ru
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Открыть в Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Больше
2 019
Подписчики
Нет данных24 часа
-37 дней
-1030 день
Архив постов
Һуңғы 5 йылда республикала ҡала сите поездары составы 70 процентҡа яңыртылған Башҡортостанда илдә етештерелгән иң заманса электр поездарының бөтә сериялары ла йөрөй, тип маҡтанып әйтергә була. Киләсәктә республиканан яңы төбәктәргә тимер юл маршруттары булдырыу ҙа ҡаралған. Проект тормошҡа ашырылған саҡта, Өфө Волга буйы федераль округында иң ҙур транспорт үҙәгенә әйләнер, тип көтөлә.

Радий Хәбиров «Берҙәм Рәсәй» партияһы семинарында ҡатнашты Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Берҙәм Рәсәй» партияһы семинарында ҡатнашты. «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында үткән сара 280 партия ағзаһын берләштерҙе . Республика етәксеһе фекерҙәштәр менән аралашып 2025 йылға маҡсаттарҙы билдәләне. Әңгәмәлә социаль-иҡтисади һорауҙар, махсус хәрби операциянан ҡайтҡан ир-егеттәргә реабилитация үтергә ярҙам итеү , торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләрен хәл итеү кеүек мөһим йүнәлештәр күтәрелде.

Кушнаренко районы Иҫке Ғүмәр ауылында «Йырлайыҡ әле» конкурсы уҙҙы «Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү» программаһы буйынса ойошторолған бәйге биш этаптан торҙо. Ҡатнашыусылар татар халыҡ, ретро һәм заман йырҙарын башҡарҙы. Композициялар тыуған илгә һөйөү, мөхәббәт һәм дуҫлыҡ темаларына арналғайны.

Туймазы районында «Локатор» ҡушаматлы яугир һәм уның кәләше Әҙиләнең никах тантанаһы үтте Туймазы районының Төмәнәк ауылында «Локатор» ҡушаматлы яугир һәм уның кәләше Әҙиләнең никах тантанаһы үтте. «Локатор» ҡушаматлы яугир 22 йәштә. Алғы һыҙыҡҡа 2022 йылда, Рәсәй Ҡораллы көстәре сафында хеҙмәт иткәндән һуң, контракт буйынса юлланған.

Башҡортостандың МХО ветерандары ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса «Ватанды һаҡлаусылар кубогына» әҙерләнә Башҡортостандың махсус хәрби операция ветерандары ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса «Ватанды һаҡлаусылар кубогына» әҙерләнә. Алғы һыҙыҡтан ҡайтҡан яҡташтарыбыҙҙың күбеһе спортҡа килеп, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҙур еңеүҙәргә ирешкән. Йыйылма командала 15 ветеран, улар Өфө һәм Күмертау ҡалаларындағы спорт объекттарында саңғыла йөрөү һәм башҡа уйындар буйынса күнекмәләр үтә. Күләмле ярышҡа килгәндә, быйыл ул мартта Ханты-Манси автономиялы округында уҙғарыла.

Баймаҡ районы Йомаш ауылы халҡы яугирҙарға ярҙам күрһәтә Баймаҡ районы Йомаш ауылының «Һаҡмар» ирекмәндәр ойошмаһы хәрби операцияла ҡатнашҡан яүгирҙарға ярҙам күрһәтә. Уңған ҡатын-ҡыҙҙар аҙыҡ-түлек, тәү кәрәк-яраҡтар, бетеүҙәрҙән торған ылау әҙерләгән.

Берҙәм дәүләт имтихандарында ҡатнашыу өсөн ғаризаны 1 февралгә тиклем тапшырырға мөмкин Өфөлә төбәктең Мәғариф һәм фән министры рәйеслегендә сығарылыш класс уҡыусыларының иң мөһим һынауын ойоштороуға арналған матбуғат-конференция үтте. Илдар Мәүлитбирҙин белдереүенсә, быйыл имтиханды тапшырыу тәртибендә ҡәтғи үҙгәрештәр юҡ. Бер предмет буйынса имтиханды ҡабаттан тапшырыу мөмкинлеге һаҡлана. Бынан тыш, юғары уҡыу йорттары абитуриенттарҙан өс түгел, ә дүрт имтихан талап итеүе ихтимал.

