613
Subscribers
+124 hours
+17 days
-730 days
Posts Archive
📌 Башҡортостанда 2025 йыл - Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы, тип нарыҡланғайны. Йылдың рәсми логотибы раҫланған.
Логотипта йөрәк рәүешендәге Башҡортостан флагы фонында яугир ғаиләһе һынландырылған, улар ус төбөндә тора - был дәүләт ярҙамын һәм ғаилә ҡиммәттәрен сағылдыра.
Октябрьский ҡалаһынан "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" асыҡ республика конкурсында ҡатнашыусы Харрасовтарҙың матур видеояҙмаһын иғтибарығыҙға тәҡдим итәбеҙ. Афариндар, уңыштар теләйбеҙ! ❤️
Видео: Октябрьский ҡалаһының милли мәҙәниәттәр үҙәге.
❓ Флорид Бүләков әҫәрҙәре буйынса сәхнәләштерелгән иң яратҡан спектаклегеҙ ниндәй?
Видео: БСТ. Яңылыҡтар
🟡Замана хикмәттәре: йылдар аша "ҡайтып", үҙеңде ошолайтып ҡосаҡлап та була хәҙер...
Бәләкәй үҙегеҙгә ниндәй теләк әйтер инегеҙ?
Ә беҙ барығыҙға ла хәйерле иртәләр, сәләмәтлек һәм бәхет теләйбеҙ! ❤️
Тсс!.. Репетиция бара!
15 февраль Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостандың халыҡ артисы Миңзифа Исҡужинаның күркәм юбилейына һәм ижадының 30 йыллығына арналған «Хыялыма табан» тигән ҙур концерт үтәсәк.
📌 Башҡортостанда үҙенсәлекле мәғариф проекты бойомға ашырыла башлаған - моңло итеп аҙан әйтергә өйрәтәләр.
Буласаҡ мәзиндәргә аҙан әйтеү серҙәрен Мәрйәм Солтанова исемендәге ислам колледжында төшөндөрәләр. Быға тиклем республикала бындай махсус дәрестәр ойошторолғаны булмаған. Йәш шәкерттәргә дәрестәрҙе Башҡортостандың халыҡ артисы Иҙрис Ғәзиев үткәрә.
Был турала "Вести Башкортостан" яҙмаһында ҡарағыҙ.
БАШҠОРТ ИЛЕ
Башҡортостан – ҡурай иле,
Башҡортостан – Урал ере,
Башҡортостан – ҡумыҙ теле,
Башҡортостан – ҡымыҙ сере.
Ерһенмәгән ҡайтһын кире,
Илһенмәгән ҡайтһын кире,
Иҫкә алһын туған телен,
Башҡортостан – мәңге тере!
***
Шул тиклем дә һиңә яҡын булып,
Шул тиклем дә алыҫ йөрөгәнмен.
Һине тәүләп күргән мәлдәремдән
Буйым етмәҫ булып күренгәйнең.
Ҡыймағанмын һиңә өндәшергә,
Күңелемдә өмөт һүрелгәйне...
Һиҙмәгәнһең мине, белмәгәнһең:
Йөрәгеңдә һинең йөрөгәнмен.
Шул тиклем дә һиңә яҡын булып,
Һинһеҙ йәшәүҙәргә өйрәнгәнмен.
Һиҙмәгәнмен, ниңә белмәгәнмен
Йөрәгемдә ҡояш йөрөгәнен?
Бөгөн журналист, шағир, прозаик Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай үҙенең күркәм юбилейын билдәләй. Ҡотлайбыҙ, яңы ижади үрҙәр теләйбеҙ!🌹
+5
📌"Монетник" Рәсәй Милли парктарына бағышланған тәңкәләр коллекцияһын сығарған. Тимер һумлыҡтарҙың бер яғында илдең 60 паркы сағылған, араларында "Башҡортостан" милли паркы ла бар.
"Атай, ҡара, атай, ҡара:
Алпа килә, алпа килә"...
Видеола: Илһам Байбулдин, Данир Мәсәлимов, Мирас Үҙәнбаев.
Видео: "Юлдаш" радиоһы каналынан.
+2
⚡УРЫН АЯҒЫ⚡
🌸Түшәк һәм һандыҡ аҫтарына ҡуйыла торған махсус әйберҙәр - “урын аяғы”, “һандыҡ аяғы”, “кейем урыны” тип йөрөтөлгән.
🌸Һандыҡ һәм түшәк менән бергә (йәки айырым түшәк кенә) улар урындыҡтың стена буйындағы тар яғын тотош алып торған һәм ғәҙәттә йорттоң “таҙа” өлөшөндә урынлашҡан. Килен бирнәһе булған осраҡта аш-һыу яраштырған өлөштә урынлашҡан.
🌸Элек аяҡтар түшәк һәм һандыҡ аҫтына ҡуйыу өсөн генә түгел, ә һаба (тура дүртмөйөш төплө күн ҡымыҙ һауыты) аҫтына, өҫтөнә таҡта ябылғандары тирмәнең хужалыҡ өсөн тәғәйенләнгән өлөшөндә һауыт-һаба һаҡлау, самауыр ҡуйыу өсөн һ.б. тотонолған. Улар ҙурлығы, эшләнеше, биҙәлеше менән айырылып торған.
📐Урын аяҡтары тәпәш кенә булған: иҙәндән өҫкө ҡырына тиклем ни бары 30-35, һирәк осраҡта 40 см бейеклектә эшләнгән.
