fa
Feedback

فریب کلاهبرداران را نخورید! تل‌متریو این کانال‌ها را شناسایی و برچسب‌گذاری می‌کند 👉 برای مشاهده برچسب، اشتراک تهیه کنید

БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

رفتن به کانال در Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

نمایش بیشتر
1 953
مشترکین
اطلاعاتی وجود ندارد24 ساعت
-47 روز
-1230 روز
آرشیو پست ها
Гүзәл Насироваға II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы тапшырылды Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насироваға II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы тапшырылды. Бөтә илдең урындағы үҙидара вәкилдәрен йыйған тантаналы сара Кремлдең Екатерина залында үтте. Муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙе Рәсәй президенты хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко ҡотланы.
01 دسامبر 2025, 05:16

Бөгөн Өфөлә "Ауыл тренер"ы программаһында ҡатнашыусылар бүләкләнде Радий Хәбиров биш спорт мәктәбе тренерҙарына 1-ешәр миллио
Бөгөн Өфөлә "Ауыл тренер"ы программаһында ҡатнашыусылар бүләкләнде Радий Хәбиров биш спорт мәктәбе тренерҙарына 1-ешәр миллион һумлыҡ сертификаттар тапшырҙы. Бүләктәр хөкүмәттә оператив кәңәшмә барышында бирелде. Башҡортостанда "Ауыл тренеры" программаһы буйынса түләүҙәр 600 мең һумдан миллион һумға тиклем арттырылды. Шулай уҡ республикала 2024 йылдан "Ҡала тренеры" программаһы ғәмәлгә ашырыла.
01 دسامبر 2025, 04:05

Башҡортостанда бер кеше өләсәһенең 2 миллион һумға яҡын аҡсаһын урлаған Ауырғазы районында Стәрлетамаҡта йәшәүсе 24 йәшлек ир
Башҡортостанда бер кеше өләсәһенең 2 миллион һумға яҡын аҡсаһын урлаған Ауырғазы районында Стәрлетамаҡта йәшәүсе 24 йәшлек ирҙе хөкөм итәләр. Прокуратура мәғлүмәттәре буйынса, ул быйыл март айында 67 йәшлек өләсәһе махсус хәрби операцияла һәләк булған улы өсөн аҡса алыуы тураһында белеп ҡала. Пенсионерҙың телефонында мобиль ҡушымтаға инеп өс ай буйы үҙенә аҡса күсерә. Ир ғәйебен таныған. Уның банк иҫәбенә һәм мөлкәтенә арест һалынған.
01 دسامبر 2025, 03:52

Башҡортостанда ҡымыҙ һәм аҡ майҙың ялған өлгөләре табылған Бейәнеке түгел, һыйыр һөтөнән. Башҡортостан һынау лабораторияһы тикшеренеүҙәре һөҙөмтәләре буйынса ҡымыҙ өлгөләренең береһе ялған булыуы асыҡланған. Аҡ май менән дә шундай уҡ хәл. Социаль учреждениеларҙа бешереү өсөн ҡулланылған һәм һатыуға сығарылған 12 майҙың составы ысынбарлыҡҡа тура килмәүе билдәләнә. Был тикшеренеүҙәр тураһында ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әңгәмәһендә.
29 نوامبر 2025, 14:20

Дәүләт Думаһы комитеты Башҡортостандың социаль практикаларын юғары баһаланы Республикала граждандар йәмғиәте көслө, социаль йүнәлештәге уңышлы тәжрибәләрҙе Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә таратыу мөһим. Был турала Радий Хәбиров менән осрашыуҙа Дәүләт думаһының Граждандар йәмғиәтен үҫтереү, йәмәғәт һәм дини берләшмәләр мәсьәләләре буйынса комитеты рәйесе Яна Лантратова билдәләне. Башҡортостанға эш сәфәре барышында депутаттар Өфө хосписы, Көрәш һарайы, вуз-ара студенттар кампусы эшмәкәрлеге менән танышты. Шулай уҡ комитеттың күсмә ултырышында төбәктә тормошҡа ашырылған иң яҡшы практикалар һәм ҡануни башланғыстар өйрәнелде.
29 نوامبر 2025, 14:10