Тәтешлелә МХО яугиры ғаилә ҡорған Махсус операцияла Тәтешле яугиры ялға ҡайтҡанда һөйгәненә тәҡдим яһаған, ә ошо көндәрҙә йәш
Тәтешлелә МХО яугиры ғаилә ҡорған Махсус операцияла Тәтешле яугиры ялға ҡайтҡанда һөйгәненә тәҡдим яһаған, ә ошо көндәрҙә йәштәр район ЗАГС-ында сәстәрен-сәскә бәйләгән. Был хаҡта район район хакимиәтенән хәбәр итәләр.

Башҡортостан ҡыҙҙары һәм егеттәре Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәһен яҡшыртҡан Былтыр сығарылыш уҡыусыларының 73 проценты һ
Башҡортостан ҡыҙҙары һәм егеттәре Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәһен яҡшыртҡан Былтыр сығарылыш уҡыусыларының 73 проценты һынау билдәләрен үҙгәртеүгә ирешкән. Улар икенсе тапҡыр имтихан тапшырыу мөмкинлеген файҙаланған. Берҙәм дәүләт имтиханында ҡатнашыу өсөн 1 февралгә тиклем ғариза бирергә кәрәк. 3 һәм 4 июль һынауҙарҙы ҡабаттан биреү көндәре булараҡ иғлан ителде. “Был мөмкинлек менән ҡулланыр алдынан ентекләп уйларға кәрәк. Сөнки тәүге һөҙөмтә юҡҡа сығарыла. Икенсе тапҡыр тапшырылған имтихан баһаһы ҡуйыла.

Февраль айынан балалар пособиеһы арта Был турала Социаль фондтан хәбәр итәләр. 1 ғинуарҙан Рәсәйҙә йәшәү минимумы 15 процентҡ
Февраль айынан балалар пособиеһы арта Был турала Социаль фондтан хәбәр итәләр. 1 ғинуарҙан Рәсәйҙә йәшәү минимумы 15 процентҡа күтәрелде. Ул пособиеларға йоғонто яһай. Айлыҡ түләү суммаһы төбәккә ҡарап 1-2 мең һумға күтәрелә. Киләһе айҙан Рәсәйҙә 40-тан ашыу түләү, шул иҫәптән пенсия индексациялана.

Башҡортостанда шағир һәм мәғрифәтсе ҡәбере һаҡланған статус алды Уларҙың тәүгеһе - Баймаҡ ҡалаһында яҙыусы Мирхәйҙәр Фәйзи ҡә
Башҡортостанда шағир һәм мәғрифәтсе ҡәбере һаҡланған статус алды Уларҙың тәүгеһе - Баймаҡ ҡалаһында яҙыусы Мирхәйҙәр Фәйзи ҡәбере. Икенсеһе Баймаҡ районы Муллаҡай ауылында мәғрифәтсе, дин һәм йәмәғәт эшмәкәре Ғабдулла Сәйетбатталов ерләнгән урын. Рәсми мәғлүмәттәр порталында урынлаштырылған документҡа ярашлы, һаҡланған объекттар янында капиталь төҙөлөш, ер эшкәртеү, мелиорация эштәре тыйыла.

Парламент Белоретҡа “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” исемен биреүҙе хуплай Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Белорет фронтты тимер ме
Парламент Белоретҡа “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” исемен биреүҙе хуплай Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Белорет фронтты тимер менән тәьмин итә. “Бөйөк Еңеүгә ҙур өлөшө онотолмаҫҡа тейеш”, - тигән фекерҙә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Шамил Вәлиев. Белоретҡа “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” исемен биреү тураһында Белорет район Советы депутаттары ебәргән мөрәжәғәт иртәгә ҡарала. Был көндө парламентта пленар ултырыш үтә.

Башҡортостанда быйыл 244 километр юл ремонтлана Улар буйынса халыҡтан мөрәжәғәттәр күпләп ҡабул ителгән. Бының өсөн 7 миллиар
Башҡортостанда быйыл 244 километр юл ремонтлана Улар буйынса халыҡтан мөрәжәғәттәр күпләп ҡабул ителгән. Бының өсөн 7 миллиард һумға яҡын аҡса йүнәлтелә, тип белдерелде "Транспорт сәғәте" кәңәшмәһендә. Иң ҙур объекттарҙың береһе - Сибай-Аҡъяр юлы. Быйыл бында 36 километрҙа эштәр ҡаралған. Шулай уҡ Яңауыл менән Үрге Тәтешле араһында - 10 километр, Благовещен районында - 9, Хәйбулла районында - 7, Бөрйән районында 5 километр яңыртыла. Республикала үтә насар юлдар халыҡ мөрәжәғәттәре буйынса билдәләнә. Был программа Радий Хәбиров башланғысы менән ғәмәлгә ашырыла.

