ch
Feedback

不要被骗子欺骗!Telemetrio 会找到并标记这些频道 👉 如果想查看标记,请订阅

БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

前往频道在 Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

显示更多
1 968
订阅者
无数据24 小时
-27 天
-1630 天
帖子存档
Парламент Белоретҡа “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” исемен биреүҙе хуплай Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Белорет фронтты тимер ме
Парламент Белоретҡа “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” исемен биреүҙе хуплай Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Белорет фронтты тимер менән тәьмин итә. “Бөйөк Еңеүгә ҙур өлөшө онотолмаҫҡа тейеш”, - тигән фекерҙә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Шамил Вәлиев. Белоретҡа “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” исемен биреү тураһында Белорет район Советы депутаттары ебәргән мөрәжәғәт иртәгә ҡарала. Был көндө парламентта пленар ултырыш үтә.

Башҡортостанда быйыл 244 километр юл ремонтлана Улар буйынса халыҡтан мөрәжәғәттәр күпләп ҡабул ителгән. Бының өсөн 7 миллиар
Башҡортостанда быйыл 244 километр юл ремонтлана Улар буйынса халыҡтан мөрәжәғәттәр күпләп ҡабул ителгән. Бының өсөн 7 миллиард һумға яҡын аҡса йүнәлтелә, тип белдерелде "Транспорт сәғәте" кәңәшмәһендә. Иң ҙур объекттарҙың береһе - Сибай-Аҡъяр юлы. Быйыл бында 36 километрҙа эштәр ҡаралған. Шулай уҡ Яңауыл менән Үрге Тәтешле араһында - 10 километр, Благовещен районында - 9, Хәйбулла районында - 7, Бөрйән районында 5 километр яңыртыла. Республикала үтә насар юлдар халыҡ мөрәжәғәттәре буйынса билдәләнә. Был программа Радий Хәбиров башланғысы менән ғәмәлгә ашырыла.

«Урал аръяғы йәмәғәт башланғыстары союзы» активистары уҙған йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны Ултырышта Башҡортостандан, Силәбе өлкәһенән, Ханты-Манси автономиялы округынан һәм илдең башҡа төбәктәренән хәйриәселәр ҡатнашты. Союз ағзалары төрлө йүнәлештәр буйынса эш һөҙөмтәләрен тикшерҙе, шулай ҙа төп иғтибар Ватан һағында торған яҡташтарға ярҙам итеүгә йүнәлтелде.

Ейәнсура районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Ира-Магнитогорск юлында «Land Rover» автомобиле водителе ҡаршы һыҙатҡа сығып, «Hyundai Solaris» менән бәрелешә. Авария һөҙөмтәһендә һуңғы иномарканың 32 йәшлек водителе ваҡиға урынында вафат була. Внедорожникҡа идара иткән 29 йәшлек ҡатын тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған. Фажиғәле осраҡ буйынса полиция хеҙмәткәрҙәре тикшереү үткәрә.

Башҡортостан яугирҙарының ижади мираҫы музейҙарға һәм китапханаларға тапшырыла Ижад аша Еңеүгә. «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың хәтирәләре, хикәйәләре һәм шиғырҙары менән өсөнсө йыйынтыҡ баҫтырҙы. Унда 58 авторҙың ижады менән танышырға мөмкин, араларында Башҡортостан яугирҙарының әҫәрҙәре лә бар. Автрҙар мөхәббәт, дуҫлыҡ, юғалтыу, һағыныу темаларын күтәрә. Республика Хәрби Дан музейында яңы йыйынтыҡтың презентацияһы үтте.

Беҙ еңербеҙ: фронт хаты тарихтың тере шаһиты булараҡ һаҡлана «Беҙ еңербеҙ... Бер үк борсолма, әсәй». Ҡыҙылармеец Сәлихйән Кайбышевтың ошондай юлдар менән яҙылған һуңғы хаты 83 йылдан һуң дәүләт һаҡлауына алынды. Туғандары теләге буйынса ул «Яңылыҡтар» хеҙмәтенең ижади төркөмө ярҙамында Республика Хәрби дан музейына тапшырылды.