📐Киңлеге 50 см тирәһе, ә оҙонлоғо 90-130 см итеп алынған.
⚖Боронғо әйберҙәрҙең һәр өлөшө уйланылып эшләнгән булғанға күрә, ауырлығы бик еңел тартҡан.
🌸Ҡабырғалары менән ҡуйылған ике таҡтаны (урын аяғының оҙонлоғона) ситтән саҡ ҡына эскә индереп киңлегенә тап килгән өс-дүрт беркеткес ярҙамында тоташтырғандар. Ошо рам-рәшәткәгә аяҡтары тоташтырылған.
🌸Ултыраҡ тормошҡа күскәс, ҡатмарландыбыраҡ эшләгәндәр. Алғы яғын тулыһынса ҡаплап эшләй башлағандар, йөҙлөк һәм өҫкө мөйөштәрен ҡаплап торған ҡанаттары барлыҡҡа килгән.
🌸Ҡайһы берҙәренә шылдырып асылмалы тартма йәки кәштә һәм асылмалы ҡапҡастар оҫталағандар.
🌸Урын аяғының алғы яғы ғына биҙәлгән.
📌ҺҮРӘТТӘ:
✅Әбйәлил районы Әхмәт ауылындағы урын аяғы бигерәк зауыҡлы булыуы менән айырылып тора. Уны экспедициялары барышында С.И. Руденко, В.С. Сыромятников, Б.Г. Кәлимуллин күргән һәм һүрәттәргә, фотоларға төшөрөп алған.
✅Баймаҡ районы 1-се Этҡол ауылы. 1958 йыл. Г.И. Мөхәмәтшин һүрәте.
✅Ейәнсура районының Этҡол һәм Башҡорт Сиреғолы ауылы, Йылайыр районы Йомағужа ауылы. 1958 йыл. Г.И. Мөхәмәтшин һүрәте.
+8
😍Ауылда һиллек. Белорет районы Ҡоҙғон-Әхмәр ауылынан күренештәр.
Яңы тыуған көн шатлығы менән килһен, ҡотоғоҙ артһын!
Фото авторы Наталья Вилкова.
+5
📌📌📌Бөгөн илебеҙ тарихында мөһим даталарҙың береһе – Ленинград ҡалаһын фашист блокадаһынан тулыһынса азат иткән көн.
❗1941 йылдың 8 сентябренән 1944 йылдың 27 ғинуарына тиклем, 872 көн дауамында Ленинградты һаҡлаусылар, ҡала халҡы һәм совет яугирҙары ғүмерҙәре, ҡала һәм ил өсөн батырҙарса көрәшә.
❗Ленинград - хәҙерге Санкт-Петербург ҡалаһы – 900 көнгә яҡын ҡамауҙа ҡалып, еңеп сыға алған берҙән-бер ҡала.
❗872 көндә фашистар 107 мең авиабомба, 150 мең снаряд яуҙыра.
❗1941 йылдың декабрендә Ленинградта 53 мең кеше үлә, 1942 йылдың ғинуарында – 100 меңдән ашыу, февралендә – 100 меңдән ашыу, 1942 йылдың мартында – 100 меңгә яҡын, майында – 50 мең, июлдә 25 мең, сентябрҙә – 7000 кеше. Нюрнберг процесында бөтәһе 632 мең кеше үлгән, тигән мәғлүмәт яңғырай, әммә ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса ҡорбандар һаны 1 миллионға яҡын.
❗Йәшәү юлы һәм һауа буйынса 1,7 миллион кеше эвакуациялана.
❗Блокада осоронда дәүләт хеҙмәткәрҙәре балаларына көнөнә 125 грамм икмәк таратып бирелә.
❗Совет ғәскәрҙәре күп тапҡырҙар блокаданы йырып үтергә тырыша, әммә тик 1943 йылдың ғинуарында ғына быға өлгәшә алалар. “Осҡон” операцияһы һөҙөмтәһендә Ладога күленән көньяҡтараҡ 8-11 километр киңлектәге коридор асыла.
❗Ладоганың көньяҡ яры буйлап 18 көндә 33 километрлыҡ тимер юлы һалына һәм Нева йылғаһы аша сығыу ойошторола. Шуның аша 1943 йылдың февралендә Ленинградҡа аҙыҡ-түлек, сеймал, беоприпастар килә башлай.
❗27 ғинуарҙа еңеү айҡанлы 324 туптан 24 артиллерия залпы яңғырай.
❗Блокада башланғандың беренсе көндәрендә композитор Дмитрий Шостакович үҙенең Етенсе симфонияһын яҙа һәм уға Ленинград, Блокада симфонияһы тигән исем бирә. Ул 1942 йылдың 9 авгусында филармонияның Ҙур залында уйнала.
❗1945 йылдың 1 майында Юғары Баш командующий бойороғо менән Ленинград Сталинград, Севастополь һәм Одесса менән бергә герой-ҡала тип атала. 1965 йылдың 8 майында Герой-ҡала званиеһы бирелә.
✅Башҡортостандан 16 мең яугир Ленинградты фашистарҙан һаҡлап, йән бирә.
✅Ленинградтың 130 мең кешеһе һуғыш йылдарында Башҡортостанда ышыҡ таба.
💯Вәхшилеккә ҡаршы торған ябай халыҡтың, балаларҙың һәм яугирҙарҙың батырлығын хәтеребеҙҙә тоторға тейешбеҙ!
Available now! Telegram Research 2025 — the year's key insights 
