ch
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

前往频道在 Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

显示更多
2 026
订阅者
-124 小时
-27
-630
帖子存档
Өфөлә Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайҙың сираттағы 27-се пленар ултырышы үтте Уның эшендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Көн тәртибенә ярашлы, парламентарийҙар республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә ҡағылышлы 45 закон проектын ҡараны. Алдағы өс йылға республика бюджетын планлаштырыу, граждандар алдында социаль йөкләмәләрҙе үтәү, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү мәсьәләләре иғтибар үҙәгендә булды.

Башҡортостанда 30 ҡатын “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булды Республика Башлығы Радий Хәбиров күп балалы әсәләрҙе бүләкләү тура
Башҡортостанда 30 ҡатын “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булды Республика Башлығы Радий Хәбиров күп балалы әсәләрҙе бүләкләү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Бүләкләнеүселәр араһында республиканың 16 районынан, шулай уҡ Сибай һәм Өфө ҡалаларынан гүзәл заттар бар. Башҡортостанда “Әсәлек даны” миҙалы 1998 йылда булдырыла. Награда биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарға тапшырыла.

Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылында һыу үткәргес селтәрҙәре яңыртылды Эштәр “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты ярҙамында
Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылында һыу үткәргес селтәрҙәре яңыртылды Эштәр “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты ярҙамында башҡарылды. Заманса полиэтилен торбалар һалынған, тимер-бетон ҡоҙоҡ ҡаҙылған, янғын һүндереү өсөн һыу алыу ҡоролмаһы урынлаштырылған. Республика торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова белдереүенсә, Иҫәнғол ауылында йәшәүсе 8 меңгә яҡын кеше сифатлы эсәр һыу менән тәьмин ителәсәк.

Республикала 170-тән ашыу кеше утта һәләк булған Янғын башлыса торлаҡ йорттарҙа сыға. Фажиғәләрҙе иҫкәртеү маҡсатында белгест
Республикала 170-тән ашыу кеше утта һәләк булған Янғын башлыса торлаҡ йорттарҙа сыға. Фажиғәләрҙе иҫкәртеү маҡсатында белгестәр фатир һәм йорттарға янғын иҫкәртеү ҡоролмаһы ҡуйырға кәңәш итә. Быйыл Башҡортостанда 40 мең мини-сирена таратылған. Ул 15 категорияға ҡараған кешеләргә бушлай бирелә.

«Ватандаш» журналы Бәйләнештә селтәрендә уҙғарған фотоконкурсҡа йомғаҡ яһалды «Мостай беҙҙең менән» тип аталған фотоконкурсҡа республика төбәктәрендә йәшәүселәрҙән 100 фото килгән. Фотоһүрәттәрҙә-халыҡ шағиры мәктәптә уҡыусылар, иген баҫыуында ауыл эшсәндәре, институтта студенттар, йәш таланттар менән. Әлфиә Мостай ҡыҙы әйтеүенсә, әҙип йәш сағынан Башҡортостан буйлап йөрөргә, халыҡ араһында булырға яратҡан.

Өфөлә Абрар Ғабдрахмановтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе үтте Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостандың халыҡ артисы, композитор Абрар Ғабдрахмановтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе үтте.Билдәле сәхнә йондоҙҙары һәм композиторҙың яҡындары ҡатнашлығындағы моңло сара хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.

Белорет ҡалаһында «Башҡорт өйө» этномузейы асылды Ғаилә музейы билдәле эшҡыуар, йәмәғәт эшмәкәре һәм «Еңеү яулығы» республика акцияһы ойоштороусыһы Резеда Сәйҙәрованың яңы проекты. Музей экспонаттарын туплауҙа уға бөтә нәҫеле ярҙам иткән.

Өфөлә пенсионерҙар университеты аҡһаҡалдарға икенсе йәшлек бүләк итә Ҡартайырға ваҡыт юҡ. Өфөләге Өсөнсө быуын халыҡ университетында белем алыусылар телдәрҙе өйрәнә, физкультура менән шөғөлләнә, нейрогимнастика яһай. Хаҡлы ялдағылар өсөн 20-нән ашыу түңәрәк эшләй. Уларҙың ҡайһы берҙәре менән беҙҙең ижади төркөм танышты.

Башҡортостандың «Ҡайтыр» проекты халыҡ-ара телефестивалдә еңеү яуланы Башҡортостан юлдаш телеканалының «Ҡайтыр» проекты Мәскәүҙә XVII «Профессия-журналист» халыҡ-ара телефестивалендә еңеүсе тип танылды. Телефестивалдең ойоштороу комитетына 147 документаль фильм, репортаж, сюжет һәм телепрограмма ҡабул ителгән. Конкурсҡа үткән 23 эштең 6-һы еңеүсе тип табылған. Башҡортостан юлдаш телеканалының «Ҡайтыр» документаль фильмы «Беларусь-24» телеканалы, Рәсәйҙең йәмәғәт телевидениеһы материалдары менән бер рәттән «Иң яҡшы репортаж» номинацияһында еңеүсе тип табылған

Өфө фән һәм технологиялар университетының киберспорт буйынса йыйылма командаһы составы көсәйтелә Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә компьютер спортында уңышҡа өлгәшкән йәштәр Башҡортостанға күсенеп, юғары уҡыу йорто өсөн уйнай башлай. Мордва республикаһынан Артем Белокосов та беҙҙең төбәктә киберспорт өсөн тыуҙырылған шарттарҙы юғары баһалай.

