БСТ | Яңылыҡтар
Открыть в Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Больше2 024
Подписчики
Нет данных24 часа
-37 дней
-530 день
Архив постов
2 024
Өфөнөң Дуҫлыҡ монументы эргәһендәге аркалы күпер Республика көнөнә асыла
Объекттың әҙерлеге 90 процент тәшкил итә. Ағиҙел йылғаһы аша һалынған ҡоролма сафҡа инеү менән Воровский урамы башында ҡалаға инеү һәм сығыу өсөн 13 һыҙат барлыҡҡа киләсәк. Үткән шәмбе Радий Хәбиров Өфө буйлап эш сәфәре барышында объекттың әҙерлеген тикшерҙе.
2 024
Өфөлә «Һөт кухняһы» проектында ҡатнашыусылар һаны арта
Өфөлә аҙ тәьмин ителгән, мохтаж ғаиләләрҙең, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары «Һөт кухняһы» социаль проектында ҡатнаша ала.
Әлеге ваҡытта таратыу үҙәктәре көнөнә 50 кешене хеҙмәтләндерә. Һөт ризыҡтары бушлай 3 йәшкә тиклемге бала тәрбиәләнгән ғаиләләргә бирелә. Продукцияны аҙнаһына ике тапҡыр алырға була, айына бер тапҡыр бутҡа һәм ҡоро ҡатнашмалар бирелә. Программала ҡатнашыу өсөн документтар йыйып, Дәүләт хеҙмәте порталында ғариза тапшырырға кәрәк.
2 024
Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә йәш музыкант менән таныштырған
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә йәш музыкант менән таныштырған. Өс йыл дауамында Ринат Нәбиуллин музыка менән шөғөлләнә. Ныҡышмалы репетициялар үҙ емештәрен бирә, ул Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инә. Төбәк башлығы үҫмерҙең «Салют» республика реабилитация үҙәге тәрбиәләнеүсеһе булыуын билдәләне.
2 024
Алушталағы ярышта яҡташтарыбыҙ 19 миҙал яуланы
Башҡортостан командаһы билбау көрәше буйынса Рәсәй Кубогы еңеүсеһы булды! Алушта ҡалаһында уҙған ярышта илдең төрлө төбәктәренән 250-нән спортсы ҡатнашты. Яҡташтарыбыҙ 9 алтын, 4 көмөш һәм 6 бронза миҙал яулап, дөйөм зачетта Ҡырым менән Татарстан командаларын артта ҡалдырҙы.
2 024
«Башҡортостан» телерадиокомпанияһының «Юлдаш» радиоһы 25 йыллығын ҡаршылай
Ошо уңайҙан ул тыңлаусыларын 25 сентябрҙә «Өфө-арена» комплексына концертҡа саҡыра. Сәхнәлә Башҡортостандың һәм Татарстандың билдәле эстрада йондоҙҙары, Ҡытайҙан, Ҡаҙағстандан саҡырылған махсус ҡунаҡтар сығыш яһаясаҡ. Радио коллективы артистарға һәм тыңлаусыларына бүләктәр ҙә әҙерләгән.
2 024
Ғата Сөләймәнов исемендәге балалар сәнғәт мәктәбе йәш ижадсыларҙы үҙенә йыя
Быйыл Баймаҡ ҡалаһының Ғата Сөләймәнов исемендәге балалар сәнғәт мәктәбе төрлө кластарға 90 бала ҡабул иткән. 1952 йылда үҙ ишектәрен асҡан мәҙәни учреждение үҫеп килгән йәш быуындың ижади һәләттәрен асыуҙа уңышлы эшләй. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
2 024
Башҡортостанда «Көмөш старт» федераль программаһында ҡатнашыу өсөн ғариза ҡабул итеү тамамлана
Башҡортостанда «Көмөш старт»федераль программаһында ҡатнашыу өсөн ғариза ҡабул итеү тамамлана. Өлкән быуынды эшҡыуарлыҡта үҫтереүгә йүнәлтелгән программа комплекслы ярҙам-белем биреү модулдәрен һәм бизнес-башланғыстарҙы грант менән финанслауҙы үҙ эсенә ала.
2 024
Шишмә районында заманса фельдшер-акушерлыҡ пункты сафҡа инде
Енғалышта яңы ФАП. Шишмә районында сираттағы беренсел санитар-медицина ярҙамы күрһәтеү учреждениеһы барлыҡҡа килде. Модулле бина ни бары ике ай эсендә күтәрелгән.
2 024
Өфөлә полиция хеҙмәткәрҙәре автобус тәҙрәләрен таш менән ярған ирҙе эҙләй
Был тәртип боҙоу Черниковка биҫтәһендә теркәлгән. Водитель үҙен агрессив тотҡан иҫерек ирҙе автобустан сығарырға тырышҡан, әммә хулиган транспорттың тәҙрәләрен, салонды емерергә керешкән. Ваҡиға урынында зыян күреүселәр теркәлмәгән. Осраҡ буйынса тикшереү дауам итә, хоҡуҡ һаҡсылар ғәйепләнеүсенең шәхесен асыҡлай.
2 024
Башҡортостанда Халыҡтар берҙәмлеге көнө билдәләнә
Республика Башлығы Радий Хәбиров ошо турала указға ҡул ҡуйҙы. Ойоштороу комитетына хөкүмәт ағзалары, министрлыҡ-ведомстволар етәкселәре ингән. Документҡа ярашлы, бина, урам һәм майҙандар Рәсәй һәм Башҡортостандың дәүләт символикаһын ҡулланып биҙәлергә тейеш. Халыҡтар берҙәмлеге көнө 4 ноябрҙә билдәләнә.
