БСТ | Яңылыҡтар
الذهاب إلى القناة على Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
إظهار المزيد2 026
المشتركون
-124 ساعات
-27 أيام
-630 أيام
أرشيف المشاركات
2 026
Башҡортостанда “Шыршы” операцияһы үтә
Яңы йыл алдынан профилактик сара даими уҙа. Уның барышында ылыҫлы ағастарҙы рөхсәтһеҙ ҡырҡыу осраҡтары асыҡлана. Бының өсөн 8 ғинуарға тиклем полиция һәм урман хужалыҡтары ҡатнашлығында рейдтар ойошторола. Рөхсәтһеҙ шыршы йәки ҡарағай ҡырҡҡан өсөн ябай кешеләргә 5 мең һумғаса штраф һалына. Тәбиғәткә ҙур зыян килтерелһә, енәйәт эше ҡуҙғатыла.
2 026
Өфө халҡы урамдарға исем биреүҙә ҡатнаша ала
Ҡала хакимиәтенең Архитектура һәм төҙөлөш идаралығынан белдереүҙәренсә, Ленин районындағы яңы урамға Башҡортостандың халыҡ шағиры Факиһа Туғыҙбаеваның исеме тәҡдим ителә. Технологик урамын “Технологик тыҡырыҡ” атамаһына алмаштырыу ҡарала. Технологик тигән исемде Дим районындағы яңы урамға биреү планлаштырыла. Фекерҙәр 3 декабргә тиклем туплана.
2 026
Башҡортостанда мөһим социаль объекттар төҙөлә
Урал аръяғында ике дауахана һәм бер мәктәп һалына. Әбйәлил районы үҙәгендә Үҙәк район дауаханаһының балалар бүлеге, Учалыла балалар поликлиникаһы сафҡа индерелә. Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры Рөстәм Ғәзизов эш барышы менән танышты. Ул төҙөлөштө тиҙләтергә, объектҡа өҫтәмә эшселәр йәлеп итергә ҡушты. “Учреждениелар ваҡытында файҙаланыуға тапшырылырға тейеш”, -тине ул. Асҡар мәктәбе 640 урынға иҫәпләнә. Ул балалар баҡсаһы менән бер ҡыйыҡ аҫтында була. Бина Көнсығыш-1 биҫтәһендә урынлашҡан. Бөгөн Благовещен һәм Яңауылда балалар поликлиникаһы, Асҡын һәм Баҡалыла өлкәндәр өсөн поликлиника төҙөлә.
2 026
Бөтә Рәсәй “Урманды һаҡлайыҡ” акцияһына йомғаҡ яһалды
Унда илдең 86 төбәге ҡатнашҡан. 68 миллиондан ашыу ағас ултыртылған. Акцияны ойоштороу комитетынан белдереүҙәренсә, Башҡортостан, Татарстан, Алтай крайы, Кемеров һәм Иркутск өлкәләре иң әүҙем төбәктәр. “Масштаблы өмә өсөнсө тапҡыр ойошторолдо. Унда 1 миллиондан ашыу кеше ҡатнашты. Быйыл 70 миллион төп ағас ултыртыу маҡсаты ҡуйылды. Ноябрь аҙағы, декабрь башына тиклем планды үтәү ниәте бар”, - тип белдерәләр Федераль урман хужалығы агентлығынан.
2 026
Сөн йылғаһы аша һалынған күпер төҙөкләндерелә
Төҙөүселәр Баҡалы районы Ҡамышлытамаҡ ауылындағы объекттың ағас терәүҙәрен, юл плитәһен алмаштыра. “Эштең беренсе этабын ике аҙна эсендә тамамлау ҡарала”, - тип белдерҙе район хакимиәте башлығы Олег Ефимов. Ремонттың икенсе өлөшөндә асфальт түшәү, юл кәртәләрен яңыртыу планлаштырыла. Был эш киләһе йылдың май-июль айҙарында башҡарылырға тейеш. Төҙөкләндереү осоронда халыҡ урау юлдан йөрөй.
