ch
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

前往频道在 Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

显示更多
1 975
订阅者
-224 小时
-57 天
-1830 天
帖子存档
Салауатта һауа сифаты норма сиктәрендә Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы Салауатта атомосфера һауаһы сифатын контролдә тота. Ҡалала уны тикшереү буйынса даими мониторинг уҙғарыла. Ведомство етәксеһе Нияз Фазылов социаль селтәрҙә белдереүенсә, көндөҙгө сәғәт 12-се яртылағы анализдар һауаны бысратыусы матдәләрҙең норма ситәрендә ҡалыуын күрһәткән.

«Газпром нефтехим Салауат» предприятиеһы йәнә пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүменә дусар булды Предприятеға атака. «Газпром нефтехим Салауат» предприятиеһы йәнә пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүменә дусар булды. Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. Төбәк етәксеһе белдереүенсә, әле урында ашығыс хеҙмәттәр эшләй, янғын һүндереү ойошторолған. Күрелгән зыян күләме асыҡлана.

Белоретта Уҡшуҡ йылғаһы яры таҙартылған “Ирәмәл” тәбиғәт паркы хемәткәрҙәре өмә ойошторған. Акцияла ҡатнашыусылар 1 километр
Белоретта Уҡшуҡ йылғаһы яры таҙартылған “Ирәмәл” тәбиғәт паркы хемәткәрҙәре өмә ойошторған. Акцияла ҡатнашыусылар 1 километр ярым самаһы биләмәне тәртипкә килтергән. 1 кубик метрҙан ашыу сүп-сар тупланған. Уларҙың күп өлөшө көнкүреш ҡалдыҡтары. “Ирәмәл” паркы халыҡты тәбиғәткә һаҡсыл булырға саҡыра. “Йылға һәм күлдәрҙе таҙа тотоу өсөн һәр кем яуаплы. Тирә-яҡ мөхитте хәстәрләү ябай ғына эштәрҙән башлана”, - тип белдерә парк хеҙмәткәрҙәре.

Ғафуриҙа яңы фельдшер-акушер пункты асылды Учреждение райондың Юрмаш ауылында урынлашҡан. Ул “Оҙон һәм әүҙем ғүмер” милли про
Ғафуриҙа яңы фельдшер-акушер пункты асылды Учреждение райондың Юрмаш ауылында урынлашҡан. Ул “Оҙон һәм әүҙем ғүмер” милли проектына ярышлы төҙөлгән. Юрмаш ауылында 200-гә яҡын кеше йәшәй. Һуңғы 5 йылда республикала 700-гә яҡын медицина пункты яңыртылған. Быйыл 6 яңы поликлиника һәм 134 модулле пункт, шулай уҡ табип амбулаторияһы асыу ҡарала.

Александр Хмелевский “Салауат Юлаев”тан китте Хоккейсы, алмашыу һөҙөмтәһендә, Өфө командаһынан “Аҡ барыҫ”ҡа күсте. Клубтың ма
Александр Хмелевский “Салауат Юлаев”тан китте Хоккейсы, алмашыу һөҙөмтәһендә, Өфө командаһынан “Аҡ барыҫ”ҡа күсте. Клубтың матбуғат хеҙмәтенән ошо турала белдерәләр. Хмелевский менән алмашҡан өсөн “Салауат Юлаев”ҡа аҡсалата компенсация бирелә. Шулай уҡ канада һаҡсыһы Уайат Калинюк беҙҙең команда өсөн уйнай башлай. Өфө клубы Александр Хмелевскийға рәхмәт белдергән, уңыштар теләгән.

«Башҡортостан» телерадиокомпанияһының «Юлдаш» радиоһы 25 йыллығын ҡаршылай Ошо уңайҙан 25 сентябрҙә «Өфө-арена» комплексында концерт көтөлә. Сәхнәлә Башҡортостандың һәм Татарстандың билдәле эстрада йондоҙҙары, Ҡытайҙан, Ҡаҙағстандан саҡырылған махсус ҡунаҡтар сығыш яһаясаҡ. Радионың үҫеш юлы һәм юбилей сараһына әҙерлек барышы тураһында киләһе яҙма.