Башҡортостан саперҙары махсус хәрби операция биләмәһендә хәрби бурыстарын үтәүҙе дауам итә Хәрбиҙәр һәм гуманитар колонналар өсөн юлдарҙы минанан таҙартыу, биләмәне тыныс тормош өсөн әҙерләү. Башҡортостан саперҙары махсус хәрби операция биләмәһендә хәрби бурыстарын үтәүҙе дауам итә. Киләһе сюжет ошондай инженер-штурмлау подразделениеларҙың береһенең командирына арналған. Һалдатты өйөндә ғаиләһе түҙемһеҙләнеп көтә.

Оборона министрлығы менән контракт төҙөүселәрҙең кредит буйынса бурысы ғәмәлдән сыға 2024 йылдың 1 декабренә тиклем Оборона министрлығы менән контракт төҙөүселәрҙең кредит буйынса бурысы ғәмәлдән сыға. Махсус хәрби операцияға барырға теләүселәр өсөн Өфөләге «Защитник» үҙәге көн һайын эшләй. Бында 45 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла көтәләр. Декабрь аҙағында Башҡортостан башлығы указы менән менән хәрбиҙәр өсөн бер тапҡыр бирелә торған түләү суммаһы артты.

Өфө ҡалаһы Волга буйы федераль округының иң ҙур транспорт үҙәге булыуы ихтимал Әле үк ҡала яны тимер юл транспортын үҫтереү динамикаһы буйынса Башҡортостан Рәсәйҙең алдынғы төбәктәре иҫәбенә инә. Республика башлығы Радий Хәбиров үткәргән «Транспорт сәғәте» кәңәшмәһендә ошо хаҡта һүҙ барҙы. Ҡатнашыусылар төбәк биләмәһендә тимер юл транспортын үҫтереү мөмкинлектәрен ентекле тикшерҙе. Һүҙ тәү сиратта юл инфраструктураһын, шулай уҡ составты яңыртыу хаҡында барҙы.

Яугирҙарға — тәмле күстәнәс Белорет районы Сәрмән ауылы уҡыусылары изге эшкә ҡушылған. Өлкән кластар мәктәп ашнаҡсылары менән
Яугирҙарға — тәмле күстәнәс Белорет районы Сәрмән ауылы уҡыусылары изге эшкә ҡушылған. Өлкән кластар мәктәп ашнаҡсылары менән бергә яугирҙарға күстәнәсәкә 25 ҡап тәмле сәк-сәк әҙерләгән. — Уҡыусылар ҡыуанып эшкә тотондо, үҙҙәренең аш-һыуға һәләтен һәм, әлбиттә, яугирҙарға ярҙам итеү теләген күрһәтте. Беҙҙең ил һаҡсылары сәк-сәкте ашап, өй йылыһын тойһон, — ти ашхана мөдире Фәнирә Шәйәхмәтова.

Республикала “Урман һаҡсыһы” видеокүҙәтеү системаһы киңәйтелә Урал аръяғы райондарына 10 камера урынлаштырыу ҡарала. Статисти
Республикала “Урман һаҡсыһы” видеокүҙәтеү системаһы киңәйтелә Урал аръяғы райондарына 10 камера урынлаштырыу ҡарала. Статистика буйынса иң күп янғын осраҡтары унда теркәлә. Благовещен районына бер камера ҡуйыла. Ҡоролма ут һәм төтөн сыҡҡан урынды теркәй, мәғлүмәтте идара итеү серверына тапшыра. Белгестәр тиҙ арала килеп етеп, янғынды һүндерә ала.

Башҡортостанда һалым түләү буйынса иң яуаплы муниципалитеттар аталды Милек һалымы буйынса иң яҡшы күрһәткестәр Күмертау, Ағиҙ
Башҡортостанда һалым түләү буйынса иң яуаплы муниципалитеттар аталды Милек һалымы буйынса иң яҡшы күрһәткестәр Күмертау, Ағиҙел, Стәрлетамаҡ ҡалаларында теркәлгән, тип хәбәр итәләр Һалым хеҙмәтенән. Шулай уҡ Балаҡатай, Яңауыл, Дүртөйлө райондары халҡы түләүгә яуаплы ҡараған. 2023 йыл өсөн Башҡортостан халҡына 6 миллиард 800 миллион һумлыҡ һалым һалынған.

Туймазы матрастары Рәсәйҙең яңы төбәктәрендә һатыласаҡ Донецк халыҡ республикаһының «Атлант» сауҙа компанияһы Башҡортостандың «Корона» предприятиеһы менән хеҙмәттәшлек итә. Бынан тыш, Туймазы матрастары Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәре баҙарына ла сыға. Сауҙа даирәһен киңәйтеү сәнәғәт кластерҙарына берләшеү һөҙөмтәһе. Тап ошо рәүешле импортты алмаштырыуға йүнәлтелгән эшмәкәрлек һөҙөмтәһе ике тапҡыр артып 380 миллиард һумдан ашып киткән.

