en
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

Open in Telegram
612
Subscribers
No data24 hours
-57 days
-830 days
Posts Archive
📌Махсус хәрби операцияла булған яугирҙар Ураҙа ғәйетен үҙ көстәре менән һалған мәсеттә ғибәҙәт ҡылып ҡаршылаған. Яңы мәсетте
+2
📌Махсус хәрби операцияла булған яугирҙар Ураҙа ғәйетен үҙ көстәре менән һалған мәсеттә ғибәҙәт ҡылып ҡаршылаған. Яңы мәсетте Салауат Юлаев исемендәге Башҡорт батальоны яугирҙары төҙөгән. Унда Ураҙа ғәйете уңайынан төрлө подразделение яугирҙары һәм урындағы халыҡ йыйылып намаҙ уҡыған. Күмәкләп ҡылған доғаларыбыҙ, изге теләктәребеҙ фәрештәләрҙең "Амин!" тигән мәленә тура килеп, илебеҙгә именлек, тыныслыҡ килһен, яугирҙарыбыҙ барыһы ла Ватан алдындағы бурысын намыҫ менән үтәп, һау-сәләмәт әйләнеп ҡайтһын, һәр йортҡа ҡот һәм ырыҫ ҡунһын, балаларыбыҙҙың шат тауыштары яңғырап торһон!

Хәйерле көн! Дүшәмбе ял булыуы - икеләтә ҡыуаныс ул, ивет? 🤭 Матур ялдар теләйбеҙ💕 📍 Йүрүҙән буйы. Фото: Александра Аккунд
+2
Хәйерле көн! Дүшәмбе ял булыуы - икеләтә ҡыуаныс ул, ивет? 🤭 Матур ялдар теләйбеҙ💕 📍 Йүрүҙән буйы. Фото: Александра Аккундинова.

Бөгөнгө көн темаһына uldash_bratka менән бергә көлөп алайыҡ әле 🤭

Өфө районы Шамонино ауылында ла әйенселәү йолаһын һаҡлай үҙебеҙҙең башҡорттар. Видео: Минзиә Каспранова.

Мотлаҡ барығыҙ! 🫣 ✅ Юмор кисәһе 📆1 апрель, 19:00 📍ГКЗ БАШҠОРТОСТАН

+2
"Силәбе башҡорттары",-
тип хәбәр итә төркөмдәшебеҙ. Мул табын ойошторған милләттәштәр. Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын!

📌 Әбйәлилдә бына шулай Ураҙа ғәйетендә әйсәләү йолаһы һаҡлана икән.
"Балалар өй беренсә йөрөп, тәм-том йыя. Хәҙер ауылда балалар аҙ ҡалғас, өлкәндәр ҙә сығып, бер-береһенә кәнфиттәр тарата, изге теләктәр әйтә. Кәнфит алған саҡта "Ураҙағыҙ ҡабул булһын!" - тип әйтергә кәрәк. Быйыл ауылдың уңған килендәре ҡапҡа алдына өҫтәл ҡуйып, ауылдаштарҙы самауыр сәйе менән һыйлап, күңелдәрен күрҙе", -
тип хәбәр итә төркөмдәшебеҙ. Видеола: Әбйәлил районы, Оло Ғабдин ауылы.

📌Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров барлыҡ мосолмандарҙы Ураҙа ғәйете уңайынан ҡотланы.
"Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәр! Һеҙҙе изге Рамаҙан айы тамамланыу һәм Ураҙа байрамы менән ихлас ҡотлайым!" -
тип мөрәжәғәт итте Радий Фәрит улы. Һәм ихлас күңелдән һаулыҡ, именлек һәм татыулыҡ теләне.

Видео: Наҙгөл Ҡасимова.

Оҙон-оҙаҡ бала саҡтан бер йәмле мәл... Видео: Зилиә Назарова.

Шәһит Хамматов әсәһенән популяр һорауға яуап ала: норм или стрем? Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

Әүешкүл. Учалы районы.
+4
Әүешкүл. Учалы районы.

Башҡорт теленең кимәлдәре тураһында Розалия Мөхәмәтйәнова һәм Гөлсәсәк Шәрипова.

Дуҫтарыма күңелемдә Рәхмәт бөрөһө тиртә - "Йырлап йәшәгеҙ!" - тип һеҙгә Теләйем мин һәр иртә! Айгөл ИШЕМҒУЖИНА.
Дуҫтарыма күңелемдә Рәхмәт бөрөһө тиртә - "Йырлап йәшәгеҙ!" - тип һеҙгә Теләйем мин һәр иртә! Айгөл ИШЕМҒУЖИНА.

Тирләндә кис. Белорет районы. Фото:Татьяна Носаева.
+2
Тирләндә кис. Белорет районы. Фото:Татьяна Носаева.

Был аҙнала "Берҙәм Рәсәй" партияһының "Кесе Ватан мәҙәниәте" проекты сиктәрендә сәхнәләштерелгән спектаклдәрҙең УН КӨНЛӨГӨ бара.
Кисәге Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһенең И. Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театры "Диләфрүзгә дүрт кейәү" спектакле менән М. Ғафури исемендәге БАДТ сәхнәһендә сығыш яһаны.

📌 AY YOLA төркөмөнөң "Һомай" йыры - трендта. Уға Башҡортостандан һәм Рәсәйҙең башҡа төрлө төбәктәренән, Ҡаҙағстандан йәштәр ҡыҫҡа-ҡыҫҡа видеолар төшөрөп һала. 🟡Шуларҙың ҡайһы берҙәренән өҙөктәрҙе ҡарағыҙ.
"Тамырҙарыбыҙҙы барлата, күңелебеҙгә үтеп инде", -
тип төрлө милләт вәкилдәре башҡорт йыры тураһында. Кемдәрҙер хатта тест тапшырып, ниндәй милләттән булыуын да асыҡлай.
Вәт ниндәй көскә эйә беҙҙең "Урал батыр" эпосыбыҙ!
Уны донъяға яңыса асҡан AY YOLA төркөмөнә - афарин һәм яңы ижади үрҙәр!

"Башҡорт аттарын ашатам"
Күгәрсен районынан Нурсолтан Хөсәйенов үҙенең ауылдағы тормошон "Йәш фермер" тигән төркөмө аша күрһәтергә булған. Бик матур ғына видеолар урынлаштырып та ҡуйған. Бына бында Нурсолтан хужалыҡтарындағы йылҡыға бесән өләшә. Башҡорт ауылындағы тормош-көнкүреш менән ҡыҙыҡһыныусылар "Йәш фермер" битенә инеп ҡарағыҙ😉