2 024
Быйыл Башҡортостанда иген уңышы күберәк булыуы көтөлә
Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 3 миллион 112 мең тонна иген йыйып алынған. Баҫыуҙарҙың 79 процентында эш теүәлләнгән. Гектар ҡеүәте - 28 центнер. 12 районда 100 мең тоннанан ашыу уңыш йыйылған. Быйыл ил буйынса 135 миллион тонна иген йыйыу планлаштырыла. Уның 88 миллион тоннаһы эске ихтыяж, ҡалған өлөшө сит илдәргә һатыла.
2 024
Был аҙнала Башҡортостанда 35-се Халыҡ-ара Аксаков байрамы үтә
Мәҙәни сара Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров указы буйынса уҙғарыла. Күләмле байрам йыл һайын билдәле яҙыусы Сергей Аксаковтың тыуған көнө уңайынан ойошторола. Өфөлә тыуып үҫкән шәхес көндәре Аксаков мемориаль йорт -музейында уҙа. Бында Сергей Аксаковтың тормош юлы һәм ижадына бағышланған күргәҙмә, осрашыуҙар ойошторола, балалар өсөн ижад һәм уйын майҙансыҡтары асыҡ эшләйәсәк. Байрам саралары Бәләбәй ҡалаһында ла көтөлә.
2 024
Октябрь һәм ноябрҙә Башҡортостанда өҫтәмә ялдар көтөлә
11 октябрҙә Республика көнө билдәләнә. Быйыл байрам шәмбегә тура килә. Быға бәйле, ял дүшәмбегә – 13 октябргә күсерелә. 4 ноябрь - Халыҡ берҙәмлеге көнө. Ошо уңайҙан 1 ноябрҙәге ял 3-өнә күсерелә, йәғни шәмбе эш көнө була, ә 2, 3, 4 ноябрҙә Рәсәй халҡы ял итә.
2 024
Башҡортостан муниципалитеттары йылытыу миҙгелен башлай
Сибайҙа медицина һәм социаль учреждениелар, балалар баҡсалары, мәҙәниәт объекттарына йылы бирелә, тип хәбәр итәләр "БашРТС" компанияһынан. Ҡала етәкселеге ошондай ҡарар ҡабул иткән. 29 сентябрҙән Туймазы районында ла йылытыу миҙгеле старт алырға тейеш. Был турала хакимиәт башлығы Булат Мусин хәбәр итте. Республикала яңы миҙгелдә тәүгеләрҙән булып Мәләүез районында биналарҙы йылытыу башланды.
2 024
Башҡортостандың йәш спортсылары ГТО буйынса бөтә Рәсәй фестивалендә ҡатнаша
Команда "Артек" лагерына юлланды. Ярыштар 25 сентябрҙә башлана һәм 15 октябргә тиклем дауам итә, тип белдерәләр Республика спорт министрлығынан. Башҡортостан командаһы төбәк этабында иң яҡшы һөҙөмтәгә ирешеүселәрҙән тупланған.
2 024
Кибермутлашыусыларҙан зыян күреүселәргә бушлай юридик ярҙам була
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары ошо турала закон проектын ҡарарға ниәтләй. Уға ярашлы, аферистарҙың ҡорбандарына түләүһеҙ консультация бирелә. Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, былтыр республика халҡы мутлашыусылар иҫәбенә 4 миллиард ярым һум аҡса күсергән. Парламентта пленар ултырыш 25 сентябрҙә үтә.
2 024
Ейәнсура оҫтаһы ҡумыҙ менән донъяны әсир итә
Уның музыка ҡоралдары Башҡортостан символдарының береһе булараҡ бөтә донъя буйлап таралған. Ейәнсура районынан Фуат Ҡужахметов 35 йылдан ашыу инде ноталар ҡуйып ҡумыҙ эшләй. Башҡорт варганы өсөн ул ҡул аҫтындағы материалдарҙы файҙалана. Оҫта Рәсәйҙән ситтә лә билдәле, ҡумыҙҙарға хатта Япония, Франция, Италиянан да заказдар килә. Оҫтаның эш техникаһы менән беҙҙең ижади төркөм дә танышты.
2 024
«Әй Йола» төркөмө композицияһы илдең «алтын йырҙары» иҫәбенә инде
«Һомай» йыры менән яҡташтарыбыҙ Мәскәүҙә уҙған «Интервидение-2025» халыҡ-ара музыкаль конкурсты ябыу тантанаһында сығыш яһаны. Рәсәйҙә йылдың иң көтөлгән музыкаль ваҡиғаһын Беренсе канал тура эфирҙа күрһәтте. Конкурста Ер шарының ике тиҫтәгә яҡын иленән вәкилдәр ҡатнашты.
2 024
БСТ телеканалы «Башҡортостан» концерт залында «Әсәй» хәйриә концертын ойошторҙо
Республиканың төп сәхнәһендә йылдың иң йылы сараһы. БСТ телеканалы «Башҡортостан» концерт залында «Әсәй» хәйриә концертын ойошторҙо. Хәйриә сараһы Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар йылына һәм Башҡортостанда барған Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылына арналды.
2 024
Республикала «Йәшел Башҡортостан» акцияһы старт алды
Уҙған ял көндәрендә республикала экологик өмәләр башланды. «Йәшел Башҡортостан» акцияһына барлыҡ төбәктәр ҙә әүҙем ҡушылды.
Иглин районында йәшәүселәр «Ҡояшлы» паркын йәшелләндереүгә сыҡты. Акцияла муниципаль, мәҙәниәт, мәғариф хеҙмәткәрҙәре, предприятиелар һәм ойошмалар коллективтары ҡатнашты.
Уже доступно! Исследование Telegram 2025 — ключевые инсайты года 