Милли прививка календары буйынса һәр кешегә 12 йоғошло сиргә ҡаршы вакцина яһатырға кәрәк Вакцинация ниндәй ҙә булһа эпидемияға юл ҡуймаҫ өсөн мөһим. Әгәр прививкалар бала саҡта эшләнмәһә, вакцинация һәм ревакцинация өлкән йәштә лә рөхсәт ителә. Был ҡайһы бер вакциналарҙың милли календарға сағыштырмаса яңыраҡ индерелеүе менән бәйле, шулай уҡ ҡайһы бер миҙгел ауырыуҙарына иммунитет олоғая килә кәмей. Прививкалар графигын дауалаусы табиптан белешергә мөмкин.

Яугирҙарға — тәмле күстәнәс Белорет районы Сәрмән ауылы уҡыусылары изге эшкә ҡушылған. Өлкән кластар мәктәп ашнаҡсылары менән
Яугирҙарға — тәмле күстәнәс Белорет районы Сәрмән ауылы уҡыусылары изге эшкә ҡушылған. Өлкән кластар мәктәп ашнаҡсылары менән бергә яугирҙарға күстәнәсәкә 25 ҡап тәмле сәк-сәк әҙерләгән. — Уҡыусылар ҡыуанып эшкә тотондо, үҙҙәренең аш-һыуға һәләтен һәм, әлбиттә, яугирҙарға ярҙам итеү теләген күрһәтте. Беҙҙең ил һаҡсылары сәк-сәкте ашап, өй йылыһын тойһон, — ти ашхана мөдире Фәнирә Шәйәхмәтова.

Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы Рәсәй Хөкүмәте премияһына лайыҡ булды Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы 2024 йылда сифат күрһәткестәре буйынcа Рәсәй Хөкүмәте премияһына лайыҡ булды. Указға ил хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.

Радий Хәбиров «Уралсиб» банкы президенты һәм күҙәтеү советы рәйесе Евгений Коган менән осрашты Беҙҙең өсөн Башҡортостан - үҙебеҙҙең төбәк. Беҙ был хаҡта бер ҡасан да онотмайбыҙ. «Уралсиб» банкы президенты һәм күҙәтеү советы рәйесе Евгений Коган ошо турала белдерҙе. Радий Хәбиров менән осрашыуҙа ул яҡтар араһында стратегик партнерлыҡ тураһында мөҙҙәтһеҙ килешеү барлығын, уның төп маҡсаттар менән даими тулыландырылып тороуын билдәләне.

Башҡортостанда тағы бер табип амбулаторияһы асылды Ул Федоровка районы Дедов ауылында төҙөлдө. Учреждение 8 ауыл халҡын хеҙмә
Башҡортостанда тағы бер табип амбулаторияһы асылды Ул Федоровка районы Дедов ауылында төҙөлдө. Учреждение 8 ауыл халҡын хеҙмәтләндерә. Был турала район хакимиәтенән хәбәр итәләр. Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин белдереүенсә, Башҡортостан модулле ФАП һәм табип амбулаториялары төҙөлөшө буйынса илдә алдынғы төбәктәрҙең береһе булып тора.

Башҡортостанда прокуратура органдары тарафынан былтыр 92 мең закон боҙоу осрағы асыҡлаған Был турала Рәсәй генераль прокуроры урынбаҫары Николай Шишкин ҡатнашлығында үткән коллегия ултырышында иғлан ителде. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ведомство хеҙмәткәрҙәренә төбәктә башҡарылған күләмле эш өсөн рәхмәтен еткерҙе. Прокуратура хеҙмәткәрҙәре былтыр 368 миллион һум күләмендә граждандарға эш хаҡы буйынса түләнергә тейешле бурысты асыҡлаған.

Ғәзиз Манапов Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнде БР Хөкүмәте рәйесе Андрей
Ғәзиз Манапов Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнде БР Хөкүмәте рәйесе Андрей Назаров ошо хаҡтағы бойороҡҡа ҡул ҡуйған. Быға тиклем Ғәзиз Манапов Бөрйән районы башлығы вазифаһын башҡарҙы.