ch
Feedback

不要被骗子欺骗!Telemetrio 会找到并标记这些频道 👉 如果想查看标记,请订阅

БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

前往频道在 Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

显示更多
1 953
订阅者
无数据24 小时
-47 天
-1230 天
帖子存档
Грипп менән ауырыусылар һаны артыуы декабрь-ғинуар айҙарында фаразлана Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәтенең республика и
Грипп менән ауырыусылар һаны артыуы декабрь-ғинуар айҙарында фаразлана Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәтенең республика идаралығы етәксеһе Анна Казак шулай тип белдерҙе. Уҙған миҙгелдә иһә ауырыусылар март айында күп булған. Халыҡ киҙеүҙән прививка эшләтә ала. Иммунитет нығынһын өсөн 3-4 аҙна талап ителә, - тине Анна Казак. Башҡортостанда икенсе аҙна рәттән һалҡын тейҙереп ауырыу осраҡтарының кәмеүе теркәлә.
17 10月 2025, 00:10

“Әй Йола” төркөмө башҡарыусылары телде һәм мәҙәниәтте һаҡлауға саҡыра Телде яҡшы белмәй, өндәрҙе яңылыш әйтә. "Әй Йола" төркөмө солисы Адель Шәйхетдиноваға төрлө тәңҡит һүҙҙәрен ишетергә тура килә. Уларға яуап итеп йәш йырсы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә "...телде белеү - ул өҫтөнлөк. Ҙур уңыш!" тип яҙған. Күптәр башҡарыусыны күтәреп алды.
16 10月 2025, 14:36

Шишмә районы Иҫке Ябалаҡлы ауылы халҡы фронт өсөн кәрәк-яраҡ әҙерләй Клубта селтәрҙәр, мәсеттә май шәмдәре , ә гаражда мейестәр. Шишмә районының Иҫке Ябалаҡлы ауылы халҡы махсус хәрби операцияға ярҙам итеү буйынса тотош бер кооперация ойошторған. Фронт кәрәк-яраҡтары әҙерләүгә һәр кем үҙ өлөшөн индерә. Нимә генә етештерһәләр ҙә уларҙы бер маҡсат берләштерә-яугирҙарға ярҙам итеү һәм Еңеүҙе яҡынайтыу.
16 10月 2025, 14:21

Башҡортостандың иң тәмле икмәге Ҡырмыҫҡалынан юл ала Өй икмәге һымаҡ. Ҡырмыҫҡалы икмәге тураһында һәр кемдән быны ишетергә тура килә. Күптәр яратып ашаған тәмле икмәк Ҡырмыҫҡалы районы үҙәгендә һәм Прибельский ауылындағы цехтарҙа бешерелә.
16 10月 2025, 14:06

Иң яҡшы юлсыларға дәүләт наградалары тапшырылды Бүләкләү тантанаһы яҡынлашып килгән Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан үтте. Юлдарҙа уңайлы шарттар һәм хәүефһеҙлек тәьмин итеү тап уларҙың хеҙмәтенә бәйле. Һуңғы йылдарҙа республикала ҙур инфраструктура объекттары төҙөлә - Көнсығыш сығыу юлы, М-12 автомагистрале, Ағиҙел йылғаһы аша аркалы күпер. Уларҙың һәр береһе артында юл хужалығы эшсәндәрәенең тырыш хеҙмәте тора.
16 10月 2025, 13:51

«Сәләмәт республика» акцияһы — төпкөлдәргә сифатлы медицина ярҙамы Төпкөлдә йәшәүселәргә - сифатлы медицина ярҙамы. Башҡортостанда етенсе йыл «Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк» проекты тормошҡа ашырыла. Ошо ваҡыт эсендә күсмә медина бригадалары ике мең ярымдан ашыу ауылда булып, халыҡты ҡабул иткән. Урындарҙа ауырыуҙарҙы диагностикалауҙан тыш, кеше ғүмерҙәрен дә ҡотҡарырға тура килгән - быйыл ғына ике кеше ашығыс рәүештә дауаханаға оҙатылған, бер пациент билдәләре беленмәгән миокард инфарктынан ҡотҡарылған. Акцияның республика өсөн әһәмиәте тураһында киләһе репортаж.
16 10月 2025, 13:36

Башҡортостан "Музей аҙналығы"на ҡушыла Ул 18 октябрҙән 24-енә тиклемдауам итә. Был көндәрҙә махсус хәрби операцияла ҡатнашыус
Башҡортостан "Музей аҙналығы"на ҡушыла Ул 18 октябрҙән 24-енә тиклемдауам итә. Был көндәрҙә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына музейға инеү бушлайбула. Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, осрашыуҙар, музей дәрестәре,лекциялар әҙерләнә, махсус хәрби операцияға бағышланған экспозицияларурынлаштырыла. Шулай уҡ патриотик фильмдар күрһәтеләсәк .
16 10月 2025, 07:22

