БСТ | Яңылыҡтар
前往频道在 Telegram
1 968
订阅者
无数据24 小时
-27 天
-1630 天
帖子存档
1 968
Ҡариҙел районы Әтнәш ауылында табип амбулаторияһы асылды
Ул 17 ауыл халҡын хеҙмәтләндерә. Бында ашығыс ярҙам күрһәтелә, профилактик тикшереүҙәр уҙғарыла. Модулле бина заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Ошонда уҡ дарыухана асылған, тип хәбәр итәләр район хакимиәтенән. Быға тиклем Федоровка районында табип амбулаторияһы эш башланы. Медицина учреждениелары "Оҙайлы һәм әүҙем тормош" милли проекты буйынса төҙөлгән.
1 968
Өфөлә Яңы йыл байрамы биҙәктәре алына
Урамдарҙа, майҙансыҡтарҙа байрам алдынан ҡуйылған биҙәктәр, яҡтыртыу системаһын алыу буйынса эш дауам итә. Конгресс-холл яны, Орджоникидзе майҙаны, Ленин урамы һәм Октябрь проспекты матур итеп биҙәлгәйне. Биҙәү, яҡтыртыу элементтары киләһе байрамдарҙа ҡулланыласаҡ. Әйткәндәй, бөгөн ҡытай календары буйынса Яңы йыл билдәләнә.
1 968
Башҡортостанда һөт етештереү арта
Быйыл 51 мең тонна продукция әҙерләнгән. Уның 41 проценты биш районға - Саҡмағош, Ауырғазы, Илеш, Дүртөйлө һәм Стәрлетамаҡҡа тура килә. Быйыл һауым уҙған йылдың тәүге айынан 575 тоннаға күберәк, тип хәбәр итәләр Ауыл хужалығы министрлығынан. Башҡортостан предприятиелары уҙған йылда 786 мең тонна һөт етештергән. Республикала өс ҙур һөт фермаһы эшләй башланы.
1 968
Өфөлә “Шыршыны – тапсыҡтарға” акцияһы барышында 2 мең төп ылыҫлы ағас йыйылған
Был турала Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итәләр. Яңы йыл ағастарын утилләштереүгә килтергән кешеләргә мандарин таратылған. Акцияға ҡушылыусылар 110 килограмм емеш ашаған. Йыйылған шыршылар эшкәртелә. Ағас онтағы төҙөлөштә һәм мебель етештереүҙә ҡулланыла. Экологик акция 2019 йылдан башлап уҙғарыла. Ул ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүҙе популярлаштырырға тейеш, ти ойоштороусылар.
1 968
Өфөлә Флорид Бүләков иҫтәлегенә арналған хәтер кисәһе үтте
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Флорид Бүләков иҫтәлегенә арналған хәтер кисәһе үтте. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрына билдәле яҙыусылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, республика театрҙары коллективтары, Флорид Миңлемулла улының яҡындары һәм уның ижадын һөйөүселәр йыйылды
1 968
Өфөлә «Бетеү» ҡыҫҡа метражлы нәфис фильмы күрһәтелде.
Өфөләге Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында «Бетеү» ҡыҫҡа метражлы нәфис фильмы күрһәтелде. Кинокартина буйынса фекер алышыуҙа студенттар, сәнғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты. Фильм режиссеры һәм идея авторы - Руслан Юлтаев. «Бетеү» нигеҙендә ысын ваҡиғалар ята.
1 968
Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты яңы медицина ҡорамалдары менән тәьмин ителгән
Күреү һәләтен яҡшыртып. «Шәкәр диабеты менән көрәш» федераль проекты буйынса Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты яңы медицина ҡорамалдары менән тәьмин ителгән. Башҡортостан белгестәре яңы хирургик алымдар үҙләштереп, Рәсәйҙең башҡа төбәктәре офтальмология үҙәктәренә тәжрибә уртаҡлаша.
1 968
Белорет районында бүреләр өйөрө йорт малына һөжүм иткән
Инйәр ауылында йыртҡыстарҙан бер нисә ваҡ мал зыян күргән. Ваҡиға эҙемтәләрен урындағы хужабикәләрҙең береһе кеҫә телефонына төшөргән.
Һәләк булған кәзәләрен ҡатын иртән һарайға сыҡҡас күрә. Уның һүҙҙәренсә, бүреләр бер нәмә лә ҡалдырмаған.
1 968
Көндәрҙең ғәҙәттәгенән йылы тороуы юлдарҙың таушалыуына килтерә
Был осорҙа транспорт өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт көсөргәнешле режимда эшләй. Инспекторҙар юлдарҙа йөк машиналары, махсус техниканың ауырлығын тикшерә.
1 968
Һуңғы 5 йылда республикала ҡала сите поездары составы 70 процентҡа яңыртылған
Башҡортостанда илдә етештерелгән иң заманса электр поездарының бөтә сериялары ла йөрөй, тип маҡтанып әйтергә була. Киләсәктә республиканан яңы төбәктәргә тимер юл маршруттары булдырыу ҙа ҡаралған. Проект тормошҡа ашырылған саҡта, Өфө Волга буйы федераль округында иң ҙур транспорт үҙәгенә әйләнер, тип көтөлә.
1 968
Радий Хәбиров «Берҙәм Рәсәй» партияһы семинарында ҡатнашты
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Берҙәм Рәсәй» партияһы семинарында ҡатнашты. «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында үткән сара 280 партия ағзаһын берләштерҙе . Республика етәксеһе фекерҙәштәр менән аралашып 2025 йылға маҡсаттарҙы билдәләне. Әңгәмәлә социаль-иҡтисади һорауҙар, махсус хәрби операциянан ҡайтҡан ир-егеттәргә реабилитация үтергә ярҙам итеү , торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләрен хәл итеү кеүек мөһим йүнәлештәр күтәрелде.