Башҡортостандың төп финанс документы ҡабул ителде Республиканың төп финанс документы йәнә социаль йүнәлешле булып ҡала. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары алдағы өс йылға республика бюджеты тураһындағы закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итте. Бюджетты планлаштырғанда нигеҙ булараҡ республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә ҡағылышлы фараздар алынған. Ҡатмарлы иҡтисади шарттарға ҡарамаҫтан, мөһим тармаҡтарҙы финанслау балансы һаҡланған.
29 نوامبر 2025, 14:02

Башҡортостандың төп финанс документы ҡабул ителде Республиканың төп финанс документы йәнә социаль йүнәлешле булып ҡала. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары алдағы өс йылға республика бюджеты тураһындағы закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итте. Бюджетты планлаштырғанда нигеҙ булараҡ республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә ҡағылышлы фараздар алынған. Ҡатмарлы иҡтисади шарттарға ҡарамаҫтан, мөһим тармаҡтарҙы финанслау балансы һаҡланған. Киләһе йыл бюджеттан нисек буласаҡ?
29 نوامبر 2025, 13:51

Башҡортостан Милли спорт премияһында «Иң яҡшы төбәк» номинацияһын яуланы Башҡортостан Рәсәйҙең иң яҡшы спорт төбәге тип танылды. Мәскәүҙә физик культура һәм спорт өлкәһендәге иң абруйлы наградаларҙың береһе-Милли спорт премияһы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Республика башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, был дөйөм көс менән яуланған ҙур еңеү. Физик культура һәм спорт өлкәһендәге абруйлы награда Рәсәй Хөкүмәте тарафынан 2010 йылда булдырылғайны, Башҡортостан Милли премияның был номинацияһында икенсегә билдәләнде.
29 نوامبر 2025, 13:39

Башҡортостан инвалидтарҙың йәшәү сифаты буйынса илдә алдынғы урын алды Башҡортостан инвалидтарҙың йәшәү сифаты индексы буйынса иң яҡшы төбәктәрҙең береһе тип танылды. Рейтинг мәғлүмәттәрен Мәскәүҙә Стратегик башланғыстар агентлығы иғлан итте. «Барыһы өсөн дә асыҡ» форумы сиктәрендә Рәсәй субъекттары етәкселәре инклюзив тәжрибәләр индереүҙең һөҙөмтәле төбәк тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Уңышлы тәжрибәләр тураһында киләһе яҙмала.
29 نوامبر 2025, 13:30

Балалар эстрада йырҙарының «Сулпылар» асыҡ телевизион конкурсының быйылғы еңеүселәре билдәләнде Балалар эстрада йырҙарының «Сулпылар» асыҡ телевизион конкурсының быйылғы еңеүселәре билдәләнде. Гран-приға Өфөнөң урта махсус музыка колледжы уҡыусыһы Тимур Шаһивәлиев лайыҡ булды. Ул клип төшөрөүгә сертификат менән бүләкләнде.
29 نوامبر 2025, 13:16

Өфөлә «Рәсәй исемдәре» халыҡ-ара фестиваль-конкурсының һайлап алыу этабы үтте Унда 50-гә яҡын бейеү коллективы, 100-гә яҡын вокаль ансамбль һәм солист ҡатнашты. Үҙҙәренең сағыу номерҙарын башҡа төбәк вәкилдәре лә күрһәтте. «Рәсәй исемдәре» халыҡ-ара фестиваль-конкурсының яңы биттәрен яҙасаҡ йәш һәләттәрҙең күрһәтмә сығыштарына БЮТ ижади төркөмө лә тамаша ҡылды.
29 نوامبر 2025, 13:06

Ишембайҙағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернаты 90 йыллығын билдәләне Юбилей кисәһе район Мәҙәниәт һарайында үтте. Билдәле спортсы, ғалим, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, журналист һәм яҙыусылар сығарған белем усағы балаларҙы шәхес итеп тәрбиәләүгә күп көс һала. Гимназияның тыуған көнө хаҡында киләһе яҙмала.
29 نوامبر 2025, 12:56

Республика клиник перинаталь үҙәгендә Әсәйҙәр көнөнә арналған концерт уҙҙы Сәхнәлә «Һигеҙенсе нота» инклюзив балалар эстрада хоры сығыш яһаны. «Был донъяла һин яңғыҙ түгел» тип исемләнгән концерт программаһында ансамбль патриотик йырҙарҙы, хиттарҙы башҡарҙы.
29 نوامبر 2025, 12:46