Республика район-ҡалаларында «Йәйге шайморатов уйындары»ның зональ этабы башланды Бөгөн баш ҡаланың Ғәли Ибраһимов исемендәге 2-се Башҡорт лицейы Өфө биләмәһенә ингән өс тиҫтәнән ашыу мәғариф учреждениеһын бергә йыйҙы. Шайморатов кластарында белем алыусылар физик әҙерлеген күрһәтеп, етеҙлеккә, мәргәнлеккә ярышты.

Республика көнө уңайынан Башҡортостанда йәшәүселәр өсөн өҫтәмә ял ҡаралған 11 октябрҙә, Республика көнө уңайынан Башҡортостанда йәшәүселәр өсөн өҫтәмә ял ҡаралған. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл ял байрамы шәмбегә тура килә, шуға ла ул дүшәмбе 13 октябргә күсерелә. Ғөмүмән, байрам уңайынан ял көндәре 11-се октябрҙән 13-ә тиклем дауам итә. 10 октябрь-эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.

Был аҙнала республикала көн һыуыта Әбейҙәр сыуағы тамамлана. Был аҙнала республикала көн һыуыта. Синоптиктар хәбәр итеүенсә, кесе йоманан ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә. 28-30 сентябрҙә һауа температураһы төндә 0 -дән 5 градусҡа тиклем түбәнәйә, төньяҡ райондарҙа ҡар күҙҙәре төшөүе ихтимал. Уртаса һауа торошо 8 градустан түбән күрһәтә,

Өфөнөң Дуҫлыҡ монументы эргәһендәге аркалы күпер Республика көнөнә асыла Объекттың әҙерлеге 90 процент тәшкил итә. Ағиҙел йылғаһы аша һалынған ҡоролма сафҡа инеү менән Воровский урамы башында ҡалаға инеү һәм сығыу өсөн 13 һыҙат барлыҡҡа киләсәк. Үткән шәмбе Радий Хәбиров Өфө буйлап эш сәфәре барышында объекттың әҙерлеген тикшерҙе.

Өфөлә «Һөт кухняһы» проектында ҡатнашыусылар һаны арта Өфөлә аҙ тәьмин ителгән, мохтаж ғаиләләрҙең, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары «Һөт кухняһы» социаль проектында ҡатнаша ала. Әлеге ваҡытта таратыу үҙәктәре көнөнә 50 кешене хеҙмәтләндерә. Һөт ризыҡтары бушлай 3 йәшкә тиклемге бала тәрбиәләнгән ғаиләләргә бирелә. Продукцияны аҙнаһына ике тапҡыр алырға була, айына бер тапҡыр бутҡа һәм ҡоро ҡатнашмалар бирелә. Программала ҡатнашыу өсөн документтар йыйып, Дәүләт хеҙмәте порталында ғариза тапшырырға кәрәк.

Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә йәш музыкант менән таныштырған Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә йәш музыкант менән таныштырған. Өс йыл дауамында Ринат Нәбиуллин музыка менән шөғөлләнә. Ныҡышмалы репетициялар үҙ емештәрен бирә, ул Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инә. Төбәк башлығы үҫмерҙең «Салют» республика реабилитация үҙәге тәрбиәләнеүсеһе булыуын билдәләне.

Алушталағы ярышта яҡташтарыбыҙ 19 миҙал яуланы Башҡортостан командаһы билбау көрәше буйынса Рәсәй Кубогы еңеүсеһы булды! Алушта ҡалаһында уҙған ярышта илдең төрлө төбәктәренән 250-нән спортсы ҡатнашты. Яҡташтарыбыҙ 9 алтын, 4 көмөш һәм 6 бронза миҙал яулап, дөйөм зачетта Ҡырым менән Татарстан командаларын артта ҡалдырҙы.