1 968
Кушнаренко районы Иҫке Ғүмәр ауылында «Йырлайыҡ әле» конкурсы уҙҙы
«Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү» программаһы буйынса ойошторолған бәйге биш этаптан торҙо. Ҡатнашыусылар татар халыҡ, ретро һәм заман йырҙарын башҡарҙы. Композициялар тыуған илгә һөйөү, мөхәббәт һәм дуҫлыҡ темаларына арналғайны.
1 968
Туймазы районында «Локатор» ҡушаматлы яугир һәм уның кәләше Әҙиләнең никах тантанаһы үтте
Туймазы районының Төмәнәк ауылында «Локатор» ҡушаматлы яугир һәм уның кәләше Әҙиләнең никах тантанаһы үтте. «Локатор» ҡушаматлы яугир 22 йәштә. Алғы һыҙыҡҡа 2022 йылда, Рәсәй Ҡораллы көстәре сафында хеҙмәт иткәндән һуң, контракт буйынса юлланған.
1 968
Башҡортостандың МХО ветерандары ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса «Ватанды һаҡлаусылар кубогына» әҙерләнә
Башҡортостандың махсус хәрби операция ветерандары ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса «Ватанды һаҡлаусылар кубогына» әҙерләнә. Алғы һыҙыҡтан ҡайтҡан яҡташтарыбыҙҙың күбеһе спортҡа килеп, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҙур еңеүҙәргә ирешкән. Йыйылма командала 15 ветеран, улар Өфө һәм Күмертау ҡалаларындағы спорт объекттарында саңғыла йөрөү һәм башҡа уйындар буйынса күнекмәләр үтә. Күләмле ярышҡа килгәндә, быйыл ул мартта Ханты-Манси автономиялы округында уҙғарыла.
1 968
Баймаҡ районы Йомаш ауылы халҡы яугирҙарға ярҙам күрһәтә
Баймаҡ районы Йомаш ауылының «Һаҡмар» ирекмәндәр ойошмаһы хәрби операцияла ҡатнашҡан яүгирҙарға ярҙам күрһәтә. Уңған ҡатын-ҡыҙҙар аҙыҡ-түлек, тәү кәрәк-яраҡтар, бетеүҙәрҙән торған ылау әҙерләгән.
1 968
Берҙәм дәүләт имтихандарында ҡатнашыу өсөн ғаризаны 1 февралгә тиклем тапшырырға мөмкин
Өфөлә төбәктең Мәғариф һәм фән министры рәйеслегендә сығарылыш класс уҡыусыларының иң мөһим һынауын ойоштороуға арналған матбуғат-конференция үтте. Илдар Мәүлитбирҙин белдереүенсә, быйыл имтиханды тапшырыу тәртибендә ҡәтғи үҙгәрештәр юҡ. Бер предмет буйынса имтиханды ҡабаттан тапшырыу мөмкинлеге һаҡлана. Бынан тыш, юғары уҡыу йорттары абитуриенттарҙан өс түгел, ә дүрт имтихан талап итеүе ихтимал.
1 968
Тәтешлелә МХО яугиры ғаилә ҡорған
Махсус операцияла Тәтешле яугиры ялға ҡайтҡанда һөйгәненә тәҡдим яһаған, ә ошо көндәрҙә йәштәр район ЗАГС-ында сәстәрен-сәскә бәйләгән. Был хаҡта район район хакимиәтенән хәбәр итәләр.
1 968
Башҡортостан ҡыҙҙары һәм егеттәре Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәһен яҡшыртҡан
Былтыр сығарылыш уҡыусыларының 73 проценты һынау билдәләрен үҙгәртеүгә ирешкән. Улар икенсе тапҡыр имтихан тапшырыу мөмкинлеген файҙаланған. Берҙәм дәүләт имтиханында ҡатнашыу өсөн 1 февралгә тиклем ғариза бирергә кәрәк. 3 һәм 4 июль һынауҙарҙы ҡабаттан биреү көндәре булараҡ иғлан ителде. “Был мөмкинлек менән ҡулланыр алдынан ентекләп уйларға кәрәк. Сөнки тәүге һөҙөмтә юҡҡа сығарыла. Икенсе тапҡыр тапшырылған имтихан баһаһы ҡуйыла.
1 968
Февраль айынан балалар пособиеһы арта
Был турала Социаль фондтан хәбәр итәләр. 1 ғинуарҙан Рәсәйҙә йәшәү минимумы 15 процентҡа күтәрелде. Ул пособиеларға йоғонто яһай. Айлыҡ түләү суммаһы төбәккә ҡарап 1-2 мең һумға күтәрелә. Киләһе айҙан Рәсәйҙә 40-тан ашыу түләү, шул иҫәптән пенсия индексациялана.
1 968
Башҡортостанда шағир һәм мәғрифәтсе ҡәбере һаҡланған статус алды
Уларҙың тәүгеһе - Баймаҡ ҡалаһында яҙыусы Мирхәйҙәр Фәйзи ҡәбере. Икенсеһе Баймаҡ районы Муллаҡай ауылында мәғрифәтсе, дин һәм йәмәғәт эшмәкәре Ғабдулла Сәйетбатталов ерләнгән урын. Рәсми мәғлүмәттәр порталында урынлаштырылған документҡа ярашлы, һаҡланған объекттар янында капиталь төҙөлөш, ер эшкәртеү, мелиорация эштәре тыйыла.