Башҡортостанда ҡулланыусылар хоҡуҡтары яҡланған Беҙҙең республикала ил төбәктәре араһында төҙөлгән рейтингта беренсе урын алғ
Башҡортостанда ҡулланыусылар хоҡуҡтары яҡланған Беҙҙең республикала ил төбәктәре араһында төҙөлгән рейтингта беренсе урын алған. Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Азат Асҡаров белдереүенсә, ҡулланыусыларҙы хеҙмәтләндереү сифаты 65 күрһәткес буйынса баһаланған. 9 айҙа 600-гә яҡын ялыу ҡаралған. 6 миллион һумдан ашыу суммаға матди ярҙам ҡайтарып бирелгән. Рейтингта икенсе урында Татарстан, өсөнсөлә Белгород өлкәһе.
16 10月 2025, 07:22

Башҡортостанда йәшәүселәр иҡтисад буйынса диктант яҙҙы Быйылғы акция «Көслө иҡтисад-сәскә атҡан Рәсәй» девизы менән үтте. Майҙансыҡтарҙың береһе Өфө фән һәм технологиялар университетында ойошторолдо. Иҡтсади яҡтан үҙ белемен һынарға юғары һәм урта уҡыу йорттары студенттары менән бер рәттән бизнес-берләшмә һәм төбәктең төрлө ведомство вәкилдәре килде.
16 10月 2025, 06:46

Бөрйән районы юбилейы уңайынан байрам тантаналары уҙҙы Бөрйән районы ойошторолоуға 95 йыл. Күренекле дата уңайынан районда байрам тантаналары уҙҙы, хеҙмәт уңғандары тәбрикләнде. Теманың дауамы киләһе яҙмала.
16 10月 2025, 06:34

Ишембайҙа ирекмәндәр алғы һыҙыҡ яугирҙарына йылы кейемдәр әҙерләй «Йөрәк ҡушыуы буйынса». Ишембай ҡалаһы ирекмәндәре махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға йылы кейемдәр, махсус форма тегә. Хәрәкәткә йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә ҡушылған. Цехтағы эш менән беҙҙең ижади төркөм дә танышты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
16 10月 2025, 06:14

Баш ҡалала «Берҙәм Рәсәй» юғары партия мәктәбе филиалының өсөнсө семинары старт алды Уның эшендә Башҡортостан башлығы, «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Радий Хәбиров та ҡатнашты. Вуз-ара кампустың Геном үҙәге майҙансығында ойошторолған сарала «Партияның урындағы бүлексәләрендә депутаттар берләшмәләре эше һәм команда төҙөү» темаһы ҡарала.
16 10月 2025, 06:04

Өфө үҙәгендә йәштәр өсөн креатив кластер булдырыла Өфө үҙәгендә йәштәр өсөн креатив кластер барлыҡҡа киләсәк. Радий Хәбиров Башҡортостан ҡалаларында йәштәргә үҙ проекттары өҫтөндә эшләү өсөн тейешле мөхит кәрәклеген белдерҙе. Гастрономия, музыка, мода һәм креатив индустрияларҙың башҡа тармаҡтарын берләштереүсе биләмәләр Бөрө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында ла ойошторола. Был турала төбәк етәксеһе республиканың һөнәри колледж студенттары менән осрашыуҙа белдерҙе.
16 10月 2025, 05:51

Башҡортостандан 4 уҡыусы “Иң яҡшы хат дәресе” конкурсында еңгән Ярышта йыл һайын мәктәп уҡыусылары һәм педагогтар ҡатнаша. Ба
Башҡортостандан 4 уҡыусы “Иң яҡшы хат дәресе” конкурсында еңгән Ярышта йыл һайын мәктәп уҡыусылары һәм педагогтар ҡатнаша. Балалар тәҡдим ителгән темалар буйынса хат яҙа. Уҡытыусылар бындай дәрестәрҙе ойоштороу алымдарын күрһәтә. Бөтә Рәсәй конкурсында Борайҙағы 2-се мәктәп уҡыусылары Динара Сәйетғәлиева һәм Илдан Шәйҙуллин, Республика дистанцион белем биреү үҙәгенән Владимир Михайлов һәм Бишбүләк районы Дим ауылы мәктәбенән Екатерина Калмыкова лауреат булған. Ярышта барлығы 46 уҡыусы һәм 6 педагог еңгән. Улар араһында Курск, Белгород һәм Херсон өлкәләре уҡыусылары ла бар.
16 10月 2025, 03:05

