ch
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

前往频道在 Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

显示更多
2 026
订阅者
-124 小时
-27
-630
帖子存档
Шишмә районында ауыл хужалығы эшсәндәренә яңы йорт асҡыстары тапшырылды «БашкирАгроинвест» предприятиеһында эшләүсе 12 ғаилә торлаҡлы булды. Йәрми ауылындағы комплекс артабан тағы ла киңәйтеләсәк. Урындағы халыҡ өсөн юлды төҙөкләнедереү ҙә күҙаллана. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Ауырғазы районында йәшәүсе оҫта тал сыбығынан үҙенсәлекле йыһаздар һәм сәнғәт әҫәрҙәре эшләй Ауырғазы районы Вязовка ауылында тал сыбыҡтарынан мөғжизәле йыһаздар тыуҙырыусы оҫта йәшәй. Алексей Спиридоновтың ижади эштәре йорттарҙы биҙәй.

Өфөлә яңы туристик локация асылды «Торатау» Конгресс-Холында урынлашҡан майҙансыҡта ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары башҡорт мәҙәниәте, сәнғәте һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте өлгөләре менән таныша ала. Шулай уҡ бында оҫталыҡ дәрестәрен дә ойоштороу ҡаралған.

Өфөнөң мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы йыл педагогы конкурсын асыу тантанаһы уҙҙы Бөгөн Өфөнөң мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы йыл педагогы конкурсын асыу тантанаһы уҙҙы. Һөнәри бәйгелә баш ҡалала эшләүсе 42 педагог ҡатнаша.

Өфө күҙ институтында күреүҙе тергеҙеүҙең яңы консерватив алымдары үҙләштерелә Күреү һәләтен тергеҙеүҙә заманса алымдар. Быйыл Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында пациенттарҙы консерватив юл менән дауалау ысулдары үҙләштерелә башлаған. Медицина учреждениеһында ҡулланылған терапия мөмкинлектәре һәм ауырыуҙарҙың тәьҫораттары тураһында репортаж.

Туймазыла ауыл хужалығы алдынғылары бүләкләнде Район тулайым продукция күләме буйынса республикала 4-се урында. «Родина» мәҙәниәт һарайында үткән тантанала ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары тәбрикләнде. Улар араһында «Ҡадир» хужалығы эшсәндәре лә бар. Ике йыл элек булдырылған ойошма бер нисә йүнәлеш буйынса үҫешә.

Стәрлебаш ирекмәндәре фронтҡа сираттағы гуманитар ылауҙы әҙерләй Тыуған яҡ үләндәренән бешерелгән сәй яугирҙары йылыта ла, рухландыра ла, ти Стәрлебаш районы Ҡабыҡыуыш ирекмәндәре. Ауыл халҡы ике йылдан ашыу фронтҡа ярҙам итеү менән шөғөлләнә. Маскировка селтәрҙәре үрә, аҙыҡ-түлек туплай. Сираттағы гуманитар ылау декабрҙә юлға сығасаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы артиллеристары һөнәри байрамын билдәләне Ракета ғәскәрҙәре һәм артиллерия көнөндә яуҙа батырлыҡ күрһәткән яугирҙар бүләкләнде. Байрам табынына тәмле былау бешерелде.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Мәскәүҙә студенттар менән осрашты Республикала тыуып үҫкән йәштәр менән аралашыу «Яҡташ» мәғариф форумы сиктәрендә ойошторолдо. Төбәк башлығы Радий Хәбиров яҡташтар менән аралашып, республикала һөнәри үҫеш мөмкинлектәре тураһында һөйләне.

Радий Хәбиров Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Ольга Любимова менән осрашты Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Ольга Любимова менән осрашты. Яҡтар төбәк өсөн әһәмиәтле бер нисә проектты тикшерҙе. Тәү сиратта Өфө дәүләт циркының яҙмышы. Киләһе йылда бинала ремонт башланыр тип көтөлә.

Радий Хәбиров Рәсәй Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Марат Хөснуллин менән осрашты Транспорт форумы сиктәрендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Марат Хөснуллин менән осрашты. Яҡтар республикала торлаҡ төҙөлөшөнә ҡағылышлы проекттар буйынса фекер алышты. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, ҡатмарлы иҡтисади шарттарға ҡарамаҫтан республикала торлаҡ йылдам төҙөлә.

Билдәле йырсы, йәмәғәт эшмәкәре, «Юлдаш» радиоһы продюсеры Илнур Рамазанов, үҙе әйтмешләй, «ауыр баласаҡ кисергән». Ысынмы-юҡмы? «Дуҫтар» проектының яңы сығарылышында белербеҙ! 21 ноябрь сәғәт 23:00 БСТ каналында!