«Башҡортостан» телерадиокомпанияһының «Юлдаш» радиоһы 25 йыллығын ҡаршылай Ошо уңайҙан ул тыңлаусыларын 25 сентябрҙә «Өфө-арена» комплексына концертҡа саҡыра. Сәхнәлә Башҡортостандың һәм Татарстандың билдәле эстрада йондоҙҙары, Ҡытайҙан, Ҡаҙағстандан саҡырылған махсус ҡунаҡтар сығыш яһаясаҡ. Радио коллективы артистарға һәм тыңлаусыларына бүләктәр ҙә әҙерләгән.

Ғата Сөләймәнов исемендәге балалар сәнғәт мәктәбе йәш ижадсыларҙы үҙенә йыя Быйыл Баймаҡ ҡалаһының Ғата Сөләймәнов исемендәге балалар сәнғәт мәктәбе төрлө кластарға 90 бала ҡабул иткән. 1952 йылда үҙ ишектәрен асҡан мәҙәни учреждение үҫеп килгән йәш быуындың ижади һәләттәрен асыуҙа уңышлы эшләй. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Башҡортостанда «Көмөш старт» федераль программаһында ҡатнашыу өсөн ғариза ҡабул итеү тамамлана Башҡортостанда «Көмөш старт»федераль программаһында ҡатнашыу өсөн ғариза ҡабул итеү тамамлана. Өлкән быуынды эшҡыуарлыҡта үҫтереүгә йүнәлтелгән программа комплекслы ярҙам-белем биреү модулдәрен һәм бизнес-башланғыстарҙы грант менән финанслауҙы үҙ эсенә ала.

Шишмә районында заманса фельдшер-акушерлыҡ пункты сафҡа инде Енғалышта яңы ФАП. Шишмә районында сираттағы беренсел санитар-медицина ярҙамы күрһәтеү учреждениеһы барлыҡҡа килде. Модулле бина ни бары ике ай эсендә күтәрелгән.

Өфөлә полиция хеҙмәткәрҙәре автобус тәҙрәләрен таш менән ярған ирҙе эҙләй Был тәртип боҙоу Черниковка биҫтәһендә теркәлгән. Водитель үҙен агрессив тотҡан иҫерек ирҙе автобустан сығарырға тырышҡан, әммә хулиган транспорттың тәҙрәләрен, салонды емерергә керешкән. Ваҡиға урынында зыян күреүселәр теркәлмәгән. Осраҡ буйынса тикшереү дауам итә, хоҡуҡ һаҡсылар ғәйепләнеүсенең шәхесен асыҡлай.

Башҡортостанда Халыҡтар берҙәмлеге көнө билдәләнә Республика Башлығы Радий Хәбиров ошо турала указға ҡул ҡуйҙы. Ойоштороу ком
Башҡортостанда Халыҡтар берҙәмлеге көнө билдәләнә Республика Башлығы Радий Хәбиров ошо турала указға ҡул ҡуйҙы. Ойоштороу комитетына хөкүмәт ағзалары, министрлыҡ-ведомстволар етәкселәре ингән. Документҡа ярашлы, бина, урам һәм майҙандар Рәсәй һәм Башҡортостандың дәүләт символикаһын ҡулланып биҙәлергә тейеш. Халыҡтар берҙәмлеге көнө 4 ноябрҙә билдәләнә.

Быйыл Башҡортостанда иген уңышы күберәк булыуы көтөлә Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 3 миллион 112 мең тонна
Быйыл Башҡортостанда иген уңышы күберәк булыуы көтөлә Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 3 миллион 112 мең тонна иген йыйып алынған. Баҫыуҙарҙың 79 процентында эш теүәлләнгән. Гектар ҡеүәте - 28 центнер. 12 районда 100 мең тоннанан ашыу уңыш йыйылған. Быйыл ил буйынса 135 миллион тонна иген йыйыу планлаштырыла. Уның 88 миллион тоннаһы эске ихтыяж, ҡалған өлөшө сит илдәргә һатыла.