БСТ | Яңылыҡтар
Відкрити в Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Показати більше1 977
Підписники
Немає даних24 години
-47 днів
-1630 днів
Архів дописів
1 977
Радий Хәбиров Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Григорий Гуров менән осрашты
Яҡтар йәштәр сәйәсәтен үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе. Башҡортостан был өлкәлә интенсив һәм һөҙөмтәле эш алып бара. Республика йәштәр һаны буйынса Волга буйы федераль округында беренсе һәм Рәсәйҙә етенсе урынды биләй, тине Радий Хәбиров. Республика етәксеһе шулай уҡ тәрбиә һәм мәғрифәтселек эшен ойоштороу кәрәклегенә иғтибар итте.
1 977
Өфөлә тәүге профессиональ падел-турнирға старт бирелде
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән Рәсәй спорт министрының беренсе урынбаҫары Одес Байсолтанов республикала падел-спорт буйынса беренсе профессиональ турнирға старт бирҙе. Өфөлә яңы спорт төрө менән шөғөлләнеү өсөн клуб асылды. Шулай уҡ Өфөлә төҙөләсәк Өҫтәл теннисы үҙәгенә нигеҙ ташы һалынды.
1 977
Башҡортостанда спорт майҙансыҡтары асыуға старт бирелде
Башҡортостан спорттың күп төрҙәре буйынса илдең терәк төбәге иҫәпләнә. Республика 199 миҙал яулаған 76 Олимпия, паралимпия һәм сурдлимпия уйындары чемпионы һәм призеры менән ғорурлана. Был турала Радий Хәбиров Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы Физик культура һәм спортты үҫтереү мәсьәләләре буйынса совет ултырышында белдерҙе. Төбәк етәксеһе шулай уҡ видеобәйләнеш аша район-ҡалаларҙа 13 спорт майҙансығын асыуға старт бирҙе.
1 977
Башҡортостанда Республика көнө тантаналы рәүештә билдәләнде
11 октябрҙә Башҡортостандың төп дәүләт байрамы-Республика көнө билдәләнә. Төбәк башлығы Радий Хәбиров тарихи датаға арналған тантаналы йыйылышта ҡатнашып, республикала йәшәүселәрҙе байрам менән тәбрикләне. Сәхнәлә хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары тәбрикләнде.
1 977
Федоровка районының Бала Сытырман урта дөйөм белем биреү мәктәбе 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне
Сағыу гөлләмәләр, уҡытыусыға сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәре. Федоровка районының Бала Сытырман урта дөйөм белем биреү мәктәбе 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Тантаналы сара белем усағын төрлө йылдарҙа тамамлаусылар һәм педагогтарҙы осраштырҙы.
1 977
Өфөлә бер юлы ике ижади коллектив тамашасыға яңы йырҙарын тәҡдим итте
Республика көнө уңайынан «Хазина» этно-проекты менән «Тауыштар» вокал проекты композицияларының исем туйы үтте.
1 977
Республика көнө алдынан яҙыусылар менән журналистар осрашты
«Берҙәмлектә-көс» тип исемләнгән түңәрәк өҫтәл артындағы һөйләшеү яңыртылған Башҡортостан яҙыусылар союзы бинаһында үтте. Осрашыуҙа яҙыусылар, республиканың төп баҫмаларының баш мөхәррирҙәре, журналистар сығыш яһаны.
1 977
Махсус хәрби операция биләмәһе яугирҙары ҡурайҙы ташламай
Башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы уларға рухи көс бирә, яу ҡырында ла илһамландыра. Сихри моң-ул тыуған ергә, ата-бабалар тарихына тоташтырыусы бер сылбыр. Ҡулына ҡорал алған һалдаттар араһында ла ҡурайсылар бар. Шуларҙың береһе «Сәләх» ҡушаматлы яугир. Ул, ара-тирә тынлыҡ урынлашҡан мәлдәрҙә, ҡурайҙа уйнап, иптәштәренең күңелен күтәрә, тыуған яҡҡа һағышты баҫа. Ҡурай моңо яугирҙарға көс һәм дәрт өҫтәй, рухын нығыта.
1 977
Өфөлә ҡурайға арналған тәүге ҙур күргәҙмә эшен башланы
Башҡортостандың Милли музейында «Ҡурай-башҡорт халҡының йәне» тип исемләнгән беренсе күләмле күргәҙмә асылды. 8 тематик зонаға бүленгән экспонаттар араһында сәхнә костюмдары, һирәк осраған китаптар, нота баҫмаларын һәм архив фотоһүрәттәрҙе күрергә мөмкин.
1 977
Өфө студенттары үҙҙәре етештергән хуш еҫле шәмдәрҙе һатыуға сығарған
Тотош ил буйынса таралған продукция ассортиментында интерьер өсөн диффузорҙар, автопарфюм да бар. Үҙмәшғүл булараҡ теркәлгән йәштәр хаҡында репортаж.
1 977
Өфөлә «Үҫеш биләмәһе. Движ командаһы» проекты остаздары һәм лидерҙары осрашты
Быйыл «Үҫеш биләмәһе» үҙенең биш йыллығын билдәләй. Быға тиклем форум форматында үткән проект тулы ҡеүәттә 2021 йылда эшләй башлай. Әлеге ваҡытта «Үҫеш биләмәһе» республика буйлап 32 резиденцияны берләштерә. Уларҙың һәр береһендә йәштәр остаздары менән берлектә проекттар яҙа, төрлө конкурстарҙа ҡатнаша.
