en
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

Open in Telegram
612
Subscribers
-124 hours
-57 days
-830 days
Posts Archive
Елмерҙәк бөгөлө 😍

❗️Башҡортостанда «Баштәржемә» автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы эшләй башланы «Баштәржемә» автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы “Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре” (ч. 2 ст. 16 Закона РФ от 25.10.1991 № 1807-1) һәм “Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын һаҡлау” (ч. 2 ст. 8 Закона РФ от 07.02.1992 № 2300-1) ҡанундарының сиктәрендә рус теленән башҡорт теленә квалификациялы тәржемәләр өсөн тәғәйенләнелгән. ✏️Платформа ярҙамында: - документтарҙы (бланк, мисәт, штамп, штемпель) һәм урам алтаҡталарын, - етештереүсе тураһында (башҡарыусы, һатыусы), эш режимы, тауар, башҡарылған эштәр тураһында мәғлүмәтте башҡортсаға тәржемә итергә мөмкин. Заказ биреүсе тәржемә менән электрон-цифрлы ҡултамға ҡуйылған квалификациялы тәржемә тураһында сертификат та ала. 📜Сертификат - тәржемәнең “Баштәржемә” автоматлаштырылған мәғлүмәти системаһының аккредатициялы белгесе тарафынан эшләнеүе һәм тәүтексҡа тап килеүен раҫлай, - тәржемәләнгән документ текстарын, алтаҡталарҙы “Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре” ҡанунын тормошҡа ашырыуҙа ҡулланыуға яраҡлы булыуын иҫбатлай, - “Баштәржемә” тарафынан эшләнгән тәржемәнең терминологик хеҙмәт һәм терминологик комиссиялар тарафынан ҡабул ителеүен күрһәтә. Башҡортостан Республикаһының дәүләт органдары, урындағы үҙидаралыҡтар өсөн тәржемә бушлай эшләнелә. Бының өсөн форма буйынса рәсми хат ебәреү мотлаҡ. Коммерция секторы өсөн тәржемәләр түләүле башҡарыла. Платформаға һылтанма: aispp.ru/ Сығанаҡ: Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы.

📌 Әбйәлилдә баҡыр ятҡылығын эшкәртеү йәмәғәт контроленә алынды. Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ҡарамағындағы күҙәтеү советының беренсе ултырышы үтте. Тулыраҡ БСТ каналы сюжетында.

📌 Өфөлә "Китап байрамы" дауам итә. Саралар иртәнге ундан киске унға тиклем бара. Йәрминкәнән тыш бик матур йыр-бейеүле сығыштар, әҙиптәр менән осрашыуҙар, театр тамашалары ҡаралған.

📌 Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров "Урал батыр" эпосы көнөн билдәләү тураһындағы указға ҡул ҡуйған. ✅ Был бик
📌 Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров "Урал батыр" эпосы көнөн билдәләү тураһындағы указға ҡул ҡуйған. ✅ Был бик әһәмиәтле көн 8 июнь билдәләнәсәк!

📌 Бөгөн Өфөлә "Китап байрамы" Халыҡ-ара китап йәрминкәһе асылды. 📚Беренсе көндә форум "Батырлыҡ тураһында һүҙ" тигән девиз аҫтында үтте һәм Бөйөк Ватан һуғышы менән Махсус хәрби операция темаларына арналды. 📚Иртәгә, икенсе көндә, байрам "Мәңгелек тураһында һүҙ" тигән темаға бағышлана һәм классик әҙәбиәткә арнала. 📚Өсөнсө көн Балаларҙы яҡлау көнө уңайынан" Киләсәк тураһында һүҙ" тип аталасаҡ. Башҡортостан Республикаһының йыйылма хоры сағыу сығыш әҙерләй - 600 бала Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнап йырҙар башҡарасаҡ. 📍 "Китап байрамы" Өфө ҡалаһының Совет майҙанында 1 июнгә тиклем үтә. Иртәнге сәғәт 10-дан киске 10-ға тиклем эшләй.

Бисмилла, тип иртәләрем Доға уҡып башлана. Эй, Хоҙайым, рәхимле бул, Ярҙамыңдан ташлама. Юлдашым булһын һәр ваҡыт Сәләмәтлек,
Бисмилла, тип иртәләрем Доға уҡып башлана. Эй, Хоҙайым, рәхимле бул, Ярҙамыңдан ташлама. Юлдашым булһын һәр ваҡыт Сәләмәтлек, сабырлыҡ. Ҡылған барлыҡ ғәмәлдәрем, Булһын иҫтә ҡалырлыҡ. Тыныслыҡ бир еребеҙгә, Һуғыштар ҡабынмаһын. Тәбиғәт бәлә–ҡазаһы, Эй Хоҙайым, булмаһын. Иман нурҙары индер, Һәр көндө йөҙөбөҙгә. Рәхим–шәфҡәтле булайыҡ Беҙ тирә–йүнебеҙгә. Сабыйҙарын йәтим итеп, Ташламаһын әсәйҙәр. Бәхеттәрҙән балҡып торһон Күңелле өләсәйҙәр. Эй Хоҙайым, ҡауышһындар, Яратышып, йөрәктәр. Ғүмерҙәре оҙон булһын, Ҡабул булһын теләктәр. Кеше тыуа ейәр ризыҡ, Эсәр һыуы булғанға. Рәхмәтле булайыҡ Хоҙайға, Был донъяға тыуғанға. Әнисә ЯМАЛИЕВА.

