ch
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

前往频道在 Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

显示更多
1 982
订阅者
无数据24 小时
-27 天
-1330 天
帖子存档
Башҡортостан инвалидтарҙың йәшәү сифаты индексы буйынса иң яҡшы төбәктәрҙең береһе тип танылды Рейтинг мәғлүмәттәрен бөгөн Мәскәүҙә Стратегик башланғыстар агентлығы иғлан итте. Түңәрәк өҫтәлдә Рәсәй субъекттары етәкселәре инклюзив тәжрибәләр индереүҙең һөҙөмтәле төбәк тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Дискуссияны асып, Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшева инвалидтарҙың йәшәү сифаты индексын тәҡдим итте.

Рәсәй йыйылма командаһы билбау көрәше буйынса донъя кубогын яуланы Уның составында Башҡортостан вәкилдәре лә сығыш яһаны. Мәртәбәле ярышты Өфөнөң Көрәш һарайы ҡабул итте. Республиканың баш ҡалаһына Европа, Азия һәм Африканан 20 йыйылма команда йыйылды. Турнир билбау көрәше буйынса Бөтә донъя һәм Бөтә Рәсәй федерацияһын ойоштороусы Риф Ғәйнанов иҫтәлегенә арналды.

Стәрлебаш районының Әмир ауылында крайҙы өйрәнеү музейы барлыҡҡа килде Ул үҙәк урамдарҙың береһендә, революцияға тиклем мәсет урынлашҡан дүрт ҡатлы бинала асылды. Экспозицияны ошо ауылда тыуып үҫкән медицина фәндәре докторы, профессор Радмир Хәсәнов туплаған. Кәштәләрҙә совет осоро магнитофондарын, боронғо үтектәр,китаптар, самауыр өлгөләрен күрергә мөмкин. Музей хәрби тарих, СССР дәүере, тәбиғәт һәм һунар тематикаһына бүленгән.

Өфөлә 45 юнармеецҡа «Юнармия батырлығы» миҙалы тапшырылды Башҡортостан башлығы кәңәшсеһе Оскар Ситдиҡов уҡыусыларға «Юнармия батырлығы» миҙалын тапшырҙы. Награда уҡыуҙа һәм спортта уңыштары, ирекмәнлек эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашҡандары өсөн юнармия хәрәкәте уҡыусыларына тапшырыла. Улар араһында ҡатмарлы хәлдәрҙә аптырап ҡалмай кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарғандар ҙа бар.

Өфөлә Баймаҡ районының 95 йыллығы билдәләнде «Башҡортостан» дәүләт концерт залында ойошторолған байрамда муниципалитеттың ҡаҙаныштарына арналған күргәҙмә ойошторолдо. Йүнселдәр сувенир һәм ауыл хужалығы продукцияһын тәҡдим итте. Район халҡы махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ярҙам туплауҙа ла әүҙем ҡатнаша, экспозицияла маскировка селтәрҙәре, дронға ҡаршы юрғандар тәҡдим ителә.

Әбйәлил районында законһыҙ ағас ҡырҡыу осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы хәбәр итеүенсә, Шәрип ауылынан 39 йәшлек ир урмандан сығып барғанда туҡтатыла, уның транспорт сараһына бүрәнәләр тейәлгән була. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ғәйепләнеүсе рөхсәт ителгән 24 кубометр ағас урынына, 75 кубометр тәшкил иткән 29 төп ҡарағай ҡырҡып ала.

Өфөлә «Үҙ бизнесым» программаһы йомғаҡланды Өфөлә хәрби хәрәкәттәр ветерандары, махсус хәрби операция ҡатнашыусылары һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн «Үҙ бизнесым» тип исемләнгән мәғариф программаһын ябыу тантанаһы үтте. Граждандарға үҙ эшен асыуҙа булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән проект Рәсәйҙең 29 төбәгендә тормошҡа ашырылған. Биш көн дауамында 30-ҙан ашыу кеше эксперттарҙан консультация алды, эшҡыуарҙарға ярҙам итеү, финанс планлаштырыу нигеҙҙәре менән танышты.

Ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң бер төркөм яугирҙар махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды «Өфө-Арена» комплексы алдындағы майҙанда хәрбиҙәрҙе оҙатыу тантанаһы үтте. Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов ҡаһарман яҡташтарыбыҙ алдында сығыш яһап, ватандаштарыбыҙ исеменән рәхмәтен белдерҙе, еңеү менән ҡайтыуҙарын теләне.