1 977
Республика көнөндә 80-нән ашыу хеҙмәт алдынғыһына дәүләт наградалары тапшырылды
Республика көнө уңайынан тырыш хеҙмәте менән дан ҡаҙанған, Башҡортостандың үҫешенә үҙ өлөшөн индергән төрлө тармаҡ белгестәренә дәүләт наградалары тапшырылды. Табиптар, ауыл хужалығы белгестәре, төҙөүселәр һәм уҡытыусылар, дәүләт эшмәкәрҙәре-барлығы һикһәндән ашыу кешенең хеҙмәте лайыҡлы баһаланды.
1 977
Республикала 30-ға яҡын колледжға документ тапшырырға була
Ҡабул итеү кампанияһы 25 ноябргә тиклем оҙайтылған. 9-сы класты тамамлаған ҡыҙҙар һәм егеттәр урта һөнәри белем алыу программаһы буйынса уҡырға инә ала. Быйыл республика колледждарында 24 меңдән ашыу бюджет урыны булдырылды. Мәғриф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, йыл һайын 30 мең сығарылыш уҡыусыһы колледжға уҡырға инә.
1 977
Башҡортосанда поликлиникааларҙың алдағы ялдарҙа эшләү тәртибе билдәләнде
Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә улар иртәнге 8-ҙән 5 кә тиклем халыҡты ҡабул итә. Байрам көндәрендә медицина учреждениеалры халыҡты тейешенсә хеҙмәтләндереүе өсөн препараттар менән тәьмин ителгән. Башҡортостанда Республика көнө билдәләү уңайынан өс көнлөк ял ҡаралған.
1 977
Тәбиғәткә сыҡҡанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онотмаҫҡа кәңәш итәләр
Алдағы ялдарҙа һауа шарттарының яҡшы булыуы көтөлә. Күптәр баҡсаға һәм тәбиғәткә сығып ял итергә тырыша. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус тәртип бөтөрөлдө. Әммә ут менән һаҡ эш итергә кәрәк. Ҡоро үлән һәм япраҡ тиҙ генә янып китә. Шуға усаҡ урынын дөрөҫ һайлау шарт. Шешлекте баҡса биләмәһендә, йорт ихатаһында ғына ҡурырға мөмкин, тип иҫкәртәләр ведомствонан.
1 977
Бөгөн Башҡортостанда ҡурай көнө билдәләнә
Был дата Республика башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса уҙған йылда булдырылды. Өфөлә республика дәүләт ҡурайсылар ансамбле барлыҡҡа килде. Коллектив бер йыл эсендә район һәм ҡалаларҙа, сит төбәктәрҙә 100-ҙән ашыу концерт тәҡдим итте.
Бөгөн Өфөлә Башҡортостан дәүләт Ҡурайсылар ансамбленең концерты уҙа. “Башҡортостан” дәүләт концерт залында ойошторолған сара 6 йәштән өлкән тамашасыға тәғәйенләнә.
1 977
Асҡын районы Иҫке Мутабаш ауылында фельдшер-акушер пункты асылды
Медицина учреждениеһы 250-нән ашыу кешене хеҙмәтләндерә. Яңы ФАПта ашығыс ярҙам күрһәтелә, профилактик тикшеренеүҙәр уҙғарыла. Панциенттарҙы фельдшер Рәйсә Ғәлимшина ҡабул итә. Республикала “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты тормошҡа ашырыла. Уға ярашлы быйыл 6 поликлиника тапшырыла, 9 объект төҙөкләндерелә, 134 модуль конструкцияһы сафҡа инә.
1 977
Өфөнән Рәмилә менән Динар Йомағужиндар алтын туйҙарын билдәләне
Ярты быуаттан ашыу ҡулға-ҡул тотоношоп. Бөгөн Өфөнән Рәмилә менән Динар Йомағужиндар алтын туйҙарын билдәләне. Тантаналы сара баш ҡаланың Киров ЗАГС-да үтте. Әйткәндәй, Рәмилә Йомағужина үҙе лә егерме йылдан ашыу Гражданлыҡ хәле акттарын теркәү идаралығында эшләһә, ә уның тормош иптәше Динар Ҡәнзәфәр «Юлдаш» радиоһында.
1 977
Баймаҡта «Ҡурайсылар төйәге» тип исемләнгән кисә үтте
10 октябрҙә Башҡортостандың иң сағыу символдарының береһенә арналған Ҡурай көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында «Ҡурайсылар төйәге» тип исемләнгән кисә үтте.
1 977
Башҡорт ҡурсаҡ театрында һуҡыр балалар өсөн «Красная шапочка» сәхнәләштерелде
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында «Уңайлы театр» проекты сиктәрендә һуҡыр һәм күреү һәләте насар балалар өсөн «Красная шапочка» спектакле ҡуйылды. Проектты театр «Рухиәт» автономиялы коммерция булмаған ойошма менән берлектә Президент гранттары Фонды ярҙамында тормошҡа ашыра.