Быйыл республикала 1 миллион ярым сәйәхәтсе ял иткән Башҡортостан туристар һаны буйынса Волга буйы федераль округында 3-сө, Р
Быйыл республикала 1 миллион ярым сәйәхәтсе ял иткән Башҡортостан туристар һаны буйынса Волга буйы федераль округында 3-сө, Рәсәйҙә – 17-се урында тора. Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина ошо турала белдерҙе. Беҙгә йышыраҡ Силәбе, Ырымбур, Свердловск өлкәләренән, Удмурт һәм Татарстан республикаларынан киләләр. Башҡортостанды дауаланыу маҡсатында һайлаусылар бар. Быйыл майҙан алып августҡа тиклем шифаханаларҙа 80 мең кеше һаулығын нығытҡан. Туризм өлкәһендә күрһәтелгән түләүле хеҙмәттәр, былтырғы менән сағыштырғанда, 15 процентҡа артҡан. Сәйәхәтселәр күберәк фәнни-популяр, сәнәғәт, таулы, йәйәүле һәм йылға маршруттарын һайлай.
16 10月 2025, 02:59

Быйыл М-5, М-7 һәм Р-240 трассаларында 153 километр юл яңыртылған Республика юл хужалығы идаралығы менән берлектә Дүртөйлө һә
Быйыл М-5, М-7 һәм Р-240 трассаларында 153 километр юл яңыртылған Республика юл хужалығы идаралығы менән берлектә Дүртөйлө һәм Илеш райондарындағы юлдар тәртипкә килтерелгән. Улар М-12 трассаһын һалғанда зыян күргәйне. Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошо турала белдергән. “Республика биләмәһе аша 863 километр федераль трасса үтә. “Приуралье” автомобиль юлдары идаралығы уларҙы яҡшы хәлдә тоторға ярҙам итә. Өршәк, Ҡармасан, Саярыш һәм Ҡыуаш йылғаларындағы күперҙәр төҙөкләндерелде. 7 объектта эш дауам итә. Юл хәүефһеҙлегенә ҙур иғтибар бүленә. Йәйәүлеләр үткәүеле, кәртәләр ҡуйыла, яҡтыртыу системаһы урынлаштырыла. Был һөҙөмтә бирә. Федераль трассаларҙа юл-транспорт ваҡиғаларында һәләк булғандар кәмей”, - тип яҙған Радий Хәбиров.
16 10月 2025, 02:56

Өфөлө мәктәп уҡыусыһы «Киләсәк ғалимдары» халыҡ-ара конкурсы финалына сыҡты Мәктәп партаһынан уҡ етди ғилми проекттарға. Өфөнөң 119 сы мәктәбе 11 класс уҡыусыһы Рамаҙан Йәнбәтов «Пилотһыҙ системалар» номинацияһында «Киләсәк ғалимдары» абруйлы халыҡ-ара йәш тикшеренеүселәр конкурсында ҡатнашып финалға үтә. Яңы инновацион проекттар авторы һәм уның остазы менән беҙҙең ижади төркәм дә осрашты. Йәштәргә техник һөнәр һайлауҙа яңы алымдар хаҡында киләһе яҙмала.
15 10月 2025, 14:51

Баймаҡта «шайморатовсылар» сафы яңы уҡыусылар менән тулыланды Йәш шайморатовсылар-Башҡортостан киләсәге. Ошо көндәрҙә Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей-интернатының»шайморатовсылар«сафы яңы уҡыусылар менән тулыланды. Теманың дауамы киләһе яҙмала.
15 10月 2025, 14:36

Өфөлә «Ватан һаҡсыһы атаһы» миҙалы менән бүләкләү тантанаһы үтте Атайҙар көнө алдынан Колонналар залында «Ватан һаҡсыһы атаһы» йәмәғәт миҙалы менән бүләкләү тантанаһы үтте. Награда хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың аталарына тапшырылды. Ике махсус хәрби операция ветераны еңел автомобиль асҡысы алды. Шулай уҡ махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләренә «Батырлыҡ ордены»,«Ҡаһарманлыҡ өсөн»миҙалы, Генерал Шайморатов ордены тапшырылды.
15 10月 2025, 14:21

Тәфтиш комитеты Өфөлә ике кешенең ғүмерен өҙгән юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты Ҡот осҡос авария бөгөн иртәнсәк Новоженов урамы менән Өфө шоссеһы киҫелешендә теркәлде. Беренсе мәғлүмәттәр буйынса, ҡом тейәлгән «Шахман» машинаһы, светофор утына туҡтаған автомобилдәргә барып бәрелгән. Фажиғәгә төп сәбәп булып, тормоз системаһының сафтан сығыуы фаразлана.
15 10月 2025, 14:06