ch
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

前往频道在 Telegram
613
订阅者
无数据24 小时
-77
-830
帖子存档
📌 Был көндәрҙә Өфөлә «Ҡолонсаҡ» Халыҡ-ара балалар һәм йәштәр спектаклдәре фестивале үтә. Спектаклдәрҙең күбеһе 12 йәштән өлк
📌 Был көндәрҙә Өфөлә «Ҡолонсаҡ» Халыҡ-ара балалар һәм йәштәр спектаклдәре фестивале үтә. Спектаклдәрҙең күбеһе 12 йәштән өлкәндәр өсөн тәғәйенләнгән. Шулай ҙа араларында 6 йәштән һәм хатта 2 йәше тулған балалар ҡарарлыҡ тамашалар ҙа бар!
Мотлаҡ ваҡыт табып, ғаилә менән барып ҡарағыҙ.

Ел-бауырлап осҡан ҡоштар Аксарлаҡ түгел микән? Һин киткәнгә мин түҙермен, Йөрәгем түҙер микән? Буранбай ИСҠУЖИН һүҙҙәре. Юлай ҮҘӘНБАЕВ музыкаһы. Видео: Ильяс Әлбәков.

📌 Сибай концерт-театр берекмәһе йырсыһы Фларид Бирғәлин "Ҡурай" йырына клип төшөргән, тип хәбәр иткәйнек инде.
Бына тулы яҙмаһын күрегеҙ! 🔥
Әйткәндәй, Фларид 2022 йылдың көҙөнән алып вокалист Махсус хәрби операцияла I фронт ижади бригадаһында хеҙмәт итә. Клип режиссеры - Батыр Ғәлимов. Сценарий авторы - Әлиә Ғәлимова.

📌"Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосы буйынса фильмдың трейлерын эшләгәндәр 🔥 Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы Республика көнөнә яһалма интеллект видеолары конкурсы иғлан иткәйне. Ҡатнашыусыларҙың береһе "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосына нигеҙләнгән фильмға трейлер эшләп ҡараған.
Ғәжәп шәп килеп сыҡҡан!
Трейлерҙың авторы Шамил Хәмитов.

Тәүге ҡар менән! Хәйерле көндәр! ❄️🌬️ Был ялдарҙа Белорет, Учалы, Баймаҡ, Йылайыр райондарында тәүге ҡар яуған. Фоторәссам Е
+8
Тәүге ҡар менән!
Хәйерле көндәр! ❄️🌬️ Был ялдарҙа Белорет, Учалы, Баймаҡ, Йылайыр райондарында тәүге ҡар яуған. Фоторәссам Елена Перминова Белорет районы Уралтау һыртында беренсе ҡарҙы мәңгеләштереп тә өлгөргән ❄️

❓Кем ҡайҙан?
❓Кем ҡайҙан?

Афариндар! Видео: интернеттан.

"Яҡшы тыуһа, илгә ҡот, ямғыр яуһа, ергә ҡот"
- башҡорт халыҡ мәҡәле. Видео: AY YOLA, "Кил ҡотом" йыры.

HAZINA этно-проектының Республика көнөнә бүләге - "Ерем" ❤️‍🔥

Тыуған яҡтың, һөйгән йәрҙең, дуҫтарҙың ҡәҙерен беләйек 😉 Видео: Лилиә Ғибәҙәтова.

Яңы көндө йылмайып ҡаршылайыҡ! 🥰 Фото: Елена Перминова.
+5
Яңы көндө йылмайып ҡаршылайыҡ! 🥰 Фото: Елена Перминова.

📌 Республикабыҙға дан йырлайбыҙ бөгөн - Башҡортостаныбыҙҙың һәр төбәгендә байрам саралары үтте. Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында ошо айҡанлы матур концерт ойошторғандар.
Һеҙҙә нисек билдәләнеләр? Яҙығыҙ!

"Башҡорт моңо, башҡорт ҡурайына Алҡышламай бөгөн ҡай тараф?"
Рауил БИКБАЕВ, Башҡортостандың халыҡ шағиры. Видео: Нурсолтан Зарипов.

📌 Яңыртылған күпер асылды. Ағиҙел аша аркалы күпер ремонттан һуң сафҡа индерелде. Хәҙер Өфөнән сығыу яғына тағы ике һыҙат өҫтәлде.
Был аркалы күпер 1956 йылдың 3 ноябрендә асылған булған. Ул саҡта Ырымбур һыу аға сығыу урыны ябыла, ә 1808 йылдан төҙөлгән плашкоут күпер һүтелә.
✅ Яңыртылған күперҙең арҡаһы төп нөсхәне теүәл ҡабатлай. Уның ике янына ҡоролманы төҙөгән йылдар тураһында мәғлүмәт яҙылған таҡта ҡуйылған.

Республикабыҙҙы һәм башҡорт халҡын донъяға танытыусы йәштәребеҙҙең береһе - Зарина Исламова, тай боксы буйынса чемпион, Рәсәйҙең спорт мастеры. 🔥

📌 Балаларға - республикабыҙ киләсәгенә иғтибар булды һәм буласаҡ. Башҡортостандың халыҡ шағиры, "Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина республика халҡын байрам ҡотланы.

Алыҫ араларҙан күңелдәрҙе йылытыр видео - "Башҡортостан" мотоуҡсылар полкы яугирҙарынан ҡотлау һүҙҙәре. Республикабыҙ, халҡыбыҙ һәм оло илебеҙ именлеге һағында булған барлыҡ уландарыбыҙ, тормош иптәштәребеҙ, атай-олатайҙарыбыҙ имен-һау булһын! ❤️

📌 Башҡортостан халҡын Республика көнө менән Радий Хәбиров ҡотлаған.
"Миңә Башҡортостанда тыуыу бәхете тейҙе. Республикабыҙҙа үҫеү, йәшәү һәм эшләү. Башҡортостаныбыҙ - ул күп быуатлы тарих, үҙенсәлекле мәҙәниәт, уникаль тәбиғәт. Ул көслө сәнәғәт һәм ауыл хужалығы. Фән һәм инновациялар. Даими алға барыу һәм бейеклеккә ынтылыш. Әммә иң мөһим байлығыбыҙ - бында йәшәгән кешеләр. Ҡаһарман геройҙар, баҫалҡы хеҙмәтсәндәр, талантлы артистар, шағирҙар, рәссамдар, спортсылар, ғалимдар. Барлыҡ республика халҡына - уңыштар, һаулыҡ, изгелек һәм сәскә атыуҙы теләйем! Республика көнө менән, ҡәҙерле ватандаштар! Иң ҙур байлығыбыҙ – берҙәмлек. Бер төптән булһаҡ, бер һынау ҙа беҙҙе бөгә алмаҫ. Заман елдәренә бирешмәй, тағы ла көслөрәк була барырбыҙ. Байрам менән! Тыуған еребеҙгә, татыу халыҡтарыбыҙға яҡты өмөтлө киләсәк теләйем",
- тип яҙған сәхифәһендә Радий Фәрит улы.

Барығыҙҙы ла Республика көнө менән тәбрикләйбеҙ! Сәскә ат, Башҡортостан! 💙 🤍 💚

❤️