Башҡортостандың «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы илдә иң яҡшы тәжрибә тип танылды Башҡортостанда старт алған «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы илдә иң яҡшы тәжрибәләрҙең береһе. Былтырҙан алып ул Рәсәй Президенты ҡарары менән башҡа төбәктәрҙә лә тормошҡа ашырыла. Программа сиктәрендә уҡыу йортон тамамлап ауыл мәҙәниәт учреждениеларына эшкә ҡайтҡан белгестәргә 1 млн һум ярҙам сараһы бүленә. Шишмә районында балалар сәнғәт мәктәбе лә ошо программа буйынса йәш педагогтар менән тулыланған. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Башҡортостан инвалидтарҙың йәшәү сифаты индексы буйынса иң яҡшы төбәктәрҙең береһе тип танылды Рейтинг мәғлүмәттәрен бөгөн Мәскәүҙә Стратегик башланғыстар агентлығы иғлан итте. Түңәрәк өҫтәлдә Рәсәй субъекттары етәкселәре инклюзив тәжрибәләр индереүҙең һөҙөмтәле төбәк тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Дискуссияны асып, Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшева инвалидтарҙың йәшәү сифаты индексын тәҡдим итте.

Рәсәй йыйылма командаһы билбау көрәше буйынса донъя кубогын яуланы Уның составында Башҡортостан вәкилдәре лә сығыш яһаны. Мәртәбәле ярышты Өфөнөң Көрәш һарайы ҡабул итте. Республиканың баш ҡалаһына Европа, Азия һәм Африканан 20 йыйылма команда йыйылды. Турнир билбау көрәше буйынса Бөтә донъя һәм Бөтә Рәсәй федерацияһын ойоштороусы Риф Ғәйнанов иҫтәлегенә арналды.

Стәрлебаш районының Әмир ауылында крайҙы өйрәнеү музейы барлыҡҡа килде Ул үҙәк урамдарҙың береһендә, революцияға тиклем мәсет урынлашҡан дүрт ҡатлы бинала асылды. Экспозицияны ошо ауылда тыуып үҫкән медицина фәндәре докторы, профессор Радмир Хәсәнов туплаған. Кәштәләрҙә совет осоро магнитофондарын, боронғо үтектәр,китаптар, самауыр өлгөләрен күрергә мөмкин. Музей хәрби тарих, СССР дәүере, тәбиғәт һәм һунар тематикаһына бүленгән.

Өфөлә 45 юнармеецҡа «Юнармия батырлығы» миҙалы тапшырылды Башҡортостан башлығы кәңәшсеһе Оскар Ситдиҡов уҡыусыларға «Юнармия батырлығы» миҙалын тапшырҙы. Награда уҡыуҙа һәм спортта уңыштары, ирекмәнлек эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашҡандары өсөн юнармия хәрәкәте уҡыусыларына тапшырыла. Улар араһында ҡатмарлы хәлдәрҙә аптырап ҡалмай кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарғандар ҙа бар.

Өфөлә Баймаҡ районының 95 йыллығы билдәләнде «Башҡортостан» дәүләт концерт залында ойошторолған байрамда муниципалитеттың ҡаҙаныштарына арналған күргәҙмә ойошторолдо. Йүнселдәр сувенир һәм ауыл хужалығы продукцияһын тәҡдим итте. Район халҡы махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ярҙам туплауҙа ла әүҙем ҡатнаша, экспозицияла маскировка селтәрҙәре, дронға ҡаршы юрғандар тәҡдим ителә.

Әбйәлил районында законһыҙ ағас ҡырҡыу осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы хәбәр итеүенсә, Шәрип ауылынан 39 йәшлек ир урмандан сығып барғанда туҡтатыла, уның транспорт сараһына бүрәнәләр тейәлгән була. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ғәйепләнеүсе рөхсәт ителгән 24 кубометр ағас урынына, 75 кубометр тәшкил иткән 29 төп ҡарағай ҡырҡып ала.

Өфөлә «Үҙ бизнесым» программаһы йомғаҡланды Өфөлә хәрби хәрәкәттәр ветерандары, махсус хәрби операция ҡатнашыусылары һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн «Үҙ бизнесым» тип исемләнгән мәғариф программаһын ябыу тантанаһы үтте. Граждандарға үҙ эшен асыуҙа булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән проект Рәсәйҙең 29 төбәгендә тормошҡа ашырылған. Биш көн дауамында 30-ҙан ашыу кеше эксперттарҙан консультация алды, эшҡыуарҙарға ярҙам итеү, финанс планлаштырыу нигеҙҙәре менән танышты.

Ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң бер төркөм яугирҙар махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды «Өфө-Арена» комплексы алдындағы майҙанда хәрбиҙәрҙе оҙатыу тантанаһы үтте. Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов ҡаһарман яҡташтарыбыҙ алдында сығыш яһап, ватандаштарыбыҙ исеменән рәхмәтен белдерҙе, еңеү менән ҡайтыуҙарын теләне.

Быйыл Саҡмағош районынан механизатор Мәсғүт Зыяҡаев 22 мең центнерға яҡын иген һуғып алған Был күрһәткес менән ул йыл һайын үткәрелгән республика конкурсы еңеүселәренең береһе тип танылды. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Һоҡланғыс кешеләр тормошо» рубрикаһының сираттағы сығарылышын хеҙмәт алдынғыһына бағышланы. Мәсғүт Мәүләуи улы 38 йыл дауамында һайлаған һөнәренә тоғролоҡ күрһәтә.