Башҡортостандың бер төркөм ир-егеттәре улдары менән яңы һөнәр үҙләштерҙе Әсәйһәргә үҙ ҡулдарың менән эшләгән бүләк. Башҡортостандың бер төркөм ир-егеттәре улдары менән яңы һөнәр үҙләштерҙе. Мосафир оҫтаханаһында күндән бүләк әҙерләү акцияһы уҙҙы.
29 نوامبر 2025, 12:36

Өфөлә «Бөрйән — башҡортомдоң рух бишеге» хәйриә акцияһы үтте Бөрйәндәр Өфөлә йыйылды. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Бөрйән яҡташтар берлеге ойошторған «Бөрйән-башҡортомдоң рух бишеге» исемле хәйриә-патриотик акцияһы уҙҙы. Яҡташтар осрашыуҙа Бөрйән районының үткәне, хәҙергеһе һәм киләсәге тураһында һөйләште.
29 نوامبر 2025, 12:26

Өфөнөң «Салют» үҙәгендә алты меңдән ашыу бала реабилитация үткән Һәр тарих артында белгестәрҙең, ата-әсәләрҙең һәм кескәй пациенттарҙың тырышлығы ята. Бәләкәй генә аҙым да ҙур еңеүгә илтә. Полина Петровскаяға 17 йәш. Балалар церебраль фалижы һәм эпилепсиянан яфаланған ҡыҙ яңынан атларға өйрәнә. Экзоскелет-Полинаның ата-әсәһенә тағы бер таяныс өҫтәне. Был ҡоролма үҫмергә һәр аҙымды дөрөҫ баҫырға ярҙам итә.
29 نوامبر 2025, 12:16

Радий Хәбиров Мәләүез районында үткән республика ҡала һәм район етәкселәре семинарында ҡатнашты Йыйылышта биләмәләрҙе социаль-иҡтисади үҫтереү мәсьәләләре һәм яҡын киләсәккә урындағы үҙидара органдарының бурыстары ҡаралды. Төбәктең динамик үҫешен тәьмин итеү һәм кешеләрҙең йәшәү сифатын артабан яҡшыртыуға дөйөм тырышлыҡ менән генә өлгәшергә була, тиелде семинарҙа.
29 نوامبر 2025, 12:03

Башҡортостанда милли проект буйынса өс күпер төҙөкләндерелде Туймазы районында Ыҡ,Ауырғазыла Түрһәгәҙе йылғаһы, Ҡырмыҫҡалы ра
Башҡортостанда милли проект буйынса өс күпер төҙөкләндерелде Туймазы районында Ыҡ,Ауырғазыла Түрһәгәҙе йылғаһы, Ҡырмыҫҡалы районында инеш аша һалынған объекттар“Тормош өсөн инфраструктура” программаһына ярашлы яңыртылған. Өс ҡоролма лаавария хәлендә булған. Хәҙер улар хәүефһеҙ һәм уңайлы, тип белдерәләр Транспортһәм юл хужалығы министрлығынан.
29 نوامبر 2025, 01:06

Баш ҡалала саф һауала музей булдырыла Ул “Өфө – хеҙмәт ҡаһарманлығы” стелаһы янында ойошторола. Әле унда паровоз йыйыла, ниге
Баш ҡалала саф һауала музей булдырыла Ул “Өфө – хеҙмәт ҡаһарманлығы” стелаһы янында ойошторола. Әле унда паровоз йыйыла, нигеҙ һәм рельстар һалынған. Ҡоролмаларҙы урынлаштырыу декабрҙә тамамланырға тейеш. Ойоштороусылар фекеренсә, тимер юл составы интерактив була. Музейға килеүселәр уның эсенә инә, машинист кабинаһына үтә ала.
28 نوامبر 2025, 22:03

Баш ҡаланың «Родина» кинотеатры алдында яҡынлашып килгән Әсәләр көнөнә күләмле флешмоб үтте Сарала Өфөнөң төрлө ойошма-предприятие ағзалары, юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары, тотош ғаиләләре менән ҡатнашты. Әсәләргә рәхмәт белдереү сараһы кинотеатрҙа балаларға һәм әсәләргә махсус ойошторолған викторина уйындары, оҫталыҡ дәрестәре менән дауам итте. Байрам тамашаһы күмәкләп фильм ҡарау менән тамамланды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Әсәләр көнө йыл һайын ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә билдәләнә.
28 نوامبر 2025, 14:06