Быйыл Саҡмағош районынан механизатор Мәсғүт Зыяҡаев 22 мең центнерға яҡын иген һуғып алған Был күрһәткес менән ул йыл һайын үткәрелгән республика конкурсы еңеүселәренең береһе тип танылды. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Һоҡланғыс кешеләр тормошо» рубрикаһының сираттағы сығарылышын хеҙмәт алдынғыһына бағышланы. Мәсғүт Мәүләуи улы 38 йыл дауамында һайлаған һөнәренә тоғролоҡ күрһәтә.

Башҡортостанда “Шыршы” операцияһы үтә Яңы йыл алдынан профилактик сара даими уҙа. Уның барышында ылыҫлы ағастарҙы рөхсәтһеҙ ҡ
Башҡортостанда “Шыршы” операцияһы үтә Яңы йыл алдынан профилактик сара даими уҙа. Уның барышында ылыҫлы ағастарҙы рөхсәтһеҙ ҡырҡыу осраҡтары асыҡлана. Бының өсөн 8 ғинуарға тиклем полиция һәм урман хужалыҡтары ҡатнашлығында рейдтар ойошторола. Рөхсәтһеҙ шыршы йәки ҡарағай ҡырҡҡан өсөн ябай кешеләргә 5 мең һумғаса штраф һалына. Тәбиғәткә ҙур зыян килтерелһә, енәйәт эше ҡуҙғатыла.

Өфө халҡы урамдарға исем биреүҙә ҡатнаша ала Ҡала хакимиәтенең Архитектура һәм төҙөлөш идаралығынан белдереүҙәренсә, Ленин ра
Өфө халҡы урамдарға исем биреүҙә ҡатнаша ала Ҡала хакимиәтенең Архитектура һәм төҙөлөш идаралығынан белдереүҙәренсә, Ленин районындағы яңы урамға Башҡортостандың халыҡ шағиры Факиһа Туғыҙбаеваның исеме тәҡдим ителә. Технологик урамын “Технологик тыҡырыҡ” атамаһына алмаштырыу ҡарала. Технологик тигән исемде Дим районындағы яңы урамға биреү планлаштырыла. Фекерҙәр 3 декабргә тиклем туплана.

Башҡортостанда мөһим социаль объекттар төҙөлә Урал аръяғында ике дауахана һәм бер мәктәп һалына. Әбйәлил районы үҙәгендә Үҙәк
Башҡортостанда мөһим социаль объекттар төҙөлә Урал аръяғында ике дауахана һәм бер мәктәп һалына. Әбйәлил районы үҙәгендә Үҙәк район дауаханаһының балалар бүлеге, Учалыла балалар поликлиникаһы сафҡа индерелә. Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры Рөстәм Ғәзизов эш барышы менән танышты. Ул төҙөлөштө тиҙләтергә, объектҡа өҫтәмә эшселәр йәлеп итергә ҡушты. “Учреждениелар ваҡытында файҙаланыуға тапшырылырға тейеш”, -тине ул. Асҡар мәктәбе 640 урынға иҫәпләнә. Ул балалар баҡсаһы менән бер ҡыйыҡ аҫтында була. Бина Көнсығыш-1 биҫтәһендә урынлашҡан. Бөгөн Благовещен һәм Яңауылда балалар поликлиникаһы, Асҡын һәм Баҡалыла өлкәндәр өсөн поликлиника төҙөлә.

Бөтә Рәсәй “Урманды һаҡлайыҡ” акцияһына йомғаҡ яһалды Унда илдең 86 төбәге ҡатнашҡан. 68 миллиондан ашыу ағас ултыртылған. Ак
Бөтә Рәсәй “Урманды һаҡлайыҡ” акцияһына йомғаҡ яһалды Унда илдең 86 төбәге ҡатнашҡан. 68 миллиондан ашыу ағас ултыртылған. Акцияны ойоштороу комитетынан белдереүҙәренсә, Башҡортостан, Татарстан, Алтай крайы, Кемеров һәм Иркутск өлкәләре иң әүҙем төбәктәр. “Масштаблы өмә өсөнсө тапҡыр ойошторолдо. Унда 1 миллиондан ашыу кеше ҡатнашты. Быйыл 70 миллион төп ағас ултыртыу маҡсаты ҡуйылды. Ноябрь аҙағы, декабрь башына тиклем планды үтәү ниәте бар”, - тип белдерәләр Федераль урман хужалығы агентлығынан.

