ch
Feedback

不要被骗子欺骗!Telemetrio 会找到并标记这些频道 👉 如果想查看标记,请订阅

БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

前往频道在 Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

显示更多
1 968
订阅者
无数据24 小时
-27 天
-1630 天
帖子存档
Хужалыҡтар яҙғы сәсеүгә әҙерләнә Был тема Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй агрономия кәңәшмәһендә ҡаралды. Быйыл яҙ Башҡортостанда 2 милли
Хужалыҡтар яҙғы сәсеүгә әҙерләнә Был тема Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй агрономия кәңәшмәһендә ҡаралды. Быйыл яҙ Башҡортостанда 2 миллион 800 мең гектар сәселә. Бының өсөн 30 миллиард һум тотонола. Сығымдар уҙған йыл менән сағыштырғанда 25 процентҡа күберәк. Уҙған йылда ужым аҙыраҡ сәселгән. Шуға быйыл яҙ эштең ғәҙәттәгенән артыҡ булыуы көтөлә.

Башҡортостанда ташҡын осоронда пилотһыҙ осоу аппараттары ҡулланыласаҡ Улар һыу баҫҡан урындарҙы асыҡлау, хәүеф кимәлен билдәл
Башҡортостанда ташҡын осоронда пилотһыҙ осоу аппараттары ҡулланыласаҡ Улар һыу баҫҡан урындарҙы асыҡлау, хәүеф кимәлен билдәләү өсөн кәрәк. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан Республика буйынса баш идаралығынан ошо турала хәбәр иттеләр. Башҡортостанда халыҡ өсөн дронды ҡулланыу буйынса талап ҡәтғиләште. Полиция, федераль именлек хеҙмәте рөхсәте кәрәк.

Шишмә районы Дурасов ауылында Самат Вәлиев иҫтәлегенә саңғы ярышы үтте Ул Дурасов урта мәктәбендә 1977 йылдан 2002 йылғаса эшләй. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы чемпиондар быуынын тәрбиәләй. Улар иҫәбендә Сиднейҙа Паралимпия уйындарында ҡатнашыусы Тимур Тайыпов та бар. Ул да тренер иҫтәлегенә дистанцияны үтте.

Өфө районы Шамонин ауылында ҡышҡы уйындар үтте Икенсе йыл рәттән ойшторолған байрамда урындағы халыҡ саңғыла, күңелле старттарҙа көс һынашты. Ҡышҡы уйындарҙы ойоштороуҙо өс ғаилә үҙ өҫтөнә алған - Барлыбаевтар, Ғилметдиновтар һәм Юлдашбаевтар сараның программаһын әҙерләп, ауылдаштарға байрам кәйефе бүләк итте. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Бүздәк районы Ҡаран ауылында «Эх, самауыр сәйе» тамашаһы ойошторолдо Эх, самауыр сәйе. Бүздәк районы Ҡаран ауылында ошондай исем аҫтында бай тарихлы, хуш еҫле, йырлы-моңло тамаша ойошторолдо. Кисә «Айыҡ ауыл» конкурсына әҙерлек сиктәрендә уҙғарыла. Ҡарандар быйыл абруйлы конкурстың республика этабына сыҡҡан. Әле ауылда көн һайын тиерлек ижади, фәнни, мәҙәни, спорт саралары үтә, был эшкә олоһо ла, кесеһе лә йәлеп ителгән

Башҡортостан юлдаш телеканалында Андрей Мигуновҡа бағышланған Комбат «Скиф» фильмы күрһәтелә Иртәгә, киске сәғәт 7-се яртыла Башҡортостан юлдаш телеканалында Рәсәй Геройы, «Башҡортостан» полкының Сергей Зорин исемендәге танк батальоны командиры Андрей Мигуновҡа бағышланған Комбат «Скиф» фильмының премьераһы күрһәтелә.

«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы яугирҙары йәнә фронтҡа юлланды Яңы көс менән еңеү артынан. «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы яугирҙары йәнә фронтҡа юлланды. Хәрби хеҙмәткәрҙәр ике аҙналыҡ отпускта булған. Ватан һаҡсылары әйтеүенсә, ҡыҫҡа ваҡытлы ял тиҙ үткән. Шуға ҡарамаҫтан, улар ғаиләләре һәм яҡындары менән осрашҡан, йорт мәшәҡәттәре менән булышҡан. Бынан тыш, улар хаттар яҙған уҡыусылары менән дә осраша. Илһөйәрлек дәрестәрендә хәрбиҙәр балаларға үҙҙәренең хеҙмәте һәм яу яланында полкташтары күрһәткән батырлыҡтар тураһында һөйләй.

Яңауыл ҡалаһында 21 кешегә яңы йорттан фатир асҡысы тапшырылды Өс ҡатлы йорт Башҡортостанда ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү программаһы ярҙамында сафҡа ингән. 2024 йыл һөҙөмтәләренә ярашлы, федераль программа Нуриман, Борай, Илеш, Бәләбәй, Тәтешле һәм Яңауыл райондарында әүҙем тормошҡа ашырыла. Был урындағы ойошма-предприятиеларҙы йәш кадрҙар менән тәьмин итеүгә лә булышлыҡ итә.

Башҡортостан Донбаста тыныс тормошто тергеҙеүҙә ҙур ярҙам күрһәтә Өсөнсө йыл шефлыҡҡа алынған Луганск халыҡ республикаһының Красный Луч, шулай уҡ Донецк халыҡ республикаһы ҡалаларында эш алып барыла. Яңы төбәктәрҙәге объекттарҙы тәртипкә килтереүҙә беҙгә подрядсылар ярҙамға килә. Уларҙың береһе, «Төҙөлөш өлкәһендә берҙәм заказсы» компанияһы менән Мариуполдә хеҙмәттәшлек итәбеҙ, тип яҙған социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров.