«Урал аръяғы йәмәғәт башланғыстары союзы» активистары уҙған йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны Ултырышта Башҡортостандан, Силәбе өлкәһенән, Ханты-Манси автономиялы округынан һәм илдең башҡа төбәктәренән хәйриәселәр ҡатнашты. Союз ағзалары төрлө йүнәлештәр буйынса эш һөҙөмтәләрен тикшерҙе, шулай ҙа төп иғтибар Ватан һағында торған яҡташтарға ярҙам итеүгә йүнәлтелде.

Ейәнсура районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Ира-Магнитогорск юлында «Land Rover» автомобиле водителе ҡаршы һыҙатҡа сығып, «Hyundai Solaris» менән бәрелешә. Авария һөҙөмтәһендә һуңғы иномарканың 32 йәшлек водителе ваҡиға урынында вафат була. Внедорожникҡа идара иткән 29 йәшлек ҡатын тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған. Фажиғәле осраҡ буйынса полиция хеҙмәткәрҙәре тикшереү үткәрә.

Башҡортостан яугирҙарының ижади мираҫы музейҙарға һәм китапханаларға тапшырыла Ижад аша Еңеүгә. «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың хәтирәләре, хикәйәләре һәм шиғырҙары менән өсөнсө йыйынтыҡ баҫтырҙы. Унда 58 авторҙың ижады менән танышырға мөмкин, араларында Башҡортостан яугирҙарының әҫәрҙәре лә бар. Автрҙар мөхәббәт, дуҫлыҡ, юғалтыу, һағыныу темаларын күтәрә. Республика Хәрби Дан музейында яңы йыйынтыҡтың презентацияһы үтте.

Беҙ еңербеҙ: фронт хаты тарихтың тере шаһиты булараҡ һаҡлана «Беҙ еңербеҙ... Бер үк борсолма, әсәй». Ҡыҙылармеец Сәлихйән Кайбышевтың ошондай юлдар менән яҙылған һуңғы хаты 83 йылдан һуң дәүләт һаҡлауына алынды. Туғандары теләге буйынса ул «Яңылыҡтар» хеҙмәтенең ижади төркөмө ярҙамында Республика Хәрби дан музейына тапшырылды.

Башҡортостан саперҙары махсус хәрби операция биләмәһендә хәрби бурыстарын үтәүҙе дауам итә Хәрбиҙәр һәм гуманитар колонналар өсөн юлдарҙы минанан таҙартыу, биләмәне тыныс тормош өсөн әҙерләү. Башҡортостан саперҙары махсус хәрби операция биләмәһендә хәрби бурыстарын үтәүҙе дауам итә. Киләһе сюжет ошондай инженер-штурмлау подразделениеларҙың береһенең командирына арналған. Һалдатты өйөндә ғаиләһе түҙемһеҙләнеп көтә.

Оборона министрлығы менән контракт төҙөүселәрҙең кредит буйынса бурысы ғәмәлдән сыға 2024 йылдың 1 декабренә тиклем Оборона министрлығы менән контракт төҙөүселәрҙең кредит буйынса бурысы ғәмәлдән сыға. Махсус хәрби операцияға барырға теләүселәр өсөн Өфөләге «Защитник» үҙәге көн һайын эшләй. Бында 45 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла көтәләр. Декабрь аҙағында Башҡортостан башлығы указы менән менән хәрбиҙәр өсөн бер тапҡыр бирелә торған түләү суммаһы артты.

Өфө ҡалаһы Волга буйы федераль округының иң ҙур транспорт үҙәге булыуы ихтимал Әле үк ҡала яны тимер юл транспортын үҫтереү динамикаһы буйынса Башҡортостан Рәсәйҙең алдынғы төбәктәре иҫәбенә инә. Республика башлығы Радий Хәбиров үткәргән «Транспорт сәғәте» кәңәшмәһендә ошо хаҡта һүҙ барҙы. Ҡатнашыусылар төбәк биләмәһендә тимер юл транспортын үҫтереү мөмкинлектәрен ентекле тикшерҙе. Һүҙ тәү сиратта юл инфраструктураһын, шулай уҡ составты яңыртыу хаҡында барҙы.