Сөн йылғаһы аша һалынған күпер төҙөкләндерелә Төҙөүселәр Баҡалы районы Ҡамышлытамаҡ ауылындағы объекттың ағас терәүҙәрен, юл
Сөн йылғаһы аша һалынған күпер төҙөкләндерелә Төҙөүселәр Баҡалы районы Ҡамышлытамаҡ ауылындағы объекттың ағас терәүҙәрен, юл плитәһен алмаштыра. “Эштең беренсе этабын ике аҙна эсендә тамамлау ҡарала”, - тип белдерҙе район хакимиәте башлығы Олег Ефимов. Ремонттың икенсе өлөшөндә асфальт түшәү, юл кәртәләрен яңыртыу планлаштырыла. Был эш киләһе йылдың май-июль айҙарында башҡарылырға тейеш. Төҙөкләндереү осоронда халыҡ урау юлдан йөрөй.

Башҡортостанда Бөтә донъя юғары мәктәп уҡытыусыһы көнөн билдәләнеләр Был аҙнала 19 ноябрҙә Бөтә донъя юғары мәктәп уҡытыусыһы көнө лә билдәләнде. Тап остаздар көсө менән республика киләсәге формалаша. Башҡортостан вуздарында бөгөн дүрт мең ярымға яҡын хеҙмәткәр эшләй, уларҙың яртыһы - фән докторҙары һәм кандидаттары. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин ғилми тикшеренеүҙәр менән яҡшы таныш, сираттағы әңгәмәһендә ул Вуз-ара кампустың Йәштәр лабораторияһында эшләгән алдынғы ҡарашлы замандашыбыҙ менән таныштыра

«Беҙ бергә» ирекмәндәре яугирҙар өсөн йылы кейемдәр тегеүҙе дауам итә Тегеү-бәйләү ғәскәрҙәре һәр ваҡыт сафта. «Беҙ бергә» ирекмәндәр үҙәге махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн етештерелгән әйберҙәр күләмен арттыра. Ентекләберәк, киләһе яҙмала.

Өфөлә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар түңәрәк өҫтәл артында фекер алышты «Героинялар дәүере» проектында ҡатнашыусы гүзәл заттар белгестәр менән аралашып, көсөргәнешкә ҡаршы тороу, һынауҙарға ҡаршы тороу кеүек мәсьәләләрҙе тикшерҙе. Хәбәрһеҙ юғалған яугирҙарҙың ғаилә ағзалары, яҡындарын алғы һыҙыҡта юғалтҡан ҡатын-ҡыҙҙар үҙ-ара аралашып, ирекмәндәр проеҡттарына ҡушылды. Видеобәйләнеш аша үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап алды.

Өфөлә халыҡ-ара Милли педагогик форум үтте Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ойошторған сара үҙ эсенә 10-дан ашыу конференция, осрашыу һәм түңәрәк өҫтәлде күҙ уңында тота. Форумдың иң абруйлы конференцияһы иҫәпләнгән «Аҡмулла уҡыуҙары» быйыл башҡорт телен донъя кимәленә сығарған шәхестәр Марат Зәйнуллин, Зиннур Ураҡсин һәм Данис Тикеевтың ғилми-педагогик эшмәкәрлегенә арналды.

Өфөлә Рөстәм Шәрипов исемендәге асыҡ республика ҡурайсылар конкурсы үтте 35 йәшкә тиклемгеләр араһында ойошторолған бәйге быйыл өсөнсө тапҡыр ойошторолдо. Йәштәр араһында милли музыка ҡоралында уйнау традицияларын үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйған конкурс шарттарына ярашлы, ҡурайсылар ике көй уйнап ишеттерҙе.

«Юлдаш» һәм «Спутник ФМ»-«Радиомания» премияһында еңеүсе Тантана кисә Мәскәүҙә үтте. «Яңылыҡтар» номинацияһында Спутник ФМ радиоһының «Көн йомғаҡтары» мәғлүмәт сығарылышы, ә «Эфирҙан тыш проект» номинацияһында «Ҡабаҡ ҡабул итеү пункты» акцияһы еңеү яуланы. Милли премияға «Юлдаш»тар ҙа лайыҡ булды. Коллегаларыбыҙға «Яратам тип әйтеп өлгөрөгөҙ!» проекты өсөн махсус приз тапшырылды.