2 026
Башҡортостанда Бөтә донъя юғары мәктәп уҡытыусыһы көнөн билдәләнеләр
Был аҙнала 19 ноябрҙә Бөтә донъя юғары мәктәп уҡытыусыһы көнө лә билдәләнде. Тап остаздар көсө менән республика киләсәге формалаша. Башҡортостан вуздарында бөгөн дүрт мең ярымға яҡын хеҙмәткәр эшләй, уларҙың яртыһы - фән докторҙары һәм кандидаттары. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин ғилми тикшеренеүҙәр менән яҡшы таныш, сираттағы әңгәмәһендә ул Вуз-ара кампустың Йәштәр лабораторияһында эшләгән алдынғы ҡарашлы замандашыбыҙ менән таныштыра
2 026
«Беҙ бергә» ирекмәндәре яугирҙар өсөн йылы кейемдәр тегеүҙе дауам итә
Тегеү-бәйләү ғәскәрҙәре һәр ваҡыт сафта. «Беҙ бергә» ирекмәндәр үҙәге махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн етештерелгән әйберҙәр күләмен арттыра. Ентекләберәк, киләһе яҙмала.
2 026
Өфөлә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар түңәрәк өҫтәл артында фекер алышты
«Героинялар дәүере» проектында ҡатнашыусы гүзәл заттар белгестәр менән аралашып, көсөргәнешкә ҡаршы тороу, һынауҙарға ҡаршы тороу кеүек мәсьәләләрҙе тикшерҙе. Хәбәрһеҙ юғалған яугирҙарҙың ғаилә ағзалары, яҡындарын алғы һыҙыҡта юғалтҡан ҡатын-ҡыҙҙар үҙ-ара аралашып, ирекмәндәр проеҡттарына ҡушылды. Видеобәйләнеш аша үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап алды.
2 026
Өфөлә халыҡ-ара Милли педагогик форум үтте
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ойошторған сара үҙ эсенә 10-дан ашыу конференция, осрашыу һәм түңәрәк өҫтәлде күҙ уңында тота. Форумдың иң абруйлы конференцияһы иҫәпләнгән «Аҡмулла уҡыуҙары» быйыл башҡорт телен донъя кимәленә сығарған шәхестәр Марат Зәйнуллин, Зиннур Ураҡсин һәм Данис Тикеевтың ғилми-педагогик эшмәкәрлегенә арналды.
2 026
Өфөлә Рөстәм Шәрипов исемендәге асыҡ республика ҡурайсылар конкурсы үтте
35 йәшкә тиклемгеләр араһында ойошторолған бәйге быйыл өсөнсө тапҡыр ойошторолдо. Йәштәр араһында милли музыка ҡоралында уйнау традицияларын үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйған конкурс шарттарына ярашлы, ҡурайсылар ике көй уйнап ишеттерҙе.
2 026
«Юлдаш» һәм «Спутник ФМ»-«Радиомания» премияһында еңеүсе
Тантана кисә Мәскәүҙә үтте. «Яңылыҡтар» номинацияһында Спутник ФМ радиоһының «Көн йомғаҡтары» мәғлүмәт сығарылышы, ә «Эфирҙан тыш проект» номинацияһында «Ҡабаҡ ҡабул итеү пункты» акцияһы еңеү яуланы. Милли премияға «Юлдаш»тар ҙа лайыҡ булды. Коллегаларыбыҙға «Яратам тип әйтеп өлгөрөгөҙ!» проекты өсөн махсус приз тапшырылды.
2 026
Яңауылдың төҙөкләндереү проекты «Алтын Трезини-2025» премияһында еңеү яуланы
Яңауыл ҡалаһының йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү проекты «Алтын Трезини-2025» халыҡ-ара премияһында еңеп сыҡты. Был турала Радий Хәбиров социаль селтрҙәрендә хәбәр итте. Республика башлығы әйтеүенсә, өс йыл элек ошо уҡ конкурста Белорет ҡалаһының «Офоҡ аша атла» проекты еңеү яуланы.
2 026
Башҡортостан юлдаш телеканалында тиҙҙән «Матур фатир» проекты эфирға сыға
Проектта махсус хәрби операция ветерандарының 3 йәштән 14 йәшкәсә балалары ҡатнаша ала. Улар яугир атаһы тураһында һөйләп уны видеояҙма рәүешендә Башҡортостан юлдаш телевидениеһына «Минең атайым» конкурсына ебәрергә тейеш. Видеояҙмалар башҡорт һәм рус телдәрендә ҡабул ителә. Ун еңеүсе һайлап алынып улар йәшәгән фатирҙың бүлмәһендә ремонт яһаласаҡ. Проектта Өфө һәм Өфө районында йәшәүселәр ҡатнаша ала. Был-ремонт яһаясаҡ эшҡыуарҙарҙың талабы. Ғаризалар 28 ноябргә тиклем ҡабул ителә.
