса ҡоролоштарға яраҡлаша алған халыҡтар ғына үҙенең милли берҙәйлеген һаҡлап ҡаласаҡ. Шуға кешегә лә, халыҡҡа ла бик алдынғы ҡарашлы булыу кәрәк. Съезыбыҙҙың бөгөнгө кәңәшмәләре шуға бағышланды ла инде",
- тип белдерҙе Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезында. Етәкселәрҙең йәмәғәт ойошмаларының эшмәкәрлеге, киләсәккә ҡараштары тураһында тулы видеояҙманы ҡарағыҙ. https://vk.com/video-226019445_456239408