35 йыл хеҙмәт: «Смерч» отряды республика именлеген һаҡлай 35 йыл закон һәм тәртип һағында. Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең махсус тәғәйенләнештәге «Смерч» отряды шунса ваҡыт республика халҡының тыныслығын яҡлай. Подразделениеның шәхси составы енәйәт-башҡарыу системаһы объекттарының хәүефһеҙлеген тәьмин итә, шул уҡ ваҡытта улар йыш ҡына хәрби бурыстарҙы ла үтәй.

Өфөнөң 69-cы белем биреү үҙәгендә Рөстәм Әхмәҙуллин иҫтәлегенә Герой партаһы асылды Өфөнөң 69-cы белем биреү үҙәгендә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугир Рөстәм Әхмәҙуллин иҫтәлегенә Герой партаһы асылды. Ҡаһарман яҡташыбыҙ мәктәпте тамамлағандан һуң, төҙөлөш өлкәһе буйынса урта һөнәри белем алған. Әрменән һуң Өфө предприятиеларында эшләгән. Мобилизацияның тәүге көндәренән үк Ватан һағына баҫҡан.

Стәрлетамаҡта яралы яугирҙарҙы госпиталгә алып барған поезд туҡтаны Санитар составтың ҡала аша үтәсәген урындағы халыҡ бер-береһенә хәбәр итә. Перронға меңдән ашыу кеше килә. Поезд тимер юл станцияһында туҡтағандан һуң, кешәләр пассажирҙарға йылы әйберҙәр, күстәнәстәр һәм посылкалар тапшыра. Ватанды һаҡлаусыларға килтерелгән әйберҙәр һаны шул тиклем күп була, яралыларҙы оҙатып барыусылар бөтә ярҙамды ла ҡабул итә алмай. Шуға ла гуманитар йөк перронда ҡабул ителә. Тупланған ылау һуңынан махсус хәрби операцила ҡатнашыусы яугирҙарға ебәрелә.

Хәйбулла районында хәрбиҙәр ғаиләләре өсөн ярҙам клубы эшләй Махсус операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү-дәүләтебеҙҙең өҫтөнлөклө бурысы. Хәйбулла районында был йүнәлештә ҙур эш алып барыла. Изге миссияға шулай уҡ бөтә ауыл биләмәләре, ойошмалар, битараф булмаған халыҡ һәм ирекмәндәр ҙә ҡушылған. Быйыл шулай уҡ төбәктә махсус хәрби операцияһында ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре өсөн клуб ойошторолған.

Дамир Тайыпов Шәйехзада Бабич премияһына тәҡдим ителде Мауыҡтырғыс һәм бәрхәт. Уның тауышы төбәктә иң танылғандарының береһе. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Дамир Тайыпов Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһына тәҡдим ителде. Бындай ноталарҙы алыу уға ауырлыҡ тыуҙырмай. Дамир Тайыпов бала сағынан тиерлек вокал менән шөғөлләнә. Ул Рәсәй һәм халыҡ-ара музыкаль конкурстарҙың даими ҡатнашыусыһы.

Ҡырғыҙ-Миәкәлә легендар Керчь аты хаҡында йәнһүрәт күрһәтелде Йәнһүрәт аша балалар тарихты өйрәнә. Ҡырғыҙ-Миәкә ауылының «Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто»нда «Керчь» ҡушаматлы легендар атҡа арналған мультипликация фильмының премьераһы үтте.

Баймаҡта «Еңеү ҡайтыр атай менән» китабының исем туйы үтте «Еңеү ҡайтыр атай менән». «Йәншишмә» гәзите хәбәрсеһе Зөһрә Хәкимованың махсус хәрби операция яугирҙарына арналған китабы шулай тип атала. Яңы баҫманың исем туйы Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында үтте.

Иглин районы фермеры Салауат Мостафин «Хезмәт итәм» премияһына дәғүә итә «Хеҙмәт итәм». Иглин районы Келәш ауылында эшләүсе фермер Салауат Мостафин «Хеҙмәт итәм» бөтә Рәсәй муниципаль премияһына дәғүә итә. Ул «Салауат янында» ирекмәндәр хәрәкәтен ойоштроусы. Эргәһенә ил азатлығы өсөн көрәшеүсе һалдаттарға тылдан ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер теләктәштәрҙе туплаған. Еңеүҙе яҡынайтыусы ирекмәндәр һәм уларҙың етәксеһе менән БЮТ ижади төркөмө лә осрашты. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.