Ҡайғылы хәбәр 71 йәшендә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрының баш рәссамы, Рәсәйҙең һәм Ҡалмыҡст
Ҡайғылы хәбәр 71 йәшендә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрының баш рәссамы, Рәсәйҙең һәм Ҡалмыҡстандың атҡаҙанған артисы Валерий Яшкулов вафат булған. Ауыр юғалтыу хаҡында Сибай театрында хәбәр иттеләр. Валерий Яшкулов М. Горький исемендәге Мәскәү художество театры янындағы Немирович-Данченко исемендәге мәктәп-студияһының постановка бүлеген тамамлаған.
«Рәссам ижади дәүерендә 150-нән ашыу төрлө жанрҙағы спектаклгә сәхнә биҙәлешен һәм костюмдарын әҙерләй. Валерий Борисовичтың ижады менән Рәсәй төбәктәренең күп театрҙары таныш: Алтай, Бүрәт, Башҡортостан, Ҡалмыҡстан, Ҡарасәй-Черкессия, Ингушетия, Татарстан, Саха-Яҡут республикалары. 2021 йылдың авгусынан Валерий Борисович Башҡортостанда эшләне. Ул Өфө, Туймазы, Салауат, Сибай театрҙарында үҙенең ҡабатланмаҫ оҫталығын күрһәтте», — тип һөйләне театрҙан коллегалары.

Башҡортостанда күп балалы ғаиләләргә ер өсөн сертификат бирелә 1 ғинуарға ҡарата улар 4 мең 450 кешегә тапшырылған. Һәр береһ
Башҡортостанда күп балалы ғаиләләргә ер өсөн сертификат бирелә 1 ғинуарға ҡарата улар 4 мең 450 кешегә тапшырылған. Һәр береһенең суммаһы - 250 мең һум. Сертификатты ер участкаһы, йә торлаҡ алыу өсөн тотонорға була, тип хәбәр итәләр Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығынан. 2020 йылдан Башҡортостанда күп балалы ғаиләләрҙең ер участкаһы, йә сертификат алыу мөмкинлеге бар. Сертификатты файҙаланыу ваҡыты сикләнмәгән.

Башҡортостанда һаңғырау спортсылар араһында ҡышҡы спартакиада уҙғарыла Ул 6 февралдә башлана һәм 10 көн дауам итә. Ярыштарҙы
Башҡортостанда һаңғырау спортсылар араһында ҡышҡы спартакиада уҙғарыла Ул 6 февралдә башлана һәм 10 көн дауам итә. Ярыштарҙы асыу тантанаһы 8 февралдә була. Илдең 30 төбәгенән 800-ҙән ашыу кеше ҡатнашыуы көтөлә. Улар саңғыла йүгереү, сноуборд, хоккей, футзал, шахмат, керлинг, тау саңғыһы спортында көс һынаша. Вице-премьер-Спорт министры вазифаһын башҡарыусы Руслан Хәбибов белдереүенсә, - Башҡортостандың ҙур халыҡ-ара һәм Рәсәй ярыштарын уҙғарыу тәжрибәһе бар, беҙҙә заманса спорт инфраструктураһы булдырылған.

Силәбе өлкәһе Арғаяш районында медицина кластары асыла Башҡорт дәүләт медицина университеты вәкилдәре район етәкселеге менән
Силәбе өлкәһе Арғаяш районында медицина кластары асыла Башҡорт дәүләт медицина университеты вәкилдәре район етәкселеге менән осрашты. Төп маҡсат – табип һөнәренә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү һәм кадрҙар резервы булдырыу. Медицина университеты уҡытыусылары химия, биология, физика һәм генетика дәрестәрен дистанцион рәүештә алып барасаҡ. Был турала Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге вәкиллегенән хәбәр итәләр.

Хәйбулла районы Федоровка ауылында ҡышҡы балыҡ тотоу буйынса ярыш уҙҙы «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә Хәйбулла районы Федоровка ауылында ҡышҡы балыҡ тотоу буйынса ярыш уҙҙы. Уны яңы ғына ойошторолған «Таяныс» атайҙар клубы үткәрҙе. Балыҡ ҡармаҡларға күрше ауыл вәкилдәре лә килде, тотош ғаиләләре менән ҡатнашыусылар ҙа булды.

Өфөлә Факиһа Туғыҙбаеваның тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған түңәрәк өҫтәл үтте «Фатихамды бирәм һиңә». Тап ошо исем аҫтында «Торатау» Конгресс-холлында Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Факиһа Туғыҙбаеваның тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған түңәрәк өҫтәл үтте. Һөйләшеүҙә танылған әҙиптәр, музей-китапхана хеҙмәткәрҙәре, әҙәбиәтселәр, тел белгестәре ҡатнашты.

Ҡаңны ырыуы башҡорттары ҡор йыйҙы Бүздәк башҡорттары ҡор йыйҙы. Ҡаңны ырыуы вәкилдәренең ҡоролтайы бөгөн район үҙәгендә үтте. Сарала ҡатнашыусылар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының алтынсы съезында ҡабул ителгән ҡарарҙар, Бүздәк районында алып барылған эштәр менән танышты.

Ватанды һаҡлаусыларға ярҙам: Ишбирҙелә фәһемле осрашыу һәм концерт үтте Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылы биләмәһендә Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылын асыу тантанаһы үтте. Ошо уңайҙан фәһемле осрашыу, хәрби-патриотик концерт ойошторолдо.