БСТ | Яңылыҡтар
前往频道在 Telegram
1 975
订阅者
-224 小时
-57 天
-1830 天
帖子存档
1 975
Был аҙнала Башҡортостанда 35-се Халыҡ-ара Аксаков байрамы үтә
Мәҙәни сара Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров указы буйынса уҙғарыла. Күләмле байрам йыл һайын билдәле яҙыусы Сергей Аксаковтың тыуған көнө уңайынан ойошторола. Өфөлә тыуып үҫкән шәхес көндәре Аксаков мемориаль йорт -музейында уҙа. Бында Сергей Аксаковтың тормош юлы һәм ижадына бағышланған күргәҙмә, осрашыуҙар ойошторола, балалар өсөн ижад һәм уйын майҙансыҡтары асыҡ эшләйәсәк. Байрам саралары Бәләбәй ҡалаһында ла көтөлә.
1 975
Октябрь һәм ноябрҙә Башҡортостанда өҫтәмә ялдар көтөлә
11 октябрҙә Республика көнө билдәләнә. Быйыл байрам шәмбегә тура килә. Быға бәйле, ял дүшәмбегә – 13 октябргә күсерелә. 4 ноябрь - Халыҡ берҙәмлеге көнө. Ошо уңайҙан 1 ноябрҙәге ял 3-өнә күсерелә, йәғни шәмбе эш көнө була, ә 2, 3, 4 ноябрҙә Рәсәй халҡы ял итә.
1 975
Башҡортостан муниципалитеттары йылытыу миҙгелен башлай
Сибайҙа медицина һәм социаль учреждениелар, балалар баҡсалары, мәҙәниәт объекттарына йылы бирелә, тип хәбәр итәләр "БашРТС" компанияһынан. Ҡала етәкселеге ошондай ҡарар ҡабул иткән. 29 сентябрҙән Туймазы районында ла йылытыу миҙгеле старт алырға тейеш. Был турала хакимиәт башлығы Булат Мусин хәбәр итте. Республикала яңы миҙгелдә тәүгеләрҙән булып Мәләүез районында биналарҙы йылытыу башланды.
1 975
Башҡортостандың йәш спортсылары ГТО буйынса бөтә Рәсәй фестивалендә ҡатнаша
Команда "Артек" лагерына юлланды. Ярыштар 25 сентябрҙә башлана һәм 15 октябргә тиклем дауам итә, тип белдерәләр Республика спорт министрлығынан. Башҡортостан командаһы төбәк этабында иң яҡшы һөҙөмтәгә ирешеүселәрҙән тупланған.
1 975
Кибермутлашыусыларҙан зыян күреүселәргә бушлай юридик ярҙам була
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары ошо турала закон проектын ҡарарға ниәтләй. Уға ярашлы, аферистарҙың ҡорбандарына түләүһеҙ консультация бирелә. Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, былтыр республика халҡы мутлашыусылар иҫәбенә 4 миллиард ярым һум аҡса күсергән. Парламентта пленар ултырыш 25 сентябрҙә үтә.
1 975
Ейәнсура оҫтаһы ҡумыҙ менән донъяны әсир итә
Уның музыка ҡоралдары Башҡортостан символдарының береһе булараҡ бөтә донъя буйлап таралған. Ейәнсура районынан Фуат Ҡужахметов 35 йылдан ашыу инде ноталар ҡуйып ҡумыҙ эшләй. Башҡорт варганы өсөн ул ҡул аҫтындағы материалдарҙы файҙалана. Оҫта Рәсәйҙән ситтә лә билдәле, ҡумыҙҙарға хатта Япония, Франция, Италиянан да заказдар килә. Оҫтаның эш техникаһы менән беҙҙең ижади төркөм дә танышты.
1 975
«Әй Йола» төркөмө композицияһы илдең «алтын йырҙары» иҫәбенә инде
«Һомай» йыры менән яҡташтарыбыҙ Мәскәүҙә уҙған «Интервидение-2025» халыҡ-ара музыкаль конкурсты ябыу тантанаһында сығыш яһаны. Рәсәйҙә йылдың иң көтөлгән музыкаль ваҡиғаһын Беренсе канал тура эфирҙа күрһәтте. Конкурста Ер шарының ике тиҫтәгә яҡын иленән вәкилдәр ҡатнашты.
1 975
БСТ телеканалы «Башҡортостан» концерт залында «Әсәй» хәйриә концертын ойошторҙо
Республиканың төп сәхнәһендә йылдың иң йылы сараһы. БСТ телеканалы «Башҡортостан» концерт залында «Әсәй» хәйриә концертын ойошторҙо. Хәйриә сараһы Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар йылына һәм Башҡортостанда барған Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылына арналды.
1 975
Республикала «Йәшел Башҡортостан» акцияһы старт алды
Уҙған ял көндәрендә республикала экологик өмәләр башланды. «Йәшел Башҡортостан» акцияһына барлыҡ төбәктәр ҙә әүҙем ҡушылды.
Иглин районында йәшәүселәр «Ҡояшлы» паркын йәшелләндереүгә сыҡты. Акцияла муниципаль, мәҙәниәт, мәғариф хеҙмәткәрҙәре, предприятиелар һәм ойошмалар коллективтары ҡатнашты.