🎶Ян Лира менән бергә моңланып алайыҡ әле 🎶 "Мәҙинәм-гөлкәйем" йыры.

"Беҙ "Байык"ҡа барабыҙ, ә һеҙ бараһығыҙмы?"
- тип һорай Ейәнсура районының "Оло Эйек" халыҡ бейеүҙәре ансамбле ҡыҙҙары. 📍 Әйткәндәй, балалар араһында "Байыҡ" конкурсының төп концерты 1 июндә сәғәт киске 6-ла Өфөләге "Башҡортостан" Дәүләт концерт залында үтә. Видео: Регина Шәрипова.

Һыу төшөр мәл дә етте түгелме?
🛑Әйҙәгеҙ, ошонда кем ҡайҙа һыу төшә, ҡайһы йылға-күлдәр таҙа һыулы - яҙабыҙ! 🟡Видео: Сәлмән Ярмуллиндан.
"Бөрйән батырҙары шулайтып үҫә, сүбхәналлаһ!"
- тип яҙа "Аманат" журналының баш мөхәррире.

📌 1 сентябргә Башҡортостанда 35 мәктәп, 2 балалар баҡсаһы һәм 3 колледж төҙөкләндерелә. Эштәр мәғариф объекттарын капиталь р
📌 1 сентябргә Башҡортостанда 35 мәктәп, 2 балалар баҡсаһы һәм 3 колледж төҙөкләндерелә. Эштәр мәғариф объекттарын капиталь ремонтлау дәүләт программаһы буйынса атҡарыла. ✅ Барлығы 2 млрд һумдан ашыу аҡса бүленгән, шуның 1,9 млрд һумы федераль бюджеттан килә. 📍 Әйткәндәй, былтырғы йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан федераль финанслау буйынса Волга буйы федераль округында 1-се урын, Рәсәйҙә 3-сө урын биләгән. Шулай уҡ илдә төҙөкләндерелгән биналар буйынса 2-се урын алған. 2024 йылда 6 мәктәптә ремонт тамамланған, тағы ла 25 учреждение яңы уҡыу йылына әҙер буласаҡ. 💯Программа бойомға ашырылған 2 йыл эсендә Башҡортостанда барлығы 140 мәктәп төҙөкләндерелгән. Шуларҙың 63-ө 2022 йылда, ә 77-һе 2023 йылда. Яңыртылған биналарҙа 37,6 мең уҡыусыға уңайлы шарттар тыуҙырылған.

Хәйерле иртә! ☀️ 📍 Фотола Учалы районындағы, бар тирә-яҡҡа билдәле Әүештау. Уның түбәһендә әүлиә ҡәбере бар, итәгендә Әүлиә
Хәйерле иртә! ☀️ 📍 Фотола Учалы районындағы, бар тирә-яҡҡа билдәле Әүештау. Уның түбәһендә әүлиә ҡәбере бар, итәгендә Әүлиә шишмәһенең шифалы һыуы ағып сыға.
💯Әйткәндәй, бындай урындарға йөрөгәндә нәфсе тигән нәмәне тыя белеү зарур икәнен хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ. Сама тигәнде лә иҫтә тотоғоҙ.

"Башҡорт көсө" ❤️‍🔥 Илгизәр Диҡҡәт. Видео: Наҙгөл Ҡасимова.

Һуңғы ҡыңғырау, каникулдар, кәйеф шәп! 🥰 Видео: Динара Ғәлләмова.

Ҡара ҡашлы, ҡара күҙле Был бит башҡорт ҡыҙы Биткәйҙәрең алһыу алма Иренең сейә ҡыҙыл. Видео: ishkinina.

AY YOLA, Маршал һәм "Русские витязи" - Өфө моторҙар төҙөү заводының 💯 йыллығын билдәләйҙәр. Байрам сараһы 17 июлдә "Торатау"
AY YOLA, Маршал һәм "Русские витязи" - Өфө моторҙар төҙөү заводының 💯 йыллығын билдәләйҙәр. Байрам сараһы 17 июлдә "Торатау" амфитеатрында ойошторола. Хаҡы бушлай.

Ханов_Айгиз,_Фирүзә_Париж_Бир_ҡулыңды_Артур_Замалетдинов_көйө,_Хәмит.mp37.71 MB

Ҡояшлы һәм шатлыҡлы көн теләйбеҙ! ❤️ Һеҙгә йыр⬇️
Ҡояшлы һәм шатлыҡлы көн теләйбеҙ! ❤️ Һеҙгә йыр⬇️

Бар мәшәҡәттәрҙән арынып, керт-керт үлән утлаған кәзәләргә һәм Торатауға күҙ һалығыҙ 😍

🪽Иглиндә ҡауҙылар оя ҡорған. Был турала Иглин районы башлығы Гүзәл Насирова хәбәр итә. "Яҡшылыҡҡа һәм тыныслыҡҡа булһын", -
+2
🪽Иглиндә ҡауҙылар оя ҡорған. Был турала Иглин районы башлығы Гүзәл Насирова хәбәр итә.
"Яҡшылыҡҡа һәм тыныслыҡҡа булһын",
- тип яҙған ул.