2 026
Милли музейҙа Яныбай Хамматовтың 100 йыллығына арналған уникаль күргәҙмә асылды
Тарихҡа табан алтын күпер. Ошо исем аҫтында бөгөн Башҡортостандың Милли музейында күренекле яҙыусы Яныбай Хамматовтың 100 йыллығына арналған күргәҙмә асылды. Экспозицияға әҙиптең шәхси әйберҙәре, халыҡ араһында билдәһеҙ фотоһүрәттәр, хатта, баҫтырылмаған романдар сығарылған.
2 026
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын эш урынында ҡаршылай
Бөгөн Ер шарының төрлө ҡитғаларында телевидение хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй. Был көн 29 йыл элек булдырылған. Хәҙерге ысынбарлыҡта тормошто зәңгәр экранһыҙ, төрлө йүнәлештәге тапшырыуҙарһыҙ һәм яңылыҡтарһыҙ күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Башҡортостан юлдаш телевидениеһында был өлкәлә йөҙҙәрсә кеше хеҙмәт итә. Ә яңылыҡтарҙа эшләүселәр һәр ваҡыттағыса һөнәри байрамын эш урынында билдәләй. Кадр артында ниҙәр бар?
2 026
Өфө ветерандары госпиталендә яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн шарттар тикшерелде
Өлгөлө дауахана: бында махсус хәрби операция яугирҙары ғына түгел, уларҙың туғандары ла дауалана. Был турала Рәсәй Геройы Владимир Сайбель белдерҙе. Махсус хәрби операция яугиры Өфөләге Республика һуғыш ветерандары клиник госпиталендәге булдырылған шарттар менән танышты.
2 026
Өфөлә «Рулгә ултырма, малай!» социаль кампанияға йомғаҡ яһалды
Проект балалар ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеүгә йүнәлтелгән. Профилактик акция барышында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ике меңдән ашыу үҫмерҙең рулгә ултырыуын асыҡлап, административ эш ҡуҙғатҡан. Быйыл питбайк һәм башҡа ике тәгәрмәсле транспорт сараларын һатып алыу 11 тапҡырға артҡан. Үҫмерҙәр һәм уларҙың ата-әсәләренең етерлек кимәлдә хәбәрҙар булмауы мөһим проблема булып тора, тиелде Дәүләт автоинспекцияһы ойошторған матбуғат конференцияһында.
2 026
Башҡортостанда файҙалы ҡаҙылмаларҙы законһыҙ сығарыу өсөн беренсе реаль хөкөм сығарылды
Файҙалы ҡаҙылмаларҙы законһыҙ сығарыу өсөн беренсе реаль хөкөм ҡарары. Экологик енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнеүселәр 9 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителде. Хөкөм ҡарарын Өфөнөң Киров районы суды сығарҙы. Ғәйепләнеүселәр 2019-2020 йылдарҙа Баймаҡ районында тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен тупаҫ боҙған файҙалы ҡаҙылмаларҙы законһыҙ сығарыуҙы ойоштора. Зыян күләме 68 миллиард һум менән баһалана.
2 026
Саҡмағош районы 95 йыллығын билдәләй
Бер быуатҡа яҡын юбилейын муниципалитет үҫеш юлында ҡаршылай. Әле ул ауыл хужалығы өлкәһендә алдынғы төбәктәрҙең береһе һанала. Ә уның тырыш халҡы һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, спорт һәм башҡа өлкәләрҙә уңыштарға өлгәшә. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
2 026
Башҡортостандан Ҡаҙағстанға 5 мең 800 баш юғары продуктив тоҡомло сусҡа оҙатыу планлаштырылған
Әлегә уларҙың тәүге партияһы барып еткән. Башҡорт ит компанияһынан хәбәр итеүҙәренсә, төрлө министрлыҡ-ведомстволар менән берлектә экспорт йүнәлешен йәнләндереү буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барылған. Производствола ҡулланылған алдынғы технологиялар ҙа үҙ һөҙөмтәһен бирә.
متاح الآن! بحث تيليغرام 2025 — أهم رؤى العام 