1 975
Башҡортостан аграрийҙары 3,1 миллион тонна иген йыйҙы
Башҡортостан аграрийҙары 3 миллион 100 мең тонна бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы культуралар йыйып алған. Эш майҙандарҙың 79 процентында тамамланған. Уңыш ярайһы уҡ яҡшы-гектарынан уртаса 28 центнер. Бер юлы майлы культуралар ҙа урыла. Йөҙ мең гектарҙан 170 мең тонна майлы уңыш тупланған. Ырҙын табаҡтарында ашлыҡты ҡышҡылыҡҡа әҙерләү ҙә йылдам бара. Элеваторҙар иген таҙартыу һәм киптереү менән мәшғүл. Нерал хужалығының Шишмә районындағы элеваторы эшмәкәрлеге тураһында киләһе яҙмала.
1 975
«Берҙәм Рәсәй» партияһы Башҡортостанда йәш депутаттарҙы уҡытыу программаһын башланы
Проект 14 сентябрҙә үткән һайлау кампанияһы йомғаҡтары буйынса мандат алған 35 йәшкә тиклемге парламентарийҙарға иҫәпләнгән. Тәүге дәрестә депутаттарҙың остаздары булып юғары партия мәктәбе филиалы спикерҙары сығыш яһаны. Улар фекеренсә, иң мөһиме-матур һүҙ түгел, ә кешеләрҙең тормошон яҡшыртыусы реаль эш башҡарыу.
1 975
Өфөлә студенттар өсөн заманса кампус төҙөлә
Йәштәргә йәшәү, белем алыу һәм фән менән шөғөлләнеү өсөн заманса шарттар. Өфөлә Вуз-ара студенттар кампусының икенсе сиратына ярашлы, бер стилобат менән тоташҡан ете башня күтәрелә. Объект «Йәштәр һәм балалар» милли проектының «Заманса кампустар селтәрен булдырыу» федераль проекты буйынса төҙөлә.
1 975
Башҡортостанда 2 миллион 300 мең кеше спорт менән шөғөлләнә
2019 йылда физик культура менән даими шөғөлләнеүселәр 45 процент тәшкил итһә, әле был күрһәткес 62 процентҡа еткән. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «физик культура һәм спорт үҫеше» дәүләт программаһы үтәлешенә арналған хөкүмәт комиссияһы ултырышында белдерҙе.
1 975
Башҡортостанда йылытыу миҙгеле ҡыҫҡара
Метеорологтар күҙәтеүенә ярашлы, утыҙ йыл эсендә төбәктә 1,6 градусға йылыраҡ була башлаған. Уртаса тәүлек температураһы элеккегә ҡарағанда 6-8 көнгә һуңыраҡ түбән төшә. Өйҙәргә лә йылылыҡ ғәҙәттәгенән бер аҙнаға һуңыраҡ бирелә. 5 көн рәттән уртаса һауа температураһы +8 градустан түбән булһа, йылытыу миҙгеле башлана.
1 975
Өфөлә “Милләттәр крос”ында 3 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан
Йүгереү буйынса ярыштар 5 урында ойошторолдо. Үҙәк майҙан итеп “Ҡашҡаҙан” мәҙәниәт һәм ял паркы һайланды, тип белдәрәләр баш ҡала хакимиәтенән. Еңеүселәр һәм призер 2 километр арауыҡта билдәләнгән. Иң етеҙҙәргә Өфөнөң физик культура һәм спорт идаралығы миҙалдары һәм грамоталары тапшырылған.
1 975
Башҡортостанда “Уралым” йырына яңы клип төшөрөлдө
Проектта Башҡорт опера һәм балет театры солистары ҡатнаша. улар башҡорт костюмдарында сығыш яһай. Видеояҙма тамашасыны Урал тауҙарының сикһеҙ киңлектәренә алып китә. Клиптың премьераһын сентябрь аҙағында күрһәтеү көтөлә.
1 975
Ишембай районында тележурналист Уйылдан Ғәлин иҫтәлегенә волейбол буйынса турнир үтте
Хәтер сараһы Уйылдан Нурғәле улының тыуған ауылы Урман-Бишҡаҙаҡта ойошторолдо. Ҡатнашыусылар мәктәптә ойошторолған хәтер митингында ҡатнашты, Уйылдан Ғәлиндың тормош һәм хеҙмәт юлын сағылдырған фотоһүрәттәр күргәҙмәһен ҡараны. Туғандары, яҡындары, дуҫтары яҡты иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.
1 975
Өфөлә «Мисс Лимония» һәм сәскә композициялары конкурсы үтте
Өфөлә лимонлы күлдәктәр тәҡдим ителде. Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция барашында «Мисс Лимония» һәм сәскә композициялары конкурсы үтте. Сара Өфө лимонарийы ойошторолоуға 35 һәм Башҡортостандың беренсе урман хужалығы министры Марсель Абдуловтың тыуыуына 95 йыл тулыуға арналды.
1 975
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға ярҙам итеү өсөн хәйриә сараһы
Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейында көҙгө йәрминкә ойошторолдо. Унда белем усағының башланғыс класс уҡыусылары ҡатнашты. Балаларға ярҙамға ата-әсәләр ҙә ҡушылды, улар һатыу өсөн төрлө ҡамыр ризыҡтары әҙерләй, ҡулдан эшләнгән әйберҙәр килтерә. Муллыҡ байрамынан киләһе репортаж.
1 975
Өфөнөң Октябрь районында көҙгө уңыш йыйыуға арналған фестиваль үтте
«Ҡашҡаҙан» паркында уҙғарылған йәрминкәлә ауыл хужалығы тауарҙары, баҡсалағы йәшелсә, емеш-еләк, милли аш-һыу һатыуға сығарылды. Хәйриә сараһынан йыйылған аҡса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ебәреләсәк.
